Һайланған мәҡәлә
Рёкалағы рун яҙмалы таш, көнбайыш яғы
Рун — боронғо германдарҙың яҙмаһы. I—II быуаттарҙан алып XII быуаттар араһында — хәҙерге Дания , Швеция һәм Норвегияла , X —XIII быуаттарҙа — Исландия һәм Гренландияла , ә швед провинцияһы Даларнала XIX быуат башынаса ҡулланылған. Рундар (символдар) ташта, металда, ағаста, һөйәктә ырып, уйып яҙылған, уның үҙенсәлекле ҡырлы формаһы ырып яҙыуға көйләнгән.
Европа илдәрендә христиан дине ҡабул ителгәс, латин яҙмаһы рун яҙмаһын ҡыҫырыҡлап сығарған. «Рун» термины боронғо герман телендәге run («сер») тамырына бәйләп аңлатыла. Донъяла рун хәрефтәренән торған бөтәһе 5 000-ләп яҙыу табылған, шуларҙың иң ҙур өлөшө — Швецияла. Бынан тыш, Урта быуаттарҙағы Европала рун календарҙары булған.
Боронғо төркиҙәрҙең ҡырлап, мөйөшләп яҙылған алфавитын да рун тип йөрөтәләр.
↪ дауамы… :
Исемлек (120) | Үҙгәртеү
Яҡшы мәҡәлә
Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы
Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (7 февраль 1873 йыл — 1959 йыл ) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, телсе, табип. Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе (26.01.1919—03.1919). Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. СССР -ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943).
Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (Мстислав Александрович) Ҡулаев 1873 йылдың 7 февралендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән улусының (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы ) Ейәнсура ауылында тыуған. Әсәһе Йәнифә Садыҡ ҡыҙы һәм атаһы Сәхипгәрәй Муса улы урта хәлле крәҫтиәндәре булғандар. Ҡартатаһы — Муса Торһонбай улы башҡорттарҙың үҙ ирке өсөн көрәштә ҡатнашып, ситтә йөрөп вафат була. Сығышы менән үҫәргән ырыуы башҡорттарынан .
Башта ауылдарындағы мәсет янындағы мәҙрәсәлә һәм рус-башҡорт мәктәбендә уҡый. Артабан 1886—1896 йылдарҙа Ырымбур гимназияһында белем ала һәм уны алтын миҙал менән тамамлай. 1896—1902 йылдарҙа Ҡазан Император университетының медицина факультетында «Башҡорт стипендияһы»на уҡый. Шул уҡ ваҡытта 1899—1900 йылдарҙа Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенә , Ырымбур губернаһы Верхнеурал һәм Орск өйәҙҙәренә экспедицияларында ҡатнаша, башҡорт һәм татар йырҙарын, мәҡәлдәрен, әйтемдәрен, йомаҡтарын һәм әкиәттәрен йыя. Университетҡа тик христиандар ғына алынғас динен алмаштырырға мәжбүр була, һәм христиан динен алып Мстислав Александрович тип исемен үҙгәртергә ризалыҡ бирә. Башҡа мәғлүмәт буйынса, уҡыған осорҙа хәлле генә бер рус ҡыҙына өйләнер өсөн исемен һәм динен алыштыра, уларҙың өс ҡыҙы тыуа.
1902 йылда Ҡазан губернаһы Тәтеш өйәҙенең Кесе Ялсыҡай ауылының земство дауаханаһына табип итеп тәғәйенләнә. 1903—1913 йылдарҙа Ҡазандың Александровск ҡала дауаханаһында һәм башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында эшләй.
1910 йылда медицина докторы дәрәжәһенә имтихандар тапшыра, әммә хеҙмәтен ваҡытында тамамлап өлгөрә алмай. 1913 йылда Варшава ҡалаһына эшкә күсерелә. 1914—1917 йылдарҙа Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 275-се запас ялан госпиталенең баш табибы булып хеҙмәт итә. 1917 йылда Ҡазанға ҡайтып Шамовск ҡала дауаханаһының терапевт бүлегендә өлкән ординатор булып эшләй.
Юныс Бикбов саҡырыуы буйынса Ырымбурға килә. 1918 йылдың авгусынан алып Башҡорт Хөкүмәтендә эшләй һәм башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушылып китә. 1919 йылдың 26 ғинуарында хөкүмәт рәйесе һәм Башҡортостан хәрби-революцион комитеты ағзаһы итеп һайлана.
↪ дауамы…
Исемлек (111) | Үҙгәртеү
13 декабрь юбилярҙары
Серебровский Александр Павлович (1884—10.02.1938), революцион хәрәкәт һәм СССР -ҙың дәүләт эшмәкәре. 1903 йылдан РСДРП ағзаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1932 йылдан — СССР-ҙың ауыр сәнәғәт халыҡ комиссары урынбаҫары. СССР-ҙың Ленин (1931), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1925) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1935) ордендары, Әзербайжан ССР-ының Ҡыҙыл Байраҡ (1921) ордены кавалеры.
Ивановский Георгий Фёдорович (1919—7.08.1998), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, нефтехимик. 1957—1965 йылдарҙа Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы директоры; 1965—1973 йылдарҙа СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәте министры урынбаҫары, 1973—1987 йылдарҙа СССР Министрҙар Советының Матди-техник тәьминәт буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары. Ленин (1966), Октябрь Революцияһы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1979) ордендары кавалеры.
Кайдаров Абду-Али Туғанбай улы (1924—27.02.2019), ғалим-тел белгесе. Ҡаҙаҡ ССР-ы Фәндәр академияһы академигы. (1983), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1991), филология фәндәре докторы (1970), профессор (1972). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1982), Ҡаҙағстан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1994). I (1944) һәм II (1985) дәрәжә Ватан һуғышы, Халыҡтар Дуҫлығы (1984), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945), III дәрәжә Дан ордендары кавалеры.
Мансурова Любовь Ильинична (1929), ғалим-агроном. 1971—1995 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1991), профессор (1993). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған агрономы (2006).
Телятников Иван Александрович (1929—10.08.1996), ғалим-ветеринар врач, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1978—1988 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Ветеринария фәндәре кандидаты (1970). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре.
Горулёв Павел Сергеевич (1949), ғалим-педагог, спортсы, тренер, юғары мәктәп эшмәкәре. 1999 йылдан Башҡортостан физик культура институты директоры. Педагогия фәндәре докторы (2004), профессор. Ауыр атлетика буйынса халыҡ-ара категориялы судья (1995), СССР чемпионы (1978) һәм СССР-ҙың спорт мастеры (1972), Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1993), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1997) һәм күренекле спортсыһы (1993).
Ғибәҙуллин Рафаил Вәһит улы (1954), ғалим-социолог, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2012 йылдан Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил. Социология фәндәре докторы (1990). Башҡортостан Республикаһының IV саҡырылыш (2008— 2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнгән.
Белобородова Нилә Сабит ҡыҙы (1964), ғалим-педагог, юғары һәм махсус урта мәктәп эшмәкәре. 2018 йылдан Бөрө медицина-фармацевтика колледжы директоры. Педагогия фәндәре докторы (2007), профессор (2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2014) һәм мәғариф отличнигы (1997).