Тығын - (рус. Затор) — боҙ киткәндә йылға йырҙаһында боҙ өйөлөп, һыу ағымын ҡыҫырыҡлаған һәм һыу күтәрелеүенә сәбәп булған булған күренеш[1]

Боҙ тығыны
Рәсем
 Боҙ тығыны Викимилектә

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Тығындар ғәҙәттә йылға бөгөлдәрендә, йырҙа тарайған һәм һай урындарҙа барлыҡҡа килә. Бындай урындарҙа боҙ киҫәктәре ауырлыҡ менән үтә һәм бер урынға өйөлә башлай.

Тығын арҡаһында һыу кимәле күтәрелә, ҡайһы ваҡыт тирә-йүнде һыу баҫа. Ғәҙәттә, оло тығындар яҙ көнө көньяҡтан төньяҡҡа табан аға торған ҙур йылғаларҙа күҙәтелә.

Йылғаларҙа сыйҙымдың һыуҙың арҡыры киҫелешендә тупланып өйөлөүе һәм һыуҙы өҫкә ҡыҫа башлауы сыйҙым тығыны тип атала.

 
Боҙ тығыны арҡаһында һыу баҫҡан Юкон.

Көрәш ысулдары

үҙгәртергә

Боҙ тығынына ҡаршы көрәшеү өсөн боҙ өҫтөн ҡарайталар, сөнки ҡара төҫтәге боҙ ҙа, ҡар ҙа тиҙерәк ирей; боҙватҡыс йә иһә боҙ ҡырҡҡыс машиналар , шартлатыуҙар, авиация ярҙамында бомбаға тотоу, ҡыҫылған һауа ебәреү ҡулланыла.[2]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ГОСТ 19179-73 Гидрология суши. Термины и определения.
  2. Марк Софер Когда льдинам тесно в берегах (рус.) // Наука и жизнь. — 2018. — № 4. — С. 6—15.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Чеботарев, А.И. Гидрологический словарь. — 3-е, перераб. и доп. — Л.: Гидрометеоиздат, 1978. — 307 с.
  NODES