Көмөш (лат. Argentum) — Д. И. Менделеевтың периодик химик элементтар системаһының бишенсе периоды 11-се төркөмөнә ҡараған (иҫкергән классификация буйынса — өҫтәмә төркөмдөң тәүге төркөмө) химик элемент, атом һаны 47.

47 ПалладийСереброКадмий
Cu

Ag

Au
Элементтарҙың периодик системаһыВодородГелийЛитийБериллийБорУглеродАзотКислородФторНеонНатрийМагнийАлюминийКремнийФосфорКөкөртХлорАргонКалийКальцийСкандийТитанВанадийХромМарганецТимерКобальтНикельБаҡырЦинкГаллийГерманийМышьякСеленБромКриптонРубидийСтронцийИттрийЦирконийНиобийМолибденТехнецийРутенийРодийПалладийКөмөшКадмийИндийОловоСурьмаТеллурИодКсенонЦезийБарийЛантанЦерийПразеодимНеодимПрометийСамарийЕвропийГадолинийТербийДиспрозийГольмийЭрбийТулийИттербийЛютецийГафнийТанталВольфрамРенийОсмийИридийПлатинаАлтынТере көмөшТаллийСвинецВисмутПолонийАстатРадонФранцийРадийАктинийТорийПротактинийУранНептунийПлутонийАмерицийКюрийБерклийКалифорнийЭйнштейнийФермийМенделевийНобелийЛоуренсийРезерфордийДубнийСиборгийБорийХассийМейтнерийДармштадтийРентгенийКоперницийНихонийФлеровийМосковийЛиверморийТеннесинОганесон
Элементтарҙың периодик системаһы
47Ag
Ябай матдәнең тышҡы күренеше

Йылтыр аҡ төҫтәге металл
Атом үҙенсәлектәре
Исеме, символы, номеры

Көмөш / Argentum (Ag), 47

Атом массаһы
(моляр массаһы)

107,8682(2)[1] а. м. б. (г/моль)

Электрон конфигурация

[Kr] 4d10 5s1

Атом радиусы

144 пм

Химик үҙенсәлектәре
Ковалент радиус

134 пм

Ион радиусы

(+2e) 89 (+1e) 126 пм

Электроотиҫкәрелек

1,93 (Полинг шкалаһы)

Электрод потенциалы

+0,799

Окисланыу дәрәжәһе

2, 1

Ионлашыу энергияһы
(первый электрон)

1-й 730,5 кДж/моль (эВ)
2-й: 2070 кДж/моль (эВ)
3-й: 3361 кДж/моль (эВ)

Ябай матдәнең термодинамик үҙенсәлектәре
Тығыҙлыҡ (н. ш.)

10,5 г/см³

Иреү температураһы

1235,1 K

Ҡайнау температураһы

2485 K

Иреү йылылығы

11,95 кДж/моль

Парға әйләнеү йылылығы

254,1 кДж/моль

Моляр йылы һыйышлығы

25,36[2] Дж/(K·моль)

Моляр күләм

10,3 см³/моль

Ябай матдәнең кристалл рәшәткәһе
Рәшәткә структураһы

куб формаһындағы гранецентр

Рәшәткә параметры

4,086 Å

Дебай температураһы

225 K

Башҡа характеристикалар
Йылы үткәреүсәнлек

(300 K) 429 Вт/(м·К)

47
Көмөш
107,868
4d105s1

Көмөш ябай матдә — һоро-аҡ төҫтәге сүкеүгә яраҡлы, һығылмалы күсемле затлы металл.

Көмөштөң ябай матдәһе — һоро-аҡ төҫтәге йомшаҡ, дуктиль аҫыл металл. Кристалл рәшәткәһе — ҡырҙары үҙәкләштерелгән куб. Иреү температураһы — 962 °C, тығыҙлығы — 10,5 г/см².

Көмөш кешелеккә борон замандан бирле билдәле. Был көмөштөң тәбиғәттә алтын кеүек саф хәлендә табылыуы менән бәйле — уны мәғдәндән иретеп алыу талап ителмәй. Был сифаты төрлө халыҡтарҙың мәҙәни тардицияларындағы яҙмышын алдан билдәләй. Көмөш һәм уның ҡушылмалары урта быуаттарҙа алхимиктар араһында ихтирам яулай. XIII быуат уртаһында көмөштән һауыт-һаба эшләй башлайҙар. Бынан тыш, әлеге көнгә тиклем көмөш ваҡ аҡса эшләү өсөн файҙаланыла.

Ассирияла һәм Вавилонда көмөш изге металл һәм ай символы булып һаналған. Боронғо Грецияла көмөш Лаврий рудниктарында табылған. X быуатта көмөш Гарцта, XII быуатта — Саксонияла, Рудный тауҙарында сығарыла башлай, унда руда сығарыу үҙәге булып Фрайберг тора. Урта быуаттарҙа Европала көмөш сығарыуҙың өсөнсө үҙәге — Түбәнге Венгрия (Словакия) була.[3].

Америка континентын испандар баҫып алыуы Яңы донъяла урынлашҡан иң бай көмөш ятҡылыҡтарына сығыу мөмкинлеген аса. 1540 йылда Европала көмөш етештереү күләме йылына 52-55 тонна тәшкил итә, был ул ваҡытта Европаға килтерелгән америка көмөшө күләменән алты тапҡырға күберәк. Әммә 1560-сы йылдарға был һандар тигеҙләшә, ә киләһе ун йыллыҡта Европа, Потоси һәм Сакатекас ятҡылыҡтарын үҙләштерә башлағанлыҡтан, Яңы донъянан көмөш ағымының яртыһын ғына етештергән.[4] Америка көмөшөнөң Европаға ағымы хаҡтар революцияһына килтерә.

Рәсәйҙә XVIII быуатҡа тиклем көмөш ҡаҙылмай. 1704 йылда Нерчинск заводында көмөш иретеү башлана. XVIII быуат уртаһынан Колывано-Воскресенск заводтарында көмөш иретеү башлана. XIX быуат башына Рәсәй империяһы Көмөш сығарыу буйынса, Австрия империяһынан ҡалышып, Европала икенсе урынды биләй.[3]

Көмөш беҙҙең көндәргә тиклем иҫтәлекле һәм инвестиция тәңкәләрен һуғыу өсөн ҡулланыла (1960—1970 йылдарҙағы һуңғы көмөш тәңкәләрҙе сығарыу Бреттон-Вудс аҡса системаһы кризисы менән тап килә).

Ятҡылыҡтары

үҙгәртергә
 
Илдәр буйынса көмөш етештереү (2011 йыл)

Көмөштөң байтаҡ ятҡылыҡтары түбәндәге илдәрҙең территорияларында урынлашҡан:

Шулай уҡ көмөш ятҡылыҡтары Кипрҙа һәм Сардинияла бар[6].

Физик үҙсәнлектәре

үҙгәртергә
 
саф көмөш киҫәге

Таҙа көмөш — ярайһы уҡ ауыр, (ҡурғаштан еңелерәк, ләкин баҡырҙан ауырыраҡ, тығыҙлығы — 10,5 г/см³), ғәҙәттән тыш һығылмалы көмөш-аҡ металл (яҡтылыҡты сағылдырыу коэффициенты 100 %-ҡа яҡын). Йоҡа көмөш фольга үтеүсе яҡтылыҡта миләүшә төҫөндә була. Ваҡыт үтеү менән металл һауалағы көкөртлө водород менән реакцияға инә һәм сульфид япмаһын барлыҡҡа килтереп, уның йоҡа пленкаһы металға үҙенсәлекле алһыу төҫ бирә һәм металл тоноҡлана. Металдар араһында иң юғары йылы үткәреүсәнлеккә эйә. Бөтә билдәле металдар араһында бүлмә температураһында иң юғары электр үткәреүсәнлеккә эйә (20 °C температурала сағыштырма электр ҡаршылығы 1,59·10−8 Ом·м). Сағыштырмаса ауыр иреүсән металл, иреү температураһы 962 °C.

Сәнәғәткә яраҡлы төрҙәре

үҙгәртергә

Көмөшлө минералдарҙың 50 төрө билдәле, уларҙың 15—20 төрө генә сәнәғәт өсөн әһәмиәтле, шул иҫәптән:

  • саф көмөш;
  • электрум (алтын-көмөш);
  • кюстелит (көмөш-алтын);
  • аргентит (көмөш-көкөрт);
  • прустит (көмөш-мышаяҡ-көкөрт);
  • бромаргерит (көмөш-бром);
  • кераргирит (көмөш-хлор);
  • пираргирит (көмөш-һөрмә-көкөрт);
  • стефанит (көмөш-һөрмә-көкөрт);
  • полибазит (көмөш-баҡыр-һөрмә-көкөрт);
  • фрейбергит (баҡыр-көкөрт-көмөш);
  • аргентоярозит (көмөш-тимер-көкөрт);
  • дискразит (көмөш-һөрмә);
  • агвиларит (көмөш-селен-көкөрт).

Донъяла көмөш 505 мең. т (1986 йыл) тип иҫәпләнә, раҫланғаны — 360 мең. т[7].

Башҡорт халҡында көмөш

үҙгәртергә

Мифологияла

үҙгәртергә
  • Көмөш башҡорттарҙа биҙәүес кенә түгел, ә һаҡлаусы, дауалаусы металл булараҡ ҡулланылған. Ен-шайтан килмәһен тип башҡорт ҡатындары көмөш һырға, көмөш беләҙек, көмөш йөҙөк кейгәндәр[8].

Исемдәрҙә

үҙгәртергә

Башҡорт халҡында балаларға аҫылташтар исеме биреү киң тарлған булған. Шулар араһында «көмөш» һүҙе менән яһалған исемдәр ҙә булған, улар ир балаға ла, ҡыҙ балаға ла ҡушылған.

Ир бала исемдәре:

  • Көмөшбай
  • Көмөшҡол

Ҡыҙ бала исемдәре:

  • Көмөш
  • Көмөшбикә
  • Көмөшнур.
  • Көмөшһылыу.

Ҡыҙыҡ мәғлүмәт

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Michael E. Wieser, Norman Holden, Tyler B. Coplen, John K. Böhlke, Michael Berglund, Willi A. Brand, Paul De Bièvre, Manfred Gröning, Robert D. Loss, Juris Meija, Takafumi Hirata, Thomas Prohaska, Ronny Schoenberg, Glenda O’Connor, Thomas Walczyk, Shige Yoneda, Xiang‑Kun Zhu. Atomic weights of the elements 2011 (IUPAC Technical Report) (инг.) // Pure and Applied Chemistry. — 2013. — Т. 85. — № 5. — С. 1047—1078. — DOI:10.1351/PAC-REP-13-03-02
  2. Редкол.: Зефиров Н. С. (гл. ред.). Химическая энциклопедия: в 5 т. — Москва: Советская энциклопедия, 1995. — Т. 4. — С. 323. — 639 с. — 20 000 экз. — ISBN 5852700398.
  3. 3,0 3,1 Становление серебреплавильной промышленности в России в XVIII—первой трети XIX в.
  4. Большая история серебряного стандарта. Часть первая
  5. Про серебро " месторождения 2010 йыл 7 сентябрь архивланған..
  6. Про серебро " История серебра 2010 йыл 13 февраль архивланған..
  7. Химическая энциклопедия / Редкол.: Кнунянц И. Л. и др.. — М.: Советская энциклопедия, 1995. — Т. 4. — 639 с. — ISBN 5-85270-092-4.
  8. Мифологический словарь башкирского языка (Ф. Г. Хисамитдинова, 2010)

Һылтанмалар

үҙгәртергә


  NODES