Лос-Анджелес

ҡала, Лос-Анджелес округының үҙәге, Калифорния штаты, АҠШ

Лос-А́нджелес (ингл. Los Angeles, исп. Los Ángeles, МФА (исп.): [los ˈaŋxeles]; иҫкесә Лос-Анжелос, Лос-Анжелес, Лос-Анхелес, шулай уҡ L.A. һәм City of Angels — Фәрештәләр ҡалаһы (Город Ангелов) булараҡ билдәле, Америка Ҡушма Штаттарында Калифорния штатының көньяғында Тымыҡ океан яры буйында урынлашҡан. Штатта халҡы һаны буйынса иң ҙуры һәм илдә икенсе урында (2009 йылдың 1 июленә ҡарата — 3 831 868 кеше)[1]. Ҡала шул уҡ исемле округтың, 17 млн халыҡлы Оло Лос-Анджелес агломерацияһының административ үҙәге. Лос-Анджелес халҡын «Angelenos» тип йөрөтәләр (анджели́нос тип әйтелә)[2].

Ҡала
Лос-Анджелес
Los Angeles
Флаг[d] Герб
Флаг Герб
Ил

Америка Ҡушма Штаттары

Штат

Калифорния

Округ

Лос-Анджелес

Координаталар

34°02′ с. ш. 118°16′ з. д.HGЯO

Мэр

Антонио Виллараигоса

Нигеҙләнгән

4 сентябрь 1781

Ҡала с

4 апрель 1850

Майҙаны

1301,97Gazetteer. U.S. Census Bureau. Дата обращения: 28 сентябрь 2011. Архивировано 24 ғинуар 2012 года. км²

Халҡы

3 792 621[1] кеше (2010)

Тығыҙлығы

2913 кеше/км²

Агломерация

17775322

Сәғәт бүлкәте

UTC−8, йәйге UTC-7

Телефон коды

213, 310, 323, 424, 661, 818

Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

lacity.org  (инг.)

Лос-Анджелес (Ер)
Лос-Анджелес
Лос-Анджелес
Ҡала үҙәгенә күренеш

Лос-Анджелес донъялағы иң ҙур мәҙәни, фәнни, иҡтисади, мәғариф үҙәктәренең береһе булып тора[3][4]. Ҡала шулай уҡ — кино, театр, музыка, әҙәбиәт һәм телевидение өлкәһендә күңел асыу индустрияһының иң ҙур үҙәктәренең береһе.

Лос-Анджелес хәҙер биләгән яр буйы территорияларында XVI быуатта тонгва һәм чумаши индейҙары йәшәгән. Хәҙерге Лос-Анджелес районында 1542 йылда ике «Сан Сальвадор» һәм «Ла Виктория» карабында (һәр береһе 50 тонна ауырлыҡтағы) ярға төшкән беренсе европалы диңгеҙсе Хуан Родригес Кабрильо була (лоцманы һәм урынбаҫары Бартоломео Феррело)[5]. 1542 йылдың 27 июлендә Ла Навидадтан ағып (Мексика), Кабрильо 28 сентябрҙә Сан Диего бухтаһында төшә. Ул ваҡытта яр буйында индейҙарҙың Янг-На ауылы урынлашҡан була. Тәү башлап асыусы үҙе 1543 йылдың 3 ғинуарында вафат була һәм Сан-Мигель утрауында ерләнә, утрау һуңғараҡ уның исеме менән «Хуан Родригес» (Juan Rodríguez) тип атала. Родригес Кабрильо үҙенең сәйәхәте тураһында журналға теркәй, шул яҙманы лоцман тыуған ергә алып ҡайта, һәм хәҙер ул Севилья (Испания) архивтарының береһендә һаҡлана[6].

227 йыл үткәндән һуң ғына бында Гаспар Портол етәкселегендә киләһе экспедиция килә, экспедицияла францискан миссионеры Хуан Креспи ҡатнаша, ул үҙенең яҙмаларында урындың ултыраҡ өсөн яраҡлығын билдәләй. 1771 йылда Хумеллиро Серра исемле икенсе миссионер был урында Гавриил архангелы хөрмәтенә аталған миссия ойошторған. Уға тиклем Лос-Анджелес биләмәһендә тонгва индейҙарының 30-ға яҡын торамаһы булған, уларҙа 3 меңләп кеше йәшәгән. 1771 йылда икенсе миссионер, Хуниперо Серра, был урында архангел Гавриил хөрмәтенә миссия үткәрә. 1781 йылдың 4 сентябрендә, ике Калифорнияның губернаторы Фелипе де Неве талабы буйынса, 46 кешенән торған испан колонистары төркөмө миссияһы менән йәнәшә, Хосе Дарио Аргуэльо башлығында El Pueblo de Nuestra Señora la Reina de los Ángeles sobre El Río Porciúncula тип аталаған ҡасаба төҙөлә(Ҡалып:Tr-es)[7]. Бер нисә тиҫтә йыл дауамында яңы ултыраҡ тик бәләкәй ҡаласыҡ була, әммә 1820 йылға был Калифорнияның ҙур тораҡ пунктына әйләнә: бында 650 кеше йәшәй.

 
Төндә ҡала үҙәге

Мексика бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң Лос-Анджелес аҙ ваҡытҡа уның составына инә. Америка-Мексика һуғышында Мексика еңелгәндән һуң ҡала 1848 йылғы тыныслыҡ килешеүе буйынса Америкаға күсә. 1850 йылда Лос-Анджелес рәсми ҡала статусын ала[7].

 
Лос-Анджелес 1869 йылда

1876 йылда Southern Pacific компанияһы Лос-Анджелесҡа тиклем тимер юлы төҙөлөшөн тамамлай[8]. Цитрус емештәре, бигерәк тә әфлисундар үҫтереү урындағы хужалыҡтың нигеҙе була. XIX быуаттың һуңғы ҡырҡ йыл эсендә халҡы 2,3 мең кешенән алып 100 меңгә тиклем арта. 1892 йылда ҡала районында нефть ятҡылыҡтары табыла һәм 1923 йылға Лос-Анджелес районына бөтә донъя углеводород етештереүенең дүрттән бер өлөшө тура килә[9]. 1913 йылда Уильям Малхолланд акведук төҙөлөшөн тамамлай, ул үҫеүсе Лос-Анджелесты һыу менән тәьмин итә. 1920 йылдарҙан Лос-Анджелеста тиҙ темп менән авиация сәнәғәте үҫешә башлай һәм киностудиялар асыла башлай. 1932 йылда ҡала Олимпия уйындарын ҡабул итә.

 
Лос-Анджелеста нефть вышкалары (1896)

Икенсе донъя һуғышы ҡала үҫешенә яңы импульс бирә. Был осорҙа ҡалаға нацизмдан ҡасып, Германиянан күп кенә фән, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре күсенә (улар араһында Лион Фейхтвангер, Томас Манн, Фриц Ланг, Бертольд Брехт һ.б.). 1942 йылда Лос-Анджелестың япон сығышлы меңләгән халҡы ҡала ситенә ябыҡ лагерҙарға сығарыла. Интернирлау хөкүмәттең президент Франклин Рузвельт ҡул ҡуйған 9066-сы ҡарарына ярашлы үткәрелә[10].

 
Лос-Анжелестың көньяғында Вермонт-авеню

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ҡала ныҡ үҫешә; күп һанлы транспорт тармаҡтары, бейек йорттар төҙөлә. 1970 йылға ҡаланың үҙәк өлөшө бушап ҡына ҡалмай, халыҡ әйтмешләй «ят һәм хатта дошмандарса» була башлай. Лос-Анджелесҡа ҡарата «суперҡала прототибы», «автопия» (автотранспорт хәрәкәте өсөн генә бүлеп бирелгән зона) кеүек билдәләмәләр ҡулланыла[11].

1968 йылдың 5 июнендә Лос-Анджелеста АҠШ президентлығына кандидат һәм сенатор Роберт Кеннеди — 1963 йылдың ноябрендә үлтерелгән АҠШ-тың 35-се президенты Джон Кеннедиҙың ҡустыһы атып үлтерелә.

1984 йылда Лос-Анджелеста ҡабаттан йәйге Олимпиада үткәрелә, социалистик лагерь илдәре унда ҡатнашыуҙан баш тарта.

1992 йылда Лос-Анджелеста күмәк сыуалыштар була, 1960 йылдарҙа иң ҙуры, ул афроамериканды туҡмауҙа тотолған, әммә судта аҡланған дүрт аҡ полицейский өҫтөнән процесс арҡаһында килеп сыға. Тәртипһеҙлектәрҙә милли дошманлыҡ та урын таба: төркөмдөң төп ҡорбандары корейҙарҙың кибетселәре була. Бөтәһе 55 кеше үлә һәм 2 мең кеше яралана. Алты көн сыуалыштарҙан һуң ҡалаға армия подразделениелары индерелә, 10 меңдән ашыу кеше ҡулға алына[12][13] 1994 йылда ҡалала емергес ер тетрәү була, унан күп йорттар һәм ҡала инфраструктураһы объекттары зыян күрә[14]. Ошо ваҡиғаларҙан һуң Һолливуд һәм Лос-Анджелестан Сан-Фернандо үҙәнен Лос-Анджелестан айырырға теләү хәрәкәте көсәйә, әммә 2002 йылғы дөйөм тауыш биреүҙәр был планға тормошҡа ашыуға мөмкинлек бирмәй[15].

XX быуат аҙағы — XXI быуат башында ҡаланың күп кварталдары (улар араһында Һолливуд, Сильвер-Лейк, ҡаланың үҙәк өлөшө, Корея кварталы) реконстукциялана[16].

Географияһы

үҙгәртергә
 
Лос-Анджелесҡа күренеш

Ҡала Санта-Моника ҡултығына йәнәш ятҡан һәм Сан-Габриель, Сан-Моника һәм Санта-Ана тауҙары менән уратып алынған яр буйы уйһыулығында урынлашҡан. Лос-Анджелестың георгафик координаталары: 33°56′ с. ш. 118°24′ з. д.HGЯO.

АҠШ халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Лос-Анджелестың дөйөм майҙаны 1290,6 км² тәшкил итә, шул иәҫптән 1214,9 км² — ҡоро ер һәм 75,7 км² — (5,86 %) һыу биләй. Ҡаланың максималь оҙонлоғо төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай 71 км тәшкил итә, көнсығыштан көнбайышҡа ҡарай — 47 км, ҡала сиктәренең оҙонлоғо — 550 км. Ҡала биләмәһе АҠШ-тың континенталь өлөшөндә майҙаны буйынса туғыҙынсы булып тора Джуно, Аляска һәм Гавайя штатының Гонолулу ҡалаларын тыш). Оло Лос-Анджелес (агломерация) Вентура һәм Сан-Бернардино ҡалалары араһында 200 км тиерлек һуҙыла.

Лос-Анджелестың иң юғары нөктәһе — Апалы-һеңлеле Элси түбәһе (1548 м)[17]. Ҡаланың иң ҙур йылғаһы — Лос-Анджелес йылғаһы, Сан-Фернандо үҙәнендә үҙ башланғысын ала (күп өлөшөндә яһалма бетон үҙәндә аға, ҡоролоҡ ваҡытында кибә).

 
Лос-Анджелестың рәсми сәскәһе — король стрелицияһы

Ҡала районында тәбиғәт зоналарының (пляждар, дюндар, һаҙлыҡтар, тауҙар, ҡалҡыулыҡтар, йылғалар) күплеге биология берләшмәләренең күп төрлөлөгөнә шарттар булдыра. Лос-Анджелесты сәскә атыусы үҫемлектәр менән башлыса ҡоролоҡло субтропик һирәк урмандар уратып ала. Шуның менән бергә ландшафтың саманан тыш урбанизацияһы ҡала ситендә һәм уның тирә-яғында күп биологик тәрҙәрҙең таралыуының кәмеүенә һәм юҡҡа сығыуына килтерә. Лос-Аджелестың урамдарында, баҡсаларында һәм скверҙарында күп һанлы һирәк осрай торған һәм декоратив үҫемлектәр ултыртылған, улар араһында пальмаларҙың күп төрҙәре һәм камелиялар һ.б. бар.

Геологияһы

үҙгәртергә

Лос-Анджелес ҡалаһы буйлап тиерлек Сан-Андреас һәм Пунте-Хиллс сатнаған урындары һуҙылған, ҡала әүҙем сейсмик зонала урынлашҡан[18]. Һуңғы емергес ер тетрәү 1994 йылда була, уның эпицентры Сан-Фернандо үҙәненең төньяҡ өлөшөндә урынлаша. Лос-Анджелеста күмәк сыуалыштарҙан ике йыл үткәндән һуң, күп миллиард һумлыҡ матди зыян килтергән был һәләкәт, Калифорния халҡы өсөн ысын мәғәнәһендә ауыр кисереш була.

Башҡа ер тетрәүҙәр был төбәктә XX быуатта 1933, 1971 һәм 1987 йылдарҙа була. Нисек кенә булмаһын, ҡала районында үткән башҡа ер тетрәүҙәр йомшаҡ һелкенеүҙәр кеүек һиҙелә (ҙур булмаған тирбәлеүҙәр сейсметрҙар тарафынан көн һайын тиерлек теркәлә).

Оло Лос-Анджелес райондары

үҙгәртергә

Лос-Анджелес ҡала географтары менән хәҙерге Америка метрополисының өлгөһө булараҡ ҡарала. Автомобиль транспорты үҫеше менән, Лос-Анджелестың ҡала төҙөлөшө моделе XIX быуатта өҫтөнлөк иткән Чикаго моделен алмаштыра.

Лос-Анджелесҡа беренсе сиратта ҡала үҙәгенең булмауы хас. Тарихи үҙәге Ла-Плаза булһа ла, «ҡала үҙәгендә» бейек йорттар туплана, административ функциялар бер-береһенән алыҫ булған райондар араһында бүленә. Ҡаланың күп кенә райондары Лос-Анджелес составына ингән айырым ҡалалар була. Бер нисә юлдаш-ҡала бар (шулай уҡ бөтә яҡтан Лос-Анджелес территорияһы менән уратып алынған ҡала-анклавтар), уларҙың халҡы Лос-Анджелес халҡына инә.

 
Санта-Моника пляжы

Лос-Анджелес территорияһында бөтәһе 80 район бар[19], уларҙың иң ҙурҙары:

  • Даунтаун;
  • Үҙәк;
  • Көнсығыш Лос-Анджелес;
  • Көньяҡ Лос-Анджелес;
  • Саут-Бей һәм Гавань (South Bay/Harbor);
  • Һолливуд; (Hollywood)
  • Мид-Вилшир;
  • Вестсайд (ул Сан-Фернандоны үҙ эсенә ала;
  • Терминал утрауы.
 
Оушн-авеню пляжы эргәһендәге пальмалар

Шулай уҡ донъяла күләме буйынса икенсе булған яхталар өсөн «Марина» пристанын билдәләп китергә мөмкин. Бухтаның майҙаны бер километрҙың яртыһынан саҡ ҡына кәмерәк, Марина дель Рей районында урынлашҡан. Яр буйҙары һәм күп һанлы ярымутрауҙар буйлап бухтала күп торлаҡ һәм офис комплекстары, ҡунаҡханалар, парктар, йәйәү йөрөү урындары һәм ресторандар урынлашҡан. Марина дель Рей ҙурлығы буйынса тик Дубай Маринаһынан ғына ҡалыша. «Дель Рей» Маринаһы 20 быуаттың алтмышынсы йылдарында төҙөлә, 1965 йылдың 10 апрелендә асыла.

 
Маркартур исемендәге парк

Ҡала субтропик климат зонаһында урынлашҡан. Яуым-төшөм режимы буйынса ул урта диңгеҙ климатына оҡшаған, әммә температура режимы буйынса бөтә 12 ай уртаса +14 °C дауам итә, шуға күрә тропик климатҡа ҡарай. Ҡала өсөн эҫе ҡоро миҙгел, яуым-төшөмдәрҙең тулыһынса тиерлек булмауы, шулай уҡ күп яуым-төшөмдәр менән һалҡын дымлы миҙгел хас. Тымыҡ океан яғынан иҫеүсе бриздар арҡаһында яр һыҙатына йәнәш булған ҡала райондарында климат, мәҫәлән, Сан-Фернандо үҙәне кеүек континенталь район менән сағыштырғанда, йәй һалҡынсараҡ һәм ҡышын йылыраҡ була.

Көндөҙгө температура йәй +32 °C юғары булыуы мөмкин, ә уртаса максималь температура ғәҙәттә районда +29 °C була; уртаса минималь төнгө температура районда — +18 °C. Ҡыш көндөҙ уртаса максималь температура +21 °C, уртаса минималь төнгө температура +8 °C тәшкил итә. Күҙәтеүҙәр ваҡытында теркәлгән юғары температура +48,33 °C (2006 йылдың 22 июле), минималь температура 1989 йылдың ҡышында күҙәтелгән: −7,8 °C.[20]

Ямғырҙар бигерәк тә ҡыш һәм яҙғы айҙар өсөн хас (февраль — иң дымлы ай). Лос-Анджелеста уртаса йыллыҡ яуым-төшөм 379 мм (яум-төшөмдәр менән уртаса көндәр һаны — 35)[20]. Ҡар ҡала сиктәрендә һирәк яуа, шул уҡ ваҡытта Лос-Анджелесты уратып алған тауҙар ҡар менән даими ҡаплана. Климат шарттары арҡаһында ҡайһы бер көндәрҙә Лос-Анджелеста бер үк көндә тау саңғыһы спорты һәм сёрфинг менән шөғөлләнергә була[21][22].

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 32,7 35,0 36,6 41,1 38,3 44,4 42,2 40,5 45,0 42,2 37,2 31,1 45,0
Уртаса максимум, °C 20,3 20,6 20,8 22,8 23,8 25,8 28,6 29,3 28,6 26,0 22,8 20,0 24,2
Уртаса температура, °C 15,1 15,6 16,5 17,9 19,4 21,2 23,5 24,0 23,3 20,8 17,4 14,7 19,1
Уртаса минимум, °C 9,8 10,6 11,6 13,0 15,0 16,6 18,5 18,7 18,2 15,7 12,0 9,5 14,1
Абсолют минимум, °C 1,6 1,1 3,8 4,4 10,0 9,4 13,8 14,4 12,2 8,8 3,8 0,5 0,5
Яуым-төшөм нормаһы, мм 79 96 61 23 6 2 0 1 6 16 26 59 379
Һыу температураһы, °C 14 14 15 18 19 21 23 24 23 20 16 15 15
Сығанаҡ: NWS, World Climate Guide

Ҡала идаралығы

үҙгәртергә
 
Муниципалитет бинаһы

Ҡала идаралығы органдары үҙ эсенә мэрҙы һәм ҡала советын ала. Әлеге мәлдә мэр посын Эрик Гарсетти биләй, ул был постҡа тәүге тапҡыр 2013 йылда һайлана һәм 2017 йылда яңынан һайлана[23]. Ҡала советы 15 ағзанан тора, уны ҡаланың 15 район халҡы һайлай. Шулай уҡ Лос-Анджелес халҡы City Attorney (2019 йыл апреленә — Майк Фэуер һәм ҡала контролёрын (Рон Галперин) һайлай.

Тәртип өсөн яуап биргән төп учреждение Лос-Анджелес ҡалаһының полиция департаменты тора. Шул уҡ ваҡытта ҡалала тағы бер нисә полиция структураһы бар: The Office of Public Safety, Порт, Мәктәп һәм Аэропорт полицияһы муниципаль объекттарҙа хәүефһеҙлек өсөн яуаплы.

Урындағы үҙидара ҡалала 1999 йылдан һайлау нигеҙендә кварталь советтар тарафынан башҡарыла (улар бөтәһе 86). Кварталь советтар фактик власҡа эйә түгел һәм уларҙың ҡарарҙары күп осраҡта тәҡдим итеү характерында, шулай ҙа улар рәсми власть органдары булып тора.

Население Лос-Анджелеса
по годам[1][24]
1890 50 395
1900 102 479
1910 319 198
1920 576 673
1930 1 238 048
1940 1 504 277
1950 1 970 358
1960 2 479 015
1970 2 816 061
1980 2 966 850
1990 3 485 398
2000 3 694 820
2005 3 844 829
2006 4 097 340
2009 3 831 868

2006—2008 йылдар өсөн статистик отчетҡа ярашлы[25][26], ҡалала 3 749 058 кеше иҫәпләнгән, 1 275 534 йорт хужалығы һәм 778 991 ғаилә (2009 йылдың 1 июленә — 3 831 868 кеше[1]). Халыҡтың тығыҙлығы, шулай итеп квадрат километрға 2904,9 кеше тәшкил иткән. Ҡала халҡының раса составы: 49,5 % — аҡ тәнлеләр, 9,9 % — афроамерикандар, 0,6 % — индеецтар, 10,4 % — азиаттар, 0,2 % — Тымыҡ океан турауҙарының төп халҡы вәкилдәре, 26,5 % — башҡа раса вәкилдәре. Халыҡтың 48,4 % үҙенең сығышын латинамериканлы тип билдәләй. Лос-Анджелеста АҠШ ҡалалары араһында Азия һМ Латин Америкаһы халҡының иң күп диапораларының береһе йәшәй. Ҡалала шулай уҡ ҙур әрмән диаспораһы бар.

Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, ҡалала иң киң таралған телдәр — инглиз теле һәм испан теле. 40,2 % 43,6 % ярашлы халыҡ уларҙы үҙҙәренең туған теле тип иҫәпләй. Башҡа һинд-европа телдәрен туған тел сифатында 7,0 % халыҡ, башҡа телдәр — 9,2 % респондентар һанай.

Халыҡтың йәш составы: 27,8 % — 20 йәштән йәш, 23,7 % — 20 йәштән алып 34 йәш, 15,9 % — 35 йәштән алып 44 йәш, 13,2 % — 45 йәштән алып 54 йәш, 9 % — 55 йәштән алып 64 йәш һәм 10,2 % — 65 йәштән алып һәм өлкәнерәктәр. Уртаса йәш — 33,9 йәш. Халыҡ араһында ҡатын-ҡыҙҙарҙан 18 йәштән алып өлкәнерәктәр 50,5 % әтшкил итә, 65 йәштән алып һәм өлкәнерәктәр — 58,3 %[25].

Ҡаланың 21,1 % халҡы юғары белемле. 2006 йыл башы мәғлүмәттәре буйынса, Лос-Анджелеста 48 мең йортһоҙ иҫәпләнә. Лос-Анджелес округында йорттары булмаған кешеләрҙең дөйөм һаны 82 мең тәшкил итә. Билдәләүҙәренсә, Лос-Анджелес "Америка һуҡбайҙары башҡалаһы"ның күңелһеҙ факты менән дан тота[27].

 
Ҡытай кварталында Сунь Ятсенға монумент

Иҡтисады

үҙгәртергә
 
Ҡаланың эш үҙәгендә
 
U.S. Bank Tower

Лос-Анджелес — АҠШ Көнбайышындағы эре сәнәғәт һәм иҡтисади үҙәк[28]. Ҡаланың иҡтисади үҫешен тәьмин иткән төп сәнәғәт тармаҡтары булып халыҡ-ара сауҙа, теле- и киносәнәғәте, хәрби, авиация-космос, нефть эшкәртеү, электротехник, автомашиналар йыйыу, приборҙар төҙөү, аҙыҡ-түлек сәнәғәте тора. Биотехнологиялар әүҙем үҫешә. Нефть сығарыу үҫешкән. Иҡтисадтың башҡа ҙур тармаҡтары: финанс, телекоммуникациялар, медицина, транспорт, туризм (был тармаҡта Оло Лос-Анджелес халҡы иҫәбенән ярты миллиондан артыҡ кеше шөғөлләнә), шулай уҡ күңел асыу индустрияһы һәм мәҙәниәт[28].

Лос-Анджелеста донъяның төп рейтингтарына ингән компанияларҙың (Forbes Global 2000 һәм Fortune 500) —Occidental Petroleum (нефть һәм газ сәнәғәте), Reliance Steel & Aluminum[en] (металлургия), CBRE Group[en] (күсемһеҙ милек), Health Net[en] (медицина һәм финанс хеҙмәттәре), City National Bank[en] (финанс хеҙмәттәре), KB Home[en] (төҙөлөш) штаб-фатирҙары урынлашҡан. Бынан тыш, ҡалала Twentieth Century Fox, Paramount Pictures, Guess, Belkin һ.б. кеүек билдәле корпорацияларҙың штаб-фатирҙары урынлашҡан.[29] .

Эре компанияларҙың штаб-фатирҙарҙың тағы ла күберәк һаны юлдаш-ҡалаларҙа урынлаша, унда түбән һалым ставкалары мегаполистың яҡын булыу өҫтөнлөгө менән берләшә; ундай компаниялар араһында The Walt Disney Company (Бербанк), DirecTV (Эль-Сегундо), Edison International[en] (Роузмид), Health Care Property Investors[en] (Лонг-Бич), Public Storage[en] (Глендейл), Mattel (Эль-Сегундо), Jacobs Engineering Group[en] (Пасадена]]), Hilton Hotels (Беверли-Хиллз), Warner Bros. (Бербанк), Sony Pictures Entertainment һәм Columbia Pictures (Калвер-Сити), DreamWorks (Юнивёрсал-Сити), Sea Launch (Лонг-Бич), Universal Music Group һәм Activision (Санта-Моника). Шуныһы ҡыҙыҡ: Лос-Анджелес донъя кинематоргафының баш ҡалаһы тип иҫәпләнһә лә, тик эре студияларҙың береһе генә Һолливудта фильм төшөрә (Paramount Pictures). Башҡа компаниялар Лос-Анджелес ҡалаһы янына сығарылған (Бербанк, Калвер-Сити һәм Глендейл).

Лос-Анджелес — күп кенә халыҡ-ара күргәҙмәләр үткәреү урыны, улар араһында Electronic Entertainment Expo («E3»), Greater Los Angeles Auto Show (халыҡ-ара автокүргәҙмә тип атала). Ҡаланың иң ҙур күргәҙмә комплексы Los Angeles Convention Center булып тора.

Ҡалала иҡтисади әүҙемлеккә ҡайһы бер тәбиғи ресурстарҙың, айырым алғанда, урындағы һыу сығанаҡтарының етешмәүе эҙемтә бирә. Бөгөнгө көнгә Лос-Анджелес районын өс акведук хеҙмәтләндерә: беренсеһе һыуҙы 544 км алыҫлыҡтан ташый (Оуэнс үҙәненән), икенсеһе — 389 км алыҫлыҡтан (Колорадо йылғаһынан), ә өсөнсөһө — 714 км алыҫлыҡтан (Сакраменто йылғаһы дельтаһынан). Ҡалаға шулай уҡ электроэнергия етешмәй.

Киң мәғлүмәт саралары

үҙгәртергә

Ҡаланың төп көндәлек гәзите The Los Angeles Times — АҠШ-та иң йоғонтоло һәм уҡыла торған гәзит (көндәлек сығарылыш данаһы 773,9 мең, 2008 йылда илдә дүртенсе урында)[30]. Унан тыш ҡалала күп башҡа ҡала һәм төбәк гәзиттәре, журналдары һәм ваҡытлы баҫмалар сыға, улар араһында L.A. Weekly, L.A. City Beat, Los Angeles magazine, Los Angeles Business Journal, The Hollywood Reporter һәм Variety (шоу-бизнес тураһында баҫмалар), The Planning Report, Los Angeles Downtown Newsһ.б. Локаль гәзит һәм журналдар Лос-Анджеелстың төрлө райондарында һәм уның ҡала яны райондарында баҫылып сыға. Матбуғаттан тыш инглиз һәм испан телендә төрлө иммигрант төркөмдәрҙең тормошон сағылдырған баҫма матбуғат сыға (корей, фарсы, рус[31], япон һәм башҡа телдәрҙә).

 
Сансет-Стрип

Лос-Анджелес — АҠШ-та телевидениеның мөһим төбәге, ул телетапшырыуҙар менән тәьмин ителгән йорттар һаны буйынса Нью-Йорктан ҡала икенсе урында тора. Ҡалала күп эфир һәм кабель телеканалдары бар, улар араһында: KABC-TV 7 (ABC), KCBS 2 (CBS), KNBC 4 (NBC), KTTV 11 (FOX), KTLA 5 (The CW); тапшырыуҙар системаһына ингән дүрт канал PBS: KVCR 24, KCET 28, KOCE 50 и KLCS 58, KCAL 9 (CBS Corporation). Испан телендә һәм башҡа телдәрҙә тапшырыуҙар алып барған бер нисә телеканал (KNLA-LP 27, KRCA 62).

Лос-Анджелес — АҠШ-та юғары һәм урта махсус белем алыуҙың мөһим үҙәге. Ҡалалағы һәм уның янындағы иң билдәле юғары уҡыу йорттары араһында[32]:

  • Калифорния университеты
  • Калифорния штаты университеты
  • Калифорния технология институты
  • Көньяҡ Калифорния медицина университеты
  • Сәнғәт һәм дизайндың Отис колледжы
  • Америка кино институты
  • Көньяҡ Калифорния архитектура институтыы
  • һәм башҡалар.

Ҡалала урта мәктәптәр (уҡыусыларҙың дөйөм һаны 2009 йылға 800 меңдән ашыу[33]) һәм кеше эшмәкәрлегенең мөһим өлкәләрендә белем алырға мөмкинлек биргән колледждар күп.

Архитектура һәм иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә
 
Фуникулёр «Энджелс Флайт»

Лос-Анджелес — етәһе йәш ҡала, һәм уның территорияһында бөтә донъяға билдәле булған архитектура ҡомартҡылары юҡ. Ҡала үҙәгендә XX быуаттың беренсе яртыһы өсөн хас булған «арт-деко» стилендә бер нисә бина бар.

Ҡала өсөн даими пландаштырыу һәм төҙөлөштөң түбән тығыҙлығы хас — халыҡтың күп өлөшө шәхси йорттарҙа һәм виллаларҙа йәшәй[34]. Бейек йорттар үҙәк өлөштә тупланған (1956 йылға тиклем закон 45 м ашыу йорттар төҙөргә рөхсәт итмәй), һәм 2015 йылға ҡарата Калифорнияның иң бейек 12 йортонан 10 йорто тап Лос-Анджелеста урынлашҡан. Хәҙерге архитектура торлаҡ, коммерция һәм производство биналарының ҙур төрлөлөгөнән ғибәрәт, улар араһында Фрэнк Гериҙың (Уолт Диснейҙың концерт залы, Калифорния авиакосмос музейы һ.б.), афроамерикан архитекторы-новаторы Пол Уильямстың, Том Мейндың, Эрик Мосстың һәм башҡа билдәле архитекторҙарҙың эштәре бар.

 
«Уоттс-Тауэрс»

Ҡалала тарихи үҙәк юҡ — Лос-Анджелес үҙенең тарихы һәм иҫтәлекле урындары булған айырым райондарҙан тора. Шуның менән бергә ҡала ҡунаҡтары уның урамдарында күп ҡыҙыҡлы нәмәләр күрә ала. Туристарҙы йәлеп иткән төп урындар араһында[35][36]:

  • Голливуд (ингл. Hollywood) һәм уның киностудиялары, уларҙың күбеһендәға арналған киноэкспозициялар ойошторолған, Голливуд бульвары — Голливуд «Дан аллеяһы», (уның тротуарҙарында 1960 йылдан алып киноактерҙарҙың, шулай уҡ телевидение, грамзапись һәм театр эшмәкәрҙәренең исемдәре менән йондоҙҙар уйыла.
  • Боронғо Мексика урамы Олвера-стрит (ингл. Olvera Street) — Лос-Анджелес үҙәге өлөшөнөң быяла һәм бетон араһында боронғолоҡ мөйөшө.
  • Уилшир бульвары (ингл. Wilshire Boulevard), ҡала үҙәгенән океанға тиклем 24 км һуҙылған, һәм уның «Мөжизәләр миляһы» кеүек билдәле үҙәк өлөшө ресторандар, төнгө клубтар менән тулған.
  • Чайнатаун — мегаполис үҙәгендә Көнсығыштың бәләкәй мөйөшө.
  • Фуникулёр «Эйнджелс Флайт[en]» (ингл. Angels Flight, «Фәрештәләр осошо»), ҡайһы саҡта уны «донъялағы иң ҡыҫҡа тимер юлы» тип атайҙар. 1901 йылда төҙөлгән, 1969 йылда ябыла, 1996 йылда тергеҙелә, 2001 йылдың 15 мартында авария менән бәйле туҡтатыла.
  • U.S. Bank Tower — 310 м бейеклектәге иң бейек йорт, донъяла иң бейек ҡоролма, АҠШ-та Чикагонан көнбайышҡа ҡарай иң бейек бина.
  • Күргәҙмәләр паркы, уның территорияһында «Колизей» стадионы урынлашҡан (95 мең урынлыҡ), унда 1932 һәм 1984 йылда Олимпия уйындары үтә, тәбиғи тарих музейҙары, аэрокосмос, фәнни-сәнәғәт, Афроамерика музейы һ.б. урынлашҡан.
  • Планетарий менән Гриффит обсерваторияһы, шул уҡ исемле паркта урынлашҡан (АҠШ-тың иң ҙур ҡала паркы).
  • Лос-Анджелес зоопаркы, шулай уҡ Гриффит паркы территорияһында урынлашҡан.
  • Яр буйы Малибуйы, Лонг-Бич, Манхэттен-Бич, Редондо-Бич һәм сағыштырмаса йылы һәм таҙа һыуы менән пляждар
  • Уоттс башнялары, шулай уҡ Симон Родиа башнялары исеме аҫтында билдәле) — кафель, керамика, шешәләр, ҡабырсаҡтар менән биҙәлгән 17 декоратив ҡорос башня.
  • «Венис» (ингл. Venice) — ҡаланың көнбайышындағы район, үҙенең пляждары һәм каналдары менән билдәле.
  • Вилшир бульварында темпель — Лос-Анджелестың боронғо реформистик синагогаһы, 1862 йылда төҙөлгән.

Лос-Анджелес эсендә административ үҙаллы Беверли-Хиллз ҡалаһы урынлашҡан, ул билдәле Голливуд актерҙарының һәм киноиндустрия магнаттарының айырым ҡупшы йорттары менән дан тота.

Туғандаш ҡалалар

үҙгәртергә

Лос-Анджелес түбәндәге туғандаш ҡалаларға эйә[37]:

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 ҙуры иs/tables/SUB-EST2009-01.csv Annual Estimates of the Resident Population for Incorporated Places Over 100,000, Ranked by July 1, 2009 Population: April 1, 2000 to July 1, 2009 (CSV). Бюро переписи населения США (1 июль 2009). Дата обращения: 3 май 2011. Архивировано 24 август 2011 года.
  2. Angeleno. The Free Dictionary. Дата обращения: 1 март 2011.
  3. The World According to GaWC 2008. Globalization and World Cities Study Group and Network, Loughborough University. Дата обращения: 1 март 2011. Архивировано 23 август 2011 года.
  4. Inventory of World Cities. Globalization and World Cities (GaWC) Study Group and Network. Дата обращения: 1 март 2011. Архивировано 24 август 2011 года.
  5. THE FIRST VOFAGE to the COASTS OF CALIFORNIA. — San Francisco, 1853, стр. 9
  6. IN MEMORY OF JUAN RODRIGUEZ CABRILLO WHO GAVE THE WORLD CALIFORNIA. — CHULA VISTA, CALIFORNIA, 1913.
  7. 7,0 7,1 The History of Los Angeles County California. Архивировано 25 сентябрь 2007 года. 2007 йыл 25 сентябрь архивланған. // laavenue.com  (Тикшерелеү көнө: 23 ноябрь 2010)
  8. Mulholland, Catherine, William Mulholland and the Rise of Los Angeles (Berkeley: University of California Press, 2000): 15.
  9. The Story of Oil in California (недоступная ссылка — история). Priweb.org (25 июнь 1921). Дата обращения: 23 ноябрь 2010. Архивировано 24 август 2011 года. 2011 йыл 4 сентябрь архивланған.
  10. Transcript of Executive Order 9066: Resulting in the Relocation of Japanese (1942) // ourdocuments.gov  (Тикшерелеү көнө: 23 ноябрь 2010)
  11. Американцы: Демократический опыт: Пер. с англ. /Под общ, ред. и с коммент. В. Т. Олейника. — М.: Изд. группа «Прогресс» — «Литера», 1993. — 832 с.
  12. Кирилл Новиков. Блюстители произвола // «Деньги», № 44 (651) от 12.11.2007  (Тикшерелеү көнө: 23 ноябрь 2010)
  13. David Whitman. The Untold Story of The LA Riot // usnews.com  (Тикшерелеү көнө: 23 ноябрь 2010)
  14. Reich, Kenneth, «Study Raises Northridge Quake Death Toll to 72», Los Angeles Times 20 December 1995: B1.
  15. City of Los Angeles Secession Votes – 2002 (недоступная ссылка — история). Laalmanac.com. Дата обращения: 23 ноябрь 2010. Архивировано 24 август 2011 года. 2008 йыл 7 август архивланған.
  16. David Zahniser. Welcome to Gentrification City 2011 йыл 20 август архивланған. // laweekly.com  (Тикшерелеү көнө: 23 ноябрь 2010)
  17. Mount Lukens, or Sister Elsie Peak (mountain, Los Angeles, California, United States) - Britannica Online Encyclopedia (недоступная ссылка — история). Original.britannica.com. Дата обращения: 13 октябрь 2008. Архивировано 24 август 2011 года.(недоступная ссылка)
  18. San Andreas Fault Set for the Big One. Physorg.com (21 июнь 2006). Дата обращения: 23 ноябрь 2010. Архивировано 24 август 2011 года.
  19. L.A. neighborhoods, you’re on the map // latimes.com  (Тикшерелеү көнө: 1 март 2011)
  20. 20,0 20,1 Weatherbase: Historical Weather for Los Angeles, California, United States of America 2012 йыл 11 ғинуар архивланған. // weatherbase.com  (Тикшерелеү көнө: 1 март 2011)
  21. Rasmussen, Cecilia We're Not in Kansas, but We Do Get Twisters – Los Angeles Times. Articles.LATimes.com (10 март 2005). Дата обращения: 8 ғинуар 2009.
  22. Burt, Christopher. Extreme Weather: A Guide and Record Book. New York: Norton, 2004: 100.
  23. The Mayor of the City of Los Angeles. Архивировано 28 август 2011 года. 2011 йыл 28 август архивланған. // mayor.lacity.org  (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2011)
  24. COMPSTAT / Citywide Profile
  25. 25,0 25,1 Los Angeles city, California — ACS Demographic and Housing Estimates: 2006—2008(недоступная ссылка) Ҡалып:Архивировано // factfinder.census.gov  (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2011)
  26. Los Angeles city, California — Selected Social Characteristics in the United States: 2006—2008 2020 йыл 11 февраль архивланған. Ҡалып:Архивировано // factfinder.census.gov  (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2011)
  27. Газета «Жэньминь жибао» онлайн 2013 йыл 17 июнь архивланған.
  28. 28,0 28,1 Los Angeles: Economy // city-data.com  (Тикшерелеү көнө: 1 март 2011)
  29. The World's Biggest Companies (ингл.). Forbes.com LLC (18 апрель 2012). Дата обращения: 20 декабрь 2012. Архивировано 23 декабрь 2012 года.
  30. 2008 Top Newspapers, Blogs & Consumer Magazines. Архивировано 16 сентябрь 2012 года. 2012 йыл 16 сентябрь архивланған. // burrellesluce.com  (Тикшерелеү көнө: 1 март 2011)
  31. «Эхо Недели»
  32. Лос-Анджелес. Экскурсии. Туризм CША. Дата обращения: 12 февраль 2011. Архивировано 2 март 2011 года. 2019 йыл 24 ғинуар архивланған.
  33. School District Interactive Tables — U.S. Census Bureau. Архивировано 24 апрель 2011 года. // census.gov  (Тикшерелеү көнө: 1 март 2011)
  34. Недвижимость Лос-Анджелеса. Дата обращения: 12 февраль 2011. Архивировано из оригинала 18 октябрь 2011 года. 2011 йыл 18 октябрь архивланған.
  35. Достопримечательности городов США. Дата обращения: 12 февраль 2011. Архивировано из оригинала 30 ғинуар 2012 года. 2012 йыл 30 ғинуар архивланған.
  36. Достопримечательности Лос-Анджелеса 2012 йыл 27 ғинуар архивланған.
  37. Список городов-побратимов Лос-Анджелеса (инг.)

Ҡалып:USA-geo-stub

  NODES
HOME 1
Intern 1
os 28
web 1