Мәмлүктәр (шулай уҡ мәмелүктәр ғәр. مملوكلوك‎,‎) — урта быуат Мысыр төрки (ҡыпсаҡ[1]) һәм кавказ[2][3][4] (грузиндар[5][6][7][8] .) сығышлы ҡол егеттәрҙән рекрутлыҡҡа алынған хәрби ҡатлам. Мәмлүктәр төрки[9][10].телдәр ғаиләһенә ҡараған мәмлүк-ҡыпсаҡ телендә һөйләшкән.

Мәмлүктәр
Рәсем
 Мәмлүктәр Викимилектә
Мысыр мәмлүге традицион кейемдә. 1779 й.
Мәмлүк әрмән Рустам Раза, Наполеон Бонапарттың шәхси һаҡсыһы һәм ҡорал йөрөтөүсеһе. 1806 йылғы портреты

Егеттәр исламға мөрәжәғәт итә, ғәрәп телендә уҡыған һәм ябыҡ лагерь-интернаттарында хәрби күнекмәләр менән шөғөлләнгән. Мәмлүктәр алдынан Ғәрәп хәлифәлеге гүләмдәре булған.

Ҡыҫҡаса хронология

үҙгәртергә
  • 1250 — Мысырҙа мәмлүктәргә власть биләү насип булған. Шажар-әд Дурр — Әйүбиҙәр солтаны әсәһе заговорсылар составында булған. Айбәк, баш күтәргән әмирҙәрҙең береһе, һуңыраҡ солтан титулын ҡабул итә. Яңы элита элекке ысул менән рекрутлыҡҡа алынған: каста өсөн Алтын Урҙанан ҡолдар һатып алыу дауам иткән. Мәмлүк солтандарының ике «династия» билдәле булған: Баһри (1250—1382) һәм Бөржи (1382—1517).
  • 1260 — Ҡотдос һәм Бейбарс етәкселегендә мәмлүктәр монгол армияһын Айн-Жалут (3 сентябрь) эргәһендә ҡыйратҡан һәм,Дамаскты индереп, Сүриәне тартып алған.
  • 1261 — Ғәббәсиҙәр принцына мәмлүктәр номиналь, әммә почётлы хәлиф посын тәҡдим иткән. Ғәрәбстандың ислами изгеләре: Мәккә һәм Мәҙинә улар власы аҫтында булған.
  • 1375 — мәмлүктәргә киликий цитаделе Систы баҫып алыу һәм Киликий Әрмәнстаны батшаһы Левон V Лузиньянды, батшабикәне, ике принцессаны, католикос Погос I һәм ҡайһы бер әрмән кенәздәрен әсирлеккә алып, бының менән әрмән Киликий батшалығының[11] аҙағын билдәләп, Мысырға алып китеү форсаты сыҡҡан.
  • 1419 — мәмлүктәр Ҡараманиҙар әмирлеген буйһондорған.
 
Мөхәммәт Алиҙың 1811 йылда мәмлүктәрҙе ҡанһыҙ һуйыуы.
  • 1517 — мәмлүктәр дәүләте төрөк интервенцияһы тарафынан һындырылған, әммә улар, төрөк пашаларына буйһонһа ла, үҙҙәренең өҫтөнлөклө статусын һаҡлап ҡалыған.
  • 1769 — мәмлүктәрҙең төрөктәргә ҡаршы фетнәһе.
  • 1798 — Наполеондың француз армияһы пирамидалар янындағы ҡаты алыштарҙа, иҫкергән мушкеттар менән ҡоралланған мәмлүк атлыларын еңә.
  • 1806 — төрөк армияһы баш күтәреүсе мәмлүктәрҙе ҡыйрата.
  • 1811 йылдың 1 марты — мәмлүк күпләп ҡырыу. Мысыр пашаһы Мөхәммәт Али тантаналы киске ашҡа 600 мәмлүк бейен саҡыра һәм һаҡсыларына уларҙы ҡырырға бойора. Был ваҡиға бөтә Мысыр биләмәһендә лә мәмлүктәрҙе ҡырыуҙы башларға тигән сигнал була: 4 мең самаһы мәмлүк үлтерелә, тере ҡалғандары Суданға ҡасып киткән.

Мәмлүк солтанлығы

үҙгәртергә

XII быуатта Мысырҙа хакимлыҡ иткән Әйүбиҙәр династияһы мәмлүктәрҙе хәрби хеҙмәт үтәүгә саҡырған. 1250 йылда төрки-мәмлүк лидерҙары, Әйүбиҙәрҙе ситләтеп, Мысырҙа власты үҙ ҡулына алған. 10 йыл үткәндән һуң, солтан етәкселеге аҫтында һуғышҡан мәмлүктәр Айн-Жалут янындағы ҡаты алышта татар-монголдарҙы ҡыйратҡан. 1268 йылда улар тәре йөрөтөүселәрҙе, ә тағы ла 5 йыл үткәндән һуң — исмаили-низариттарҙы тар-мар иткән. Мәмлүк солтанлығы биләмәләре Сүриәне һәм Фәләстанды һәм Төньяҡ Африка биләмәләренең бер өлөшөн үҙ эсенә алған. Мәмлүктәр Кесе Азияның көньяғындағы Рубениҙарҙың Әрмән батшалығын юҡҡа сығарған [12].

Мәмлүктәр сөнниселек исламы яҡлы булған. Бағдад хәлифәлеген татар-монголдар ҡыйратҡандан һуң, улар ҡабаттан Ғәббәсиҙәр хәлифәлеген тергеҙгән. Әммә ысынбарлыҡта власть Ғәббәсиҙәр хәлифәлегенә түгел, ә мәмлүк солтандары ҡулында булған. Мосолмандарҙың изге ҡалалары Мәккә һәм Мәҙинә мәмлүктәр яҡлауы аҫтында булған. Мәмлүктәр осоронда солтанлыҡтың мәҙәни тормошонда күтәрелеш күҙәтелгән[12].

1516 йылда солтан Сәлим I етәкселегендәге төрөк армияһы Алеппо эргәһендәге Марж Дабик тигеҙлеге янындағы ҡаты алышта мәмлүктәрҙе тар-мар итә һәм уларҙың биләмәләрен Ғосман империяһына ҡуша. Мәмлүктәр, мысыр солтаны Мөхәммәт Али уларҙы юҡ итергә бойорғанға саҡлы, Мысырҙа абруйлы ҡатлам сифатында үҙ йоғонтоһон 1811 йылға тиклем һаҡлап ҡала [12].

Мәмлүктәр хакимлығы ике династия — Баһриттар (1250—1390) һәм Бөржиттәр (1390—1516)[12] тарафынан тормошҡа ашырылған.

Баһриттар

үҙгәртергә
Исеме Хакимлыҡ йылдары Иҫкәрмә
Шажар ад-Дурр 1250 Әл-Мәлиҡ әс-Сәлих әд-дин Әйүбәнең тол ҡатыны
Айбәк әл-Мү’изз 1250—1257 Төркмән сығышлы, мәмлүктәр араһында уны Айбәк әт-Төркмәни тип йөрөткәндәр.
Әл-Мансур Али 1257—1259 15 йәшлек Али эргәһендә ысын хакимдар булып ҡөҙрәтле әмирҙәр Санжар әл-Һаләби, солтандың атабәге, Санжар әл-Ғатми, Мысырҙа ҡалған Баһриттарҙың лидеры, һәм Айбәктең фавориты Ҡотдос әл-Мү’иззи.
Ҡотдос әл-Мозаффар 1259—1260 әл-Мү‘изз Айбәк мәмлүктәренең өлкән әмире булған, Айбәк власҡа килгәндән һуң Мысыр солтанлығының наместнигы посын биләгән.
Бейбарыҫ I әл-Бондоҡдары 1260—1277 Монгол илхандары һәм европа тәре йөрөтөүселәренә ҡаршы Фәләстанда һәм Сүриәлә уңышлы һуғыштары менән билдәле.
Сәйед Беркәхан 1277—1280 1279 йылдың авгусында тәхеттән баш тартҡан. Беркәхандың ете йәшлек ҡустыһы Саламыш, Ҡалауындың ҡурсалауы аҫтында, тәхеткә ултыртыла.
Бәҙретдин Саламыш 1280 Үҙенә солтан титулын алған Ҡалауын, бер нисә ай үтеүгә тәхеткә ултыртылған кескәй Саламышты, ҡолатҡан.
Сәйфетдин Ҡалауын 1280—1290
Әл-Ашраф Хәлил 1290—1294
Ән-Насир Мөхәммәт 1294—1295, 1299—1309, 1309—1340
Әл-Әдил Китбуға 1295—1297
Лажин әл-Мансур 1297—1299
Бейбарыҫ II әл-Жаһангир 1309
Әбү Бәкер әл-Мансур 1340—1341
Ҡужуҡ әл-Ашраф 1341—1342
Ән-Насир Әхмәт бин Яхъя (Әхмәт ән-Насир]] 1342
Исмаил әс-Сәлих 1342—1345
Шабан I әл-Камил 1345—1346
Хажжи I әл-Мозаффар 1346—1347
Ән-Насир әл-Хәсән 1347—1351, 1354—1361
Сәлих Сәләхетдин 1351—1354
Сәләхетдин Мөхәммәт әл-Мансур 1361—1363
Шабан II әл-Ашраф 1363—1376
Али әл-Мансур 1376—1382
Хажжи II әс-Сәлих 1382, 1389—1390

Бүржиттәр

үҙгәртергә
Исеме Хакимлыҡ йылдары Иҫкәрмә
Барҡуҡ аз-Заһир 1382—1389, 1390—1399 Бөржиттәр династияһына нигеҙ һалыусы, Черкесияла тыуған. 1382 й. тәхеткә ултырған. Уның хакимлығы осоронда бөтә әмир вазифалары ла черкестар ҡулында булған, шуның һөҙөмтәһе булып артабанғы барлыҡ солтандар ҙа черкестар араһынан булған. Вафаты алдынан 13 йәшлек улы Фаражды үҙенең вариҫы итеп иғлан иткән.
Фараж ан-Насир]] 1399—1405, 1405—1412 Барҡуҡтың грек ҡол ҡатын-ҡыҙынан тыуған улы. Уның хакимлығы илгә бәхетһеҙлек кенә килтергән. Төрлө мәмлүк төркөмдәренең власты ҡулға төшөрөү өсөн көрәшенән файҙаланып, Тимур 1400 й. Сүриәгә баҫып ингән, Алеппо, Хомс һәм Дамаскты яулап алған. Был ваҡиғанан һуң илдә анархия һәм власһыҙлыҡ урынлашҡан. Абдул-Азиз әл-Мансурҙың власҡа килергә маташыуы уңышһыҙ тамамланғандан һуң, баш күтәреүсе мәмлүктәр Сүриәгә ҡасҡан. Уларҙы Дамаск хөкөмдары Шәйех хеҙмәткә алған. 1406 йылдан 1412 йылға саҡлы Фараж Сүриәгә биш тапҡыр поход ойоштора, әммә барыһы ла уңышһыҙ тамамланған. Ә Ҡаһирәлә уға ҡаршы даими рәүештә заговорҙар үрелә. 1412 йылғы походтан һуң әсирлеккә төшә һәм уны үлем язаһына тарттырыу хөкөмө сығарылған. Әл-Мостаин уны ярлыҡалаған.
Абдул-Азиз әл-Мансур 1405 йылда бер төркөм мәмлүк Абдул-Азиз әл-Мансурҙы тәхеткә ултыртҡан. Уның хакимлығы бер нисә ай ғына дауам иткән. Уның яҡлылар ҡаһирә ҡәлғәһендә төпләнгән була, әммә Фараж цитаделды үҙ ҡулына алған. Абдул-Азиз әл-Мансур, Александрияға оҙатыла һәм күп тә тормай үлә.
Абул-Фадл әл-Мостаин 1412 1412 й. Фараж ән-Насир, Әл-Мостаин хәлифте үҙе менән алып, Сүриәгә сираттағы походына йүнәлгән. Солтан тар-мар ителгән һәм Дамаскта ҡамалған. Сүриәлеләр хәлифте әсир иткән һәм солтан тип иғлан иткән. Әл-Мостаин был шикле дәрәжәнән ныҡышмалы баш тартҡан.
Шәйех әл-Мүәйәд 1412—1421 Әл-Мостаин тәхеткә килеп бер нисә ай үткәндән һуң, Шәйех әл-Мүәйәд уны властан ситләштергән һәм үҙе солтан булған. Шәйех әл-Мүәйәд илдә тыныслыҡ һәм тәртип урынлаштырыуға ирешкән. После его смерти в 1421 йылда ул вафат булғандан һуң, уның тарафдаштары уның йәш ярымлыҡ улы Әхмәт әл-Мозаффарҙы солтан тип иғлан иткән.
Әхмәт I әл-Мозаффар 1421 Тәхеткә ултырғандан һуң шундуҡ әмир Татар уны ҡолатҡан һәм Шәйех әл-Мүәйәдтең ярҙамсыларын язаларға ҡушҡан.
Татар әз-Заһир 1421 Тәхеткә килеп с ай үеүгә Татар әз-Заһир сирләй һәм үлә. Тәхетте үҙенең 10 йәшлек улы Мөхәммәткә тапшыра I.
Мөхәммәт I әс-Сәлих 1421—1422 Атаһы үлгәндән һуң тәхеткә ултырған. Солтан һарайы идарасыһы Барыҫбой тарафынан 1422 йылда ҡолатылған.
Барыҫбой әл-Ашраф 1422—1438 Мөхәммәт I әс-Сәлихте ҡолатҡан. Ҡомһоҙ, ҡабынып китеүсән һәм миһырбанһыҙ хаким булған. Тәре йөрөтөүселәрҙең өсөнсө походынан һуң улар ҡулында тотолған Кипрға өс экспедиция ойошторған. Уның хакимлығының һуңғы йылдарында Мысыр халҡын тағун сире ҡырған, ҡоролоҡ, саранча ябырылыуы һәм аслыҡ булған.
Йософ әл-Азиз 1438 1438 й. улы Йософҡа тәхетте васыят итеп, Барыҫбой вафат булған. Шул уҡ йылда үҙенең ҡурсыуға алыусыһы Жаҡмаҡ уны тәхеттән төшөргән.
Жаҡмаҡ әз-Заһир 1438—1453 Йософ әл-Азизды тәхеттән төшөргән. Сүриәләге бөтә болаларҙы ла баҫтырған, бынан һуң Родосҡа ҡаршы һуғыш башлаған. 1453 й. 80 йәшендә вафат булған .
Усман әл-Мансур 1453 Жаҡмаҡтың улы. Рәхимһеҙ, аңра һәм хирес хаким булған. Мәмлүк ихтилалы һөҙөмтәһендә ҡолатылған.
Инал әл-Ашраф 1453—1461 1453 й. мәмлүктәр болаһы Усман әл-Мансурҙы ҡолатҡан һәм Родосҡа ҡаршы һуғышта мысыр флоты менән командалыҡ иткән Инал әмирҙе солтан итеп иғлан иткәндәр. Уның хакимлыҡ иткәнендә солтан әсирҙәре үҙ теләктәре менән бөтә юғары чиновниктарын тәғәйенләгәндәр һәм урындарынан төшөргәндәр.
Әхмәт II әл-Мүәйәд 1461 Инал әл-Ашрафтың улы. Бер нисә ай хакимлыҡ иткәндән һуң мәмлүктәр тарафынан ҡолатылған.
Һушкадам әз-Заһир 1461—1467 Әхмәт II әл-Мүәйәдте ҡолатҡандан һуң, мәмлүктәр тәхеткә быға тиклем солтан домены менән идара иткән грек Һушкадамды ҡуйған. Ул юҡтан шикләнеүсән, ҡурҡаҡ булған. Үҙенең дошмандары башына үлтереш, ғазаплау һәм күмәк халыҡ алдында экзекуциялар ташҡынын яуҙырған.
Билбай әз-Заһир 1467—1468 Һушкадам әз-Заһирҙың вафатынан һуң власҡа килгән. Мәмлүктәрҙең ыңғайына йөрөүсеһе булып хеҙмәт иткән.
Тимербуға әз-Заһир 1468 Билбай әз-Заһир вафат булғандан һуң власҡа килгән. Мәмлүктәр ҡулында уларҙың ыңғайына йөрөүсеһе булып хеҙмәт иткән.
Ҡәйетбай әл-Ашраф 1468—1496 1468 йылда власҡа килгән. Ул шәфҡәтһеҙ, аҡыллы һәм алдан күреүсән булған. Уның хакимлығы осоронда, 1485 йылда, кесе азия территорияларында барған төрөктәр менән тәүге һуғыш башланған. Ике алышта ла отҡан һәм 1491 й. һәм, төрөктәр Альбистан һәм Киликияға дәғүә итмәүен белдергән, Мысыр өсөн уңайлы тыныслыҡ килешеүе төҙөгән.
Мөхәммәт II ән-Насир 1496—1498 Мысыр армияһын ут ҡоралдары менән ҡоралландырырға маташҡан, әммә мәмлүктәрҙең күпселеге был реформаны динһеҙлек тип ҡабул иткән. Йәш солтан 1498 й. Газала үлтерелгән.
Ҡансух әз-Заһир 1498—1500 Мөхәммәт II-нең вафатынан һуң солтан итеп һайланған. Хаким итә башлауына ике йыл тигәндә үлтерелгән.
Жанбалат әл-Ашраф]] 1500—1501 Ҡансух әз-Заһир үлгәндән һуң солтан итеп һайланған. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә идара иткән.
Томан-бай I әл-Әдил 1501 Жанбалат әл-Ашраф үлгәндән һуң солтан итеп һайланған. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә хакимлыҡ иткән.
Ҡансух әл-Ғаури 1501—1516 Әмирҙәр ярҙамы менән 1501 йылда 60 йәшендә тәхеткә ултырған. Быға тиклем баш вәзир булған. Оппозицияны тиҙ арала баҫтырған һәм ғәҙәттән тыш саралар ярҙамында ҡаҙнаны тулыландырған. 1503 й. Ҡансух әл-Ғаури мәмлүк общинаһының төп үҙәктәренең береһенә әйләнгән яңы ипподром төҙөткән. Язалауҙарҙы урынһыҙ ҡулланмайса, кешелекле хакимлыҡ итергә тырышҡан. Сүриәлә Алеппо ҡалаһы янында төрөктәр менән алыш барған Дабиҡ яланында ағыулап үлтерелгән.
Томан-бай II әл-Ашраф 1516—1517 Ҡансух әл-Ғаури вафат булғандан һуң солтан итеп һайланған. Быға тиклем Мысыр урындағы идара башлығы бурысын башҡарған. Уның хакимлығы башланғанда, төрөктәр бөтә Сүриәне яулап алған һәм Мысыр сиктәренә яҡынайған. 1517 й. ғинуарында Риданиийя янында (Ҡаһирә янында) төрөктәр мәмлүктәрҙе тар-мар иткән һәм Ҡаһирәгә баҫып ингән. Ете көндән Томан-бай мәмлүк отряды менән баш ҡалаға баҫып ингән һәм мәмлүк атлыларын бөтөнләйгә юҡ иткән ихтилал башлаған. Бынан һуң Томан-бай әсирлеккә эләккән һәм язалап үлтерелгән.
 
Мәмлүктәр флагы

Характеристика

үҙгәртергә
 
XVI быуат башындағы мәмлүк һыбайлылары

Мәмлүктәрҙең хәрби һәм физик әҙерлек комплексы фурусия тип аталған. Уға йәйәнән атыу менән, фехтование, һөңгө һәм башҡа ҡорал менән күнегеүҙәр, көрәш ингән. Йәйәнән атыу оҫталығы мәмлүк өсөн иң мөһиме булған. Шулай уҡ мәмлүктәр һыбай һәм йәйәү сафта арбалет менән һуғышырға өйрәнгән. Монголдарҙыҡына оҡшатып ойошторолған һәм бик күп йәнлекте аулауға ҡоролған һунар мәмлүктәр өсөн бик шәп күнекмә сифатында хеҙмәт иткән.

Ҡоралланыуы

үҙгәртергә
 
XVI быуат мәмлүк һыбайлыларының боронғо хәрби кейеме һәм ҡоралдары

Һуғышсы-мәмлүктең һаҡлау ҡоралы булып мамыҡ менән һырылған юшман тип аталған хәрби кейемдән (елән, шулай күлдәк төрөндә булған), һайман һәм ламелляр доспех — жавшандан торған. Ябай яугирға башын һаҡларға сәллә хеҙмәт иткән, бай мәмлүктәр һайман бармицалы металл торҡа кейгән. XV быуатта дүңгәләкле-пластинкалы доспехтар киң таралыу алған. Төп ҡорал йәйә булған, шулай уҡ һөңгө, ҡылыстар, суҡмарҙар менән ҡоралланған; шулай уҡ ҡамауҙа һәм диңгеҙ һуғыштарында әүҙем файҙаланылған арбалет ҡоралына эйә булған. XIV быуат аҙағында мәмлүктәр ҡулланыла артиллерия ҡуллана башлай. Походта һуғышсы-мәмлүктең бары тик бер аты, шулай уҡ, багаж һәм ҡорал, кәрәк-яраҡ тейәп йөрөтөр өсөн, бер йәки ике дөйәһе булған. Мәмлүктәр армияһында бер иш униформа булмаған, ләкин күптәр, был төҫ элекке Әйүбиҙәр династияһының төҫө булғанлыҡтан, ҡыҙыл йәки һары төҫтәге кейем кейгән. Был төҫ элекке Әйүбиҙәр династияһының төҫө булғанлыҡтан, күпселек байраҡтар һары төҫтә булған. Көмөш, ҡиммәтле таштар менән биҙәлгән билбау офицерҙарҙың төп айырмаһы булған.

Тактикаһы

үҙгәртергә
 
Атлы мәмлүк. 1810 йылғы картинаһы.

Мәмлүк атлылары маневрҙар яһауға, ялған сигенеүҙәргә һәм башҡа төрлө ысулдарға эйә булырға өйрәтелгән. Пехота ҙур аралыҡтар үтергә һәләтле һәм көтөлмәгән һөжүмдәрҙе кире ҡағырға әҙер булған. Шулай уҡ пехота кавалерияға ҡаршы һөҙөмтәле эшләргә өйрәтелгән булған. Әйтергә кәрәк, мәмлүктәр күпселек осраҡта кавалерияға таянғанлыҡтан, яу барышында йәйәү яугирҙарҙы һирәк ылыҡтырған. Элиталы подразделение кавалеристары йәйәү сафтарҙа, хәрби хәрәкәттәргә өйрәтелгән, улар ялан нығытмаларын да төҙөй белгән. Яу барышында мәмлүктәр, дошмандың тылға көтөлмәгән һөжүменән һаҡланыр өсөн, ҡалҡыулыҡтар алдындағы иң уңайлы позицияны һайларға тырышҡан. Мәмлүк армияһының яу яланындағы төҙөлөшө традицион булған, үҙәктән һәм ике флангтан торған. Әгәр дошман ғәскәрҙәре аҙ һанлы булыу, йәғни мәмлүктәрҙән, уны уратып алырға тырыша. Киреһенсә, әгәр дошман күберәк булһа, мәмлүк полководецтары ғәскәрҙәрен киң фронтҡа йәйелдерергә тырышмаған. Дошмандарын уҡ ҡойонона күмеү мәмлүктәрҙең төп тактик алымдарының береһе булған. Нәҡ шуның өсөн мәмлүктәр Газа янында тәре йөрөтөүселәрҙе туҡтата алған.

Ойошторолоуы

үҙгәртергә

Мәмлүктәр армияһы өс айырым өлөштән (улар иҫәбенә ярҙамсы частар, шулай уҡ тәжрибәһеҙ рекруттар инмәгән): Солтандың шәхси гвардияһынан, әмир отрядтарынан һәм ирекле ялланған гвардеецтарҙан (халка) торған. Әмир мәмлүктәре, элиталы мәктәптәрҙә хәрби уҡыу үтмәгәнлектән, солтандыҡына ҡарағанда насарыраҡ әҙерлекле булған. Әмир вафат булғандан һуң, мәмлүктәр башҡа әмирҙәр йәки ирекле халкалар отрядтары составына ингән. Бөтә мәмлүк офицерҙары ер участкалары-иртаға йәки хеҙмәттәре өсөн солтандар бүләк иткән башҡа килемле урындарға эйә булған. Ирта хужалары, һалымдарҙан азат ителгән булһа ла, һуғыш ваҡытында ҡоралланған кешеләр отряды менән походҡа сығырға тейеш булған. Ирталар нәҫелдән-нәҫелгә бирелмәгән һәм, солтандар милеге булараҡ, шартлы биләмә итеп бирелгән.

XIII быуаттың икенсе яртыһында мысыр армияһы, солтан Бейбарыҫ реформалары арҡаһында, һан яғынан байтаҡҡа ҙурайған. Ул 4 меңе мәмлүк булған 40 000 яугирҙы үҙ эсенә алған. XIV быуат башынан мәмлүктәр армияһы 12 400 яугиры әмир отрядтарында ҡатнашҡан Мысырҙа урынлаштырылған 24 000 һыбайлынан торған. Провинцияларҙа 13 000 мәмлүк һәм 9 000 халка . урынлашҡан булған. Солтандың гвардия отрядтары мәмлүктәр армияһының иң престижлы подразделениеһы булған. Улар солтандарҙың барлыҡ әһәмиәтле хәрби походтарында ҡатнашҡан. Офицер әмирҙәр ранг буйынса айырылған. Әмирҙең йөҙ баштары 1 000 яугиры булған отряд менән командалыҡ иткән һәм 100 яугирҙарн торған шәхси һаҡҡа эйә булған. Сорока әмирҙәре 100 яугирҙан торған отряд менән командалыҡ иткән, шәхси һағы 40 кешенән тора. Шулай уҡ мәмлүк армияһында әмирҙең ун башлығы тигән вазифа булған.

Шулай уҡ халка отрядтары хәрби карьера һайланған солтан, әмир һәм мәмлүк улдарынан торған айырым элиталы подразделениеларға эйә булған. Әйүбиҙәр заманында халка отрядтары етерлек абруйлы подразделениелар булған, әммә ваҡыт үтеү менән уларҙың һуғышҡа һәләтлеге һәм юғары статусы күпкә кәмегән. XIV быуатҡа билдәләнгән күпмелер иғәнә түләгән һәр теләгән кеше халка сафтарына инә алған.

Бейбарыҫ мәмлүктәрҙең эш хаҡын байтаҡҡа арттырған. Мәмлүктәр, айлыҡ эш хаҡынан тыш, ярты йылға йә бер йылға бер тапҡыр кейем алыуға түккән сығымдарҙы ҡаплау өсөн билдәле бер сумма, яугирҙар шулай уҡ көнлөк ит рационы, ә ике аҙнаға бер тапҡыр — атҡа мал аҙығы һатып алыу өсөн бирелгән аҡса алған. Ирттарҙан алған килемгә өҫтәп, мәмлүк офицерҙары поход алдынан, шулай уҡ яңы монарх тәхеткә ултырыу менән, бай бүләктәр алған. XV быуат башында ябай һуғышсының эш хаҡы 3 динар, офицерҙың эш хаҡы — 7 динар тәшкил иткән.

Башҡорт сығышлы мәмлүктәр

үҙгәртергә

Башҡорттарҙан мәмлүк әмирҙәре Насретдин әл-Насыри әл-Башҡорди, Сәнжар әл-Башҡорди, Алааддин Башҡорд әл-Насыри, Сарын әл‑дин әл‑Башҡорди һәм Илмиддин әл‑Башҡорди (Сүриәлә солтан Калаундың наместнигы була) билдәле. Ә. Ә. Вәлидов «Башҡорттар тарихы» хеҙмәтендә билдәләүенсә, «Илмиддин әл-Башҡордиҙы бөйөк мәмлүктәр падишаһы Ҡыратай Хазинадар бик аҡыллы дәүләт эшмәкәре, ғалим һәм юғары әхлаҡлы шәхес булараҡ баһалай… Илмиддин Башҡорд әл-Насыри илхандарға ҡаршы һуғыш алып барған ваҡытта мысырҙарҙың бөйөк әмире була».

Грузин сығышлы мәмлүктәр

үҙгәртергә

Грузин сығышлы мәмлүктәр Мысырҙа туған телен һаҡлаған, Кавказда булған хәлдәр тураһында белергә тырышҡан, уларҙың тыуған ерҙәре Грузияла ата-әсәһен һәм башҡа туғандарын үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡырған, ғаилә ағзаларына бүләк ебәргәндәр йә кәрәкле биналар төҙөүгә аҡса (шул иҫәптән һаҡлағыс башняһы йәки хатта христиан ҡорамдары) биргән. Грузин мәмлүктәре, этник теләктәшлек тойғоһо ныҡ үҫешкәнлектән, һәр яҡлап бер-береһенә таяныс булған[13].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Amitai-Preiss R. Mongols and Mamluks: the Mamluk-Īlkhānid War, 1260-1281. — Cambridge University Press, 1995. — P. 18. — ISBN 0 521 46226 6.
  2. А. Ш. Кадырбаев, Сайф-ад-Дин Хайр-Бек — абхазский «король эмиров» Мамлюкского Египта (1517—1522), «Материалы первой международной научной конференции, посвященной 65-летию В. Г. Ардзинба». Сухум: АбИГИ, 2011, pp. 87-95
  3. Thomas Philipp,Ulrich Haarmann (eds), The Mamluks in Egyptian Politics and Society. (Cambridge: Cambridge University Press, 1998), pp. 115—116.
  4. Jane Hathaway, The Politics of Households in Ottoman Egypt: The Rise of the Qazdaglis. Cambridge: Cambridge University Press, 1997, pp. 103—104.
  5. The Georgian Mameluks in Egypt by Alexander Mikaberidze. Дата обращения: 3 май 2015. Архивировано 19 ноябрь 2012 года.
  6. Ҡалып:Google books By Reidar Visser
  7. Relations of the Georgian Mamluks of Egypt with Their Homeland in the Last Decades of the Eighteenth Century. Daniel Crecelius and Gotcha Djaparidze. Journal of the Economic and Social History of the Orient, Vol. 45, No. 3 (2002), pp. 320—341. ISSN 0022-4995.
  8. The Arab Lands under Ottoman Rule: 1516—1800. Jane Hathaway, Karl Barbir. Person Education Limited, 2008, pp. 82, 98-99. ISBN 978-0-582-41899-8.
  9. На каком языке разговаривали мамлюки Египта?
  10. Абхазская интернет-библиотека. Абхазская интернет-библиотека. Дата обращения: 25 май 2018.
  11. Мутафян, Клод. Leon V de Lusignan, dernier Roi d'Armenie (фр.) (pdf). http://www.armenie-mon-amie.com. — Биографический очерк царя Левона V. Дата обращения: 23 февраль 2009. Архивировано из оригинала 29 февраль 2008 года. 2008 йыл 29 февраль архивланған.
  12. 12,0 12,1 12,2 12,3 Али-заде, 2007
  13. The Arab Lands under Ottoman Rule: 1516—1800. Jane Hathaway, Karl Barbir. Person Education Limited, 2008, pp. 99. ISBN 978-0-582-41899-8

Һылтанмалар

үҙгәртергә
 
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «мамлюк» мәҡәләһе бар

Ҡалып:Бахриты Ҡалып:Бурджиты

  NODES