Никарагуа

Үҙәк Америкалағы дәүләт

Никара́гуа (исп. Nicaragua), рәсми атамаһы — Никарагуа Республикаһы (исп. República de Nicaragua) — Үҙәк Америкала Коста-Рика (көньяҡтан) һәм Гондурас (төньяҡтан) араһында урынлашҡан дәүләт. Никарагуаның Атлантик океан буйҙарын Европа вәкилдәре 1502 йылда аса (Христофор Колумбтың 4-се сәйәхәте). Илде испандарҙың баҫып алыуы 1522 йылда башлана. Үҙәк Америкалағы иң ҙур дәүләт — майҙаны 130,376 км².

Никарагуа
исп. República de Nicaragua
Байраҡ[d]Герб[d]
Нигеҙләү датаһы 1821
Рәсем
Рәсми атамаһы la République du Nicaragua[1] һәм Nicaragua
Ҡыҫҡаса атамаһы 🇳🇮
ХФА-лағы транскрицияһы nɪkɑ'ɾɑːgʋɑ
Ғүмер оҙонлоғо 75,404 йыл[2]
Кем хөрмәтенә аталған Никарао[d]
Этнохороним nicaraguai, Nicaraguan, Nikaraguano, Nikaraguvänan, نيكاراغوي, نيكاراغويون, نيكاراغوية, никарагуанцы, никарагуанец, никарагуанка, ניקרגואי, ניקרגואית, nicaraguani, nicaraguan, nicaraguană, নিকারাগুয়ান, nicaraguense, nicaraguensi, nicaraguan, nicaraguanu, nicaraguana, Nikaragvano, Nicaraguayen[1], Nicaraguayenne[1], nicaraguenso, nicaraguensi, nicaraguensa, nicaraguense, نيكاراڭواياني, نيكاراڭوايانية, نيكاراڭوايانيين, نيكاراڭوايانيات һәм Nicearaguach[3]
Рәсми тел Испан теле
Гимн Гимн Никарагуа[d]
Культура культура Никарагуа[d]
Девиз тексы Ymddiriedwn yn Nuw һәм Unica. Original!
Донъя ҡитғаһы Төньяҡ Америка[4]
Дәүләт  Никарагуа
Административ үҙәк Манагуа
Сәғәт бүлкәте UTC−6[d] һәм America/Managua[d][5]
Геомәғлүмәттәр Data:Nicaragua.map
Иң юғары нөктә Cerro Mogotón[d]
Глубочайшая точка Кариб диңгеҙе
Идара итеү формаһы республика
Дәүләт башлығы вазифаһы президент Никарагуа[d]
Дәүләт башлығы Даниэль Ортега
Хөкүмәт башлығы вазифаһы президент Никарагуа[d]
Хөкүмәт башлығы Даниэль Ортега[6], Боланьос Гейер, Энрике Хосе[d][6], Алеман Лакайо, Хосе Арнольдо[d][6], Виолета Барриос де Чаморро[d][6] һәм Даниэль Ортега[6]
Башҡарма власть Правительство Никарагуа[d]
Закондар сығарыу органы Национальная ассамблея Никарагуа[d]
Үҙәк банк Центральный банк Никарагуа[d]
Дипломатик мөнәсәбәттәр Германия, Австралия, Көньяҡ Осетия, Америка Ҡушма Штаттары, Абхазия Республикаһы, Колумбия, Дания, Финляндия, Мексика, Ҡытай Республикаһы, Рәсәй, Греция, Израиль, Корея Халыҡ-Демокритик Республикаһы[7], Ҡытай һәм Испания
Ойошма ағзаһы БДО, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы, Халыҡ-ара реконструкция һәм үҫеш банкы[d], Халыҡ-ара үҫеш ассоциацияһы[d], Халыҡ-ара финанс корпорацияһы[d], Инвестициялар именлеген гарантиялау буйынса күпъяҡлы агентлыҡ[d], Инвестицион бәхәстәрҙе көйләү буйынса халыҡ-ара үҙәге[d], Agency for the Prohibition of Nuclear Weapons in Latin America and the Caribbean[d], Central American Bank for Economic Integration[d], Центральноамериканский общий рынок[d], Интерпол[8][9], ОЗХО[d][10][11], ЮНЕСКО[12], Всемирный почтовый союз[d][13][14], Международный союз электросвязи[d][15], Америка дәүләттәре ойошмаһы, Международная организация гражданской обороны[d][16], Всемирная метеорологическая организация[d][17], Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы[18], International Regional Organization for Agricultural Health[d] һәм Всемирная таможенная организация[d][19]
Возраст вступления в брак 18 йәш
Халыҡ һаны 5 142 098 кеше (2005)[20]
Ир-егеттәр 3 284 332[21], 3 329 347[21], 3 375 630[21] һәм 3 423 787[21]
Ҡатын-ҡыҙҙар 3 379 591[21], 3 426 548[21], 3 474 910[21] һәм 3 524 605[21]
Административ рәүештә бүленә Боако[d], Карасо[d], Чинандега[d], Чонталес[d], Эстели[d], Гранада[d], Хинотега[d], Леон[d], Мадрис[d], Манагуа[d], Масая[d], Матагальпа[d], Нуэва-Сеговия[d], Ривас[d], Рио-Сан-Хуан[d], Атлантико-Норте[d] һәм Атлантико-Сур[d]
Валюта никарагуанская кордоба[d]
Номиналь ЭТП 14 145 852 101 $[22] һәм 15 671 583 878 $[22]
Кеше үҫеше индексы 0,667[23]
Inequality-adjusted Human Development Index 0,516[24]
Эшһеҙлек кимәле 5 ± 1 процент[25]
Сиктәш Коста-Рика, Гондурас һәм Колумбия
Автомобиль хәрәкәте яғы уң[d][26]
Селтәр көсөргәнеше 120 вольт[27]
Электр тоташтырғысының төрө NEMA 1-15[d][27] һәм NEMA 5-15[d][27]
Алыштырған State of Nicaragua[d], Берег Москитов[d] һәм Королевство Москития[d]
Ҡулланылған тел Испан теле, Мискито[d], рама[d], москитовобережный креольский язык[d], матагальпа[d], субтиаба[d], чоротега[d], никарагуанский жестовый язык[d], Ulwa[d] һәм Mayangna[d]
Майҙан 130 375 ± 1 км²
Рәсми сайт visitnicaragua.us
Һештег Nicaragua
Юғары кимәлдәге интернет-домен .ni[d]
Урынлашыу картаһы
Тема географияһы География Никарагуа[d]
Библиография bibliography of Nicaragua[d]
Тема иҡтисады экономика Никарагуа[d]
Теманың демографияһы Население Никарагуа[d]
Мәктәптә уҡымаған балалар һаны 142 550[28]
Коэффициент Джини 46,2[29]
Ставка НДС 15 процент
Тыуымдың дөйөм коэффициенты 2,264[30]
Городское население 3 915 722[21], 3 986 789[21], 4 060 795[21] һәм 4 138 184[21]
Сельское население 2 748 202[21], 2 769 106[21], 2 789 745[21] һәм 2 810 208[21]
Индекс демократии 3,6[31]
BTI Governance Index 5,08[32], 5,57[32], 4,66[32], 4,74[32], 4,82[32], 4,92[32], 4,22[32], 2,77[32] һәм 2,45[33]
BTI Status Index 5,88[32], 6,08[32], 5,63[32], 5,59[32], 5,57[32], 5,53[32], 5,14[32], 4,34[32] һәм 4,06[33]
Pождаемость 21,305[21], 20,903[21], 20,507[21] һәм 20,018[21]
Смертность 4,626[21], 5,703[21], 4,859[21] һәм 4,655[21]
Happy Planet Index score 55,2[34]
Мобильный код страны 710
Илдең телефон коды +505
Ашығыс хеҙмәттең телефон номеры 118[d][35], 128[d][35], 115[d][35] һәм 120[d][35]
Илдең GS1 коды 743
Номер тамғаһы коды NIC
Диңгеҙ идентификация һандары 350
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Никарагуа[d]
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы Category:Films shot in Nicaragua[d]
Карта
 Никарагуа Викимилектә

Колония осоро

үҙгәртергә

Никарагуаның Атлантик океан буйҙары Европала Христофор Колумбтың дүртенсе сәйхәтенән һуң (1502 йыл) билдәле була. Ике тиҫтә йылдан был биләмәләрҙе испандар баҫып ала башлай (Хиль Гонсалес Давила).

Испандар Никарагуа күле һәм Тымыҡ океан буйҙары араһында йәшәгән һәм ацтек ҡәбиләләренең береһенең вәкилдәре булған индейҙар менән килешеү төҙөй һәм уларҙың юлбашсыһы Никарао исеме менән артабан бөтә илде атай башлай. Ә төньяҡтағы биләмәләрҙә көн күргән башҡа индей ҡәбиләләре ерҙәрен баҫып алыусылар менән тағы ла бер нисә йыл ҡаты көрәш алып бара.

XVI быуатта испан конкистадорҙары ике ҡалаға нигеҙ һала: Гранада тип исемләнгәне Никарагуа күленең төньяҡ-көнбайыш ярында, Леон — Тымыҡ океан буйҙарында урынлаша. Урындағы индей халҡының күпселек өлөшө юҡ ителә йә испандар алып килгән төрлө ауырыуҙарҙан вафат була, ҡалғандары иһә күсеп килеүселәр менән ҡушыла башлай.

Никарагуала конкистадорҙар алтын һәм көмөштөң ҙур ятҡылыҡтарын тапмай, шуға ла Гранада менән Леон Испанияның аграр колонияларына булып ҡала. XVI быуат аҙағынан индиго һәм шәкәр ҡамышы плантацияларында эшләү өсөн Африканан ҡара тәнле ҡолдарҙы килтерә башлайҙар, әммә улар ил кимәлендә әллә ни булмаған күләмдә генә ҡулланыла.

1570—1821 йылдарҙа Никарагуа — испан генерал-капитанствоһы Гватемала составында була. Уның биләмәле помещик-латифундистар тарафынан бүлеп алынған була.

Илдең насар климатлы һәм ҡуйы урмандарҙан торған көнсығыш өлөшөн — Москиттар Ярын, испандар колония итмәй. Уны испан караптарына һөжүм итеүсе инглиз пираттары биләп ала. Шул ерҙәрҙә нығынып алған инглиздәр XVII быуаттан Никарагуаның көнбайышына рейдтар яһай, Сан-Хуан йылғаһы буйлап барып, испан колонияларына һөжүм итә. Ул осорҙа был биләмәләрҙә йәшәүселәр һаны башлыса инглиз колонияларынан ҡасҡан ҡара тәнлеләр иҫәбенә күбәйә. Улар араһында үҙ позицияларын көсәйтеү маҡсатында инглиздар ҡара тәнлеләр араһынан король һайлауҙы ойоштора. Москиттар Ярына контролдәрен инглиздар XIX быуаттың уртаһына тиклем һаҡлап килә. Никарагуа территорияһы аша Атлантик һәм Тымыҡ океандарҙы тоташтырыусы канал төҙөргә ниәтләнгән Америка Ҡушма Штаттары баҫымы аҫтына артабан улар был ерҙәрҙән китергә мәжбүр була.

Бойондороҡһоҙлоҡтың тәүге ун йыллыҡтары

үҙгәртергә
  • 1821 йылда Америалаға испан колонияларының бойондороҡһоҙлоҡ өсөн һуғышы барышында Никарагуа территорияһы Беренсе Мексика империяһы составына инә.
  • 1823—1838 йылдарҙа — Никарагуа Үҙәк Американың Ҡушма Провинциялары составында.
  • 1838 йыл —Никарагуа тулыһынса бойондороҡһоҙ. XIX быуат уртаһынан Никарагуалағы өҫтөнлөклө йоғонто өсөн (башлыса уның биләмәләрендә океан-ара канал төҙөү маҡсатында) АҠШ һәм Бөйөк Британия араһында көрәш башлана.
  • 1856 — июнь, президент Уильям Уокер, сентябрь 1856 — ҡоллоҡто бөтөрөү тураһындағы декретты юҡ сығарыу
  • 1858 йылдан — Манагуа — Никарагуаның баш ҡалаһы.

Хәрби етәкселек, Америка оккупацияһы, Сомоса кланы диктатураһы

үҙгәртергә
  • 1910 йыл — хәрби хунта ил менән идара итә башлай;
  • 1912—1933 йылдар — Америка оккупацияһы;
  • 1927—1934 йылдар — Аугусто Сесара Сандино етәкселегендә милли-азатлыҡ һуғышы;
 
Аугусто Сесар Сандино
  • 1934—1979 йылдар — Сомоса кланының хакимлек итеүе, АҠШ тарафынан яҡлап-хупланған уң авторитар олигархик диктатура. 1956 йылда революционер Ригоберто Лопес Перес етәкселек итеүсе династияның башында торған Анастасио Сомоса Гарсианы үлтерелә. 1957—1967 йылдарҙа уның оло улы Луис Сомоса Дебайле, артабан 1967—1979 йылдарҙа (ҡыҫҡа ғына өҙөклөк менән) — кесе улы Анастасио Сомоса Дебайле Никарагуа президенты була. 1961йылдан Сандинистик милли азатлыҡ фронты (СФНО) диктатураға ҡаршы көрәш йәйелдерә. 1978 йылда, консерватив сәйәсмән һәм журналист Виолетта Чаморро үлтерелгәндән һуң киң протестар ҡораллы восстаниеға әйләнә, ул иһә Никарагуаның Милли гвардияһы тарафынан аяуһыҙ баҫтырыла. СФНО режимға ҡаршы партизан һуғышын дауам итә.

Сандинистик революция һәм граждандар һуғышы

үҙгәртергә
  • 1979 йыл — Сандинистик революцияның еңеүе. 17 июлгә ҡаршы төндә Сомоса ғаиләһе илдән ҡаса. 18 июлдә Самосаның вәриҫе Франсиско Уркуйо отставкаға китә. 19 июлдә СФНО-ның баш күтәреүселәр армияһы баш ҡала Манагуаға инә. Власть тулыһынса СФНО һәм башҡа демократик йүнәлешле оппозицион көстәрҙең Хөкүмәт милли азатлыҡ хунтаһы ҡулына күсә.
  • 1980—1981 йылдар — либераль консерваторҙар (Виолетта Барриос де Чаморро), социал-демократтар (Альфонсо Робело) һәм демосоциалистар (Эден Пастора) хөкүмәттән ҡыҫырыҡлап сығарыла. Эшҡыуарлыҡ оппозицион хәрәкәт лидеры Хорхе Саласар үлтерелә. Үҙен марксистик ойошма тип иғлан иткән СФНО-ның бер партиялы хакимлеге башлана. Власть СФНО-ның башындаДаниэль Ортега торған етәкселеге ҡулында туплана. СФНО илдең сәйәси режимын Куба һәм СССР өлгөһөндә үҙгәртеп ҡора башлай, Никарагуаның махсус хеҙмәте DGSE (Дәүләт именлеге генераль директораты) сәйәси репрессиялар йәйелдерә, иҡтисадта сәнәғәтте йәмәғәт милкенә алыуҙы һәм аграр коллективлашыу иғлан ителә. Бер үк ваҡытта ҡоралһыҙ сәйәси оппозиция һәм шәхси эшҡуарлыҡ тулыһынса юҡ ителмәй, икеһе лә сикләнгән кимәлдә булһа ла рөхсәт ителә.
  • 1981—1988 йылдар — хакимлек итеүсе СФНО менән Контрас хәрәкәте араһында тоҡанған градандар һуғышының актив фазаһы. Ортега хөкүмәте тағы ла тығыҙыраҡ Советтар Союзы позицияларына яҡынайһа, контрас хәрәкәте Америка Ҡушма Штаттарының Рональд Рейган етәкләгән хакимиәтенең актив ярҙамы менән файҙалана. Шулай итеп Никарагуалағы ҡаршы торош глобаль Һалҡын һуғыштың мөһим элементына әйләнә.
  • 1984 йыл — СФНО ойошторған һайлауҙа Даниэль Ортега Никарагуа президенты итеп һайлана. Ҡораллы оппозиция тауыш биреүҙең ҡануни нигеҙҙәрҙә үтеүен танымай.
  • 1987 йыл — контрас ойошмалары: Никарагуаның демократик көстәре (FDN), Никарагуа демократик хәрәкәте (MDN), Социал-христиан партияһы, мискито индейҙары хәрәкәте, YATAMA — Никарагуа ҡаршылығы (RN) тигән коалицияға берләшә. FDN һәм Революцион-демократик альянс (ARDE формированиелары төньяҡтан (Гондурастан) һәм көньяҡтан (Коста-Риканан) ойошҡан һөжүм башлай. Контрастарҙың хәрби уңыштары әллә ни һиҙелерлек булмаһа ла хөкүмәт улар менән сәйәси һөйләшеү алып барырға ризалаша.
  • 1988 йыл — YATAMA менән тыныслыҡ килешеүе төҙөгәндән һуң сандинистик хөкүмәт RN менән дә уртаҡ фекергә килә. Граждандар һуғышы туҡтала, оппозиция легалләшә, ирекле президент һәм парламент һайлауҙары тәғәйенләнә.

Либераль хөкүмәттәр

үҙгәртергә
  • 1990 — социологтар күҙаллауына ҡарамаҫтан демократик һайлауҙа СФНО көтмәгәндә уңышһыҙлыҡҡа осрай. Властҡа уң үҙәк ҡараштарҙа торған Виолетта Барриос де Чаморро етәкләгән Оппозицияның милли союзы килә. СФНО оппозицияға күсә, шул уҡ ваҡытта көс структураларында үҙ кадрҙарын һаҡлап ҡала. Яңы хөкүмәт сәйәси и иҡтисад системаларында либераль реформалар комплексын тормошҡа ашыра.
  • 1991 — билдәһеҙ шарттарҙа контрастарҙың хәрби етәксеһе Энрике Бермудес үлтерелә.
  • 1992 —RN ойошмаһының штаб начальнигы Исраэль Галеано автомобиль фәжиғәһендә һәләк була.
  • 1993 —FDN-ды ойоштороусыларҙың береһе Аристидес Санчес ауырыуҙан вафат була.
  • 1996 — Сомосаның элекке режимы менән тарихи бәйләнештәрҙә булған Либераль-конституция партияһы (ЛКП) етәксеһе Арнольдо Алеман яңы президент итеп һайлана. ЛКП СФНО менән формаль булмаған килешеүҙәр төҙөй, һөҙөмтәлә илдә «ике партия диктатураһы» тип исемләнгән режим урынлаша.
  • 2001 — президент итеп ЛКП вәкиле Энрике Боланьос һайлана. 1979 йылда ҡолатылған диктаторҙың улы Анастасио Сомоса Портокарреро Боланьосты түгел, ә СФНО лидеры Даниэль Ортега кандидатураһы өсөн тауыш бирә, сөнки ул Сомоса режимы ҡиммәттәрен һәм тәртиптәрен күберәк индергән була.
  • 2002 — Арнольдо Алеман коррупцияла ғәйепләнеп ҡулға алына, артабан 20 йылға төрмәгә ултыртыуға хөкөм ителә. Был ваҡиға либераль хөкүмәттең абруйын һиҙелерлек кәметә.

СФНО-ның икенсе хакимлеге

үҙгәртергә
  • 2006 — сираттағы һайлауҙа Даниэль Ортега яңынан президент итеп һайлана. СФНО власҡа традицион ҡиммәттәрҙе һаҡлау лозунгыһы менән кире ҡайта. Нәҡ ошо нигеҙҙә Ортега хөкүмәте контрастарҙың күпселеген берләштергән Никарагуа ҡаршылыҡ партияһын да яҡлап сыға.
  • 2008 — СФНО муниципаль һайлауҙа еңеүгә өлгәшә. Мәҫәлән, Манагуа мэры итеп билдәле боксёр Алексис Аргуэльо һайлана (киләһе йылда асыҡланмаған шарттарҙа һәләк була). Оппозиция хөкүмәтте һайлау һөҙөмтәләрен боҙоп һәм ялғанлап күрһәтеүҙә ғәйепләй.
  • 2009 — Юғары суд президент мөҙҙәттәренең һанын сикләүҙе юҡҡа сығара. Был ҡарар парламент раҫлауын үтә алмай, был иһә үҙ сиратында Бойондороҡһоҙ либераль партияның ҡаршылығын тыуҙыра. Самосистарға һәм Ортегаға ҡарата оппозицияла булған эшмәкәрҙәр президент Ортеганы ғүмеренең аҙағына тиклем власта ҡалырға ниәтләнеүендә ғәйепләйҙәр. Әммә Либераль-конституция партияһы бер ниндәй ризаһыҙлыҡ менән дә сығыш яһамай. Арнольдо Алеман өй һағынан азат ителә.
  • 2010 — Ҡораллы подполье ойошмалары (Команданте 380 демократик көстәре, Милли ҡотҡарыу ҡораллы көстәре, Халыҡ армияһы, Никарагуа патриот командаһы) СФНО хөкүмәтенә ҡаршы партизан һәм террористик эшмәкәрлек башлай.
  • 2011 — президент һәм парламент һайлауҙары. Даниэль Ортега ҙур өҫтөнлөк менән яңы мөҙҙәткә президент итеп һайлана. Никарагуаның Милли ассамблеяһында СФНО күпселекте тәшкил итә.

2012 йылдың ноябрендә Никарагуа һәм Колумбия араһындағы диңгеҙ сиктәре тураһындағы эште ҡарау тамамлана. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Халыҡ-ара Суды Кариб диңгеҙендәге бәхәсле ете утрауҙың барыһы ла Никарагуаныҡы түгел, тулыһынса Колумбия биләмәләре тигән ҡарар сығара[36].

  • 2013 — сандинистик махсус хеҙмәттең элекке башлығы Ленин Серна ил суд системаһының сәйәси координаторы итеп тәғәйенләнә. СФНО етәкселеге сәйәси система һәм иҡтисади активтар өҫтәнән контролде көсәйтеүен дауам итә.
  • 2014 — 19 июлдә Сандинистик революцияның 35 йыллығы киң билдәләнә. 20 июлдә резонанслы теракт яһала: подпольелағы FASN—EP ойошмаһы ағзалары тантанала ҡатнашыусыларҙың автобусы утҡа тота, һөҙөмтәлә биш кеше һәләк була, 19-ы — төрлө яра ала.
  • 2015 — «Милли коалиция демократия өсөн» оппозиция блогы консолидируется — Эдуардо Монтеалегре етәкләгән Бойондороҡһоҙ либераль партияға контрастарҙың элекке командирҙары төркөмө ҡушыла. Уларҙың киләһе һайлауҙарҙа СФНО һәм Даниэль Ортеганы властан ситләтеү теләге иғлан ителә.
  • 2016 —СФНО һәм ЛКП вәкилдәре тарафынан Бойондороҡһоҙ либераль партия юҡҡа сығарыла. Президент һайлауында тағы ла Ортега еңеп сыға. Уның ҡатыны вице-президент вазифаһын ала, бындай хәл хатта Самосалар хәкимлек иткәндә лә булмай.
  • 2021 — Никарагуаның ғәмәлдәге президенты Даниэль Ортега сираттағы һайлауҙа тағы ла еңеү яулай, уның өсөн һайоаусыларҙың 75 процентҡа яҡыны үҙ тауышын бирә[37].

Физик-географик характеристика

үҙгәртергә

Географияһы

үҙгәртергә

Никарагуа — Үҙәк Америка илдәре араһында биләмәләре буйынса иң ҙуры, уның майҙаны 129 494 квадрат километр. Киңлеге 540 километрға етә. Бер үк ваҡытта Тымыҡ океанға — яр буйының оҙонлоғо 320 километрға яҡын һәм Кариб диңгеҙенә лә туранан-тура сығышы бар — бында яр буйының оҙонлоғо 480 километр. Океан һәм диңгеҙ яр буйҙарының дөйөм оҙонлоғо 910 км булып, диңгеҙ сиге 800 км тәшкир итә. Ҡоро ерҙә ил төньяҡтан Гондурас менән (922 км) һәм көньяҡта Коста-Рика менән (309 км) сиктәш, ил сигенең оҙонлоғо 1231 км. Дәүләттең баш һәм төп ҡалаһы — Манагуа. Никарагуа — Үҙәк Американың иң аҙ халыҡлы иле һәм был йәһәттән бары тик Белиздан ғына ҡалыша.

Никарагуа территорияһы ландшафтына күп төрлөлөк хас, бында өс ҙур тәбиғи өлкәне айырып ҡарарға була. Илдең күп өлөшөн көньяҡҡа табан тарая барған тау өлкәһе — Никарагуа таулығы алып тора, ул картала көрән төҫтәге өс мөйөш булып бик асыҡ күренә. Көнсығыштан уға икенсе өлкә — Москиттар Яры терәлеп тора. Ул Кариб диңгеҙе менән уратып алынған киң уйһыулыҡтар һыҙатынан ғибәрәт. Диңгеҙ ярҙарының күп урыны һаҙлыҡҡа әйләнгән һәм манго урмандары менән үтә алмаҫлыҡ тиерлек джунглиҙы хасил итә. Ауыл хужалығы ерҙәре йә алтын ятҡылығы булыу йәһәтенән был өлкә испан конкистадорҙарының иғтибарын бөтөнләй тиерлек йәлеп итмәгән, шуға ла бында флора һәм фаунаның Колумбҡа тиклем булған Америкаға хас айырым биләмәләр һаҡланып ҡалған.

Өсөнсө өлкәне илдең көньяҡ ҡоро ер сиге буйлап Фонсек муйынынан көньяҡ-көнсығышҡа, Кариб диңгеҙе ярҙарына тиклем һуҙылған уйһыулыҡ тәшкил итә. Дүртенсе өлкәгә көнбайыш Никарагуаның күп һанлы ғәмәлдәге вулкандары булған биләмәләр инә. Улар наиболее заселена: беренсенән вулкан яны ерҙәре уңдырышы булыуы менән айырылһа, бындағы климат күпкә уңайлыраҡ — ҡоро һәм көнсығыш яҡтар менән сағыштырғанда бигүк эҫе лә түгел.

 
Гуардабарранко (Eumomota superciliosa)

Йылдың иң һыуыҡ айы булған ғинуарҙың уртаса температураһы илдең көнбайыш яр буйҙарындағы 1500 м бейеклектә +16 °C тәшкил итә. Көнсығыш биләмәләрҙә йыллыҡ яуым-төшөм кимәле 5000 мм-ға тиклем, көнбайышҡа табан яуым-төшөм кәмей бара. Бында ике миҙгелде айырырға була: ҡоро (ноябрь — апрель) һәм дымлы (май — октябрь).

Никарагуаның флора һәм фаунаһы күп төрлөлөгө менән билдәле. Илдең көнбайыш һәм үҙәктәге таулы ерҙәрҙә ағастарҙан имән, ҡарағай ҡыҙыл ағас, каучуклы үҫемлектәр киң таралған. Хайуандарҙан пума, оцелот, болан, маймылдарҙың бер нисә төрө, аллигаторҙар, ҡоштарҙан колибри һәм попугайҙар йыш осрай. Илдә генә түгел, бөтә Үҙәк Америкала ла иң ҙур булып һаналған Никаргуа күлендә сөсө һыуҙа йәшәүсе 2-3 метрлыҡ акулалар һәм ҡылыс балыҡ көн күрә. Бының сәбәбе тектоник процестарҙың Тымыҡ океан тигеҙлеген булдырғансы диңгеҙ ҡултығы булыуында. Күлгә ике йылға Морейра һәм Индельтаның һыуын туплаған 74 метрлыҡ Никарагуа шарлауығы ҡоя.

Никарагуаның милли ҡошо булып гуардабарранко (Eumomota superciliosa) һанала.

Тропик, пассатлы. Марттан майға тиклем булған ҡоро осорҙа көндәлек уртаса температура 24—32 °C тәшкил итә. Ямғырҙар башлыса июнь—октябрҙә була, был осорҙоң уртаса көндәлек температураһы 26—28 °C. Илдең Тымыҡ океан яр буйҙарына һәм үҙәк райондарына сәйәхәт өсөн иң яҡшы ваҡыт— ҡоро һәм һалҡынса ҡыш башы. Атлантик яр буйҙарына ныҡ туҙанлы апрель һәм майҙан башҡа йылдың бөтә башҡа айҙарында ла барырға була.

 
2020 йылға Никарагуа халҡының йәш-енесен күрһәткән пирамида

Ил халҡының һаны 1962 йылда 1,6 млн кеше булһа[38], 1988 йылда 3,4 миллионға еткән[39]; артабан 2000 йылда 4,91 млн[40], 2015 йылда 6,1 млн кеше тәшкил иткән.

Йыллыҡ үҫеш — 1,3 % (фертильность — бер ҡатын-ҡыҙға 2,5 тыуым).

Уртаса ғүмер оҙонлоғо — ир-аттарҙа 69,6 йыл, ҡатын-ҡыҙҙарҙа 74 йыл.

Иммунодефицит вирусын (ВИЧ) йоҡтороу — 0,2 % (2007 йыл мәғлүмәте).

Этник состав:

  • метистар —69 %
  • аҡ тәнлеләр —12 %
  • ҡара тәнлеләр, мулаттар һәм самболар —14 %
  • индейҙар — 5 %.

Рәсми тел — испан теле, шулай уҡ индей телдәре лә ҡулланыла (1,7 %), көнсығыштағы диңгеҙ ярҙарында йәшәүсе Африка сығышлы никарагуандарҙа һәм индейҙарҙа инглиз теле урындағы диалекты ҡулланыла (0,8 %). Халыҡтың уҡый-яҙа белеүе — 78,0 % (2010 йыл).

Pew Research Center тикшеренеүҙәр үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, 2010 йылда Никарагуала 4,97 млн христиан йәшәгән, был ил халҡының 85,9 процентын тәшкил итә[41][42]. Дж. Г. Мелтондың «Религии мира» энциклопедияһы христиандарҙың һанын 2010 йылда 96 процент йәки 5,597 млн кеше тип күрһәтә[43].

Христиан диненең илдәге иң таралған төрө — католицизм (58,5 %). Шунан евангелистар 21,6 %, Моравия ағай-энеләре 1,6 % (индейҙар һәм Атлантик океан ярҙарында йәшәүселәр араһында), свидетели Иеговы 0,9 %, башҡалар 1,7 %. 2005 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, атеистар ил халҡының 15,7 тәшкил итә. Дәүләттең баш ҡалаһы Манагуала 2009 йылда илдәге беренсе мәсет төҙөлә[44], бындағы Ислам Мәҙәни Ассоциацияһына 320-гә яҡын ир-ат даими нигеҙҙә йөрөй[45].

Дәүләт-сәйәси ҡоролошо

үҙгәртергә

Дәүләт ҡоролошо — президент республикаһы. Дәүләт һәм хөкүмәт башлығы —биш йыллыҡ срокка һайланыусы Никарагуа президенты.

2009 йылдың октябрендә Никарагуаның Юғары суды ил Конституцияһының президентлыҡты бер генә биш йыллыҡ срок менән сикләгән статьяһын ғәмәлдән сығара. Был СФНО лидеры Даниэль Ортегаға икенсе тапҡыр һайлауҙа ҡатнашырға мөмкинлек бирә, һәм ул 2011 йылғы һайлауҙа еңеү яулай. Юғары суд ҡарары һәм Ортеганың ҡабаттан һайланыуы легаль оппозицияның ҡаты тәнҡитенә һәм 1980-сы йылдарҙағы контрастарға оҡшаш ҡораллы оппозицияның тыуыуына килтерә.

Закон сығарыу орган — 92 депутаттан торған бер палаталы Милли Ассамблея. 90 депутат дөйөм тура тауыш биреү менән биш йыллыҡ срокка һайлана, уларҙың 20 — дөйөм милли исемлек буйынса булһа, 70 — округтар һәм автономиялы төбәктәрҙән. ҡалған ике — депутат: быға тиклем биш йыл хакимлек иткән президент һәм һуңғы һайлауҙарҙа еңеүсенән ҡала иң күп тауыш йыйған президентлыҡҡа кандидат.

Ҡораллы көстәре

үҙгәртергә

Никарагуаның Ҡораллы көстәре хәрби-һауа, хәрби-диңгеҙ һәм ҡоро ер ғәскәрҙәренән тора, уларҙа хеҙмәт итеүселәрҙең дөйөм һаны яҡынса 14 000 кеше. Хәрби бюджет күләме 85 миллион доллар, был ил сығымдарының 0,7 проценты тирәһен тәшкил итә. Армия СССР һәм Рәсәй ҡоралдарын ҡуллана, шулай уҡ Бөйөк Британия, Франция һәм Төркиәлә етештерелгән хәрби техника ла бар.

Иҡтисады

үҙгәртергә

Никарагуа — башлыса аграр иҡтисадлы ил, Көнбайыш ярымшарҙағы иң ярлы дәүләттәрҙең береһе, Үҙәк Америкала бары тик Гондурас менән Гаити ғына унан да ярлыраҡ булып һанала. Эске тулайым продукт (ВВП) 2009 йылда йән башына иҫәпләгәндә — 4800 доллар тәшкил иткән, был донъя буйынса 168-се урын. 2005 йылда ил халҡының 48 проценты рәсми ярлылыҡ кимәленән дә түбәненерәк шарттарҙа көн иткән. 2009 йылғы мәғлүмәт буйынса эшһеҙлек 8,2 процент тәшкил итә. Дәүләттең бурысы — эске тулайым продукттың 17 процентын тәшкил итә. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тикшеренеүе күрһәтеүенсә, Никарагуаның 79 процент халҡы көнөнә ике долларҙан дә кәмерәк хаҡҡа тормош кисерә. ВВП-ның 17,5 процентын биреүсе ауыл хужалығында эшләүселәрҙең 29 проценты хеҙмәт һала, улар ҡәһүә, банан, ҡамыштан шәкәр һәм мамыҡ[46], уларға өҫтәп дөгө, кукуруз, тәмәке һәм соя үҫтерә.

Сәнәғәт ВВП-ның 26,5 процентын бирә, унда халыҡтың 19 проценты мәшғүл. Бындағы эшмәкәрлек йүнәлештәре — ауыл хужалығы продукцияһын, нефть продуктарын һәм ағас эшкәртеү, эсемлектәр, туҡыу тауарҙары һәм аяҡ кейеме етештереү.

ВВП-ның 56 процентын биреүсе хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләүселәрҙең 52 проценты йыйылған.

Энергетика торошо проблемалы. Электр энергияһының 84 проценты йылылыҡ электр станцияларында етештерелә. 1990 йылда иһә уның яртыһын геотермаль һәм гидростанциялар биргән. Нефткә хаҡтың юғары булыуы энергия етештереүҙең бындай структураһы инфляция тыуҙыра һәм иҡтисади үҫеште тотҡарлай. Миҫал өсөн, 2007 йылда инфляция кимәле 16,88 процент булып, эске тулайым продукт үҫеше ни бары 3,7 процент тәшкил иткән.

Үҫеш темптары буйынса иҡтисадтың банк, төҙөлөш, аҙыҡ-түлек сәнәғәте, туризм һәм туҡыу тауарҙары етештереү секторҙары алдынғылар рәтендә.

Транспорты

үҙгәртергә

Транспорт сараларының һәм юлдарҙың күп өлөшө илдең көнбайыш өлөшөндә тупланған. Автомобиль юлдарын әүҙем һалыу 1940-сы йылдарҙа башлана, хәҙер уларҙың оҙонлоғо 30 мең километрға яҡын, юлдар башлыса ҡаты япмалаһыҙ; илдең көнсығышында ямғырҙар миҙгеле йылдың 12 айының туғыҙын тәшкил итә, бында ҡаты япмалы юлдар яҡ тиерлек, йылдың күп өлөшөндә көнсығыш яр буйҙарының илдең көнбайышы менән транспорт бәйләнеше бөтөнләй өҙөлә; урындағы халыҡ хәрәкәт итеү өсөн бындағы күп һанлы йылғаларҙы ҡуллана.

«Ла Костенья» милли авиакомпанияһы баш ҡаланың «Аугусто Сесар Сандино» аэропортынан ил эсендәге рейстар буйынса осоштар яһай; сит ил компаниялары ла халыҡ-ара рейстар өсөн ошо аэропортты файҙалана.

Илдең төп диңгеҙ порты Коринто Тымыҡ океан ярында урынлашҡан. Сауҙа әйләнешенең күп өлөшөн Анлантик океан ярҙарында урынлашҡан илдәр менән алыш-биреш алып торғанлыҡтан, Никарагуа Коста-Риканың Лимон һәм Гондурастың Пуэрто-Лемпир порттарын файҙаланырға мәжбүр. Эске ҡоро ер коммуникацияларының торошо һәм тәрәнлектәре етәрлек булмау илдең Блуфидс һәм башҡа бер нисә ошондай портын ҡуллланыу мөмкинлеген бирмәй. Тәрән һыулы Манки-Пойнт портын төҙөү әлегә тиклем проект кимәлендә генә ҡала килә.

Тышҡы сауҙаһы

үҙгәртергә

2017 йылда сауҙа экспортының күләме 5,34 млрд доллар тәшкил итһә, импорт кимәле — 7,86 млрд долларға еткән.[47]

Шул уҡ йыл мәғлүмәттәренән күренеүенсә, ситкә һатылған— текстиль тауарҙары (28 %), изоляцияланған электр сымдары (12 %), ҡәһүә (9,7 %), алтын (8 %) һәм туңдырылған һыйыр ите (5,7 %), тағы ла емеш-еләк, сәтләүек, шәкәр, тәмәке һәм ҡыҫала һымаҡтар.

2017 йылда төп һатып алыусылар — АҠШ (3,09 млрд долл.), Мексика (340 млн долл.), Сальвадор (275 млн долл.), Коста-Рика (154 млн долл.) һәм Гондурас (154 млн долл.).

Илгә индерелгән төп тауарҙар — машиналар, ҡорамалдар һәм электроника (16,9 %), текстиль сеймалы, туҡымалар һәм ярымфабрикаттар (16,2 %), химия тауарҙары, медикаментар менән бергә (13 %), шулай уҡ нефть продукттары, металл һәм әҙер аҙыҡ-түлек тауарҙары.

Уларҙы төп һатыусылар (2017 йылда) — АҠШ (1,75 млрд долл.), Ҡытай (1,16 млрд долл.), Мексика (1,01 млрд долл.), Гондурас (0,5 млрд долл.) һәм Коста-Рика (0,478 млрд долл.).

2009 йыл аҙағына Никарагуаның тышҡы бурысы— 4,7 млрд доллар тәшкил иткән.

Милли валюта — алтын кордоба. Уның рәсми курсы — 20,8 алтын кордоба АҠШ-тың 1 долларына тиң.

Никарагуа кире сауҙа балансына эйә: импорт күләме экспорттан 1 млрд долларҙан күберәккә артығыраҡ. Бының төп сәбәбе, беренсенән, уҙған быуаттың 90-сы йылдары уртаһынан алып инфляция менән көрәш өсөн милли валютаның юғары курсын тотоп килеү булһа, икенсенән, ошо сәйәсәт өсөн материал база булып хеҙмәт иткән Халыҡ-ара валюта фонды кредиттары (2006 йылда дәүләттең валюта резервтары 869 млн долларға еткән булған).

Һөҙөмтәлә 1994—2004йылдарҙа кордобаның курсы 2,5 тапҡырға артҡан, аза, быға ҡағылышлы экспорт тауарҙарының хаҡы ҡырҡа күтәрелгән, ә импортланыусы тауарҙарға — һиҙелерлек төшкән. Илдең традицион етештереү тармаҡтары — миҫал өсөн, ҡәһүә етештереү — донъя баҙарында хаҡтар үҫеүенә ҡарамаҫтан, шул уҡ ҡәһүәгә, милли валютаның ғәҙәти булмаған курсы арҡаһында ҡыҫҡарыуға дусар ителә.

Никарагуаның аҡса берәмеге — кордоба. Бер кордоба = 100 сентаво. 2021 йылдың февраленә бер АҠШ доллары яҡынса 35 кордобаға тиң.

Валютаны банктарҙа йә аҡса алмаштырыу пунтарында алмаштырырға була. Һәр ерҙә лә доллар менән иҫәпләшеү мөмкинлеге бар. Евро бары тик банктарҙа ғына ҡабул ителә. Кредит карталарын илдең һәр ерендә сикләүһеҙ ҡулланырға була.

1980—1990 йылдарҙа Никарагуала 1979 йыл аҙағында власҡа килгән һул «сандинистар» менән Америка Ҡушма Штаттары асыҡтан-асыҡ яҡлаған «контрас» хәрәкәте араһында ғәмәлдә «иғлан ителмәгән һуғыш» бара.

Хәрби сығымдарҙың үҫеүе, һуғыш хәрәкәттәре һәм «контрас»тарҙың диверсиялары килтергән зыян һәм емерелеүҙәр киҫкен гиперинфляцияның төп сәбәбе була, 1988 йылда уның кимәле 30 мең процентҡа етә.

Һөҙөмтәлә бер нисә йыл дауамында быға тиклем сығарылған банкноттарға уларҙың номиналь хаҡын мең һәм тиҫтәләгән мең тапҡыр арттырған баҫма яһала.

Никарагуаның 1979 һәм 1985 йылдарҙағы кордобаһында 19871991 йылдарҙа ошондай баҫма ҡара төҫтәге ябай типография быяуы менән яһала. Ҡайһы бер осраҡта уларҙың сифаты бик тә түбән була: йә купюраның бер яғында ғына, йә ҡыйыш, йә баштан аяҡҡа әйләндерелеп, йә баҫылыуы насар кимәлдә. Ошо сәбәптән улар оҡшатып яһауға еңел бирелә, был иһә үҙ сиратында ялған аҡсаларҙың киң таралыуына килтерә.

Ҡаҙылма байлыҡтары

үҙгәртергә

Алтын, көмөш, баҡыр, вольфрам, ҡурғаш, цинк, никель, терегөмөш күп булмаған миҡдарҙа, океан ярҙары буйында нефть һәм газ табылған, хәҙерге ваҡытта көнбайыш компаниялар уларҙы үҙләштереү хоҡуғын алырға тырыша, әммә ятҡылыҡтарҙы үҙләштереүгә күрше илдәрҙең экологик йәһәттән хәүефләнеүе (бигерәк тә курорт-туристик тармағы ныҡ үҫешкән Коста-Рика) һәм ҡайһы бер нефть ятҡылыҡтары биләмәләренә турана-тура ҡағылған сик буйы бәхәстәре ҡамасаулай.

Тышҡы сәйәсәте

үҙгәртергә

XX быуаттың икенсе яртыһында Советтар Союзы йоғонтоһонда Никарагуала һул ҡараш идеялар ныҡлап тарала башлай. Был диктатор Самоса режимын яҡлаусы АҠШ менән ҡапма-ҡаршылыҡ тыуҙыра.

Хәҙерге ваҡытта Никарагуала Америкаға ҡаршы хәрәкәт көс йыя бара, был илдең Куба, Венесуэла, Боливия һәм ҡайһы бер башҡа дәүләттәр менән яҡынайыуына алып килә. Һуңғы осорҙа ил етәкселегендә шулай уҡ Рәсәйгә ҡарата йылы ҡараш көсәй бара, быға Совет хөкүмәтенең йомарт ярҙамы тураһындағы хәтирәләр ҙә булышлыҡ итә. СССР тарҡалғанда Никарагуаның бурысы 3,5 млрд АҠШ доллары тирәһе була (илдең һәр кешеһенә 1000 долларҙан аҙ генә кәмерәк). Был бурысты Рәсәй этаплап тулыһынса ғәмәлдән сығара.

Никарагуаның тышҡы сәйәсәте турана-тура ил президены Даниэль Ортего эшмәкәрлеге менән бәйле. Латин Америкаһы социализмы вәкилдәре Венесуэла — Куба — Боливия, шулай уҡ Эквадор — илдең төп сәйәси партнерҙары.

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының юғары суд инстанцияһы — Халыҡ-ара суд 2012 йылдың ноябрендә Кариб бассейнындағы утрауҙар төркөмөнә ҡағылышлы Колумбия менән Никарагуа араһында ун йылдан артыҡ дауам иткән бәхәскә нөктә ҡуйҙы: утрауҙарҙың Колумбияныҡы булыуы тураһында ҡарар ҡабул итте. Был ил ярҙарынан яҡынса 775 километр, ә Никарагуанан 230 километр алыҫлыҡтағы Ронкадор, Китасуэньо, Серрана, Серранилья, Бахо-Нуэво, Кайо-Боливар һәм Альбукерке утрауҙарын үҙ эсенә алған архипелаг, шулай уҡ уның тирә яҡ һыуҙары һәм диңгеҙ төбө Колумбияныҡы. Бер үк ваҡытта әйтелгән ҡарар менән Никарагуаның диңгеҙ сиге үҙгәртелде, уның территориаль һыу биләмәләре киңәйтелде. Был илгә балыҡ тотоуҙы арттырырға мөмкинлек бирә, нефть һәм газ ятҡылыҡтарына үтеү мөмкинлеген тыуҙыра. Ҡарарҙа шулай уҡ уның Коста-Рика һәм Гондурастың диңгеҙ сиктәренә һәм территориаль һыу биләмәләренә бер ниндәй ҡыҫылышы ла юҡлығы айырым билдәләнә.

Административ-территориаль бүленеше

үҙгәртергә
 
Никарагуа департаменттары

Ил территорияһы 15 департаментҡа һәм ике автономлы төбәккә бүленгән.

№ п/п Департамент Административ үҙәге Майҙаны,[48]
км²
Халҡы,[49]
кеше (2012)
Халыҡ тығыҙлығы,
кеше/км²
1 Боако Боако ҡалаһы 4 176,68 174 682 41,82
2 Карасо Хинотепе ҡалаһы 1 081,40 186 898 172,83
3 Чинандега Чинандега ҡалаһы 4 822,42 423 062 87,73
4 Чонталес Хуигальпа ҡалаһы 6 481,27 182 838 28,21
5 Эстели Эстели ҡалаһы 2 229,69 220 703 98,98
6 Гранада Гранада ҡалаһы 1 039,68 200 991 193,32
7 Хинотега Хинотега ҡалаһы 9 222,40 417 372 45,26
8 Леон Леон ҡалаһы 5 138,03 404 471 78,72
9 Мадрис Сомото ҡалаһы 1 708,23 158 020 92,51
10 Манагуа Манагуа ҡалаһы 3 465,10 1 448 271 417,96
11 Масая Масая ҡалаһы 610,78 348 254 570,18
12 Матагальпа Матагальпа ҡалаһы 6 803,86 542 419 79,72
13 Нуэва-Сеговия Окоталь ҡалаһы 3 491,28 243 014 69,61
14 Ривас Ривас ҡалаһы 2 161,82 174 589 80,76
15 Сан-Хуан Сан-Карлос ҡалаһы 7 473 95 596 12,79
16 Атлантик Төньяҡ төбәк (авт.) Пуэрто-Кабесас ҡалаһы 33 105,98 453 541 13,70
17 Атлантик Көньяҡ төбәк (авт.) Блуфилдс ҡалаһы 27 260,02 369 254 13,55
Всего 120 339,54 6 071 045 50,45

Иҫкәрмә: Ҡалған 9 150 квадрат километрҙы[50] һыу ятҡылыҡтары алып тора (айырыуса ҙур майҙанлы Никарагуа һәм Манагуа күлдәре.

Дәүләт байрамдары

үҙгәртергә

Никарагуаның һәр тораҡ пункты йылына бер тапҡыр үҙенең «фәрештә-һаҡлаусы»— «фиеста патрональ» көнөн билдәләй.

Илгә инеү ҡағиҙәләре

үҙгәртергә

2009 йылдан Никарагуа Рәсәй, Украина һәм донъяның тағы ла 70 дәүләте граждандары өсөн визаларҙы юҡҡа сығарҙы[51]. Илгә ингәндә 10 доллар, ә сыҡҡанда 35 доллар аэропорт йыйымы түләргә кәрәк (әгәр ул авиабилет хаҡына индерелмәгән булһа). Привикалар тураһында сертификат кәрәк түгел. Йорт хайуандарын индергәндә-сығарғанда тейешле документтар күрһәтергә һәм инеү-сығыуға рөхсәт өсөн 20 доллар түләргә кәрәк. Илгә 200 сигарет, йә 50 сигара, йә 500 грамм тәмәке, 3 литр спиртлы эсемлек, 2 кг кәнфит йә шоколад индерергә мөмкин. Тағы ла һәр береһен берәр дананан мини-компьютер, бинокль, фото, аудио- һәм видеотехника алып инергә була[52].

Урындағы халыҡ дөгөнән һәм үҙҙәрендә үҫкән төрлө йәшелсәнән әҙерләнгән ашамлыҡ ҡуллана. Отель һәм ресторандарҙа туристарға башлыса диңгеҙ продукттарынан торған аш-һыу тәҡдим ителә. Никарагуаның иң билдәле спиртлы эсемлеге — Флор Де Канья ромы, ул бөтә донъяға сығарыла.

Йолалары

үҙгәртергә

Никарагуала һәр тораҡ пункты йылына бер тапҡыр үҙенең фәрештә-һаҡлаусы — «фиеста патрональ» көнөн билдәләй. Был байрамда, мәҫәлән, Сан-Себастьянда ғинурҙа йәки Сантьягола июлдә уҙғарылғанында күп төрлө фольклор сығыштарға һәм маскарадлы күренештәргә таң ҡалырға була.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 http://cnig.gouv.fr/wp-content/uploads/2020/02/CNT-PVM_r%C3%A9vis%C3%A9_2020-01-27-1.pdf
  2. Институт статистики ЮНЕСКО
  3. (unspecified title) (ирл.) — 2006.
  4. https://www.workwithdata.com/place/nicaragua
  5. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/northamerica
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 https://rulers.org/ruln2.html#nicaragua
  7. https://www.ncnk.org/sites/default/files/content/resources/publications/NCNK_Issue_Brief_DPRK_Diplomatic_Relations.pdf
  8. https://www.interpol.int/Member-countries/WorldИнтерпол.
  9. https://www.interpol.int/Who-we-are/Member-countries/Americas/NICARAGUA
  10. https://www.opcw.org/about-opcw/member-states/Организация по запрещению химического оружия.
  11. https://www.opcw.org/about-us/member-states/nicaragua
  12. http://www.unesco.org/eri/cp/ListeMS_Indicators.asp
  13. http://www.upu.int/en/the-upu/member-countries.html
  14. https://www.upu.int/en/Universal-Postal-Union/About-UPU/Member-Countries?csid=-1&cid=217
  15. https://www.itu.int/online/mm/scripts/gensel8
  16. http://icdo.org/who-we-are/members/member-states.html
  17. https://public.wmo.int/en/members/nicaragua
  18. https://www.who.int/choice/demography/by_country/en/
  19. https://www.wcoomd.org/-/media/wco/public/global/pdf/about-us/wco-members/list-of-members-with-membership-date.pdf — Б. 2.
  20. (unspecified title)
  21. 21,00 21,01 21,02 21,03 21,04 21,05 21,06 21,07 21,08 21,09 21,10 21,11 21,12 21,13 21,14 21,15 21,16 21,17 21,18 21,19 21,20 21,21 21,22 21,23 (unspecified title)Бөтә донъя банкы мәғлүмәттәре базаһы.
  22. 22,0 22,1 https://data.worldbank.org/indicator/NY.GDP.MKTP.CDДонъя банкы.
  23. Отчёт о развитии человечестваПрограмма развития ООН, 2022.
  24. Отчёт о развитии человечестваПрограмма развития ООН, 2022.
  25. http://data.worldbank.org/indicator/SL.UEM.TOTL.ZS
  26. http://chartsbin.com/view/edr
  27. 27,0 27,1 27,2 World Plugs / под ред. Международная электротехническая комиссия
  28. Институт статистики ЮНЕСКО
  29. https://data.worldbank.org/indicator/SI.POV.GINI
  30. Институт статистики ЮНЕСКО
  31. https://www.eiu.com/n/campaigns/democracy-index-2020/
  32. 32,00 32,01 32,02 32,03 32,04 32,05 32,06 32,07 32,08 32,09 32,10 32,11 32,12 32,13 32,14 32,15 https://www.bti-project.org
  33. 33,0 33,1 https://bti-project.org/en/reports/country-dashboard/NIC
  34. https://happyplanetindex.org/countries/?c=NIC
  35. 35,0 35,1 35,2 35,3 International Numbering Resources Database: ITU-T E.129 National-only numbers linked with emergency services and other services of social value / под ред. Международный союз электросвязи
  36. Международный Суд ООН постановил, что семь спорных островов в Карибском море принадлежат Колумбии, а не Никарагуа // официальный интернет-сайт ООН от 19 ноября 2012
  37. Даниэль Ортега побеждает на выборах президента Никарагуа. Российская газета. Дата обращения: 16 апрель 2022. Архивировано 25 апрель 2022 года.
  38. С. А. Гонионский. Очерки новейшей истории стран Латинской Америки. М., «Просвещение», 1964. с. 269.
  39. Большой Энциклопедический Словарь (в 2 т.) / редколл., гл. ред. А. М. Прохоров. М., «Советская энциклопедия», 1991. Том 2. с. 31—32.
  40. Е. Ф. Ростов. Вся экономика планеты в цифрах и фактах: справочник. М., ООО «Издательство АСТ», ООО «Издательство Астрель», 2004. с. 475.
  41. Global Christianity (ингл.) (недоступная ссылка — история). The Pew Forum on Religion & Public Life (19 декабрь 2011). Дата обращения: 13 май 2013. Архивировано 22 май 2013 года. 2013 йыл 30 май архивланған.
  42. Christian Population as Percentages of Total Population by Country (ингл.). The Pew Research Center's Religion and Public Life Project (19 декабрь 2011). Дата обращения: 25 декабрь 2014. Архивировано из оригинала 7 ғинуар 2012 года. 2018 йыл 24 декабрь архивланған.
  43. Clifton L. Holland. Nicaragua // Religions of the World: A Comprehensive Encyclopedia of Beliefs and Practices / Мелтон Джон Гордон (J. Gordon Melton), Martin Baumann. — Oxford, England: ABC CLIO, 2010. — С. 2094. — 3200 с. — ISBN 1-57607-223-1.
  44. La primera mezquita en Nicaragua 2014 йыл 27 декабрь архивланған. (исп.)
  45. Строительство мечети в Никарагуа окружено слухами об источнике финансирования (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка)
  46. Nicaragua - Agriculture (ингл.). Country Studies. Дата обращения: 13 ноябрь 2011. Архивировано 12 октябрь 2011 года.
  47. Никарагуа на справочнике Внешней торговли oec.world. Дата обращения: 26 август 2019. Архивировано из оригинала 26 август 2019 года.
  48. División Política y Administrativa de Nicaragua (исп.). INETER. Архивировано 23 май 2013 года. 2013 йыл 23 май архивланған.
  49. Población Total, estimada al 30 de Junio del año 2012 (исп.). INIDE.gob.ni. Дата обращения: 13 февраль 2013. Архивировано 2 май 2013 года. 2013 йыл 2 май архивланған.
  50. Никарагуа. Дата обращения: 18 август 2012. Архивировано из оригинала 18 апрель 2012 года. 2012 йыл 18 апрель архивланған.
  51. Никарагуа отменяет визы для туристов. Дата обращения: 1 апрель 2009. Архивировано 16 октябрь 2013 года.
  52. Никарагуа — правила въезда и выезда. Дата обращения: 1 апрель 2009. Архивировано из оригинала 16 апрель 2009 года. 2009 йыл 16 апрель архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  NODES
admin 1
INTERN 2
Project 4