сентябрь
Дш Шш Шр Кс Йм Шб Йш
            1
2 3 4 5 6 7 8
9 10 11 12 13 14 15
16 17 18 19 20 21 22
23 24 25 26 27 28 29
30            
2024 йыл

Һарысай, сентябрь (лат. septem — ете) — григориан календары буйынса туғыҙынсы ай. 30 көнлөк дүрт айҙың береһе.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Һарысай атамаһы һары+ай һүҙҙәренән төҙөлгән. Был айҙы һары тип атайҙар, сөнки һарысайҙа үлән һәм ағастар япраҡтары һарғая.

Байрамдар, тантаналар

үҙгәртергә

Халыҡ-ара

үҙгәртергә
 
Ҡариҙел йылғаһы 2023 йылдың һарысайҙа.

Башҡортостан

үҙгәртергә

26 сентябрь — башҡорт халҡының XVII—XVIII быуаттарҙағы милли-азатлыҡ хәрәкәтендә һәләк булған милләттәштәребеҙҙе хәтергә алыу һәм ҡайғы көнө. Был көндә беҙҙең ғәййәр Салауат Юлай улы батырыбыҙ вафат булған.

Мосолман

үҙгәртергә

Ислам тәҡүимендәге календарь йылы григориан календарындағынан яҡынса 10 тәүлеккә ҡыҫҡараҡ. Шуға күрә айҙар тап килмәй. Ләкин мосолман тәҡүимендә айҙарҙың һаны шулай уҡ 12-гә тигеҙ. Һижри тәҡүименең етенсе айы — Рәжәб айы. Был ай — Харам айҙарҙан. Рәжәб айы Рамаҙан айына әҙерлек башланыуы булып тора. Ҡайһы бер ғөләмә, бер йылды ағас менән сағыштыра, унда Рәжәб айы — япраҡтар өлгөрөү ваҡыты, Шәғбән айында емеш күренә, ә Рамаҙан айында кешеләр был емештәрҙе йыя башлай.

Ваҡиғалар

үҙгәртергә

Башҡортостан

үҙгәртергә

17 (28) сентябрҙә Пугачев ихтилалы башлана. Был ихтилал башҡорт халҡына яңы батырҙарҙы бүләк итә, Башҡортостан тарихында ҙур эҙ ҡалдыра.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә


  NODES
Done 1