Сәләх әд-Дин
Әл-Мәлик ән-Насир Сәләх әд-Дунийа үә-д-Дин Әбү-л-Мозаффар Йософ ибн Әйүб (Салади́н) (ғәр. صلاح الدين يوسف ابن ايوب; тыуған: 1137—1138, Тикрит — 4 март 1193, Дамаск) — Мысыр һәм Сүриә солтаны, талантлы полководец, XII быуатта мосолмандар башлығы. Әйүбиҙәр династияһына баш һалған, улар заманында Мысырға, Сүриәгә, Ираҡҡа, Хижазға һәм Йәмәнгә идара иткән.
Сәләх әд-Дин Йософ ибн Әйүб | |||
ғәр. صلاح الدين يوسف ابن ايوب | |||
| |||
---|---|---|---|
1174 й. — 1193—1193, 4 март | |||
Алдан килеүсе: | титул барлыҡҡа килгән | ||
Дауамсы: | Әл-Әзиз Усман ибн Йософ | ||
| |||
1169, 23 март — 1174 | |||
Алдан килеүсе: | Әсәд әд-Дин Ширкух I ибн Шәди | ||
Дине: | Ислам, сөнни | ||
Тыуған: | 1137–1138 Тикрит, Ираҡ | ||
Үлгән: | 4 март 1193 Дамаск, Әйүбиҙәр Империяһы | ||
Ерләнгән: | Өмәйиҙәр, Дамаск, (Сүриә) | ||
Нәҫел: | Әйүбиҙәр | ||
Исеме: | ғәр. يُوسُف بن نجم الدين أيُّوب | ||
Атаһы: | Нәжм әд-Дин Әйүб ибн Шәди | ||
Әсәһе: | Ситт-аль-Мульк-хатун[d] | ||
Супруг: | Исмат ад-дин Хатун[d] | ||
Балалары: | Аль-Афдаль Али ибн Юсуф[d] Аль-Азиз Усман ибн Юсуф[d] Аз-Захир Гази[d] | ||
Европала, исеме улай булмаһа ла, Саладин булараҡ билдәле. Сәләх әд-Дин — ул лаҡап — тәҡүәлекте белдерә[1]. Мәликтең ысын исеме — Йософ ибн Әйүб (Йософ,Әйүп улы).
Әйүб дәүләтенә нигеҙ һалыусы (хәҙерге Мысыр, Сирия, Ливан, Фәләстән, Урду ерҙәре) Сәләхетдин, "Раушания" кабиләһе шәйехе (рәйесе) Нәжметдин Әйүбтең улы, 1138 йылда тыуа. Үҙен бөтөнләйе менән ғилем дә фәнгә бағышлай, ләкин яҙмыш уны һуғыш майҙанына сығара.
Нуретдин Ҙәни исемле сәрғәскәр сиреүендә бик мөһим бурыс ала. Башлаған һәр бер эшен еренә еткереп үтәүҙе үҙенә ғәҙәт итеп алған Сәләхетдин ҡыҫҡа ваҡыт эсендә юғары мәртәбәләргә эйә була һәм батша титулын ала. Оҙаҡ та үтмәй, үҙ биләмәләренең бәйһеҙлеген иғлан итә, дәүләт сиктәрен көсәйтеү эшенә керешә. Шулай итеп, тарих хаслылар (тәре йөрөтөүселәр) ғәскәрҙәренә ҡаршы тау кеүек ныҡ тора алырлыҡ ҡаһарманын әҙерләй. Сәләхетдин хаслы сиреүҙәре менән беренсе тапҡыр 1160 йылдар аҙағында осраша. Шунан һуң вафатына тиклем яҙмыш уны бер ҙә хаслыларға ҡаршы көрәш майҙанына сығара ҡушыла. Ул, ярһыған диңгеҙҙең тулҡындары кеүек, Көнбайыштан бертуҡтауһыҙ әйтергә мөмкин ябырылып килгән христиан ғәскәренән изге ҡала Кодты (Иерусалимды) һәм үҙ дәүләтен һаҡлау э-э-эй яҡлауҙы Аллаһ тарафынан яҙылған бер бурыс кеүек ҡабул итә һәм уны бөтә булған ихласлығы менән үтә.
Бихисап хаслы һөжүмдәрен кире ҡаҡҡанда, хаталарҙы тап тар-мар иткән һуғыштарҙа беренсе Сәләхетдиндең аҡылы, белеме, алдан күрә белеүе, талантлы ғәскәр башлығы булыуы күп тапҡыр иҫбатлана. Германия, Франция, Англия һәм башҡа христиан дәүләттәре ни тиклем генә тапҡыр Кодты мосолмандар ҡулынан тартып алабыҙ тип килһәләр дә, алдарына еңеп булмай торған ғәскәр башлығы Сәләхетдин сыға. Һөҙөмтәлә хаслы рыцарҙарҙың еңелеп табан ялтыратыуҙар ғәҙәти хәлгә әйләнә.
Сәләх әд-Дин солтандың ғүмер юлы тарихы теҙмәһе
үҙгәртергә- 1138- Месопотамия төбәгендәге Тикрит ауылына донъяға килә
- 1164, 1167-1168 -Мысырҙа яулап алыу яуҙарында ҡатнаша. Тәре һуғыштарына ҡаршы алыштарҙа ла көрәшә.
- 1169- Мысыр хәлифенең вәзире (министры) итеп тәғәйенләнә.
- 1171- Мысырҙағы Фатимиҙар хәлифәлеген буйһондороп, Әйүбиҙәр дәүләтенең нигеҙен һала.
- 1174- Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге хәлифәһе әл-Мостаҙи Сәләх әд-Дингә солтан вазифаһы бирә. Сәләх әд-Дин Дамаск (Шам) ҡалаһын яулай.
- 1182- Хәлебте буйһондора.
- 1186- Жәзирәне яулап ала.
- 1187- Ҡайруанды тулыһынса буйһондора.
- 1187- Хиттин төбәгендә тәре йөрөтөүселәрҙе тар-мар итеп, Ҡотдосто ала.
- 1188-1189- Сәләх әд-Диндең етәкселегендә Сүриә менән Фәләстин тәре йөрөтөүселәрҙән тулыһынса азат ителә.
- 1189-1192- Өсөнсө тәре һуғышына ҡаршы мосолмандар хәрәкәтенә етәкселек итә.
- 1192- Англия Короле Ричард I Арыҫлан Йөрәк Сәләх әд-Диндән еңелә, артабан улар бер-береһен ихтирам итеп, бик яҡшы мөнәсәбәттә була.
- 1193- Сүриәлә Дамаск ҡалаһында доньянан үтә.
Ғаиләһе
үҙгәртергәИмад әд-дин һүҙҙәренә ярашлы, Сәләх әд-дин 1174 йылда Мысырҙы ташлап киткәнсе, биш улға атай булып өлгөрә. 1170 йылда тыуған Әл-Афҙал - уның өлкән улы һәм 1172 йылда тыуған Әл-Әзиз Усман ибн Йософ (Усман]) Сәләх әд-дин менән Сүриә бергә китә. Өсөнсө улы, Әл-Ғази Заһир, һуңынан Алеппо хакимы була. Әл-Афҙалдың әсәһе 1177 йылда йәнә бер бала таба.
Ҡалғашанди мәғлүмәтенә ярашлы, 1178 йылда Сәләх әд-диндең ун икенсе улы тыуа, шул уҡ ваҡытта Имад әд-дин исемлегендә уныһы етенсе бала тип күрһәтелә.
Сәләх әд-Диндең 17 улы һәм бер ҡыҙы булған тип һанала. Әйүбиҙәрҙең тарихсыһы Ибн Кәсирәҫәрендә бирелгән исемлектә күренгәнсә уның балаларының исемдәре ошолай булған [2]
- Афҙал Нуреддин Әбү Хәсән Али (тыуған урыны - Мысыр), (тыуған йылы - 1170, июнь - 1225, июнь), Дамаск әмире (1193-1196)
- Әзиз (Ғәзиз) Имадеддин Фәтих Ғосман Әбүл (тыуған урыны -Мысыр), (тыуған йылы - 1172, ғинуар - 1198, ноябрь),Әйүбиҙәр Мысыр солтаны (1193-1198)
- Зафир Мозафареддин Әбүл Ғәббәс Хызыр (тыуған урыны -Мысыр), (тыуған йылы - 1173 апрелендә)
- Заһир Гияседдин Әбү Мансур Ғази (тыуған урыны -Мысыр), (тыуған йылы - 1173, апрель - 1216, октябрь ) Алеппо әйүбиҙәр әмире (1193-1216)
- Ғәзиз Фәтхетдин Әбү Яҡуп Исхаҡ (тыуған урыны -Дамаск), (тыуған йылы - 1174)
- Нәжмеддин Әбүл Фәтих Мәсуд (тыуған урыны - Дамаск), (тыуған йылы - 1175)
- Ағар Шәрәфеддин Әбү Йософ Яҡуп (тыуған урыны -Мысыр), (тыуған йылы - 1176)
- Заһир Мөжиреддин Әбү Сөләймән Дауыт, (тыуған урыны -Мысыр), (тыуған йылы - 1177)
- Мозаффар Ҡотбеддин Әбүл Фаҙыл Муса (тыуған урыны - Мысыр), (тыуған йылы - 1177)
- Әшрәф Мүиззеддин Әбү Абдулла Мөхәммәт (тыуған урыны -Дамаск), (тыуған йылы - 1179)
- Мүхсин Заһиреддин Әбүл Ғәббәс Әхмәт (тыуған урыны - Мысыр), (тыуған йылы - Бер мең бер йөҙ һикһән)
- Мүғәззәм Фәхреддин Әбү Мансур Тураншаһ (тыуған урыны - Мысыр), (тыуған йылы - 1181 июль, 1260 )
- Ғәлиб Нусайреддин Әбүл Фәтх Мәликшаһ (тыуған урыны - Дамаск), (тыуған йылы - 1182)
- Рүҡнеддин Әбү Сәйед Әйүб (тыуған урыны - Дамаск), (тыуған йылы - 1182)
- Мансур Әбү Бәкер (тыуған урыны - Һарран), (тыуған йылы - 1193)
- Мәрүән Нусайреддин (тыуған урыны - Дамаск), (тыуған йылы - 1193)
- Шади (тыуған урыны - Дамаск), (тыуған йылы - 1193 )
- Мунисә: ире - мәлик Камил бин Абдил.
Сәләх әд-Диндең хәҙерге заманда иҫтәлеге
үҙгәртергәСәләх әд-Дин, тәре йөрөтөүселәргә иң ҙур ҡаршылыҡ күрһәтеүсе, шул уҡ ваҡытта христиан Европаһында үҙенең рыцарь сифаттары өсөн ҙур хөрмәт ҡаҙана: яуҙа батырлығы һәм еңелгән дошмандарына ҡарата мәрхәмәтлелеге сифаты менән яулай ул ихтирамды. Тәре йөрөтөүселәрҙең төп юлбашсыларының береһе инглиз короле Ричард I Арыҫлан Йөрәк хатта уны дуҫ тиберәк тә атай.
Сәләх әд-Дин идара иткән осорҙа иң тәүге булып һүрәтләгән авторҙарҙың береһе - Әбү Шам әл-Мәҡдиси.
Сәләх әд-Дин Сәддам Хөсәйендең кумиры була, сөнки үҙе лә уның кеүек Тикритта, Тигр йылғаһы буйында донъяға килгән; Сәддаме осоронда Ираҡта Сәләх әд-Диндең шәхес культы хөкөм һөрә.
Сәләх әд-Динде хәҙерге киң масса мәҙәниәте лә ситтә ҡалдырмай, фильмдар һәм компьютер уйындары персонажы булып сығыш яһай. Киң йәмәғәт мәҙәниәтендә Сәләх әд-Дин полководец һәм Өсөнсө Тәре һуғышында сарациндар башлығы итеп күрһәтелә, шул уҡ ваҡытта уның башҡа данлы еңеүҙәре лә әҙ булмаған. Сәләх әд-Дин персонажы «Царство небесное» фильмында ла бар(2005, режиссёр Ридли Скотт, Саладина ролендә — Һәсән Массуд).
Саладин (Сәләх әд-Диндең заманса ҡушаматы) компьютер уйындарына ла йыш ҡына килеп инә: мәҫәлән, Age of Empires II һәм Stronghold Crusader, Stronghold Crusader. «Assassin’s Creed» компьютер уйынында Сәләх әд-Дин үҙе күренмәй, мәгәр урам һөрәнселәре уның исемен йыш телгә ала. Шулай уҡ Саладин Civilization IV, Civilization VI, Stronghold Crusader һәм Medieval II: Total War: Kingdoms уйындарында ла персонаж итеп алынған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Баха ад-Дин Абу-л-Махасин Йусуф ибн Рафии ибн Тамим. Саладин: Победитель крестоносцев / Пер. с араб. = النوادر السلطانية و المحاسن اليوسفية. — СПб: Диля, 2009. — 432 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-88503-890-4.
- Усама ибн Мункыз. Книга назидания. Пг., 1922 (переизд.: Москва, 1958).
- Альбер Шамдор. Саладин: благородный герой ислама / Перевод с французского Е. В. Кулешовой. — СПб.: Евразия, 2004. — 346 с. — (Clio). — 2000 экз. — ISBN 5-8071-0158-8.
- Александр Владимирский. Великий Саладин. Царство небесное. — М.: Яуза, Эксмо, 2013. — 544 с. — (Гении власти). — 2500 экз. — ISBN 978-5-699-66993-6.
- Петр Люкимсон. Саладин. — М.: Молодая гвардия, 2016. — 335 с. — (Жизнь замечательных людей). — 4000 экз. — ISBN 978-5-235-03922-6.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Baha ad-Din ibn Shaddad. The Rare and Excellent History of Saladin. — Ashgate, 2002. — ISBN 978-0-7546-3381-6.
- Bowman Alan K. Egypt After the Pharaohs. — 1986.
- Gabrieli Francesco. Arab Historians of the Crusades. — Routledge & Kegan Paul, 1984. — ISBN 978-0-710-20235-2.
- Gibb H.A.R. The Life of Saladin: From the Works of Imad ad-Din and Baha ad-Din. — Clarendon Press, 1973. — ISBN 978-0-86356-928-9.
- Gillingham John. Richard I // Yale English Monarchs. — Yale University Press, 1999.
- Grousset Rene. The Epic of the Crusades. — New York, 1970.
- Hindley Geoffrey. Saladin: Hero of Islam. — Pen & Sword, 2007. — ISBN 1-84415-499-8.
- Imad ad-Din al-Isfahani. Conquête de la Syrie et de la Palestine par Salâh ed-dîn / C. Landberg. — Brill, 1888.
- Lane-Poole Stanley. Saladin and the Fall of the Kingdom of Jerusalem. — Putnam, 1898.
- Lyons M. C. Saladin: the Politics of the Holy War. — Cambridge University Press, 1982. — ISBN 978-0-521-31739-9.
- Minorsky V. Studies in Caucasian history. — Cambridge University Press, 1957.
- Reston James. Warriors of God: Richard the Lionheart and Saladin in the Third Crusade. — New York: Anchor Books, 2001. — ISBN 0-385-49562-5.
- Runciman Steven. A History of the Crusades: Volume 2, The Kingdom of Jerusalem and the Frankish East. — Cambridge University Press.
- Shahnaz Husain. Muslim Heroes of the Crusades. — 1998. — ISBN 1-8979-4071-8.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- THE LIFE OF SALADIN AND THE FALL OF THE KINGDOM OF JERUSALEM (By Stanley Lane-Poole) In "btm" format 2009 йыл 4 март архивланған.
- Richard and Saladin: Warriors of the Third Crusade
- Rosebault Ch.J. Saladin. Prince of Chivalri
- De expugnatione terrae sanctae per Saladinum A European account of Saladin's conquests of the Crusader states.
- Saladin: The Sultan and His Times, 1138–1193 2012 йыл 11 декабрь архивланған.
- Исламское видео. Салахуддин аль-Аюби