Тамъян — башҡорт ҡәбиләһе.

Тамға

ХVII—ХIХ быуаттарҙа тамъяндар көньяҡҡа һәм төньяҡҡа бүленеп йәшәгән. Көньяҡта улар Ағи­ҙелдең урта ағымында һәм Нөгөш тамағында төпләнһә, төньяҡта Ағи­ҙел­дең үрге ағымында һәм Урал аръяғында көн күргән.

ХVI—ХVII быуаттарҙа уларҙың ерҙәре ярайһы уҡ киң булған, ошо хаҡта Тамъян улусының хатта Ыҡ буйында булыуы һөйләй. Тамъяндарҙың Мөлөт, Ҡуян, Мәсәғүт ырыуҙарына бүленеүе хаҡында мәғлүмәттәр бар.

Төп тамғалары булып даға, сыбыҡ һәм ирәк иҫәпләнгән. Ирәк — мөйөш билдәһенә оҡшаған тамға. Даға тамғаһы тамъяндарға ғына хас, бик боронғоларҙан иҫәпләнә. Сыбыҡ иһә ҡара-ҡыпсаҡтарҙыҡына оҡшаған һәм ҡаңлы ырыуыныҡына яҡын. Ирәк тамғаһы бөрйәндәрҙеке һымаҡ.

Урта быуаттарҙа тамъяндар башҡорттарҙың иң ҡеүәтле ырыу­ҙарынан иҫәпләнгән һәм, Көнгөр бургомистры Юхневтың мәғлүмәттәре буйынса, яҡынса 21 мең кешегә еткән.

Тамъяндар араһында ата-бабаларының ҡасандыр Алтай яғынан күсеп килеүе хаҡында әле лә һәр төрлө ҡомартҡылар һаҡланған. Ырыуҙың боронғо монголдарҙан сығыуын әле лә көньяҡ-көнсығыш Башҡортостан тамъяндары араһында тума формаһының йәшәүе лә раҫлай. Шулай итеп, тамъяндарҙың этник тарихы үтә ҡатмарлы. Алтай-Саян крайының этногенетик донъяһына барып тоташа. Тамъяндар, ысынлап та, монгол ҡәбиләләренең вариҫтары булып иҫәпләнә.

Мәғлүмәттәр буйынса, тамъян­дарҙың ата-бабалары ҡасандыр Димдең үрге ағымында йәшәгән. Һуңынан улар көньяҡҡа, Ағиҙел буйына күсенгән. Бөрйәндәр һәм түңгәүер­ҙәр кеүек, уларҙың байтағы ХlV быуатта Уралдың таулы-урманлы зонаһына һыйынған. Ҡалғандары иһә Ағиҙелдең көньяғында, Нөгөш тамағында тороп ҡалған. Былары ҡыпсаҡтар йоғонтоһона ныҡ бирелгән. ХV — ХVl быуаттарҙа Урал тауҙарынан Урал аръяғына күсенгәндәр. Әммә һуңыраҡ уларҙың Нөгөш, Дим, Өршәк буйҙарына кире әйләнеп ҡайт­ҡандары ла булған. Ике яҡҡа бүленһәләр ҙә, бәйләнеш өҙөлмәгән, бер-береһенә, йөҙҙәрсә саҡрым юл үтеп, ҡунаҡҡа йөрөшкәндәр. Хатта Урал аръяғына яңынан күсенеүселәр ҙә булған. Сөнки Димдә уларҙың күбеһе аҫаба булып иҫәпләнмәгән. Әле лә Нөгөштә йәшәгән тамъяндар үҙҙәренең ата-бабаларының Урал аръяғында йәшәгәнлеген хәтерләй.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә



  NODES