Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Тәрәүих намаҙы (ғәр. تراويح‎) — рамаҙан айының һәр көнөндә йәстү намаҙынан һуң витр намаҙынан алда ҡылына торған намаҙ.

Тәрәүих намаҙы егерме рәҡәғәттән тора. Ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн сөннәт ғәмәл. Был намаҙ Рамаҙан айы көндәрендә генә ҡылына. Ауырыу йәки юлсы булыу сәбәбе менән ураҙа тотмағанда ла тәрәүих намаҙын ҡылыу сөннәт.

Намаҙҙың мәсеттә йәмәғәт менән бергә ҡылыныуы сөннәт һәм сауабы күберәк тип иҫәпләнә. Өйҙә яңғыҙ йәки йәмәғәт менән дә ҡылырға мөмкин. Хәҙрәти Мөхәммәт Пәйғәмбәребеҙ түбәндәгесә бойорған:

«Фазиләтенә ышанып һәм сауабын көтөп, Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн Рамаҙан кисәләрен ғибәҙәт менән үткәргән (тәрәүих ҡылған) кешенең гонаһтары ғәфү ителер»

.

Тәрәүих намаҙы йәстү намаҙынан һуң ҡылына. Йәстүнән алда ҡылыу дөрөҫ түгел. Витр намаҙы Рамаҙан айында тәрәүихтан һуң ҡылына. Тәрәүихтан алда ла ҡылырға мөмкин.

Йәстү намаҙының фарызын һәм һуңғы сөннәтен тамамлағандан һуң тәрәүих намаҙына баҫалар.

Тәрәуих намаҙаның ҡылыныуы

үҙгәртергә

Рамаҙан айының һәр көнөндә йәстү намаҙынан һуң витр намаҙынан алда тәрәүих намаҙы уҡылырға тейеш. Тәрәүих намаҙы барлығы 20 рәҡәғәттән тора.

Ул икешәр рәҡәғәт итеп унға бүлеп, йәки дүртәр рәҡәғәт итеп бишкә бүлеп уҡыла.

Тәрәүих намаҙын яңғыҙ ҙа уҡырға була, ләкин йәмәғәт менән мәсеттә уҡыу сөннәт. Тәрәүих намаҙы йәмәғәт менән уҡылған ерҙә витр намаҙы ла йәмәғәт менән уҡыла.

Тәрәүих намаҙының дүрт рәҡәғәтен уҡыған һайын, шул рәҡәғәттәрҙе уҡыған ваҡыт самаһы ял итеп тороу сөннәт.

Тәрәүих намаҙы йәмәғәт менән уҡылған ерҙә витр намаҙы ла йәмәғәт менән уҡыла.

Имам барлыҡ ҡыйрәттәрҙе лә ҡысҡырып уҡыр. Тәрәүих намаҙының дүрт рәҡәғәтен уҡыған һайын, шул рәҡәғәттәрҙе уҡыған ваҡыт самаһы ял итеп тороу сөннәт.

Йәстү намаҙынан һуң, ниәтләйбеҙ; 20 рәҡәғәт тәрәүих намаҙының 4 рәҡәғәтен Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн үтәргә йүнәлдем ҡибла тарафына (имам менән уҡығанда, ойоном ошо имамға, — тип әйтелә), Халисан лилләһи тәғәлә, «Аллаһу Әкбәр» — тип, ҡалғанын башҡа намаҙҙар уҡыған кеүек дауам итәбеҙ.

1-се рәҡәғәттә Сүбехәнәкә, Әлхәм, унан һуң: Сәләәмүн ғәлә Нухин фил ғәәләмиин. Иннәә кәҙәликә нәжәҙил мүхсиниин, иннәһү мин ғибәәдинәл мүъминиин, — тип уҡыйбыҙ.

2-се рәҡәғәттә Әлхәм, унан һуң: Сәләәмүн ғәләә Ибераһиим. Кәҙәликә нәжәҙил мүхсиниин. Иннәһү мин ғибәәдинәл мүъминиин, — тип уҡыйбыҙ ҙа Әттәхийәткә ултырабыҙ, ярты Әттәхийәт уҡып, 3-сө рәҡәғәткә баҫабыҙ.

3-сө рәҡәғәттә Әлхәм, унан һуң: Сәләәмүн ғәләә Мүүсәә үә Һааруун. Иннәә кәҙәликә нәжәҙил мүхсиниин. Иннәһүмәә мин ғибәәдинәл мүъминиин.

4-се рәҡәғәттә Әлхәм, унан һуң: Сәләәмүн ғәләә Ильясин. Иннәә кәҙәликә нәжәҙил мүхсиниин. Иннәһү мин ғибәдинәл мүъминиин.

Тәрәүих намаҙының һәр 4 рәҡәғәтен уҡыған һайын ошо зекер әйтелә: «Сүбехәәнәҙил-мүлки үәл-мәләкүүт. Сүбехәәнәҙил-ғиззәти үәл-ғәҙәмәти үәл- ҡудрәти үәл-кибрийәә, и үәл-жәбәрүүт. Сүбехәәнәл-мәликил-хәййилләҙи лә йәмүүт. Сүббүүхүн ҡүддүүсүр-раббүл-мәләәәәъикәти үәр-руух. Ләә иләәһи илләллааһу нәстәғфирул-лааһ. Нәс, әлүкәл-жәннәтә үә нәғуүҙү бикә минән-нәәр».

Мәғәнәһе: «Ерҙәге һәм күктәге мәхлүкәткә хужа булыусы Аллаһы Тәғәләне тәнзиә ҡыламын. Ғиззәт, ҡөҙрәт үә бик ололоҡ эйәһе булыусы Аллаһы Тәғәләне тәнзиә ҡыламын. Барлыҡ ғәләмдең падишаһы һәм мәңге тере Аллаһы Тәғәләне тәнзиә ҡыламын. Ул Аллаһы тәғәлә кәмселектәрҙән аз аттыр, барса фәрештәләрҙең үә Ябраил фәрештәнең Раббыһылыр. Бер Аллаһы Тәғәләнән башҡа һис Тәңре юҡ. Беҙ ул, Аллаһы Тәғәләнән гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡауын көтәбеҙ. Әй, Аллаһы, беҙ һинән йәннәтте һорайбыҙ. Тамуғтан һиңә һыйынабыҙ».

Тәрәүих намаҙҙары тамамланып, бишенсе тәсбих әйтелгәс, ошо доға (биссмиланан башлап) уҡылыр: «Аллааһүммә салли ғәләә Мүхәммәдиү үә ғәләә әәли Мүхәммәдиү үә сәллим Аллааһүммә зәййиннәә бизиинәтилиимәнии үә шәррифнәә бишәраафәтил-һидәәйәти үәл-ғирфәән. Үә әкримнәә бисыйаами шәһри Рамәдаан. Үәр-зүҡнәл-жәннәтә үәл-ғуфраан. Үә тәкәббәл миннәә тәрәәүиихәнәә йәә сүбэхәән. Үәс-тәжиб дуғааәнәә йәә хәннәән. Бифәдликә үә жүүдикә йәә мәннәән. Бирәхмәтикә йәә әрхәмәр-раахимиин».

Мәғәнәһе: «Йә, Раббым, Мөхәммәт ғәләйһиссәләмгә һәм уның өй йәмәғәттәренә Рәхмәт үә Сәләм ҡыл. Әй, Аллаһы, иман зиннәте менән зиннәтлә, үә йәнә ғилем үә тәүфиҡ менән шәрәфәтле ит. Үә Рамаҙан айының ураҙаһы менән хөрмәтле ит, беҙгә йәннәтте һәм ярлыҡауыңды насип ит. Әй, паҡ булыусы Аллаһы, беҙҙең тәрәүихтарыбыҙҙы ҡабул ит. Әй, Рәхмәт ҡылыусы үә һорамайынса биреүсе Аллаһы, фаҙылың һәм кәрәмең менән беҙҙең доғаларыбыҙҙы ҡабул ит. Әй, камил Рәхмәт ҡылыусы Аллаһы тәғәлә, һәр нәмә Рәхмәтең менән генә булалыр».

Ошонан һуң витр вәжиб намаҙы уҡыйбыҙ.

Тәрәуих намаҙын 8 (20 урынына) рәҡәғәт уҡыһаң да дөрөҫ. Намаҙ араһында тәсбих (зекерҙәрҙе) үҙгәртергә мөмкин.

Ошо тәсбихте уҡыһаң да була: «Сүбехәәнәҙил мүлки үәл мәләкүт. Сүбехәәнәҙил ғиззәти үәл ғәҙамәти үәл ҡүдрәти үәл кибрийәә и үәл жәбәрүт. Сүбехәәнәл мәликил мәғбүдү. Сүбехәәнәл мәликил мәҡысүдү. Сүбехәәнәл мәликил мәсжүдү. Сүбехәәнәл мәликил хәййилләҙи ләә йәнәәмү үәлә йәзәәлү үәләә йәмүтү әбәдәә. Сүббүхүн, ҡүддүсүр, раббәнәә үә раббүл мәләәәәъикәти үәр-рух. Ләәәә иләәһә илләәаллаһү нәстәғфируллааһ. Нәсъәлүкәл жәннәтә үә нәғүҙү бикә минәннәәр».

  • Ислам нигеҙҙәре. /Төҙөүсе, инеш һүҙ авторы Ф. Р. Хоҙайғолов. — Өфө : Китап, 2016. — 144 бит. ISBN 978-5-295-06400-5
  • Рәшиҙә Исхаҡи. Намаҙ уҡыу тәртибе. «Дәғүәт» нәшриәте. Нәшриәт рәисе Илшат Хәфизи. Корректор Хөрмәтулла хәҙрәт Буранбаев

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  NODES