Цимлян ГЭС-ы — Ростов өлкәһе Дон йылғаһында , Волгодонск һәм Цимлянск ҡалалары янында урынлашҡан гидроэлектростанция. 1949-1954 йылдарҙа планлаштырылған Волга-Дон йылғаларында суднолар йөрөү ҡоролмаларын башлыса Гулаг ҡул көсө менән төҙөү -«бөйөк коммунизм төҙөлөштәренең» береһе булып тора. Был эш мөһим иҡтисади мәғәнәгә эйә:түбәнге Донда эре тоннажлы судноларҙы йөрөтөү менән бер рәттән Волга-Дон каналы ҙур ҡоро ер массивын һуғарыу эшен, уларҙы һыу менән тәьмин итеү, ташҡындан һаҡлау һәм электр энергияһы етештереү өсөн файҙаланыла. ГЭС ҡоролмаларының милексеһе (суднолар йөрөү өсөн шлюздарҙан тыш) — ООО «Лукойл-Экоэнерго».

Цимлян ГЭС-ы
Изображение
Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Урынлашҡан

Ростов өлкәһе Ростов өлкәһе

Йылға

Дон (йылға)

Собственник

ООО «Лукойл-Экоэнерго»

Статус

ғәмәлдә

Төҙөлә башлағын йыл

1949

Агрегаттарҙы сафҡа индереү йылдары

1952—1954

Төп характеристикалар
Йыллыҡ электр энергияһы етештереү , млн кВт·с

659,5

Электростанция төрө

йылға юлындағы быуа

Иҫәп баҫымы, м

17,5; 22

Электр ҡеүәте

211,5

Ҡорамалдар характеристикаһы
Турбина тибы

Боролоусан көрәкле турбина

Турбиналар һаны һәм маркаһы

2×ПЛ-30/877-В-660, 2×ПЛ 495-ВБ-660, 1×ПЛ 495-ВБ-225

Турбина аша сығым, м³/сек

4×268, 1×30,4

Генераторҙар һаны һәм маркаһы

3×СВ 1040/120-68, 1×СВ 1030/120-68, 1×ВГС 325/64-24

Генераторҙар ҡеүәте, МВт

3×52,5; 1×50; 1×4

Төп ҡоролмалары
Плотина төрө

ер; гравитациялы бетонлы

Плотина бейеклеге, м

35; 43,7

Плотина оҙонлоғо, м

12678; 495,5

Шлюз

есть

Бүлеүсе ҡорамал

110/220 кВ

Картала
Цимлян ГЭС-ы (Ростов өлкәһе)
Красная точка
Цимлян ГЭС-ы
Категория Викиһаҡлағыста

Тәбиғи шарттар

үҙгәртергә

Цимлян ГЭС-ы Дон йылғаһы тамағынан 309 км алыҫлыҡта урынлашҡан, был йылғалағы берҙән-бер гидроэлектростанция . ГЭС -ҡапҡасы янында һыу йыйыу өҫтө майҙаны 255 000 км² тәшкил итә (яҡынса йылға бассейны майҙанының 60 %). ГЭС урынлашҡан райондың климаты континенталь, һыуһаҡлағыс ҡоро дала һәм ярым дала зонаһында тора, уға ҡоролоҡ һәм ҡыуан елдәре хас. Һыуһаҡлағыс көҙгөһөндә һыу парға әйләнеү дәүмәле1000 мм иҫәпләнгәндә уртаса йыллыҡ яуым-төшөм күләме яҡынса 350—400 мм. Дондың һыу режимына яҙғы ташҡын ваҡытында күп күләмдә һыу килеүе хас, был ваҡытта йыллыҡ аҡманың уртаса күләме 72 % тиң. Йыллыҡ һыу сығымы Цимлян ГЭС-ы ҡапҡасы янында — 655 м³/с, уртаса йыллыҡ аҡма — 20,66 км³. Һыу сығымының максималь сығымы (был , 10 000 йылға бер тапҡыр ҡабатланырға мөмкин) 21 532 м³/с тиң баһалана. Барлыҡ күҙәтеүҙәр алып барылған осорҙа һыу сығымы 14 436 м³/с тәшкил икән. Түбәнге Донда Цимлян ГЭС-ынан башҡа үҙ составында ГЭС-һыҙ Николаев, Константиновский һәм Кочетовский һыуһаҡлағыстары урынлашҡан. Уларҙың төп бурысы — суднолар йөрөрлөк тәрәнлекте тәьмин итеү[1].

Дон йылғаһының уң яҡ яры Цимлян ГЭС-ы ҡапҡасы янында бейек , ә һул яры тәпәш. ГЭС бинаһы һәм һыу бушатыу плотинаһы Дон йылғаһының һул яҡ үҙәнендә (элекке Сусорово күлендә ГЭС плотинаһы өлөшләтә) урынлашҡан. Төҙөлөш проблемаларын хәл иткәндә был тәбиғи мөмкинлек йылға аҡмаһын йүнәлтергә ярҙам иткән, шулай уҡ төҙөлөш котлованын тоташтырыу эштәре күләмен әҙәйткән. Ер менән нығытылған һул яҡ яр плотинаһы башлыса үҙән өҫтө террасаларында тора, ә уң яғы — йылға үҙәнендә урынлаштырылған. ГЭС ҡоролмалары нигеҙендә , һыубаҫар үҙән сиктәрендә һәм йылға ағышында, ваҡ бөртөклө аллювиаль ҡом ята, улар 25-30 метр тәрәнлектәге мергель балсығы ҡатламы менән түшәлгән. Үҙән өҫтөндәге киртләс террасалар ҡом ҡатыш балсыҡлы лессо төрөндәге тоҡомдарҙан тора.[2][3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Правила, 2014, с. 2—4, 41, 452—4, 41, 45
  2. Правила, 2014, с. 64-6564-65
  3. Гидроэлектростанции России, 1998, с. 243-248243-248
  NODES