10 июль
көнө
10 июль — григориан стиле буйынса йылдың 191-се (кәбисә йылында 192-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 174 көн ҡала.
10 июль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
10 июль Викимилектә |
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Багам Утрауҙары: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Мавритания: Армия көнө.
- Монголия: Дәүләт флагы көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Хәрби дан көнө. Рәсәй империяһы армияһының Полтава һуғышында шведтарҙы ҡыйратыуы (1709).
- Уругвай: Атайҙар көнө.
- Япония: Натто (соя борсағынан әҙерләнгән ашамлыҡ) көнө.
- Беларусь: Һалым органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1925: СССР-ҙың Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумы һәм СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарары менән Советтар Союзының Телеграф агентлығы — ТАСС ойошторола.
- 1930: Мәскәү дәүләт китапхана институты (хәҙер Мәскәү дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университеты) асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Мальцев Михаил Васильевич (1910—19.10.1972), нефтсе, ғалим-геолог, хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1940—1949 йылдарҙа «Туймазанефть» тресының геология бүлеге начальнигы. Туймазы, Серафимовка, Баулы нефть ятҡылыҡтарын, Ырымбур газ ятҡылығын асыуҙа ҡатнашыусы. Геология-минералогия фәндәре кандидаты (1966). СССР-ҙың 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Сталин премияһы лауреаты (1946). Ленин (1948), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1942, 1960) ордены кавалеры.
- Әхиәруллин Исмәғил Әхиәр улы (1910—7.05.2004), хәрби хеҙмәткәр, хужалыҡ эшмәкәре. 1941 йылдан СССР-ҙың дәүләт именлеге органдары хеҙмәткәре, шул иҫәптән Башҡорт АССР-ы Именлек министрлығының Яңауыл һәм Баҡалы районындағы бүлектәре начальнигы; 1954—1970 йылдарҙа Дәүләкән районы «Дәүләкән» совхозы директоры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
тулы исемлек
- Оргин Константин Петрович (1910—5.10.1964), хужалыҡ эшмәкәре. 1958 йылдан Күмертау районының «Башкируголь» колхозы рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Әхтәмов Хәсән Баһҙый улы (1925—30.05.1944), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсы, рядовой. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).
- Ғисмәтуллин Рәүил Ғөбәй улы (1935—2007), ауыл хужалығы алдынғыһы. Көйөргәҙе районы Киров исемендәге колхоздың элекке баш агрономы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы (1974). Октябрь Революцияһы һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Яңы Мораптал ауылынан.
- Андреева Лидия Николаевна (1945), ғалим-физик-химик. 1968 йылдан хәҙерге Нефть-химия эшкәртеү институты хеҙмәткәре, 1986 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһының Себер бүлексәһе Нефть химияһы институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Химия фәндәре докторы (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Асҡар ауылынан.
- Чигрин Иван Дмитриевич (1945—25.04.1999), ғалим-тарихсы. 1973 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1987 йылдан тарих факультеты деканы, бер үк ваҡытта 1995 йылдан яңы һәм иң яңы тарих кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (1994), профессор. (1996). СССР юғары мәктәбе отличнигы (1988). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Немец-Волынск ауылынан (1960-сы йылдарҙа бөткән).
- Хасанова Эльмира Рәмил ҡыҙы (1985), спортсы. Шахмат буйынса халыҡ-ара гроссмейстер (2008), халыҡ-ара мастер (2001), ФИДЕ (Халыҡ-ара шахмат федерацияһы) мастеры, 1999). Венгрияла (Будапешт, 2005) һәм Украинала (Алушта ҡалаһы, 2007) халыҡ-ара турнирҙар еңеүсеһе, һәүәҫкәрҙәр араһында донъя чемпионатының көмөш призёры (1997), Европа чемпионаттарының бронза призёры (1999—2003). Сығышы менән Баймаҡ ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ҡолбарисов Фәтих Әкрәм улы (10.7.1921—7.10.1981), театр актёры. 1941—1981 йылдарҙа хәҙерге Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры актёры. Татар АССР-ының атҡаҙанған артисы (1968) һәм Ғабдулла Туҡай исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1958). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Сабай ауылынан.
- Әхмәтйәнов Камил Минһажетдин улы (1921—19.07.2016), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, сик буйы ғәскәрҙәренең диңгеҙ частәре, партия, профсоюз һәм ДОСААФ органдары ветераны. 1953—1965 йылдарҙа КПСС-тың Белорет ҡала комитеты инструкторы, 1967—1979 йылдарҙа Белорет металлургия комбинаты тимер юл цехының профсоюз комитеты рәйесе урынбаҫары. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Белорет ҡалаһы һәм Белорет районының почётлы ветераны. Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Үрге Урал ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Рыжов Алексей Андреевич (1931), ғалим-инженер-механик. 1955—2013 йылдарҙа «Мотор» ғилми-производство предприятиеһының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1958 йылдан төп конструктор, 1962 йылдан баш конструктор урынбаҫары, 1983 йылдан баш конструктор, 1989 йылдан — баш конструктор—генераль директор, 1992 йылдан — генераль конструктор, 2000 йылдан — баш консультант, бер үк ваҡытта 1987—2013 йылдарҙа Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1995), техник фәндәр докторы (1997). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1975) һәм атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (1995). СССР-ҙың Дәүләт премияһы (1988), Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (1999) лауреаты. Октябрь Революцияһы (1985) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) ордендары кавалеры.
- Исламаев Исламғол Исламаевич (1936—26.08.2017), мәғариф хеҙмәткәре. 1971—1997 йылдарҙа Нефтекаманың 1-се урта мәктәбе директоры. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1970), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1992). Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (1997).
- Малухин Павел Матвеевич (1936—?), спортсы. 1960—1962 йылдарҙа саңғы спорты буйынса РСФСР-ҙың, 1961 йылда — СССР йыйылма командаһы ағзаһы; 1963 йылдан — тренер, шул иҫәптән 1964 йылдан саңғы спорты буйынса СССР-ҙың йәштәр йыйылма командаһы тренеры. Республика категорияһындағы судья (1969). Саңғыла ярышыу буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1960), Почётлы спорт мастеры (1996, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районы үҙәге Яңы Балаҡатай ауылынан.
- Власова Наталья Александровна (1956), ғалим-терапевт. 1991 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2008), профессор (2010). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (2012). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Бойчев Игорь Николаевич (1927—14.07.1999), инженер-технолог. 1949 йылдан Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең инженер-технологы, өлкән инженер-технологы, 1952 йылдан цех начальнигы урынбаҫары, 1956 йылдан — бүлек, 1961 йылдан — цех начальнигы, 1966 йылдан — директорҙың «М-412» двигателдәрен етештереү буйынса урынбаҫары, 1988—1990 йылдарҙа инженер-конструктор. СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1974). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры.
- Фәтхуллин Әшрәф Әхмәт улы (1927—26.12.2004), таусы. 1950—1982 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатының Сибай карьеры машинисы, бригадиры һәм мастеры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971), СССР-ҙың почётлы горнягы (1967).
тулы исемлек
- Алкснэ Арнольд Эдуардович (1932—21.11.1998), ғалим-геолог. 1967—1978 йылдарҙа Өфө нефть институты уҡытыусыһы. Геология-минералогия фәндәре докторы (1981), профессор (1986).
- Крохалев Леонид Петрович (1937), Рәсәй Федерацияһы нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре.
- Сабина Людмила Владимировна (1947), педагогик хеҙмәт ветераны. 1965—2005 йылдарҙа Хәйбулла районы Яңы Ергән урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1988—1995 йылдарҙа — директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1991). Сығышы менән ошо райондың Подольск ауылынан.
- Хәкимов Марат Нурый улы (1952), дәүләт именлеге органдары ветераны, подполковник (1996). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2009). Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (1977) һәм Рәсәйҙең 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (2000) менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Этҡол ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Бирюков Владимир Павлович (1888—18.06.1971), Уралды өйрәнеүсе тарихсы, лексикограф, археолог, фольклорсы, 30-ҙан артыҡ китап һәм брошюра авторы, 1955 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге Ҡурған өлкәһе Далматов районының Першин ауылынан.
- Ғәҙелшин Хәмит Ғабдулла улы (1923—10.01.2000), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, элемтәсе. Полковник. Советтар Союзы Геройы (1944). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бишбүләк районының Айыт ауылынан.
тулы исемлек
- Кузьмин Иван Максимович (1923—?), нефтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1956—1984 йылдарҙа «Октябрьскнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының скважиналарҙы капиталь ремонтлау цехы эшсеһе. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Туймазы районының Никитинка ауылынан.
- Пучкин Петр Егорович (1928—?), нефтсе. 1949—1988 йылдарҙа Туймазы геология-эҙләнеү контораһы быраулаусыһы, өлкән инженеры, партия начальнигы, вышка монтажлау цехы инженеры, контора директоры урынбаҫары. СССР нефть сәнәғәтенең почётлы нефтсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Федоровка районының Семиндяев ауылынан.
- Боруленков Пётр Егорович (1933—17.11.2014), инженер-технолог, йәмәғәтсе. 1956—1989 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1970 йылдан — Нефтехимия производстволары заводы директоры. 1973—1975 йылдарҙа ҡала советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1978), СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1984), СССР нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәтенең иң яҡшы рационализаторы (1983). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1980). Сығышы менән хәҙерге Мәскәү өлкәһе Уразов ауылынан.
- Зәйнуллин Зәки Лотфулла улы (1933—4.03.2021), инженер-ғалим, 1952—1988 йылдарҙа хәрби хеҙмәткәр, полковник, яҙыусы һәм йәмәғәтсе. Техник фәндәр докторы (1985). Татарстан Яҙыусылар союзы ағзаһы (1994 йылдан), республиканың Ғаяз Исхаҡи һәм Һаҙи Атласи исемендәге премиялары лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районының Стәрлебаш ауылынан.
- Ырыҫбаева Рәхимә Ғаяз ҡыҙы (1938), малсы, күп балалы әсә. 1962—1994 йылдарҙа Хәйбулла районы «Степной» совхозы һауынсыһы. «Почёт Билдәһе» (1982), 2-се (1981) һәм 3-сө дәрәжә (1977) «Әсәлек даны» ордендары кавалеры. Коммунистик хеҙмәт ударнигы (1982). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Әлки районы Садиҡ ауылынан.
- Аллағолова Ырыҫбикә Рәхимйән ҡыҙы (1948), педагог, йәмәғәтсе. 1970 йылдан Хәйбулла районы мәктәптәре, шул иҫәптән Сиҙәм мәктәбе уҡытыусыһы, 1984 йылдан — директоры; 1998—2004 йылдарҙа район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы. 2007 йылдан Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының район ойошмаһы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының (2003) һәм Башҡортостан Республикаһының (1996) атҡаҙанған уҡытыусыһы. Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы (1994). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районының Ҡаҙырша ауылынан.
- Ғәликәев Әхмәтмөнир Һәүбән улы (1948), мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1981—2008 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Хор капеллаһы, музыка үҙәге директоры, филармония директоры урынбаҫары, администраторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Шишмә районының Йәрми ауылынан.
- Минһажев Әнис Ғилемйән улы (1948), хоҡуҡ һаҡлау органдары ветераны, отставкалағы милиция полковнигы. 1993—1995 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының Дәүләт автоинспекцияһы идаралығы, 1995—2002 йылдарҙа Нефтекама ҡала эске эштәр идаралығы начальнигы. Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы (1998).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Әбдиев Нәзир Закир улы (1934—16.06.2009), йырсы (лирик‑драматик тенор). 1965–1994 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Башҡорт АССР‑ының халыҡ артисы (1990). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Бүләкәй ауылынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1765: Пётр Багратион, Рәсәй империяһының хәрби эшмәкәре, генерал, кенәз, 1812 йылғы Ватан һуғышы геройы.
- 1830: Камиль Жакоб Писсарро, Франция рәссамы.
тулы исемлек
- 1835: Генрик Венявский, Польша музыканты, композитор, полонез һәм мазуркалар авторы.
- 1855: Аграфена Крюкова, рус халыҡ әкиәттәрен һөйләүсе, әкиәт һәм былиналар йыйыусы.
- 1856: Никола Тесла, физик-инженер, уйлап табыусы.
- 1890: Вера Инбер, СССР шағиры, яҙыусы, тәржемәсе, журналист.
- 1895: Карл Орф, Германия композиторы, педагог.
- 1905: Лев Кассиль, СССР яҙыусыһы. Сталин премияһы лауреаты (1951).
- 1920: Владимир Балашов, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1955).
- 1920: Оуэн Чемберлен, АҠШ физигы, атом бомбаһын эшләүселәрҙең береһе, 1959 йылғы Нобель премияһы лауреаты.
- 1925: Мәхәтхир Мөхәмәт, Малайзияның дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, 2018 йылдан илдең премьер-министры.
- 1970: Джейсон Орандж, Англия йырсыһы, гитарист, йырҙар авторы, актёр, «Take That» төркөмөнең элекке ағзаһы.
- 1970: Джон Симм, Англия актёры.
- 1980: Джессика Симпсон, АҠШ йырсыһы, актриса, телетапшырыуҙар алып барыусы, дизайнер.
- 1985: Марио Гомес, Германия футболсыһы.
- 1938: Ғабдулла Амантай, башҡорт балалар яҙыусыһы; әҙәбиәт, фольклор өйрәнеүсе; йәмғиәт эшмәкәре. Сәйәси репрессия ҡорбаны.
- 1938: Булат Ишемғол, башҡорт совет яҙыусыһы. Сәйәси репрессия ҡорбаны.
тулы исемлек
- 1938: Ғисмәтуллин Абдулла (Ғабдулла) Төхфәтулла улы, ғалим, совет дәүләт эшмәкәре. Башҡортостан халыҡ мәғәрифе комиссары, Башҡорт АССР-ы Үҙәк статистика идаралығы етәксеһе. Сәйәси репрессия ҡорбаны.
- 1938: Ғөбәй Дәүләтшин, дәүләт эшмәкәре һәм яҙыусы. Сәйәси репрессия ҡорбаны.
- 1938: Вәлиулла Мортазин-Иманский, БАССР-ҙың халыҡ (1922) һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1935) артисы. Сәйәси репрессия ҡорбаны.
- 1938: Төхфәт Йәнәби, башҡорт совет шағиры, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре. Сәйәси репрессия ҡорбаны.
- 1938: Ғәзиз Әлмөхәмәтов, башҡорт йырсыһы, композитор, БАССР-ҙың халыҡ артисы (1929). Сәйәси репрессия ҡорбаны.
- 2007: Әхмәт Лотфуллин, СССР-ҙың (1989) һәм РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы (1982), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1966), Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1982).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә10 июль Викимилектә | |
10 июль Викияңылыҡтарҙа |