15 июль
көнө
15 июль — григориан стиле буйынса йылдың 196-сы (кәбисә йылында 197-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 169 көн ҡала.
15 июль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
15 июль Викимилектә |
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Бөтә донъя йәштәр оҫталығы көнө.
- Төркиә: Демократия һәм халыҡ берҙәмлеге көнө.
- Швеция: Шарлауыҡтар көнө.
- Әзербайжан: Һабантуй көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Хәрби экологтар көнө.
- 1795: «Марсельеза» Францияның дәүләт гимны итеп рәсмиләштерелә.
- 1911: Ырымбур губернаһының Троицк ҡалаһында мосолмандар өсөн төрки телендә «Аҡмулла» исемле рәсемле сатирик һәм юмористик журнал сыға башлай.
тулы исемлек
- 1930: Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы «Республикала умартасылыҡты үҫтереү тураһында» тигән ҡарар ҡабул итә.
- 1931: ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһы Өфөлә мотор заводы асыу тураһында ҡарар ҡабул итә.
- 1933: Башҡортостанда тәүге даими авиация линияһы (Өфө—Стәрлетамаҡ—Мәләүез—Мораҡ—Баймаҡ—Магнитогорск—Белорет—Өфө) асыла.
- 1941: Өфө витамин заводы (хәҙер «Фармстандарт-Уфавита» йәмғиәте) эш башлай.
- 1990: Бөтә Рәсәй дәүләт теле- һәм радио тапшырыуҙар компанияһы (ВГТРК) ойошторола.
- 2010: Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов отставкаға китә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Билалов Фидаил Шәйхислам улы (1925), спортсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Парашют спорты буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1958). Шәхси зачётта РСФСР зона беренселегенең көмөш призёры һәм команда зачётында еңеүсе (1957). 1000 метр бейеклектән билдәләнгән урынға аныҡ төшөү буйынса төркөмләп төнгө һикереүҙәрҙә донъя рекордсыһы (1960). 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Әмин ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ткаченко Яков Тарасович, (1906—15.10.1979), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкының батальон командиры урынбаҫары, капитан. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Золотоношка ауылынан.
- Ишҡолов Ғәтиәт Абдулла улы (1916—10.12.1944), совет-фин (1939—1940) һуғышында ҡатнашҡан һәм Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, танкист, үҙйөрөшлө артиллерия ҡулайламаһы командиры, өлкән лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).
тулы исемлек
- Юмалин Бәҙретдин Әбделғазы улы (1926—19.01.1994), ауыл хужалығы эшмәкәре, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1968—1986 йылдарҙа Ейәнсура районы «Заветы Ильича» колхозы рәйесе. Башҡорт АССР-ының унынсы саҡырылыш (1980—1985) Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981). Октябрь Революцияһы (1986), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973, 1976) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Сәғит ауылынан.
- Муллаҡаева Нурия Камалетдин ҡыҙы (1931—4.11.2000), хеҙмәт алдынғыһы, йәмәғәтсе. 1968—1982 йылдарҙа Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты Сибай тау-байыҡтырыу фабрикаһының флотаторҙар бригадаһы етәксеһе. Башҡорт АССР-ының һигеҙенсе (1971—1975) һәм туғыҙынсы (1975—1979) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976).
- Нажия Аллаярова (1936), йырсы. 1967—1991 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1982), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1977) артисы. Бөтә Рәсәй эстрада артистары конкурсы дипломанты (Мәскәү, 1960). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2017).
- Плеханова (Никитина) Татьяна Ивановна (1941—2.06.2005), ғалим-фармакогност. 1983 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институтының ботаника һәм фитотерапия нигеҙҙәре курсы менән фармакогнозия кафедраһы мөдире. Фармакология фәндәре докторы (1997), профессор (1997). Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2003). Сығышы менән хәҙерге Хабаровск крайының Амурҙағы Николаев ҡалаһынан.
- Зыкина Рәйсә Фәрит ҡыҙы (1946), матбуғат һәм журналистика ветераны, яҙыусы, йәмәғәтсе. 1980 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. 1971—1978 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең «Салаватский нефтехимик» («За передовую технику») күп тиражлы гәзите хеҙмәткәре, 1978 йылдан мөхәррире һәм баш мөхәррире. 1994—2008 йылдарҙа «Известия Башкортостана» һәм «Республика Башкортостан» гәзиттәренең үҙ хәбәрсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1996).
- Ҡасимова Миңнур Мөхәмәтйән ҡыҙы (1966), уҡытыусы, яҙыусы һәм үҙешмәкәр композитор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2008).
- Хафизов Фәнил Шамил улы (1956) ғалим-химик-технолог. 1980—1982 йылдарҙа һәм 1987 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2007 йылдан янғын һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеге кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1997), профессор (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2002). Сығышы менән хәҙерге Бәләбәй районындағы Приют ҡала тибындағы ҡасабаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Сыртланова Мәғүбә Хөсәйен ҡыҙы (1912—1.10.1971), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы, гвардия өлкән лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1946).
- Эйгенсон Александр Сергеевич (1912—4.04.1999), ғалим-химик-технолог. 1947 йылдан Өфө нефть сәнәғәте ғилми-тикшеренеү институтының баш технологы, директорҙың фәнни эштәр буйынса урынбаҫары, бер үк ваҡытта Өфө нефть институты уҡытыусыһы; 1954 йылдан Өфө нефть эшкәртеү заводының баш инженеры; 1956—1976 йылдарҙа (өҙөклөк менән) үҙе ойошторған Башҡортостан нефть эшкәртеү ғилми-тикшеренеү институты директоры. Техник фәндәр кандидаты (1949). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1966), СССР-ҙың почётлы нефтехимигы (1976). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1952, 1955) ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Ибраһимов Шамил Шамил улы (1922—20.04.1993), хор дирижёры, композитор, педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1952—1960 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Радиотапшырыуҙар һәм телевидение буйынса комитет хеҙмәткәре, бер үк ваҡытта 1958 йылға тиклем Башҡорт дәүләт филармонияһында хормейстер, художество етәксеһе, 1968 йылға тиклем — Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. 1958 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1972). Сығышы менән Шишмә ҡасабаһынан.
- Әхмәтйәнов Денис Сабир улы (1937—2008), журналист, йәмәғәтсе. Бәләбәй ҡалаһының «Вперед» гәзитенең элекке бүлек мөдире, мөхәррир урынбаҫары һәм мөхәррире, «Белебеевские известия» гәзитенең элекке хаттар бүлеге мөхәррире. Бер нисә саҡырылыш ҡала Советы депутаты. «Илһам шишмәләре» төбәк-ара шиғри фестивален ойоштороусыларҙың береһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылынан.
- Ғәбитова Мәҙинә Хәмзә ҡыҙы (1947), фельдшер, йәмәғәтсе. 1968—2002 йылдарҙа Әбйәлил районы Йәнгел табип участкаһы дүртенсе бүлексәһенең фельдшер пункты мөдире. 1974—2010 йылдарҙа Атауҙы ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, Ағинәйҙәр ҡорон ойоштороусы (2013). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (1986). Сығышы менән ошо райондың Ишҡол ауылынан.
- Бимәтов Фәрит Рәйес улы (1957), хеҙмәт ветераны. 1983—2010 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы быраулаусыһы, скважиналарҙы капиталь ремонтлау мастеры, цех начальнигы урынбаҫары һәм цех начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2010). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Түләгөн ауылынан.
- Гәрәев Илдар Әҙеһәм улы (1967), спортсы, конькиҙа шыуыу буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1986). Күп тапҡыр Донъя кубоктарын яулаусы, Европа (1989), СССР (1987, 1991) чемпионы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Абдуллин Ғатаулла Хәлиулла улы (1913—1.02.1988), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы штабының ат йөрөтөүсеһе. Рядовой. Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) һәм 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары кавалеры.
- Потюкаев Михаил Алексеевич (1913—1973), нефтсе. 1941 йылдан «Ишембайнефть» тресы быраулау контораһының баш инженеры, 1942 йылдан — «Туймазынефть» тресының 1-се быраулау контораһы директоры, 1949—1950 йылдарҙа «Башзападнефтеразведка» тресы идарасыһы. Сталин премияһы лауреаты (1949), Ленин ордены кавалеры (1948). Сығышы менән Баҡы ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Смирнов Александр Алексеевич (1913—?), нефтсе. 1938 йылдан «Ишембайнефть» тресының моторист-операторы, мастер ярҙамсыһы, мастеры, нефть сығарыу участкаһы начальнигы, 1955—1969 йылдарҙа «Аксаковнефть» идаралығының нефть сығарыу мастеры, операторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе. Ленин ордены кавалеры. Приют ҡасабаһының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Ново-Петровка ауылынан.
- Шайморатов Шәйсолтан Байморат улы (1923—1993), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1958 йылдан Йәрмәкәй районының «Искра», 1960—1985 йылдарҙа «Мир» колхозы рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Октябрь Революцияһы, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Арыҫланов Нурамбәк Ғиниәт улы (1928—30.06.2012), иҡтисадсы-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (2002). Иҡтисад фәндәре докторы (1985), профессор (1987). Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм Башҡорт АССР‑ының (1981) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2009).
- Арғынбаев Абрар Солтангәрәй улы (1928—13.12.2008), эшсе, һәүәҫкәр музыкант. 1960—1983 йылдарҙа Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты эшсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1996). СССР-ҙың иң яҡшы рационализаторы (1976). Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты (Мәскәү, 1987), Донъя халыҡтары ижады фестивалендә ҡатнашыусы (Амстердам, 1993). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Байыш ауылынан.
- Муллағилдина Ғәлимә Ғәлиәхмәт ҡыҙы (1928—2.09.1992), шахта эшсеһе, күп балалы әсә. 1942 йылдан Баймаҡ районындағы Күл—Йорт—Тау ятҡылығы объекттары, 1945 йылдан Семёновка руднигы шахтаһы, 1954—1971 йылдарҙа Түбә руда идаралығының Семёнов алтын йыуыу фабрикаһы эшсеһе. Октябрь Революцияһы (1971) һәм 3—сө дәрәжә Әсәлек даны (1967) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың хәҙер бөткән Шура ауылынан.
- Арғынбаева Йәмилә Мәүлетдин ҡыҙы (1938), малсы. 1956—1988 йылдарҙа Баймаҡ районы «Баймаҡ» совхозы һауынсыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971). Сығышы менән ошо райондың Үрге Мәмбәт ауылынан.
- Ирек Кинйәбулатов (1938—2.06.2016), шағир, яҙыусы, журналист. 1973 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2001) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2008), Зәйнәб Биишева (2000), Сергей Чекмарёв (2000), Рәми Ғарипов (2001), Фәтих Кәрим (2006), Мәжит Ғафури (2007), Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев (2007) һәм Назар Нәжми (2014) исемендәге премиялар лауреаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014). Ҡырмыҫҡалы районының почётлы гражданы.
- Мостовая Ольга Леонидовна (1963), муниципаль хеҙмәткәр. Сибай ҡала хакимиәтенең сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ бүлеге етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Зыятдинов Әбделғәзиз Абдрахман улы (1904—29.10.1991), актёр. 1934—1970 йылдарҙа Ҡазандың хәҙерге Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры актёры. Татар АССР‑ының халыҡ артисы (1968). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Сыуалкип ауылынан.
- Паньшин Анатолий Дмитриевич (1929), хужалыҡ эшмәкәре. 1964–1989 йылдарҙа Салауат ҡалаһындағы хәҙерге «Востокэнергомонтажнефть» муниципаль предприятиеһы етәксеһе. Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
тулы исемлек
- Хәлфин Сәғитйән Ахунйән улы (1929), тарихсы-ғалим. 1991–2006 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының тарих, мәҙәниәт һәм педагогика бүлеге мөдире. Тарих фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2003).
- Сыркин Алик Михайлович (1939—17.11.2018), ғалим-химик‑технолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Химия фәндәре кандидаты (1968), профессор (1991). Чечен Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008), Рәсәй Федерацияһының (2009) һәм Башҡортостан Республикаһының (1999) атҡаҙанған химигы, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1985). Сығышы менән хәҙерге Беларусь Республикаһының Гомель ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1606: Рембрандт, Нидерланд рәссамы.
- 1865: Альфред Хармсвор, Британия нәшерсеһе һәм йәмәғәт эшмәкәре, «Дейли мейл» гәзитен башлап сығарыусы.
тулы исемлек
- 1870: Леонид Красин, революционер, СССР-ҙың дәүләт һәм партия эшмәкәре.
- 1905: Александр Хвыля, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1963).
- 1910: Сацуо Ямамото, Япония кинорежиссёры.
- 1930: Жак Деррида, Франция философы, әҙәбиәт белгесе.
- 1930: Геннадий Полока, СССР кинорежиссёры, сценарист, актёр, продюсер һәм педагог, Рәсәйҙең халыҡ артисы (1998).
- 1940: Юрий Моисеев, СССР хоккейсыһы, тренер, 1968 йылғы Олимпия уйындары чемпионы.
- 1945: Юрий Айзеншпис, СССР һәм Рәсәй музыканты, продюсер.
- 1950: Римма Ибраһимова, СССР-ҙың эстрада йырсыһы, Татар АССР-ының халыҡ артисы (1984).
- 1950: Тони Эспозито, Италия музыканты, йырсы.
- 1985: Агния Кузнецова, Рәсәйҙең театр һәм кино актёры.
- 1015: Владимир I Святославич, Владимир I, 970—988 йылдарҙа Новгород кенәзе.
- 1904: Чехов Антон Павлович, Рәсәй империяһы яҙыусыһы, драматург, белеме буйынса табип.