17 июнь
көнө
17 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 168-се (кәбисә йылында 169-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 197 көн ҡала.
17 июнь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
17 июнь Викимилектә |
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
2024 йыл |
- БМО: Ерҙе ярлыландырыу һәм ҡоролоҡ менән көрәш көнө.
Рәсми булмаған
Ер: Крокодилдар көнө.
- Әрмәнстан: Авиация көнө.
- Индонезия: Балалар көнө.
- Исландия: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Румыния: Милли авиация көнө.
Рәсми булмаған
- Ер: Суп йыйыусы көнө.
- Әзербайжан: Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Севастьянова Нина Васильевна (1920—2010), педагог, 1939—1978 йылдарҙа Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Ниғмәтуллин Роберт Искәндәр улы (1940), ғалим-инженер-механик, математик, фән һәм юғары мәктәп эшмәкәре. 1993—2006 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө фәнни үҙәге президиумы рәйесе, 1995—2004 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы президенты. 2006 йылдан Мәскәүҙәге Рәсәй Фәндәр Академияһының Океанология институты директоры, бер үк ваҡытта 2010 йылдан Мәскәү дәүләт университетының газ һәм тулҡын динамикаһы кафедраһы мөдире. Рәсәй Фәндәр академияһы (1991), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы (1997) академигы, физика-математика фәндәре докторы (1971), профессор (1974). Рәсәй Федерацияһының 3-сө саҡырылыш Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы, Башҡортостан Республикаһының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. СССР-ҙың Дәүләт премияһы (1983), Ленин комсомолы премияһы (1973), Рәсәй Федерацияһының Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы (2012) лауреаты. Почёт (2000) һәм 4-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2011) ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Әлибаев Ҡадир (Әбделҡадир) Әхмәткирәй улы (1940—4.12.2003), уҡытыусы, шағир. 1968 йылдан Хәйбулла һәм Учалы райондары, Сибай мәктәптәре уҡытыусыһы. 1990 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1990).
- Сафин Станислав Ғәзиз улы (1950), нефть сәнәғәте тармағы һәм хужалыҡ эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы, ғалим-физик. 1975—2004 йылдарҙа Татар АССР-ы, Төмән һәм Архангельск өлкәләрендәге нефть һәм газ сығарыу предприятие һәм ойошмаларының яуаплы хеҙмәткәре; 2001—2002 йылдарҙа Архангельск өлкәһенең хакимиәт башлығы урынбаҫары; 2004 йылдан — Архангельск техник университеты, 2010 йылдан — М. В. Ломоносов исемендәге Төньяҡ (Арктик) университеты (Архангельск ҡалаһы) уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2008), профессор (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Еҙем-Ҡаран ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Мельгунов Алексей Павлович (1876—1917 йылдан һуң), Рәсәй империяһының хәрби хеҙмәткәре, сәйәсмән һәм йәмәғәт эшмәкәре. Өфө губернаһынан IV саҡырылыш (1912—1917) Дәүләт Думаһы депутаты. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
- Карепанов Евгений Яковлевич (1941), комсомол органдары, сауҙа өлкәһе һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 1996—2003 йылдарҙа Белорет ҡалаһы һәм Белорет районы хакимиәте башлығы, 2003 йылдан Белорет ҡала Советы, 2012—2016 йылдарҙа Белорет район Советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының беренсе һәм икенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәтәре. «Почёт Билдәһе» (1981), Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы (2000) һәм «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2016) ордендары кавалеры. Белорет ҡалаһы һәм Белорет районының почётлы гражданы (2004). Сығышы менән ошо райондың Шушпа ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Кирәев Хәмит Дауыт улы (1922—2007), ҡулланыусылар кооперацияһы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Сафар ауылынан.
- Вилданов Флүр Шафиҡ улы (1937—31.07.2020), урмансы. 1977 йылдан Дүртөйлө махсус орлоҡсолоҡ урман хужалығының бүлек начальнигы, 1978 йылдан — урман хужалығы директоры; 2000—2004 йылдарҙа директор урынбаҫары, махсус урман питомнигы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы (1995). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Иҫке Боғаҙы ауылынан.
тулы исемлек
- Туснякова Файза Шакир ҡыҙы (1937), педагог. 1979 йылдан Хәйбулла районы Аҡъяр ауылындағы «Чебурашка» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, 1987—1992 йылдарҙа — мөдире. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1989). Башҡорт АССР-ы уҡытыусылары съезы делегаты (1966, 1975). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Хотяновский Константин Дмитриевич (1937), актёр һәм режиссёр. 1983—1987 һәм 1991—2003 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт рус драма театры режиссёры, 1988—1991 һәм 2003—2012 йылдарҙа — актёры. 1965 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1996). Сығышы менән Баҡы ҡалаһынан.
- Минәзева Флүрә Кәримйән ҡыҙы (1952), хореограф. 1973—2007 йылдарҙа Борай район мәҙәниәт йортоноң халыҡ ансамбле һәм «Ынйылар» өлгөлө балалар ансамбле етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988). Сығышы менән хәҙерге Свердловск өлкәһенең Невьянск ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Огаринов Иван Степанович (1918—12.11.1988), инженер‑геофизик-ғалим. 1957—1984 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Геология институтының геофизика лаборатория мөдире. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1971), профессор (1972). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1979). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971). Сығышы менән Ҡазан губернаһының Әлек ауылынан.
- Йыһангирова Нәфиса Мансур ҡыҙы (1923—19.02.2012), журналист. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Һуғыш алдынан һәм унан һуң Дүртөйлө районының «Ярыш» (хәҙерге «Юлдаш») гәзите хеҙмәткәре, урындағы радиотапшырыуҙарҙы алып барыусы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән ошо райондың Етембәк ауылынан.
тулы исемлек
- Хәйруллина Фәүзиә Ғабдулхаҡ ҡыҙы (1938), малсы, йәмәғәтсе. 1963—1993 йылдарҙа Йәрмәкәй районы «Мир» колхозы һауынсыһы, 1993—1998 йылдарҙа — ҡымыҙ бешеүсе. Башҡорт АССР-ының 10-сы (1980—1985) һәм 11-се (1985—1990) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 3-се дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1978). Райондың почётлы гражданы (2008). Сығышы менән Абдулла ауылынан.
- Протасов Николай Михайлович (1948), тимер юл инженеры-электромеханик, тимер юлы һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1988 йылдан Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе начальнигы, 2004 йылдан Башҡортостан Республикаһы төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының почётлы тимер юлсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре. III дәрәжә Хеҙмәт Даны (1978) һәм Дуҫлыҡ (1995) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Черниговка ауылынан.
- Бикташев Марис Лотфый улы (1958), табип-хирург. 1988 йылдан Нефтекама ҡала дауаханаһының икенсе хирургия бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2016). Ҡаланың почётлы гражданы (2018).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ислахов Фазлетдин Фәррәх улы (1944—18.04.2016), рәссам-график. Башҡортостандың Дәүләт гербы авторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000).
- Киладзе Темур Какоевич (1949), ғалим-химик‑технолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1987—1997 йылдарҙа Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының дөйөм химия кафедраһы мөдире. Химия фәндәре докторы (1985).
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1856: Рубо Франц Алексеевич, Рәсәй империяһы рәссамы.
- 1882: Игорь Стравинский, Рәсәй империяһы композиторы, дирижёр һәм пианист.
тулы исемлек
- 1920: Сэцуко Хара, Япония актрисаһы.
- 1925: Александр Шульгин, АҠШ-тың химик-фармакологы, психоактив матдәләрҙе эшләүсе.
- 1929: Тигран Петросян, СССР шахматсыһы, 9-сы донъя чемпионы.
- 1945: Эдди Меркс, Бельгия спортсыһы, велосипедта уҙышыусы, «Тур де Франс» һәм «Джиро д’Италия» турнирҙарының күп тапҡыр еңеүсеһе.
- 1945: Игорь Яковенко, Рәсәй культурологы, философ, хоҡуҡ яҡлаусы.
- 1970: Саша Сокол, Мексика йырсыһы, актриса һәм телетапшырыуҙар алып барыусы.
- 1980: Винус Уильямс, АҠШ тенниссыһы, халыҡ-ара турнирҙарҙың күп тапҡыр еңеүсеһе.
- 1958: Халиҡов Тимербулат Ғәләүетдин улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1944).
- 2012: Кәтибә Кинйәбулатова, башҡорт балалар шағиры һәм яҙыусыһы.