24 июнь
көнө
24 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 175-се (кәбисә йылында 176-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 190 көн ҡала.
24 июнь | |
Ваҡиға йышлығы | 1 йыл |
---|---|
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
24 июнь Викимилектә |
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
2024 йыл |
- Канада: Квебек көнө.
- Шотландия: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Финляндия: Фин флагы көнө.
- Эквадор: Сан-Хуан Баутиста.
Төбәк байрамдары
- Рәсәй Федерацияһы: Сыуаш Республикаһы көнө.
- 1930: АҠШ-тың Колумбия округында самолёттарҙың осҡан урынын билдәләү өсөн донъяла тәүге тапҡыр радар ҡулланыла.
- 1935: Тбилиси ҡалаһында СССР-ҙағы беренсе балалар тимер юлы эшләй башлай.
- 1945: Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанында Еңеү Парады үткәрелә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Хәкимов Флүр Шәмсиғәли улы (1951), нефть һәм газ сығарыу тармағы ветераны, хужалыҡ эшмәкәре. 1973 йылдан Нефтекама быраулау эштәре идаралығы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2000—2010 йылдарҙа — идаралыҡ етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы Николо-Берёзовка ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Әсхәл Әхмәт-Хужа (1942—8.11.2018), шағир һәм тәржемәсе. 1970 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәйҙең (2002) һәм Башҡортостан Республикаһының (1992) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2007). Ғәлимов Сәләм (1992), Ким Әхмәтйәнов (1995), И. Мырҙаҡаев-Балапанов (2006), Фәтих Кәрим (2007) һәм Һәҙиә Дәүләшина (2015) исемендәге премиялар лауреаты. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2002). Әбйәлил районының (2007) һәм Амангилде ауылының (2012) почётлы гражданы.
- Латипов Рәмил Рәшит улы (1952), рәссам, график. 1993 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы, 1991 йылдан Британия Сәнғәт ассоциацияһының почётлы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2020). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Сара Буранбаева (1967), театр һәм кино актёры. 1989 йылдан хәҙерге М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры, 1998 йылдан — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. 2007 йыылдан Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009). Әбйәлил районының Ким Әхмәтйәнов исемендәге премияһы лауреаты (2002).
- Кәримова Әлфиә Закуан ҡыҙы (1977), опера йырсыһы, 2013 йылдан Ҡаҙағстандың «Астана Опера» театры солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2021).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Езов Анатолий Николаевич (1923— ?), инженер. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1956 йылдан Ишембай машиналар эшләү заводы директоры, 1967—1983 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең баш механигы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). РСФСР-ҙың атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1982), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе. Сығышы менән хәҙерге Пермь крайының Чердынь районы Езова ауылынан.
- Зайнитдинов Геннадий Зайниевич (1948), педагог, 1991 йылдан Мишкә районы Сурай урта мәктәбе (2012 йылдан Яныш Ялкайн исемендәге мари гимназияһы) директоры. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, райондың почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Иҫке Ҡолсобай ауылынан.
тулы исемлек
- Гөлнур Якупова (1948), шағир, прозаик, тәржемәсе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998) һәм Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы (2020), Жәлил Кейекбаев (2006) һәм Муса Гәрәев (2012) исемендәге премиялар лауреаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2018).
- Арыҫланов Азамат Сафи улы (1973), дәүләт органы хеҙмәткәре. Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының бүлек начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Арыҫланов Ғата Арыҫлан улы (1914—2.12.2001), театр актёры, эстрада артисы. 1949—1983 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. 1955 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙаған артисы (1956). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1695: Мартин ван Майтенс, Австрияның барокко осоро рәссамы.
- 1795: Эрнст Вебер, Германия психофизиологы, анатом.
тулы исемлек
- 1850: Гораций Герберт Китченер, Британияның хәрби эшмәкәре, фельдмаршал, граф.
- 1875: Роберт Гарретт, АҠШ спортсыһы, йәҙрә ташлау һәм диск ырғытыуҙа беренсе олимпия чемпионы, беренсе Йәйге Олимпия уйындарының (1896) ике тапҡыр чемпионы һәм дүрт тапҡыр призёры.
- 1900: Михаил Запашный, СССР-ҙың цирк артисы, Запашныйҙарҙың цирк династияһын башлаусы.
- 1905: Джорджия Хейл, АҠШ-тың тауышһыҙ кино актрисаһы.
- 1915: сэр Фред Хойл, Англия астрофизигы, космолог, фантаст яҙыусы.
- 1920: Владимир Харитонов, СССР шағиры, меңдән артыҡ йыр тексы, шул иҫәптән «День Победы» йырының авторы.
- 1930: Клод Шаброль, Франция кинорежиссёры.
- 1935: Роберт Дауни, Америка актёры, кинорежиссёр, сценарист һәм продюсер.
- 1940: Витторио Стораро, Италия һәм Америка кинооператоры.
- 1940: Генриетта Яновская, СССР һәм Рәсәйҙең театр эшмәкәре, Мәскәү Йәш тамашасы театрының баш режиссёры, Рәсәйҙең халыҡ артисы (2004).
- 1945: Колин Бланстоун, Британия йырсыһы, композитор, «The Zombies» төркөмө вокалсыһы.
- 1950: Нэнси Аллен, Америка актрисаһы.
- 1980: Минка Келли, Америка актрисаһы.