30 июль
көнө
30 июль — григориан стиле буйынса йылдың 211-се (кәбисә йылында 212-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 154 көн ҡала.
30 июль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
30 июль Викимилектә |
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Дуҫлыҡ көнө.
- Кешеләр менән һатыу итеүгә ҡаршы көрәш көнө.
- Ер: Сигенеү көнө.
- Сноркелинг көнө.
- Төҫлө эсемлектәр көнө.
- Декор көнө.
- Беларусь Украина: Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Хәрби-Диңгеҙ флоты көнө (июлдең һуңғы йәкшәмбәһе).
- Хәрби-Диңгеҙ флотының хәрби табибтары көнө.
- Тажикстан: Янғындан һаҡлау хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1932: Лос-Анджелеста 10-сы Олимпия уйындары башлана.
- 1972: Красноярск ГЭС-ы сафҡа индерелә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Юлдашев Әхнәф Әхмәт улы (1920—11.08.1988), ғалим-тел белгесе, төркиәтсе. 1950—1988 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Тел ғилеме институты (Мәскәү) төрки һәм монгол телдәре бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Филология фәндәре докторы (1966), профессор (1967). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1970).
- Бродский Пётр Абрамович (1935—26.11.2010), ғалим-инженер. 1957 йылдан Бөтә Союз геология-разведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми-тикшеренеү һәм проект-конструкторлыҡ институты (Октябрьский ҡалаһы) инженеры, 1972—1977 йылдарҙа директор урынбаҫары. Техник фәндәр докторы (1972), профессор. (1985). РСФСР-ҙың атҡаҙанған геологы (1986), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1976), СССР-ҙың Дәүләт премияһы (1980), И. М. Губкин исемендәге премия (1983) лауреаты. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1986). Сығышы менән Днепропетровск ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Катков Николай Николаевич (1955), табип-реаниматолог. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Сурков Константин Александрович (1960), отставкалағы хәрби хеҙмәткәр, ғалим-инженер, 1-се ранг капитаны (1996). 1977 йылдан СССР, 1992—2010 йылдарҙа Рәсәй Хәрби-Диңгеҙ флоты хеҙмәткәре. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2008). Техник фәндәр кандидаты (2008). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Тимерғәлин Илдар Сәғит улы (1960—8.02.2022), дәүләт, ауыл хужалығы һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2001—2014 йылдарҙа «Башсельхозтехника» предприятиеһының генераль директоры, 2014—2016 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының өсөнсө һәм дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Петровский ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ғәниева Роза Шәрип ҡыҙы (1921—2013), башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарынан тәүге нефтсе. 1953—1988 йылдарҙа Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Красавин Александр Павлович (1931—2011), ғалим-тау инженеры. 1977—2011 йылдарҙа Күмер сәнәғәтендә тирә-яҡ мөхитте һаҡлау ғилми-тикшеренеү һәм проект-конструкторлыҡ институты директоры һәм генераль директоры. Техник фәндәр докторы (1992), профессор (1998). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1994). СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1985). Почёт ордены кавалеры (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Үрге Әүжән ауылынан.
тулы исемлек
- Напалков Валентин Васильевич (1941), ғалим-математик. 1971 йылдан Математика институты ғилми хеҙмәткәре, 1988 йылдан — директоры, 2015 йылдан функциялар теорияһы бүлеге мөдире, бер үк ваҡытта 1972 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы; 1991—1993 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының вице президенты, 2006—2011 йылдарҙа Физика математика һәм техник фәндәр бүлегенең академик секретары. Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1990), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының академигы (1991), физика-математика фәндәре докторы (1977), профессор (1980). 2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы кавалеры (1999).
- Ғәлиев Фәһим Мансур улы (1956), хеҙмәт алдынғыһы. 1982—2008 йылдарҙа Саҡмағош районы Фрунзе исемендәге колхоздың Яңы Ҡалмаш комплекслы бригадаһы бригадиры. Башҡортостан Республикаһынаң атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997). Райондың почётлы гражданы (2006). Сығышы менән Яңы Ҡалмаш ауылынан.
- Ханова Зәйтүнә Ҡәнзәфәр ҡыҙы (1956), матбуғат ветераны, журналист, публицист. Башҡортостан Республикаһынаң атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Пищаев Геннадий Михайлович (1927), СССР-ҙың опера һәм эстрада йырсыһы. Мәскәү филармонияһының һәм Ленинград Кесе опера һәм балет театрының элекке солисы. 1980 йылдан ГИТИС-тың вокал факультеты уҡытыусыһы. 1963 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1965), Дуҫлыҡ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Ергән ауылынан.
- Мищенко Игорь Тихонович (1937), ғалим-тау инженеры. 1961 йылдан Өфө нефть институты, 1967 йылдан — Мәскәү ҡалаһындағы хәҙерге И. М. Губкин исемендәге Рәсәй нефть һәм газ университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1988 йылдан нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү һәм эксплуатациялау кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1989—2012 йылдарҙа нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү факультеты деканы. Техник фәндәр докторы (1984), профессор (1987). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997) һәм почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000), Рәсәй Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998), СССР-ҙың юғары мәктәп отличнигы (1987), почётлы нефтсеһе (1990) һәм уйлап табыусыһы (1985). Ике тапҡыр Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы (1997, 2009), өс тапҡыр И. М. Губкин исемендәге премия (1998, 2002, 2006) лауреаты.
тулы исемлек
- Бикбулатова Нәзибә Хамай ҡыҙы (1942), хеҙмәт ветераны. 1967—1997 йылдарҙа «Башнефть» производство-сауҙа фирмаһы Дүртөйлө филиалының 4-се ашханаһы ашнаҡсы-бригадиры, 1969—1971 һәм 1973—1974 йылдарҙа — ашхана мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1979), Совет сауҙаһы отличнигы (1966), Рәсәй Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1992). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1974). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Сәфәр ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Богомолов Евгений Георгиевич (1953—3.08.2018), Мәскәү өлкәһе Королёв ҡалаһында йәшәгән һәм эшләгән физик, радиоинженер, Википедия ирекмәне (Ҡатнашыусы:Qweasdqwe), Рус Википедияһында 3700-гә яҡын (башлыса Башҡортостанға ҡағылышлы) мәҡәлә яҙыусы, «Вики-Һабантуй 2015»-тә ҡатнашыусы. Сығышы менән Салауат ҡалаһынан.
- Борисов Иван Михайлович (1953), химик-ғалим. 1975 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 2003 йылдан — химия факультеты деканы; 2008 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының химия кафедраһы мөдире. Химия фәндәре докторы (2000), профессор (2009). Д. И. Менделеев исемендәге Бөтә Рәсәй химия йәмғиәте ағзаһы.
- Сахратов Роман Фәнис улы 1958), энергетик, йәмәғәтсе. 1994 йылдан «Яңауыл электр селтәрҙәре» предприятиеһы мастеры, 1995 йылдан — директоры, Яңауыл ҡала советының элекке рәйесе. Башҡортостандың хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре. Яңауыл районының почётлы гражданы (2020).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ефимова Аделаида Александровна (1929), хеҙмәт ветераны, рәссам. 1963—1984 йылдарҙа «“Ағиҙел” башҡорт сәнғәт әйберҙәре кәсебе» берекмәһе хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1979).
- Ҡудашев Рифҡәт Хөсәйен улы (1939), ғалим-химик‑органик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1992), профессор (2001). Журналистар союзы ағзаһы (2005). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Маляренко Михаил Константинович (1949—25.07.2016), инженер-механик, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2007–2009 йылдарҙа Күмертау авиация етештереү предприятиеһының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (2009). Сығышы менән хәҙерге Ставрополь крайының Кисловодск ҡалаһынан.
- Зилә Сөнғәтуллина (1949), опера йырсыһы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, профессор (1998). Рәсәй Федерацияһының (1995), Татар АССР-ының (1980) һәм Ҡарағалпаҡ АССР‑ының (1980) халыҡ артисы, Татарстандың Ғабдулла Туҡай исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1984). Дуҫлыҡ ордены кавалеры (2009). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылынан.
- Миронов Пётр Иванович (1959), ғалим-анестезиолог‑реаниматолог, педиатр. 1998 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (2008). Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2011). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы Бишбүләк ауылынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1840: Александр Жохов, Рәсәй империяһы яҙыусыһы, публицист.
- 1863: Генри Форд, Америка Ҡушма Штаттары сәнәғәтсеһе, «Форд» автомобилдәрен сығарыусы компанияны ойоштороусы.
тулы исемлек
- 1915: Иван Дмитриев, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1980).
- 1915: Пётр Монастырский, СССР һәм Рәсәй режиссёры, театр эшмәкәре, СССР-ҙың халыҡ артисы (1980).
- 1920: Николай Шундик, СССР яҙыусыһы, РСФСР-ҙың М. Горький исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1979).
- 1925: Антуан Дюамель, Франция композиторы.
- 1940: Клайв Синклер, Британияның инженер-электронигы, беренсе кеҫә калькуляторын һәм өй компьютерҙары серияһын уйлап табыусы.
- 1950: Габриэле Сальваторес, Италия кинорежиссёры, актёр һәм сценарист.
- 1970: Кристофер Нолан, АҠШ кинорежиссёры, сценарист һәм продюсер.
- 2007: Бергман Ингмар, Швецияның театр һәм кино режиссёры.