5 сентябрь
көнө
5 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 248-се (кәбисә йылында 249-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 117 көн ҡала.
5 сентябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
5 сентябрь Викимилектә |
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | ||||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- 1827: Рәсәй империяһының Диңгеҙ министрлығы ойошторола.
- 1885: АҠШ-та Джейк Гамперҙың сервис станцияһында беренсе бензин насосы ҡуйыла.
- 1905: Рус—япон һуғышының тамамланыуын раҫлаған Портсмут (АҠШ) тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйыла.
- 1939: Америка Ҡушма Штаттары Икенсе донъя һуғышына ҡарата үҙенең нейтралитетын иғлан итә.
- 1940: СССР-ҙың «Пионерская правда» балалар гәзитендә Аркадий Гайдарҙың «Тимур һәм уның командаһы» повесы баҫыла башлай.
- 1958: АҠШ-та Борис Пастернактың «Доктор Живаго» романы беренсе тапҡыр нәшер ителә.
- 1981: Азияла йәшәүсенең СПИД-тан үлеме тәүге тапҡыр рәсми теркәлә.
- 1997: Мәскәүҙә Пётр I-гә һәйкәл асыла (авторы скульптор Зураб Церетели).
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ғарипов Фәүзи Ғариф улы (1930—22.05.2008), уҡытыусы, партия һәм совет органдары хеҙмәткәре, хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәтсе, ғалим-иҡтисадсы. 1970 йылдан Башҡортостан ҡулланыусылар йәмғиәттәре республика союзының идара рәйесе урынбаҫары, 1980—2001 йылдарҙа идара рәйесе. РСФСР-ҙың 12-се, Башҡорт АССР-ының 11-се, Башҡортостан Республикаһының 12-се саҡырылыш Юғары Советтары, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 1-се саҡырылыш депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты (2000). РСФСР-ҙың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1989), совет ҡулланыусылар кооперацияһы отличнигы (1977). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981), ике «Почёт Билдәһе» (1966, 1971) һәм Дуҫлыҡ (1995) ордендары кавалеры.
- Шакирйәнов Мәғәнәүи Шакирйән улы (1930), үҫемлекселек белгесе. 1954—1991 йылдарҙа Дүртөйлө районы хужалыҡтары хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1960 йылдан «Әсән», 1965 йылдан — «Уңыш» колхозының комплекслы бригада етәксеһе. СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1986). Октябрь Революцияһы (1979) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973) ордендары кавалеры.
- Хәбибуллина Наталья Ивановна (1955), ғалим-хоҡуҡ белгесе. 1991 йылдан хәҙерге Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты уҡытыусыһы, 2002 йылдан — Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының юридик факультет деканы, 2004 йылдан Рәсәй суд эшмәкәрлеге академияһы (Мәскәү) уҡытыусыһы. Юридик фәндәр докторы (2001), профессор (2002). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Бөгөлмә ҡалаһынан.
- Хәлитова Сәмәрә Әхәт ҡыҙы (1960), мәғариф ветераны, спортсы. Гер күтәреү буйынса 5 тапҡыр донъя чемпионы, рекорды Гиннесс китабына индерелгән.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Фарзетдинов Миркашир Миңлеғәли улы (1921—28.09.1991), ғалим-физик‑теоретик. 1966 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1968 йылдан — эксперименталь һәм теоретик физика кафедраһы, 1973 йылдан — теоретик физика кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1990 йылға тиклем СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының физика бүлеге лабораторияһы мөдире. Физика‑математика фәндәре докторы (1973), профессор (1973), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1979).
- Дорин Вячеслав Николаевич (1941—1992), партия һәм совет органдары хеҙмәткәре. 1981—1983 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Өфө ҡалаһы Совет район Советы башҡарма комитеты, 1991—1992 йылдарҙа Ленин район Советы башҡарма комитеты рәйесе. Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
- Хәйруллин Владимир Ихсан улы (1956), ғалим-тел белгесе. 1996 йылдан Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2014 йылға тиклем эшлекле сит тел һәм тәржемә кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2016 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университетының сит телдәр кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (1996), профессор (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Шишмә эшселәр ҡасабаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Фәтҡуллин Хөсәйен Ямалетдин улы (1887—12.05.1979), педагог. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. 1911—1956 йылдарҙа (өҙөклөк менән) хәҙерге Мәсетле районы Дыуан-Мәсетле урта мәктәбе уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1925 йылдан директор урынбаҫары, 1942—1949 йылдарҙа — директор. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1943), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1949), ике Ленин ордены (1944, 1947) кавалеры.
- Хафизов Мөхәмәтхәй Тимербай улы (1927—5.10.2012), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1957—1987 йылдарҙа Мәсетле районы «Мәсәғүт» совхозының ферма мөдире, бригадиры, 2-се бүлексә идарасыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1983). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Мәләкәҫ ауылынан.
- Бәрәкәтов Зиннәт Рәфҡәт улы (1962—11.03.1982), Афған һуғышында һәләк булған яугир-интернационалист. Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1982, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Яңы Ергән ауылынан.
- Мусабиров Рөстәм Дамир улы (1972), ғалим-юрист. 2016 йылдан Башҡортостан Республикаһының Дәүләт-шәхси партнерлыҡ үҙәге директоры. Башҡортостан Республикаһының бишенсе (2013—2018) һәм алтынсы (2018—2023) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Юридик фәндәр кандидаты. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Вәлиев Марат Дәүләт улы (1943), ғалим-инженер‑механик. Техник фәндәр докторы (1991), профессор (1995). Рәсәй Федерацияһының (1994) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) атҡаҙанған уйлап табыусыһы, СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1988).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Зориктуев Вячеслав Цыденович (1939), ғалим-инженер‑механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1990), профессор (1991). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2011), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1985). Сығышы менән хәҙерге Бүрәт Республикаһының Закаменский районының Цакир ауылынан.
- Мочалов Сергей Михайлович (1939), ғалим-физиолог, философ. 1963—1993 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты, 1993 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (2007). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Строкин Юрий Васильевич (1949), ғалим-фармхимик. 1984—1995 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1991 йылға тиклем — фармакология химияһы кафедра мөдире. Фармацевтика фәндәре докторы (1989), профессор (1990). Сығышы менән хәҙерге Иркутск өлкәһенең Артём Приискаһы ҡасабаһынан.
- Хәсәнов Ришат Фәүҡәт улы (1954), ғалим-әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2005) һәм мәғариф отличнигы (2000).
- Әбсәләмов Салауат Сабирйән улы (1954–3.01.2005), ғалим-физик. 1976—2005 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1994—1995 йылдарҙа БДУ‑ның Сибай филиалы тәбиғи фәндәр факультеты деканы. Физика‑математика фәндәре докторы (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Һабыр ауылынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1568: Томмазо Кампанелла, Италия философы.
- 1638: Людовик XIV, Францияның 1643—1715 йылдарҙағы короле.
- 1750: Роберт Фергюссон, Шотландия шағиры.
- 1817: Алексей Толстой, Рәсәй империяһы шағиры, яҙыусы һәм драматург, Козьма Прутков исеме аҫтында ижад итеүселәрҙең береһе.
- 1905: Артур Кёстлер, Англия яҙыусыһы, журналист һәм философ; сығышы менән Венгриянан.
- 1929: Андриян Николаев, СССР лётчик-космонавы.
- 1933: Эрик Булатов, СССР рәссамы, сәнғәттә «соц-арт» йүнәлешенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- 1934: Юрий Афанасьев, СССР һәм Рәсәй ғалим-тарихсыһы, сәйәсмән.
- 1940: Ракель Уэлч, АҠШ актрисаһы.
- 1948: Михаил Швыдкой, Рәсәйҙең дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, театр белгесе.
- 1958: Вячеслав Баранов, СССР һәм Рәсәй киноактёры, дубляж оҫтаһы.
- 1973: Роуз Макгоуэн, АҠШ-тың кино һәм телевидение актёры («Планета страха», «Зачарованные», «Крик»).
- 1986: Александр Рязанцев, Рәсәй футболсыһы.
- 1990: Ён А Ким, Көньяҡ Корея фигуристкаһы, Олимпия уйындары (2010) һәм ике тапҡыр (2009, 2013) донъя чемпионкаһы.
- 1995: Кэролайн Саншайн, АҠШ актрисаһы.
- 1758: Дмитрий Виноградов, Рәсәй империяһы химигы, илдә фарфор етештереүгә нигеҙ һалыусы.
- 1857: Огюст Конт, Франция философы һәм социологы, социология фәненә нигеҙ һалыусы.
- 1863: Иван Сахаров, рус халыҡ ижадын өйрәнеүсе.
- 1902: Рудольф Вирхов, Германия патологы, аҡ ҡанлылыҡты (белокровие, лейкемия) беренсе һүрәтләүсе.
- 1919: Василий Чапаев, Граждандар һуғышы геройы.
- 1975: Фәйзрәхман Зәғәфүрәнов, СССР-ҙың дәүләт эшмәкәре. 1950—1967 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы рәйесе. Совет—фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы.
- 1975: Георг Отс, опера һәм эстрада йырсыһы, актёр («Мистер Икс»), СССР-ҙың халыҡ артисы (1960).
- 1983: Герберт Раппапорт, СССР кинорежиссёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1980).
- 1984: Адам Малик, Индонезия сәйәсмәне һәм дипломат, үҙ илендә журналистикаға нигеҙ һалыусы, төрлө йылдарҙа дәүләттең вице-президенты, сит ил эштәре министры, 1971—1972 йылдарҙа БМО-ның Генераль Ассамблеяһы рәйесе.
- 1993: Юлиан Семёнов, СССР яҙыусыһы («Семнадцать мгновений весны», «ТАСС уполномочен заявить», «Экспансия» һ.б.)
- 2003: Кир Булычёв, СССР-ҙың фантаст яҙыусыһы, Дәүләт премияһы лауреаты (1982).