5 февраль
көнө
5 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 36-сы көнө. Йыл аҙағына тиклем 329 көн ҡала (кәбисә йылында 330).
5 февраль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
5 февраль Викимилектә |
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | |||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Рәсми булмаған
- Бөйөк Британия: Пудинг көнө.
- Бурунди: Берҙәмлек көнө.
- Мексика: Конституция көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған дипломатик курьерҙарҙы иҫкә алыу көнө.
- Ҡытай Республикаһы: Туризм көнө.
- Финляндия: Милли флаг көнө.
- АҠШ: Метеорологтар көнө.
- Беларусь: Риэлторҙар көнө.
- 62 йыл: Помпейҙа көслө ер тетрәү була.
- 1204 йыл: Алексей V Дука Византия императоры итеп иғлан ителә.
- 1265 йыл: Ги Фулькуа Ле Гро 183-сө Рим Папаһы итеп һайлана, ул Климент IV исемен ҡабул итә.
- 1494 йыл: Литва Бөйөк кенәзе Александр Ягеллон һәм Мәскәү Бөйөк кенәзе Василий III араһында 1487—1494 йылдарҙағы Сик буйы һуғышын тамамлаған «Мәңгелек солох» төҙөлә.
тулы исемлек
- 1740: Рим Папаһы Климент XII Сан-Мариноға тулы бойондороҡһоҙлоҡ ҡайтара.
- 1885: Бельгия короле Леопольд II Конго азат дәүләтен королдең «шәхси биләмәһе» итеп иғлан итә.
- 1887: Ла Скала театрында Джузеппе Вердиҙың «Отелло» операһының премьераһы була.
- 1917: Мексика инҡилабы һөҙөмтәһендә Мексика Ҡушма Штаттарының Конституцияһы ҡабул ителә.
- 1918: РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы сиркәүҙең дәүләттән һәм мәктәптең сиркәүҙән айырылыуы тураһында декрет сығара.
- 1919: Мэри Пикфорд, Дуглас Фэрбенкс, Чарли Чаплин һәм Дэвид Гриффит United Artists киностудияһын ойоштора.
- 1924: Би-би-си радиоһы һәр сәғәт һайын теүәл ваҡыт сигналдарын тапшыра башлай.
- 1926: Латвияла совет дипкурьерҙары Т. И. Нетте менән И. А. Махмасталгә ҡораллы һөжүм яһала. Ошо ваҡиға айҡанлы 5 февраль — хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә һәләк булған дипкурьерҙарҙы иҫкә алыу көнө.
- 1928: D витамины яһалма юл менән синтезлана.
- 1939: Франсиско Франко Испания хөкүмәтенең 68-се рәйесе була.
- 1941: Көнсығыш Африка кампанияһы: Кэрэн янындағы һуғыш башлана.
- 1942: Быҙаулыҡ ҡалаһында 1-се Чехословак пехота батальоны төҙөлә башлай.
- 1943: Ҡамауҙағы Ленинградты ил менән бәйләгән «Еңеү юлы» сафҡа инә.
- 1945: Филиппин операцияһы: АҠШ ғәскәрҙәре Маниланы ала.
- 1947: Болеслав Берут Польша президенты итеп һайлана.
- 1952: Нью-Йоркта йәйәүлеләр өсөн тәүге светофор ҡуйыла.
- 1956: Кортина-д’Ампеццола VII ҡышҡы Олимпия уйындары тамамлана, миҙалдар һаны буйынса беренселекте совет спортсылары ала.
- 1960: КПСС Үҙәк Комитеты һәм СССР Министрҙар Советы Мәскәүҙә Халыҡтар дуҫлығы университетын асыу тураһында ҡарар ҡабул итә.
- 1960: Туймазы ҡала статусын ала.
- 1979: Аятолла Хөмәйни Иранды ислам дәүләте итеп иғлан итә.
- 1991: Ҡырғыҙстандың баш ҡалаһы Фрунзе Бишкәк тип үҙгәртелә.
- 1994: Сиприен Нтарьямира Бурунди президенты итеп иғлан ителә.
- 2005: Фор Гнассингбе Того президенты итеп иғлан ителә.
- 2012: Саули Ниинистё Финляндия президенты итеп һайлана.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Хәбир Ғәлимов (1905—20.02.1996), башҡорт совет опера йырсыһы. 1938—1955 йылдарҙа хәҙерге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 1955—1965 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. РСФСР-ҙың (1947) һәм Башҡорт АССР-ының (1942) атҡаҙанған артисы.
- Сәбилә Сөләймәнова (1940), хеҙмәт ветераны, ғалим-педагог, дәүләт эшмәкәре. 1985—1988 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәғариф министры. Башҡорт АССР-ының 11‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Педагогия фәндәре кандидаты (1981). Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1980), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1976), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1995).
- Семёнов Вернер Макарович (1945—25.06.2015), төҙөүсе, үҙешмәкәр композитор һәм йырсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2003), төрлө конкурстар лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы Яҡуп ауылынан.
- Житников Владимир Павлович (1950), ғалим-инженер-физик. 1973 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1998 йылдан информатика сараларын проектлау кафедраһы, 2005 йылдан — компьютер математикаһы кафедраһы мөдире. Физика-математика фәндәре докторы (1993), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Стаханов Владимир Ильич (1960), «Башҡортостан» Дәүләт концерт залының художество бүлеге мөдире. Рәсәй Федерацияһының (2004) һәм Башҡортостан Республикаһының (1995) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Тула өлкәһенең Узловая ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Хәйҙәршин Ғәйнанша Хәйҙәрша улы (1911—4.12.2006), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия уҡсылар дивизияһы айырым сапёр батальонының отделение командиры, гвардия рядовойы. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Карпухин Иван Егорович (1936), ғалим-фольклорсы, яҙыусы һәм шағир. 1962 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты һәм Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы ағзаһы (2018), филология фәндәре докторы (1988), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000). Стәрлетамаҡ районының Ғәли Ибраһимов исемендәге премияһы лауреаты (2006). Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2016), Әлшәй районының почётлы гражданы (2012).
- Ҡурамшин Энс Мөбәрәк улы (1946), ғалим-физик‑химик. 1970 йылдан СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Химия институты ғилми хеҙмәткәре, 1977 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1986), профессор (1989). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1996). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Рассвет ауылынан.
- Павлов Виктор Павлович (1951), ғалим-инженер-механик. Техник фәндәр докторы (2006). 1973 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2009 йылдан университеттың Нефтекама ҡалаһындағы филиалының дөйөм белем биреү дисциплиналары кафедраһы мөдире. Сығышы менән хәҙерге Новосибирск өлкәһенең Искитим ҡалаһынан.
- Вәсил Ғәлимов (1961), Нефтекама ҡалаһында йәшәп ижад итеүсе үҙешмәкәр композитор, автор-башҡарыусы. 1999 йылдан «Ғәлим» студияһы директоры. Башҡортостан (2008) һәм Татарстан Республикаларының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Бәхтегәрәй Шәфиев (1897—19.08.1918), Башҡортостанда революцион хәрәкәттә ҡатнашыусы. 1917 йылдан РСДРП (б) ағзаһы. 1918 йылдың 18 февраленән Башҡортостан Ваҡытлы революцион советы рәйесе урынбаҫары, марттан «Башҡурдистан» гәзите мөхәррире, Ырымбур Мосолман хәрби-революцион комитеты, Ырымбур губерна башҡарма комитеты, апрелдән — Милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссариаты ҡарамағындағы Үҙәк мосолман комиссариаты ағзаһы.
- Зарипов Нәби Зариф улы (1917—2003), Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылдағы совет-япон һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, гвардия подполковнигы. Запасҡа сыҡҡандан һуң Ҡазанда йәшәп ижад иткән шағир һәм яҙыусы. Ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1945), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Александр Невский (1945) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районы Подлуб ауылынан.
тулы исемлек
- Курышев Иван Иванович (1927—?), педагог. 1957—1967 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһының 35-се урта мәктәбе директоры, 1967—1987 йылдарҙа — физика уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры.
- Әхмәтйәнов Ким Әбүзәр улы (1932—9.11.1980), ғалим-әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе. 1960 йылдан СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре, 1978 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. 1965 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (1960). Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1972).
- Краснов Дмитрий Михайлович (1937), хеҙмәт ветераны. 1961 йылдан урмансы, 1978—2002 йылдарҙа Көйөргәҙе урман хужалығы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы (1994). Көйөргәҙе районының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Яңы Йәҙгәр ауылынан.
- Сәлихов Әғзәм Ғәлләм улы (1942), ауыл хужалығы ветераны, йәмәғәтсе. 1995—2002 йылдарҙа Баймаҡ районы Ленин исемендәге колхоз рәйесе; артабан ветерандар советы һәм Таулыҡай ауылының «Атайсал» клубы етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Райондың почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Түбәнге Таулыҡай ауылынан.
- Линус Умарк (1987), Швеция хоккейсыһы, һул һөжүмсе. Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаған «Салауат Юлаев» хоккей клубының 2015—2020 йылдарҙағы уйынсыһы. Швеция йыйылма командаһы составында донъя чемпионы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Үтәбәев Мөхлис Суфиян улы (1888—28.12.1970), дин әһеле, Башҡорт милли хəрəкəте эшмәкәре, 1919—1920 йылдарҙа Бөрйән-Түңгәүер кантоны секретары һәм рәйесе. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Буранбай ауылынан.
- Тимерғазин Ҡадир Рәхим улы (1913—4.04.1963), ғалим-нефтсе-геолог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Геология-минералогия фәндәре докторы (1958), профессор (1960). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1957).
- Назар Нәжми (1918—6.09.1999), Башҡортостандың халыҡ шағиры (1993), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының алтынсы һәм етенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР‑ҙың М. Горький исемендәге дәүләт премияһы (1982), БАССР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1972) лауреаты. Октябрь Революцияһы (1978), I (1985) һәм II (1945) дәрәжә Ватан һуғышы, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955, 1968), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) һәм Почёт (1999) ордендары кавалеры.
- Шакирйән Мөхәмәтйәнов (Александр Матросов; 1923—27.02.1943), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған ҡыҙылармеец. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).
- Коровкин Радий Емельянович (1953), агроном, ауыл хужалығы, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1975 йылдан Кушнаренко районы хужалыҡтары агрономы һәм баш агрономы, 1981 йылдан КПСС-тың район комитеты инструкторы, 1983 йылдан — район совхоздары директоры, 2004—2013 йылдарҙа район хакимиәте башлығы урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997). Сығышы менән ошо райондың Рәсмәкәй ауылынан.
- Сотников Сергей Михайлович (1958), граждандар авиацияһы хеҙмәткәре. Коми Республикаһындағы «Комиавиатранс» федераль дәүләт унитар предприятиеһының «Ижма вертолёт майҙансығы» структура подразделениеһының элекке начальнигы. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (2012), Коми Республикаһының Почёт грамотаһы (2010) менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы Ҡыҙыл Шишмә ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Сенченко Геннадий Степанович (1919—17.07.1985), геолог-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1952—1985 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Геология институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1964 йылдан – бүлек мөдире, 1965 йылдан – тектоника лабораторияһы мөдире. Геология-минералогия фәндәре докторы (1976). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943), ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1944, 1945) ордены кавалеры.
- Зәйнетдинов Рәшит Абдулхәйер улы (1924–2007), юрист. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1946–1984 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы прокуратура органдары хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1954–1978 йылдарҙа республика прокуроры урынбаҫары. Юстицияның өлкән советнигы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған юрисы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Күллеҡул ауылынан.
тулы исемлек
- Мулдашев Әкрәм Искәндәр улы (1924—?), педагог. Белорет районы Сермән урта мәктәбенең элекке уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1970), Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры.
- Шакирйән Мөхәмәтйәнов (Александр Матросов; 1924 (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 2023)—27.02.1943), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған ҡыҙылармеец. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Ҡунаҡбай ауылынан.
- Маслобоев Юрий Александрович (1939—29.12.2017), тау сәнәғәте, комсомол, партия, профсоюз һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1972—1978 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары. 1982 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире урынбаҫары һәм мөдире. 1988 йылдан Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы Советы рәйесе, 1994—2000 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Дәүләт социаль страховкалау фонды рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Мостафин Рафиҡ Ғата улы (1944), журналист. 1970—2004 йылдарҙа Ҡариҙел район гәзитенең әҙәби хеҙмәткәре, бүлек мөдире, мөхәррир урынбаҫары һәм мөхәррире. СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994), Ғаян Лоҡманов исемендәге премия лауреаты (2008). Сығышы менән райондың Дәүеш ауылынан.
- Мөхәмәтдинов Фирүз Ҡәниф улы (1949—15.09.2017), инженер, ауыл хужалығы һәм урындағы башҡарма орган хеҙмәткәре. 1987—2010 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Яңауыл район советы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, артабан район хакимиәте башлығы урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1997), райондың почётлы гражданы (2009). Сығышы менән Иҫке Ҡоҙаш ауылынан.
- Харрасова Фәндидә Туҡтарғәли ҡыҙы (1954), журналист, шағир, йәмәғәтсе. 2002 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Төркәй ауылынан.
- Шумилова Марина Владимировна (1954), журналист. 1995—2013 йылдарҙа «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының]төркөм етәксеһе һәм бүлек мөдире. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2007). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1918: Ҡара Ҡараев, СССР композиторы, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1978). СССР-ҙың халыҡ артисы (1959).
- 1999: Василий Леонтьев, ғалим-иҡтисадсы, 1973 йылғы Нобель премияһы лауреаты.
- 1977: Иҙрисов Ғилемхан Иҙрис улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1945).