8 июнь
көнө
8 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 159-сы (кәбисә йылында 160-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 206 көн ҡала.
8 июнь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
8 июнь Викимилектә |
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
2024 йыл |
- Ер: Океандар көнө.
- Саң һурҙырғыстың тыуған көнө.
- Баш мейеһе шештәре менән көрәш көнө.
- Йорт хужаһы һәм хужабикә көнө.
- Серле билдәләр, юрау һәм күрәҙәлек көнө.
- АҠШ: Яҡшы дуҫтар көнө.
Төбәк байрамдары
- Карелия: Республика көнө.
- Перу: Инженерҙар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө.
- 1824: Кер йыуыу машинаһына патент алына.
- 1869: АҠШ-та саң һурҙырғысҡа патент алына.
- 1940: Химик элементтарҙың периодик таблицаһында 93-сө булып теркәлгән нептуний элементын асыу тураһында иғлан ителә.
- 1946: Журналистарҙың Копенгагенда уҙған бөтә донъя конгресында Халыҡ-ара журналистар ойошмаһы төҙөлө.
- 1966: СССР-ҙа Тарих һәм мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау йәмғиәте ойошторола.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Серавкин Игорь Борисович (1935), ғалим-инженер-геолог. 1962 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Геология институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән: геохимия һәм мәғдән ятҡылыҡтары лабораторияһының өлкән лаборанты, 1971 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1984 йылдан — палеовулканология һәм металлогения лабораторияһы мөдире, 2009 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр. Геология-минералогия фәндәре докторы (1983). Сығышы менән Воронеж ҡалаһынан.
- Ерёмин Николай Александрович (1940), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1960—1989 йылдарҙа Кушнаренко районының Чеверёв исемендәге колхоз механизаторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған механизаторы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Мөлөков Имаметдин Ғилметдин улы (1921—2011), мәғариф, матбуғат, партия һәм хужалыҡ хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. II дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Яңы Ҡарамалы ауылынан.
- Худяков Александр Дмитриевич (1921—14.11.2018), хужалыҡ эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылдың 24 июнендә Мәскәүҙәге Еңеү парадында ҡатнашыусы. 1961—1981 йылдарҙа «Сельхозтехника»ның Балаҡатай район берекмәһе етәксеһе. I (1985) һәм II (1945) дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981), Ҡыҙыл Йондоҙ (1947) һәм III дәрәжә Дан (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Ямаш ауылынан.
- Ғүмәрский Хәким Хәсән улы (1946), хеҙмәт ветераны, нефть һәм газ сығарыу тармағы эшмәкәре, ғалим-тау инженеры, йәмәғәтсе. 1985 йылдан «Нижневартовскнефть» йәмғиәте бүлендек предприятиеһының генераль директоры; 1996 йылдан Мәскәүҙәге Көнсығыш нефть компанияһының вице-президенты; 1997 йылдан Төмән нефть компанияһының 1-се вице президенты; 1999 йылдан «Нефтеотдача» Рәсәй тармаҡ-ара фәнни-техник комплексы фәнни-технологик компанияһының вице президенты, 2000 йылдан — президенты, 2005 йылдан «Газнефтепром» йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары. Техник фәндәр докторы (1999), профессор (1999). Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994), СССР нефть һәм газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (1986). Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
- Әхмәтйәнова Нелли Васильевна (1946), музыка белгесе, фольклорсы, педагог-методист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1982 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Сәнғәт фәндәре кандидаты (1991), профессор (1999). Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993).
- Кәримов Рауил Абдулла улы (1946—24.08.2020), педагог. 1977—2012 йылдарҙа Өфөләге 42-се урта мәктәп һәм хәҙерге 42-се лицей директоры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2005), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1986). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Толокнов Борис Андреевич (1922—2.02.1945), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, уҡсылар полкының полемёт ротаһы командиры. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Михайловка ауылынан.
- Кулеша Вадим Анатольевич (1932—7.03.2011), ғалим-инженер-металлург, хужалыҡ эшмәкәре. 1978—2000 йылдарҙа Белорет металлургия комбинатының генераль директоры. РСФСР-ҙың 12‑се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты. Техник фәндәр докторы (2000). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған металлургы (1981). СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1988). Октябрь Революцияһы (1986), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены (1966, 1976) кавалеры.
- Әхмәтшин Ғабдулла Зәкәриә улы (1952), педагогик хеҙмәт һәм сәнғәт ветераны. Благовещен балалар сәнғәт мәктәбенең элекке уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Шатмантамаҡ ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Усманов Йософ Абдрахман улы (1903—1.02.1993), агрохимик-ғалим, йәмәғәтсе. 1950—1978 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрохимия кафедраһы мөдире. Башҡорт АССР-ының икенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1968), профессор (1961). РСФСР-ҙың (1971) һәм БАССР‑ҙың (1957) атҡаҙанған фән эшмәкәре, СССР‑ҙың социалистик ауыл хужалығы отличнигы (1971). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957), Халыҡтар Дуҫлығы (1980) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1944, 1966) ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Килем ауылынан.
- Әхмәҙиев Тамимдар Хажиғәли улы (1923—2001), тарихсы-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1959—1990 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре. Тарих фәндәре кандидаты (1969). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983). 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм 3-сө дәрәжә Дан (1944) ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Төхвәтуллин Яҡуп Зәйнулла улы (1923—16.08.2010), энергетик, 1938—1984 йылдарҙа «Башкирэнерго» район энергетика идаралығының Өфөләге 2‑се ТЭЦ‑ының өлкән электромонтёры, 1957 йылдан — өлкән мастеры, 1968 йылдан — электр цехы начальнигы урынбаҫары. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). СССР‑ҙың энергетика һәм электрификация отличнигы (1983).
- Докукин Фёдор Яковлевич (1928—24.11.2013), нефтехимик. 1952—1987 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе аппаратсыһы. Ленин ордены кавалеры (1966). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Дмитриевка ауылынан.
- Явнов Павел Викторович (1928—3.08.2003), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1967—1988 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районы Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхоз (2004 йылдан Явнов исемендәге хужалыҡ) рәйесе. Ленин, Октябрь Революцияһы, Халыҡтар Дуҫлығы, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Райондың почётлы гражданы (2000). Сығышы менән Марьевка ауылынан.
- Фәрхетдинов Хәлил Хәйри улы (1948), хәрби хеҙмәткәр, генерал-майор. 1966 йылдан хәрби училище курсанты, сик буйы ғәскәрҙәре хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1989—1996 йылдарҙа сик буйы округы командующийы урынбаҫары; 1997 йылдан Башҡортостан Республикаһының материаль ресурстар һәм төбәк-ара бәйләнештәр министры урынбаҫары, 1998—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының мобилизацион эҙерлек бүлеге мөдире. Латвия ССР-ы Юғары Советы Президиумының һәм Башҡортостан Республикаһының Почёт грамоталары менән бүләкләнеүсе. «Ҡораллы Көстәрҙә Ватанға хеҙмәте өсөн» һәм «Шәхси батырлығы өсөн» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Киҫәкҡайын ауылынан.
- Шәһивәлиев Булат Ишбулды улы (1948), мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1968—2006 йылдарҙа Әбйәлил районы Мәхмүт ауылы клубы киномеханигы. РСФСР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1982), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1996), Рәсәйҙең почётлы кинематографисы (1996), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1982). Сығышы менән ошо райондың Тәпән ауылынан.
- Абдуллина Зоя Прокофьевна (1953—11.07.2012), педагог, урындағы совет органдары хеҙмәткәре. 1975 йылдан Хәйбулла районы Маҡан һәм Бүребай мәктәптәре уҡытыусыһы; 1995—1998 йылдарҙа Бүребай ауыл советы рәйесе. Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы (1993). Сығышы менән хәҙерге Воронеж өлкәһе Иҫке Криуша ауылынан.
- Биктимеров Зөфәр Зөлҡәрнәй улы (1958), металл иретеүсе. 1980—2002 йылдарҙа Баймаҡ ҡойолма-механика заводының форма яһаусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған металлургы (1998), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1984). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылынан.
- Зәйнәғәбдинов Рифҡәт Рафаил улы (1958), нефтехимик. 1976 йылдан «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе аппаратсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Нарбут ауылынан.
- Йәдкәров Ришат Әлфәт улы (1958), муниципаль орган хеҙмәткәре. 1987—2014 йылдарҙа Борай район советы башҡарма комитетының һәм Борай район хакимиәтенең спорт комитеты рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2002). Сығышы ошо райондың Борай ауылынан.
- Екомасов Евгений Григорьевич (1958), физик-ғалим. 1980 йылдан Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы, 2003 йылдан — бүлек мөдире. Физика-математика фәндәре докторы (2006), профессор (2010). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2000), Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Приморье крайының Анучино ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Әхмәтов Спартак Ғәли улы (1949), төҙөүсе-инженер-ғалим, төҙөлөш тармағы, партия, урындағы башҡарма һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1992—2007 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы. Техник фәндәр кандидаты. Рәсәй Федерацияһының бишенсе саҡырылыш 2007—2011) Дәүләт думаһы депутаты. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Рәсәйҙең 4-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн», Дуҫлыҡ һәм «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордендары, СССР-ҙың «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Стәрлетамаҡтың почётлы гражданы (2007).
- Спеле Владимир Иванович (1969), юрист, дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2001 йылдан Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе, юстиция министры, 2006 йылдан Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт именлеге ведомство-ара Советы аппараты етәксеһе, секретары—етәксеһе, 2016 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Әхмәтйәнова Наилә Әхмәҙулла ҡыҙы (1969), журналист-ғалим, 2006 йылдан Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы. 2010 йылдан Рәсәй Журналистар союзы, 2019 йылдан Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (2007), доцент.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1625: Джованни Кассини, Италия астрономы, Париж Фәндәр академияһы академигы.
- 1810: Роберт Шуман, Германия композиторы, пианист һәм дирижёр.
- 1867: Фрэнк Ллойд Райт, АҠШ-тың новатор архитекторы.
- 1920: Иван Кожедуб, СССР-ҙың хәрби осоусыһы, истребитель, өс тапҡыр Советтар Союзы Геройы.
- 1925: Гурий Марчук, ғалим-математик, физик һәм геофизик, 1986—1991 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы президенты, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975).
- 1955: Тим Бернерс-Ли, Бөйөк Британия ғалимы, Бөтә Донъя Селтәрен уйлап сығарыусы.
- 1996: Абдуллин Мансур Иҙиәт улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1943).