АЛБА (альянс)
Беҙҙең Америка халыҡтары өсөн Боливариан альянсы (исп. Alianza Bolivariana para los Pueblos de Nuestra América; ҡыҫҡаса АЛБА, исп. ALBA) — Латин Америкаһы һәм Кариб диңгеҙе бассейны илдәренең социалистик альянсы.
Беҙҙең Америка халыҡтары өсөн Боливариан альянсы (АЛБА) | |
Alianza Bolivariana para los Pueblos de Nuestra América Bolivarian Alliance for the Americas | |
ALBA ил-ҡатнашыусылары | |
Ағза |
Антигуа һәм Барбуда (2009)
|
---|---|
Штаб-фатир | |
Рәсми телдәре | |
Етәкселәре | |
Нигеҙләнгән | |
Нигеҙләнгән ваҡыты | |
Бөтөрөлгән | |
- | |
Сайт | |
АЛБА Викимилектә | |
2019 йылдың башына ҡарата АЛБА составына 10 ил керә: Антигуа һәм Барбуда, Боливия, Венесуэла, Гренада, Доминика, Куба, Никарагуа, Сент-Винсент һәм Гренадин, Сент-Китс һәм Невис, Сент-Люсия. 2018 йылда Эквадор альянс составынан сыҡҡан, был ил президенты Ленини Мореноның сәйәси курсы үҙгәреүенә бәйле. Халыҡ-ара ойошма һәм субрегиональ интеграцион берләшмә булараҡ Уго Чавес һәм Фидель Кастроның инициативаһы буйынса 2004 йылда ойошторолған. Альянстың маҡсаты — иҡтисади интеграция һәм уның ҡатнашыусыларының социализм һәм бойондороҡһоҙлоҡто коллектив һаҡлау нигеҙендә берҙәм үҫеше. Альянстың Иҡтисади, Сәйәси һәм Социаль советтары төҙөлгән һәм эшләй[1].
Альянстың майҙаны — 2 513 947 км², халҡы — 70 млн кеше[2], ЭТП (ППС) — $1166 млрд (Халыҡ-ара валюта фондының версияһы буйынса, 2013 йыл; Куба буйынса мәғлүмәттәр 2011 йыл өсөн бирелгән).
Атамаһы
үҙгәртергә2009 йылға ҡәҙәр субрегиональ берләшәһенең атамаһы «Америка өсөн Боливариан альтернативаһы» (исп. Alternativa Bolivariana para América) булған, ә хәҙер альянстың тулы атамаһы — «Беҙҙең Америка халыҡтары өсөн Боливариан альянсы — Халыҡтарҙың сауҙа килешеүе» (исп. Alianza Bolivariana para los Pueblos de Nuestra América — Tratado de Comercio de los Pueblos, ALBA-TCP), ҡыҫҡаса атамаһы — «Америкалар өсөн Боливариан альянсы» (исп. Alianza Bolivariana para las Américas, ALBA)[3].
Составы
үҙгәртергәОйошма составына 10 ил инә:
- Венесуэла (ойоштороусы)
- Куба (ойоштороусы)
- Боливия (2006 йылда ҡушылған)
- Никарагуа (2007 йылда ҡушылған)
- Доминика (2008 йылда ҡушылған)
- Антигуа һәм Барбуда (2009 йылда ҡушылған)
- Сент-Винсент һәм Гренадин (2009 йылда ҡушылған)
- Сент-Люсия (2013 йылда ҡушылған)
- Гренада (2014 йылда ҡушылған)
- Сент-Китс һәм Невис (2014 йылда ҡушылған)[4]
Шулай уҡ Суринам АЛБА ойошмаһына ҡушылыу процессында тора.
АЛБА ойошмаһына саҡырылған ағза статусына артабанғы илдәр эйә:
Гондурас һәм ALBA
үҙгәртергәГондурас ALBA составына 2008 йылда Мануэль Селайя президентлығы ваҡытында ингән, әммә 2009 йылдың 28 июнендәге хәрби түңкәрелеш барышында ул ҡолатылғандан һуң яңы хөкүмәт был ойошмала ағзалыҡтан баш тартҡан. Тиҙҙән Гондурастың фактик лидеры Роберто Мичелетти 2009 йылдың 15 декабренән илдең альянс составынан сығыу ниәтен иғлан иткән.
2010 йылдың 13 ғинуарында Гондурастың милли конгрессы илдең АЛБА халыҡ-ара ойошмаһы составынан сығыуын раҫлаған[7].
Сәйәси фәндәре докторы Инього Эррехон һәм иҡтисади фәндәре докторы Альфредо Серрано фекере буйынса, Гондурас президенты Селайя илдең альянсҡа инергә ҡарарҙы ҡабул иткән мәлдә илдә дәүләт түңкәрелеш булғандан һуң, Беҙҙең Америка халыҡтары өсөн Боливариан альянсы (ALBA) йәшәү көстәрен юғалтҡан. Хәҙерге үҙенең хәлендә ALBA әүҙемлеген юғалтҡан, был Көньяҡ Америка дөйөм баҙарын (Меркосур) төҙөү менән шөғөлләнгән Бразилия-Аргентина тандемы йоғонтоһоноң үҫешеүе менән аңлатыла[8].
Валюта берлеге
үҙгәртергә2009 йылдың апрелендә Венесуэланың Кумана ҡалаһында барған АЛБА илдәренең саммитында үҙ-ара иҫәпләшеү өсөн шартлы берәмекте «Сукре» валютаһын индереү тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Венесуэла президенты Уго Чавес һүҙҙәре буйынса, сукре баштан виртуль валюта сифатында әйләнешкә инәсәк, әммә киләсәктә реаль валютаға күсеү ниәтләнә, был долларҙҙың диктатураһынан ҡасырға мөмкинлек бирәсәк. Чавес буйынса, сукреның АЛБА илдәрендә генә түгел, ә бындай ҡоралда ҡыҙыҡһынған башҡа илдәрҙә, айырым әйткәндә Эквадор һәм Парагвайҙа әйләнешкә инәсәк[9].
2010 йылдың 1 ғинуарынан сукре рәсми рәүештә әйләнешкә индерелгән[10]. 2010 йылдың 3 февралендә сукрены ҡулланып тәүге транзакция була: был көндө Венесуэланан килтерелгән 300 тонна дөгөнө килтереүгә Куба 108000 сукре түләгән[11].
2013 йылдың 28 февралендә Никарагуа сукре валютаһын ҡулланып тәүге түләүҙәр яһай [12].
Альянс эсендәге сауҙа
үҙгәртергәҠатнашыусы илдәрҙең сауҙаһы (2013 йылға ҡарата) башлыса альянс составына кермәгән дәүләттәргә йүнәлгән. Мәҫәлән 2013 йылда Венесуэланың АЛБА ағза-илдәренә импортының 4,38 % һәм экспортының 7,03 % тура килгән[13]. Шул уҡ ваҡытта АЛБА илдәренә Венесуэланың экспорты башлыса нефть майҙары һәм битум материалдарына тура килгән, был юҫыҡ өлөшөнә 2013 йылда Венесуэланың Боливияға экспортының 97 %, Доминикаға экспортының — 92 %, Эквадорға экспортының — 80 %, Сент-Винсент һәм Гренадинға — 76 %[14].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Көньяҡ Америка милләттәре берлеге (UNASUR)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ALBA_TCP 2014 йыл 22 март архивланған. (инг.)
- ↑ ALBA-TCP: Poblacion 2015 йыл 11 апрель архивланған. (исп.)
- ↑ Медведев выступает за развитие отношений РФ и АЛБА . Архивировано 2 декабрь 2012 года., РИА-Новости, 17.10.2009, 13:31
- ↑ ALBA-TCP . Дата обращения: 21 март 2014. Архивировано из оригинала 22 март 2014 года. 2014 йыл 22 март архивланған.
- ↑ Venezuela’s new Constitution seems to be on course for approval even as Chavez attempts to build a new America free of U.S. influence . Архивировано 2 декабрь 2012 года. 2012 йыл 17 ғинуар архивланған.
- ↑ Сирия в составе АЛБА . Архивировано 2 декабрь 2012 года.
- ↑ Парламент Гондураса ратифицировал выход страны из ALBA . Архивировано 2 декабрь 2012 года. 2013 йыл 27 июнь архивланған.
- ↑ Перевороты нового типа в Латинской Америке . Архивировано 2 декабрь 2012 года.
- ↑ РИА Новости. Условная единица расчетов стран ALBA будет введена в 2010 году . Архивировано 2 декабрь 2012 года.
- ↑ Венесуэла и Боливия впервые использовали замену доллара — Сукре
- ↑ Einheitswährung: Südamerika handelt erstmals mit Sucre . Архивировано 2 декабрь 2012 года., FOCUS Online от 4 февраля 2010
- ↑ РИА Новости. Никарагуа осуществила первые платежи в региональной валюте сукре . Архивировано 10 март 2013 года.
- ↑ Золотова Е. В. Роль Боливарианской Республики Венесуэла в Альянсе АЛБА // Наука о человеке: гуманитарные исследования. — 2015. — № 2. — С. 175
- ↑ Золотова Е. В. Роль Боливарианской Республики Венесуэла в Альянсе АЛБА // Наука о человеке: гуманитарные исследования. — 2015. — № 2. — С. 176
Һылтанмалар
үҙгәртергәАЛБА (альянс) Викимилектә |
- Рәсми сайт 2019 йыл 27 август архивланған.