Абзац
Абзац (немецса — absatz) — текстың бер ҡыҙыл юлдан икенсе ҡыҙыл юлға тиклем булған өлөшө. Абзац тамамланған бер бөтөн фекерҙе белдергән бер йә бер нисә һөйләмдән тора. Әҙәби телдә был төшөнсәгә ҡарата «абзац» тигән һүҙ менән бер рәттән «ҡыҙыл юл» тигән атама ла ҡулланыла. Абзац йәки ҡыҙыл юл һәр ваҡыт бер ни тиклем эстән башлана. Мәҫәлән, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның «Кәмһетелгәндәр» романы түбәндәге тәүге ике абзац менән башлана.
Төн. Башҡорт ҡыҙының тәңкәле еләне шикелле, күҙҙең яуын алып, йымылдап торған аяҙ күктә, алтын табаҡтай, тулған ай йөҙә. Таллыҡта һандуғастар сутылдаша. Тирәк башында кәкүк саҡыра. Күләүектә тәлмәрйендәр баҡылдаша. Оло Эйек йылғаһы, үҙенең мәңге шат, шаян йырҙарын һандуғас моңдарына мансып, ҡыуана-көлә бер өҙлөкһөҙ сылтырап аға ла аға. Ағастар, сәскәләр, хайуандар, хатта ҡоштар ҙа йомшаҡ, еләҫ елдән һөйөлөп, көндөҙгө эҫе кәмегәнгә һөйөнөп, байрам итә. Иҫ киткес рәхәт, гүзәл яҙғы төн тышта. Ә өйҙә, Емештәрҙең өйөндә, бөтөнләй икенсе күренеш. Тәбиғәткә нимә?! Кеше яҙмышында уның ҡайғыһы бармы ни! Үҙе гүзәл, мөһәбәт, шат булғас, шул еткән уға. Өй эсе ҡараңғы. Кескәй генә тәҙрәләр. Уның да яртыһы ҡарындыҡ менән ҡапланған. Әлегә быялаһы төшмәгән тар күҙәнәктәр аша ҡурғаш таҫма булып һуҙылған ай нурҙары, әлбиттә, өй эсен яҡтырта алмайҙар. Хәйер, бында яҡтылыҡ кәрәкмәй ҙә. Ғаилә йоҡлай: урындыҡтың түрьяғында, иң төптә, ҡаластай ишелеп бер малай ята. Ул — Иштуған. Уға ун ике генә йәш әле. Ләкин ул инде ғаиләнең өмөтө, ышанысы. Үҫер, атаһына иш булыр, ярҙамсы булыр. Уның атаһы Байгилде ағай шулай уйлай. Шуға күрә уға исемде лә Иштуған тип ҡушҡан бит ул. Өс ҡыҙ араһында бер генә малай — бер генә иш.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Әхмәтйәнов К.Ә. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. Өфө, 1965. 5-се бит.
- Хөсәйенов Ғ.Б. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. Өфө, 2006. 7-се бит.