Актинидия
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Үҫемлектәр
Бүлексә: Сәскәлеләр
Класс: Ике өлөшлөләр
Тәртип: Арса сәскәлеләр
Ғаилә: Актинидалар
Ырыу: Актинидия
Латинса исеме
Actinidia Lindl.
ITIS 500824
NCBI 3624

Актини́дия (лат. Actinidia грек. ακτινιδιον — нур) —ағас һамаҡ лиана. Япраҡтары тулы, сиратлашып үҫкән. Сәскәләре аҡ төҫтә, берәм-берәм йә иһә бер бәйләмгә йыйылған. Емештәре - күп орлоҡло йәшел еләкләр. Тамыры яҡшы үҫкән, суҡлы, тирәнгә китмәй. Актинидияның 27 төрө билдәле. Лиануның ҡайыры ҡоңғорт төҫтә була. Япраҡтары ике яҡлап теш һамаҡ киртләсләнгән, йәй көнө сыбарлана. Май аҙағында сәскә ата.

Ике өйлө үҫемлек. Ҡышҡы һыуаҡтарға бик сыҙам. Емештәре оҙонса түңәрәк, йәшкелт-һары төҫтә, 3-4 г ауырлыҡта; һыуһыл, хуш эҫле, С витаминына бай (500-800 мг%). Составында 5-10% шәкәр, 0,8-2,5% органик кислоталар, 0,7-0,8% пектин бар. Емештәре яңы өлгөргән килеш тә, эшкәртелеп тә (ҡайнатма, һут, компот) файҙаланыла. Бер лиананан 2-3 кг, ә бер ҡыуаҡтан 10-15 кг уңыш алына. Актинидия тупраҡ һәм һауа дымлы булғанда яҡшы үҫә, ләкин аҡмай торған тымыҙыҡ һыуҙы яратмай. Актинидия өсөн көпшәк, уңдырышлы, серемәгә бай тупраҡ кәрәк, орлоҡ һәм һабаҡсаларҙан үрсетәләр.

«Киви» исеме менән билделе булған ҡытай актинидияһы

Ҡыуаҡты бина-ҡоролмаларҙың көньяғына ултыртыу һәйбәт. Ике йыллыҡ үҫенте. Үҫәнтеләрҙе яҙ көнө, бөрөләре асылғансы күсереп ултырталар, 8-10 ике енесле үҫемлеккә бер ата сәскәле үҫемлек, бер-береһенән 1,5-2 м ара ҡалдырып ултвртыла. Актинидия 3-4 йылдан һуң, ә орлоҡ өсөн 5-6 йылдан һуң емеш бирә башлай.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  NODES