Ала ҡаҙ (рус. серый гусь) — өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған, киң таралған һыу ҡошо.

Ала ҡаҙ
Ала ҡаҙ осҡан саҡта
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Anser anser (Linnaeus, 1758)

Һаҡлау статусы
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 100600378

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  175028
NCBI  8843
EOL  1047334
Aла ҡаҙ йомортҡалары

Таралышы

үҙгәртергә
 
Инә ҡош себештәре менән

Евразияла һәм Африканың Урта диңгеҙ ярҙарында таралған. Башҡортостанда башлыса Баймаҡ, Учалы, Әбйәлил райондарында һәм Ағиҙел менән Кама йылғалары араһында киң таралған.

Ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә

Йорт ҡаҙы ҙурлығында. Парлашып һәм күмәкләшеп йәшәйҙәр. Йорт ҡаҙына оҡшаған. Дөйөм төҫө көрәнһыу һоро. Түшенең аҫ яғында, ҡабырғаларында һәм ҡанаттарында нәҙек аҡ һыҙаттар бар. Ҡойроғоноң өҫтө һәм аҫты аҡ, осо ҡара. Суҡышы һәм күҙҙәре алһыу.

Кәүҙә оҙонлоғо 75—90 см, ауырлығы 2,1—4,5 кг (һирәк — 6 кг тиклем), ҡанаттарының ҡоласы 150—180 см. Ҡауырһын ҡапламы аҡһыл һоро, ҡорһағы ваҡ ҡара таплы. Башы бәләкәй, маңлайында арҡыры аҡ һыҙат бар. Суҡышы йыуан, тоноҡ алһыу, осо аҡ. Муйыны оҙон. Аяҡтары асыҡ ҡыҙыл.

Тауышы көслө һәм яңғырауыҡлы: «ҡа-ғаңҡ».

Йәшәү рәүеше

үҙгәртергә

Ҡамыштан, ҡаты үлән һабаҡтарынан ҡалҡыулыҡтарҙа, түңгәктәрҙә оя ҡора, төбөнә япраҡ, үлән, мамыҡ түшәй. Ояһы ерҙә, ҡамыш араларында. 2—10 аҡ йәки һарғылт аҡ йомортҡа һала. Инә ҡош 27—28 көн баҫа

Ҡамышлы ҙур күлдәрҙә, йылғаларҙа йәшәй. Күсмә ҡош. Бик һирәк осрай. Ите һәм мамығы өсөн аулайҙар.

Туҡланыуы

үҙгәртергә

Көндөҙгө ҡош. Һыуҙа һәм уның тирәһендә үҫкән үҫемлектәр м‑н, көҙөн башлыса бойҙай, борсаҡ, һоло, ҡарабойҙай һ.б. культуралы үҫемлек орлоҡтары менән туҡлана. Үлән, орлоҡ, иген, һыу бөжәктәре менән дә туҡлана.

  • Лоренц, Конрад. Год серого гуся.
  • Бейчек В., Штясны К. Птицы. Иллюстрированная энциклопедия. М.: Лабиринт-пресс
  • Акимушкин И. Мир животных. Птицы, рыбы, земноводные и пресмыкающиеся М.: Мысль 1995
  • Ганзак Я. «Иллюстрированная энциклопедия птиц». Прага: Артия 1974
  • Жизнь животных Т.6 Птицы. М.: Просвещение 1986
  NODES