Арҡау (рус. Уто́к) — туҡыусылыҡ термины, туҡымаларҙың бер ситенән икенсе ситенә тиклем тура мөйөш яһап урынлашҡан бер-береһенә параллель ептәрҙе арҡыры (горизонталь) йүнәлтеү системаһы, туҡыманың арҡыры ебе. Нигеҙ системаһы менән бергә туҡыма үрелеше барлыҡҡа килә[1].

Арҡау
Рәсем
Ҡапма-ҡаршыһы Буйлыҡ (туҡыусылыҡ)

Арҡау әҙерләү

үҙгәртергә
 
Тәрәшле сүс, туҡыу арҡауы (һоҫала), һуғылған туҡыма.

Йыш ҡына арҡауҙан ныҡлыҡ талап ителмәй, шуға күрә уға буй ептәр араһында иркенерәк урынлашһын, шулай уҡ ептәр араһындағы аралыҡты тултырһын һәм туҡыманы йомшағыраҡ, әммә бешерәк яһаһын өсөн ҙурыраҡ һығылмалылыҡ бирәләр. Шуға күрә арҡау ептәрен буй ептәргә ҡарағанда күпкә бушағыраҡ сираталар. Буй ептәр, арҡау ептәре менән ҡушылып, туҡыма барлыҡҡа килтерә.

Шул уҡ ваҡытта ҡайһы берҙә туҡымаға техник талаптар буйынса арҡау ебе сыҙамлығы буйынса буй ептәрҙән ҡалышмаҫҡа, ныҡлыҡҡа эйә булырға тейеш. Был осраҡта арҡыры ептәр шулай уҡ ҡаты итеп сиратыла, ҡайһы берҙә елемләнә лә (шулай уҡ, әгәр һүҙ полимерҙан йәки быяланан эшләнгән филамент еп тураһында барһа, майлана).

Туҡыма үҙенсәлектәре туҡыу станоктарының, һуғыла торған ептең тибына (сиратылыуына) бәйле. Ҡайһы бер осраҡтарҙа (мәҫәлән, буҫтау эшләгәндә) арҡауҙы кире йүнәлештә боралар.

Һоҫалы станоктар өсөн арҡау ебе, ҡағиҙә булараҡ, өс-дүрт килограмдан кәм булмаған һыйҙырышлы стандарт тауар кәтүктәре ҡулланыла.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  NODES