Аутосома

ата һәм инә заттарҙағы айырмалары булмаған парлы хромосомалар

Аутосома — ата һәм инә заттарҙағы айырмалары булмаған парлы хромосомаларҙы аутосомалар тип атайҙар. Ата һәм инә заттарҙы айырып торған хромосомаларҙы енес хромосомалары тип атайҙар. Йәғни, был хромосомаларҙа енесте билдәләүсе ген урынлашҡан. Енес хромосомаларынан башҡалары аутосомалар. Мәҫәлән, дрозофиланың хромосомалар йыйылмаһы алты аутосоманан һәм ике енес хромосомаһынан тора. Ата затта һыңар, ә инә затта икеләтә һандағы таяҡса һымаҡ енес хромосоманы Х- хромосома, ә икенсе енес хромосомаһын (ата зат-гағы ике яурынлы хромосома, инә затта ул юҡ) — У- хромосома тип атайҙар. күсермәһен бирә[1].

Женский набор хромосом: 22 пары аутосом и пара половых хромосом ХХ
Мужской набор хромосом: 22 пары аутосом и пара половых хромосом ХY

Аутосомаларҙы иң ҙурынан башлап бәләкәйенә тиклем тәртип номере менән билдәләп сығалар. Мәҫәлән, кеше күҙәнәгенең диплоид йыйылмаһында 46 хромосома була. Унда — 44 аутосома (22 пар, 1 -ҙән 22-сегә тиклем номерланған). Бер пар енес хромосомалары (ир-аттарҙың кариотибында —ХУ һәм һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡында —XX).

 Аутосомалы нәҫел сирҙәре

үҙгәртергә

Аутосом-доминант һәм аутосом-рецессив нәҫел ауырыуҙары була. Ул ауырыуҙарҙың  билдәләрен (симптомдарын) булдырыусы мутант гендар аутосомаларҙа урынлашҡан.

Кеше геномы менән бәйле 94 иң-иң таралған нәҫел сиренең   77-е аутосомаларға  тура килә. Шуларҙың  45-е   тулы доминантлыҡ менән характерлана (салыш күҙлелек, үтәғарашлыҡ, йәғни дальнозоркость).  6 сир  тулы булмаған доминантлыҡ (күҙһеҙлек, эллиптоцитоз) осрағына ҡарай.

Ҡалған 26 сир  — аутосом-рецессив  (альбинизм, галактоземий) булып тора. Шулай итеп, аутосомалар аша тапшырылған нәҫел сирҙәренең  доминанттары рецессивтарынан  күберәк.[2]

Аутосом-доминант тибындағы  нәҫел сирҙәре   ата-әсәләренән балаларына күсә. Шуға ғаилә сире булып торалар.  Доминант мутация йөрөтөүсе гетерозиготанан (әгәр ата-әсәйҙең береһе сәләмәт булһа) сирҙең балаларына тапшырылыу  ихтималлығы  50 %  була.

  1. Нуклеиновые кислоты: от А до Я / Б. Аппель [и др.]. — М.: Бином: Лаборатория знаний, 2013. — 413 с. — 700 экз. — ISBN 978-5-9963-0376-2.
  2. Аутосомно-доминантный тип наследования (dommedika.com)
  • Griffiths Anthony J. F. An Introduction to genetic analysis. — New York: W.H. Freeman, 1999. — ISBN 071673771X.
  • А. О. Рувинский. «Общая биология. Для углубленного изучения биологии». Издательство «Просвещение».
  • Ю. Н. Лемеза. «Биология. Вопросы повышеной трудности». Издательство «Айрис», 1998 г.
  • Н. Д. Андреева. «Биология». Издательство «Союз» 2002 г.
  • А. В. Кленова. «Биология для поступающих в ВУЗы». Издательство «Учитель», 1997 г.
  NODES
os 1