Аҡ шыршы
Аҡ шыршы, йә иһә шыж (лат. Abies) — ҡарағай һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Аҡ шыршыларҙың үҙенә генә хас үҙенсәлеге шунда: уларҙың тубырсыҡтары, ҡарағай ғаиләһенең башҡа ылыҫлыларынан айырмалы рәүештә, өҫкә ҡарай үҫә һәм ағастарҙа тарҡала, ә ылыҫы ялпаҡ.
Аҡ шыршы | |||||||||||||||
Аҡ шыршыtypus. Өлкән ағастың дөйөм күренеше. (Тюринген урманы, Германия) | |||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| |||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||
Abies Mill. | |||||||||||||||
Бүлендек таксондар | |||||||||||||||
|
Тасуирлама
үҙгәртергә200—250 йәшкә етеүсе күләгәгә сыҙамлы мәңге йәшел ылыҫлы ағас. Сатыры ҡуйы, тар конус һымаҡ; ҡайыры шыма, сайырлы оролары бар, олоно төҙ, бейеклеге 24—35 м, диам. 0,5 м тиклем. Ылыҫы йомшаҡ, яҫы, үҙәк үренделә радиаль, ситендәгеләрҙә — ике рәтләп урынлашҡан, 8—10 йылға тиклем ҡойолмай. Ата тубырсыҡ һарыраҡ төҫтә, сатырҙың урта һәм өҫкө өлөшөндә барлыҡҡа килә. Май башында, ылыҫланыр алдынан, һеркәләнә. Инә тубырсыҡ сатырҙың өҫкө өлөшөндә барлыҡҡа килә, йәш тубырсыҡ — йәшел йәки көрәнһыу ҡыҙыл, өлгөргәне — көрән, цилиндр формаһында, оҙонлоғо 5—9 см, киңлеге 2—4 см, төҙ; көҙөн өлгөрә һәм айырым тәңкәләргә бүленә, ағаста үҙәге генә тороп ҡала. Орлоғо ваҡ, ҡанатлы.
150—200 йыл йәшәй[1].
Таралышы
үҙгәртергәАҡ шыршы урмандарының дөйөм майҙаны яҡынса 18 млн га[1]. Улар уртаса кимәлдә киң таралған, ҡайһы бер осраҡтарҙа хатта уйһыулыҡтарҙа ла (ҡайһы бер бейеклектәрҙә, атап әйткәндә, Нормандияла) тайга һәм субтайга зоналарынан ситтә, уларҙан көньяҡтараҡ (мәҫәлән, Көнбайыш һәм Үҙәк Европала аҡ шыршы), Төньяҡ ярымшарҙың субтропик һәм тропик райондарында, шул иҫәптән Мексика, Гватемала, Гондурас һәм Сальвадорҙа таралған[2][3][4].
Яҡынса 50 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда себер аҡ шыршыһы үҫә.
Ағиҙел—Кама йылғалары араһында, Өфө яйлаһында, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының үҙәк өлөшөндә һәм көнбайыш битләүендә шыршы һәм киң япраҡлы ағас төрҙәре менән ҡомло балсыҡлы тупраҡта үҫә.
Ҡулланылышы
үҙгәртергәҮҙағасы аҡ төҫтә, үҙәге юҡ, һарғылт төҫтә, ыҫмала юлдары юҡ, кипһә — еңел, еңел ярыла һәм эшкәртелә[5].
Төҙөлөштә, целлюлоза-ҡағыҙ сәнәғәтендә һәм музыка ҡоралдары эшләү өсөн файҙаланыла. Утыны һәм күмер сифатһыҙ[5].
Ҡабағынан шыршы бальзамы, ә энәләренән шыршы майы алына. Орлоҡтарының 30 % -ҡа тиклем майлы булыуы лактар етештереүгә мөмкинлек бирә.
Сайырынан А.ш. бәлзәме (медицинала һәм оптик микроскопияла ҡулланыла[6]. Интродуценттар араһында аҡ шыршы бәлзәме айырыуса сыҙамлы.
Йәшелләндереүҙә ҡулланыла. Атмосфераның бысраныуына һиҙгер булыуы сәбәпле, аҡ шыршы фабрика һәм заводтар эргәһендә, автомагистралдәр буйлап һ.б. үрсетеү өсөн яраҡһыҙ. Аҡ шыршы урмандары климатты көйләүсе, һыу көйләүсе, һыу һаҡлау һәм тупраҡты һаҡлаусы әһәмиәткә эйә[1].
Төркөмләү
үҙгәртергә60-ҡа яҡын төрө бар{sfn|Баландин|2014}}[7], 10 төркөмсәгә бүленә[3][8].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Баландин, 2014
- ↑ Sørensen, M., Kollmann, J. & Gardner, M. Abies guatemalensis 2015 йыл 16 ғинуар архивланған.. / IUCN 2013. IUCN Red List of Threatened Species. Version 2013.2.
- ↑ 3,0 3,1 The Gymnosperm Database
- ↑ Abies guatemalensis . The Gymnosperm Database. Дата обращения: 24 ноябрь 2017. Архивировано 1 декабрь 2017 года.
- ↑ 5,0 5,1 Усенко, 1984, с. 10
- ↑ Усенко, 1984, с. 11
- ↑ The Plant List: Abies 2017 йыл 11 октябрь архивланған.
- ↑ Farjon, 2017
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Попов Г. В. Леса Башкирии (их прошлое, настоящее и будущее). Уфа, 1980; Путенихин В. П. Дендрология с основами декоративного садоводства: учеб. пособие: в 2 ч. Ч.1. Уфа, 2006—2007.
- Philip Miller. The gardeners dictionary : containing the methods of cultivating and improving all sorts of trees, plants, and flowers, for the kitchen, fruit, and pleasure gardens, as also those which are used in medicine : with directions for the culture of vineyards, and making of wine in England. — 4th ed., corrected and enlarged. — London: Printed for the author and sold by John and James Rivington, 1754.
- В. Д. Пихта // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Пихта в Энциклопедии Кольера
- Ҡалып:Книга:Флора СССР
- Васильев Я. Я., Уханов В. В. Род Abies — Пихта // Деревья и кустарники СССР. Дикорастущие, культивируемые и перспективные для интродукции. / Ред. тома С. Я. Соколов и Б. К. Шишкин. — М.—Л.: Изд-во АН СССР, 1949. — Т. I. Голосеменные. — С. 53—103. — 464 с. — 3000 экз.
- Пихта // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Ҡалып:Книга:Биологический энциклопедический словарь
- Крылов Г. В., Марадудин И. И., Михеев Н. И., Козакова Н. Ф. Пихта. — М.: Агропромиздат, 1986. — 239 с.
- Vazquez-García J. A. et al. Abies jaliscana (Pinaceae): A new combination in section Grandis and a key to the species of Abies in western Mexico // Phytotaxa. — 2014. — Vol. 183, № 1. — P. 27—36. — ISSN 1179-3155. — DOI:10.11646/phytotaxa.183.1.3.
- Пихта / Баландин С. А. // Перу — Полуприцеп. — М. : Большая российская энциклопедия, 2014. — С. 303. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 26). — ISBN 978-5-85270-363-7.
- Farjon A. A Handbook of the World's Conifers : [англ.] : in 2 vol. — 2nd, revised and updated edition. — Leiden—Boston : Brill, 2017. — Vol. 1. — P. 58. — 1153 p. — ISBN 978-90-04-32442-8.
- Проскурякова Г. Пихта // Наука и жизнь. — 1987. — № 12. — С. 158—160, 3 стр. обл..
- Усенко Н. В. Деревья, кустарники и лианы Дальнего Востока . — Хабаровское книжное издательство, 1984. — С. 9—15. — 272 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Abies (fir) description / Christopher J. Earle (ed.) // The Gymnosperm Database.