Бизнес

системалы килем алыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлек

Бизнес (business — эш, шөғөл, предприятие; рус теленә, бәлки, франц. business йәки туранан-тура инглиз теленән килгәндер), эшҡыуарлыҡ — системалы килем алыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлек.

Бизнес
Рәсем
Хужаһы эшҡыуар[d]
Ҡайҙа өйрәнелә бизнес идарасылығы[d]
Цель проекта или миссии прибыль[d] һәм килем[d]
Модель элементы Apple[d] һәм McDonald’s[d]
Вики-проект Проект:Компании[d]
Берекмәләре исемлекте ҡарағыҙ[d]
Категория-эпоним Категория:Компаниялар категориялары
 Бизнес Викимилектә

Урыҫ телендә эшҡыуарлыҡ һәм бизнес синонимдар булараҡ ҡулланыла, әммә ҡайһы берҙә төрлө мәғәнәгә эйә.[1][2][3][4]

Баҙар иҡтисады шарттарында иҡтисади эшмәкәрлектең күпселек төрҙәре бизнес формалары булып тора, шуға күрә бизнес йәмғиәттең иҡтисади һәм социаль үҫеше сығанағы тип һанала.

Хеҙмәткәрҙәр һаны, продукция етештереү күләме, эшмәкәрлек шарттары буйынса бәләкәй, урта һәм ҙур бизнес айырыла. Бәләкәй бизнес менән бик күп кеше шөғөлләнә, шул уҡ ваҡытта һәр бизнесмендың баҙарҙа тотҡан урыны бар. Ҡағиҙә булараҡ, был ваҡлап һатыу, хеҙмәттәр күрһәтеү менән шөғөлләнгән йәки бер төрлө продукция сығарған ҙур булмаған предприятие. Ҡайһы бер илдәрҙә бындай бизнесҡа дәүләт ярҙамы системаһы бар, сөнки ул юғары килем алмағанда ла, киң мәшғүллекте тәьмин итә.

Бизнесмен, ғәҙәттә, үҙенең активын капиталға әйләндерергә тырыша. Был милексенең шәхси ҡатнашлығынан тыш килем килтерергә тейеш, йәғни бизнес хужаһы үҙ предприятиеһында эшләүен дауам итә йәки башҡа эшмәкәрлеккә күсә ала.

Бизнес тарихы

үҙгәртергә

«Бизнес» һәм «эшҡыуарлыҡ» төшөнсәләренең йөкмәткеһе XIX—XX быуат сигендә тикшерелә башлай. Иҡтисадсы А. Машала (1907—1968) беренсе булып үрҙә телгә алынған өс классик етештереү факторына (ер, капитал, хеҙмәт) дүртенсе факторҙы — ойоштороуҙы өҫтәй. Ошо ваҡыттан алып эшҡыуарлыҡ төшөнсәһе, уға бирелгән функциялар кеүек үк, киңәйә.

Был проблемаға 1974 йылда иҡтисад буйынса Нобель премияһы лауреаты инглиз иҡтисадсыһы Ф. А. Хайек (1899—1984) яңыса ҡарай. Уның фекеренсә, эшҡыуарлыҡтың асылы — эшмәкәрлек төрө түгел, ә яңы иҡтисади мөмкинлектәрҙе эҙләү һәм өйрәнеү. Артабан ул ижтимағи һәм иҡтисади системалар үҫешенең һәм эшмәкәрлегенең үҙенсәлеген сағылдырған яңы концепцияларҙа һәм классик теорияларҙа дауам итә.

Классик политэкономия мәктәбе (А. Смит һәм Д. Риккардо). Инглиз ғалим-иҡтисадсылары А. Смит (1723—1790) менән Д. Риккардо (1772—1823) иҡтисадты үҙ-үҙен көйләүсе механизм итеп күҙ алдына килтерә. Эшҡыуар билдәле бер коммерция файҙаһын тормошҡа ашырыу һәм табыш алыу өсөн хәүефте лә ҡабул итә, сөнки теге йәки был эшкә капитал һалыу һәр ваҡыт хәүеф элементын үҙ эсенә ала. Эшҡыуарлыҡ табышы, Смит фекеренсә, хәүеф өсөн милексегә компенсация булып тора. Ул быны рациональ (аҡыллы) тәртип характеристикаларына тап килгән «иҡтисади кеше» төшөнсәһе менән ҡылыҡһырлай. Икенсе автор, Д. Риккардо бизнеста абсолют, мәңгелек һәм тәбиғи етештереү ысулын күрә, ә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген хужалыҡты һөҙөмтәле алып барыуҙың мотлаҡ элементы итеп ҡарай.

Марксизм. Немец ғалимы К. Маркстың «Капитал» ындағы тикшеренеүҙәренә ярашлы, килем нигеҙен эшҡыуар эшсенән һатып алмай, ә был уның капиталы «хеҙмәте» һөҙөмтәһе формаһы булып тора. Шуға күрә бизнес — йәмғиәттә төрлө низағтар тыуҙырыуға һәләтле ҡапма-ҡаршылыҡлы күренеш, һәм, шулай итеп, ул, дөйөм алғанда, кешеләр тормошоноң кәрәкмәгән компоненты булып тора.

Аванс капиталы теорияһы. Ул алдағы ҡараштың ҡапма-ҡаршыһы. Уға ярашлы, эшҡыуар, үҙ продукцияһын һатмайынса эшселәргә эш хаҡын түләп һәм яңы сеймал һатып алып, хәүеф аҫтында ҡала.

Институционализм. Иҡтисади фекерҙең институциональ йүнәлеше XX быуаттың тәүге тиҫтә йылдарында барлыҡҡа килә (Т. Веблен, Дж. Коммонс, У. Митчелл). Улар өс эре: социаль-психологик, социаль-хоҡуҡи һәм институциональ-статистик йүнәлеште тәшкил итә. Был ҡарашҡа ярашлы, сәнәғәт һәм бизнес дихотомиянан ғибәрәт (беренсеһе — үҙгәрештәр һәм прогресс сығанағы, ә икенсеһе — уға ҡаршы килгән фактор).

Бухгалтер иҫәбе

үҙгәртергә

Бухгалтер иҫәбе — предприятиелар һәм корпорациялар кеүек хужалыҡ итеү субъекттары[5][6] тураһында финанс мәғлүмәтте иҫәпләү, эшкәртеү һәм тапшырыу. Хәҙерге бухучет 1494 йылда итальян математигы Лука Пачоли тарафынан булдырыла.[7] «Бизнес теле» тип аталғкан бухгалтерҙар иҫәбе ойошманың иҡтисади эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрен иҫәпләй һәм был мәғлүмәтте төрлө ҡулланыусыларға, шул иҫәптән инвесторҙарға, кредиторҙарға, менеджерҙарға һәм көйләүсе органдарға тапшыра.[8][9] Бухгалтер иҫәбе практиктары бухгалтерҙар тип атала. «бухгалтер иҫәбе» һәм «финанс отчеты» терминдары бик йыш синонимдар булараҡ ҡулланыла.

Финанстар

үҙгәртергә

Финанстар — инвестицияларҙы өйрәнеү менән шөғөлләнгән өлкә. Ул төрлө дәрәжәләге билдәһеҙлек һәм хәүеф шарттарында активтар һәм пассивтар динамикаһын үҙ эсенә ала. Финанстарҙы шулай уҡ капитал менән идара итеү фәне тип билдәләргә мөмкин. Улар активтарҙы уларҙың хәүеф кимәле һәм рентабеллелеге нигеҙендә баһалауға йүнәлтелгән. Финанстарҙы өс төрлө: дәүләт, корпоратив һәм шәхси аҫкатегорияға бүлергә мөмкин.

Производство

үҙгәртергә

Производство — ялланған хеҙмәткәрҙәр һәм машиналар, ҡорамалдар, химик һәм биологик эшкәртеү йәки рецептуралар ярҙамында ҡулланыу йәки һатыу өсөн тауарҙар етештереү. Термин кеше эшмәкәрлегенең бер нисә төрөн, кәсептән алып юғары технологияларға тиклем, үҙ эсенә алырға мөмкин, әммә йышыраҡ сәнәғәт производствоһына ҡарата ҡулланыла, унда сеймал ҙур масштабта әҙер продукцияға әүерелә.

Маркетинг

үҙгәртергә

Америка маркетинг ассоциацияһы маркетингты «ҡулланыусылар, клиенттар, партнерҙар һәм тотош йәмғиәт өсөн әһәмитәле булған булдырыу, тапшырыу, ташыу һәм тәҡдимдәр алмашыу өсөн институттар һәм процестар йыйылмаһы эшмәкәрлеге» тип билдәләй.[10] Термин тәүге, тура мәғәнәһендә тауарҙар йәки хеҙмәттәр һатып алыу йәки һатыу өсөн баҙарға сығыуҙы аңлатҡан мәғәнәһенән тарала. Маркетинг тактикаһы рекламаны, шулай уҡ хаҡтар яһауҙы үҙ эсенә ала.

Технологиялар үҫеше менән маркетинг артабан цифрлы маркетинг тип аталған класҡа бүленә. Был — цифрлы технологиялар ҡулланылған продукттар һәм хеҙмәттәр маркетингы.

Тикшеренеүҙәр һәм эшләнмәләр

үҙгәртергә

Фәнни тикшеренеүҙәр һәм эшләнмәләр корпоратив йәки дәүләт инновациялары менән бәйле эшмәкәрлеккә ҡарай. Тикшеренеүҙәр һәм эшләнмәләр потенциаль яңы хеҙмәт йәки продукт эшләүҙең беренсе этабы булып тора. Фәнни тикшеренеүҙәр һәм эшләнмәләр менән идара итеү бик ауыр, сөнки тикшеренеүҙәрҙең билдәләүсе үҙенсәлеге булып тикшеренеүселәрҙең теләгән һөҙөмтәгә нисек өлгәшеүҙәрен алдан белмәүе тора.

Хәүефһеҙлек

үҙгәртергә

Йәрәхәттәр бизнесҡа йыл һайын миллиардлаған долларға зыян килтерә.[10] Тикшеренеүҙәр компанияның хәүефһеҙлек һәм һаулыҡ һаҡлау менән идара итеүҙең комплекслы системаларын ҡабул итеүе һәм индереү инциденттар һанын, страховкалау сығымдарын һәм хеҙмәткәрҙәргә компенсация тураһындағы талаптарҙы кәметеүен күрһәтә.[11] Күсмә хәүефһеҙлек ҡоролмалары һәм хәүефһеҙлек буйынса онлайн-күнекмәләр кеүек яңы технологиялар эшләнеүе дауам итә. Улар эш биреүселәрҙең хәүефһеҙлек системаһына инвестициялар һалырға теләге тыуһын һәм предприятиеларҙың хеҙмәткәрҙәрен яҡлау өсөн сығымдарын кәметеү өсөн эшләнә.[12]

Һатыу — билдәле бер ваҡыт эсендә һатылған тауарҙар йәки хеҙмәттәр һаны менән бәйле эшмәкәрлек. Һатыуҙар йыш ҡына бизнестың бөтә йүнәлештәре менән берләштерелә һәм компанияның уңышына асҡыс булып тора.[13]

Менеджмент

үҙгәртергә

Бизнес менән һөҙөмтәле идара итеү, шулай уҡ был предметты өйрәнеү менеджмент тип атала. Идара итеүҙең төп тармаҡтары булып финанс менеджменты, маркетинг-менеджмент, персонал менән идара итеү, стратегик менеджмент, производство менеджменты, операцион менеджменттар, сервис-менеджмент һәм мәғлүмәт технологиялары менән идара итеү тора. Хужалар үҙ бизнесы менән үҙҙәре идара итә йәки бының өсөн менеджерҙар яллай ала. Хужамы йәки ялланған хеҙмәткәр булыуына ҡарамаҫтан, менеджерҙар бизнестың өс төп компоненты менән идара итә: финанс ресурстары, капитал (материаль ресурстар) һәм кеше ресурстары. Был ресурстар кәм тигәндә алты функциональ өлкәлә идара ителә: юридик контракттар, етештереү йәки етештереү хеҙмәттәре, маркетинг, бухгалтер иҫәбе, финанслау һәм кеше ресурстары.

Дәүләт предприятиеларын реструктуризациялау

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Эшҡыуарлыҡ
  • Компрадор

Рәсәйҙә бизнес

үҙгәртергә

Рәсәй Федерацияһының Граждан кодексы төрлө ойоштороу-хоҡуҡи формаһындағы предприятиелар булдырыу мөмкинлеген билдәләй.

  • Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенең әһәмиәте халыҡтың тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүҙән ғибәрәт;
  • Ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү милекте файҙаланыу, тауарҙар һатыу, эштәр башҡарыу йәки хеҙмәттәр күрһәтеү юлы менән өлгәшелә;
  • Эшҡыуарлыҡтың хәрәкәт итеүсе мотивы, уның маҡсаты — табыш алыу;
  • Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеү граждандарҙың айырылғыһыҙ хоҡуғы (бында рөхсәт түгел, ә теркәү талап ителә);
  • Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге инициатива характерына эйә (эшҡыуар тәғәйенләнмәй, ул үҙ теләге менән эшҡыуар була);
  • Эшҡыуарлыҡ — бер тапҡыр ҡулланыла торған акт түгел, ә даими шөғөлләнеү, системалы эшмәкәрлек;
  • Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге тәбиғәте буйынса хәүефле. Бында хәүеф эшҡыуарға бәйле булмаған сәбәптәр буйынса зыян күреү ихтималлығы менән бәйле.
  • Бизнес // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
  • Воробьев, Е. Б. История развития бизнеса в России и за рубежом: методические указания / Е. Б. Воробьев; Яросл. гос. ун-т им. П. Г. Демидова. — Ярославль: ЯрГУ, 2012. — 52 с.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Бизнес // Российский энциклопедический словарь. / глав. ред. А. М. Прохоров. — М.: «Большая российская энциклопедия», 2000. — С. 160 (книга 1).
  2. Предпринимательство // // Российский энциклопедический словарь. / глав. ред. А. М. Прохоров. — М.: «Большая российская энциклопедия», 2000. —— С. 1242 (книга 2).
  3. Бизнес 2016 йыл 9 апрель архивланған. // Экономика. Словарь по обществознанию / под ред. Ю. Ю. Петрунина, М. И. Панова. — М., 2006.
  4. Асаул А. Н. Организация предпринимательской деятельности 2018 йыл 27 ғинуар архивланған.. — С. 19
  5. BELVERD E. NEEDLES, MARIAN POWERS, Sridhar Ramamoorti International Financial Reporting Standards // Journal of International Accounting Research. — 2010-01. — В. 1. — Т. 9. — С. 57–57. — ISSN 1558-8025&f=1003&t=1&v1=&f=4&t=2&v2=&f=21&t=3&v3=&f=1016&t=3&v4=&f=1016&t=3&v5=&bf=4&b=&d=0&ys=&ye=&lng=&ft=&mt=&dt=&vol=&pt=&iss=&ps=&pe=&tr=&tro=&cc=UNION&i=1&v=tagged&s=0&ss=0&st=0&i18n=ru&rlf=&psz=20&bs=20&ce=hJfuypee8JzzufeGmImYYIpZKRJeeOeeWGJIZRrRRrdmtdeee88NJJJJpeeefTJ3peKJJ3UWWPtzzzzzzzzzzzzzzzzzbzzvzzpy5zzjzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzztzzzzzzzbzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzvzzzzzzyeyTjkDnyHzTuueKZePz9decyzzLzzzL*.c8.NzrGJJvufeeeeeJheeyzjeeeeJh*peeeeKJJJJJJJJJJmjHvOJJJJJJJJJfeeeieeeeSJJJJJSJJJ3TeIJJJJ3..E.UEAcyhxD.eeeeeuzzzLJJJJ5.e8JJJheeeeeeeeeeeeyeeK3JJJJJJJJ*s7defeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeSJJJJJJJJZIJJzzz1..6LJJJJJJtJJZ4....EK*&debug=false 1542-6297, 1558-8025. — DOI:10.2308/jiar.2010.9.1.57
  6. David Solomons Developments in Cost Accounting: A Report of the Cost Accounting Sub- Committee of the Taxation and Financial Relations Committee of the Institute of Chartered Accountants in England and Wales. // Economica. — 1948-11. — В. 60. — Т. 15. — С. 327. — ISSN 0013-0427. — DOI:10.2307/2549579
  7. Woo-kyoung Ahn, Nancy S. Kim. Causal Theories of Mental Disorder Concepts. PsycEXTRA Dataset (2008). Дата обращения: 28 ноябрь 2019.
  8. Why Are Business Schools Generally So Static, and Why Is New Knowledge Needed? // The Business School of the Future. — Cambridge University Press, 2019-12-31. — С. 1–23. — ISBN 978-1-108-55511-1, 978-1-108-42971-9.
  9. Helen Foster Business Women Takes Issue on College Training // The Business School Journal. — 1928-12. — В. 3. — Т. 1. — С. 9–11. — ISSN 2372-2800. — DOI:10.1080/23722800.1928.10771257
  10. 10,0 10,1 George M. Zinkhan, Brian C. Williams The New American Marketing Association Definition of Marketing: An Alternative Assessment // Journal of Public Policy & Marketing. — 2007-09. — В. 2. — Т. 26. — С. 284–288. — ISSN 1547-7207&f=1003&t=1&v1=&f=4&t=2&v2=&f=21&t=3&v3=&f=1016&t=3&v4=&f=1016&t=3&v5=&bf=4&b=&d=0&ys=&ye=&lng=&ft=&mt=&dt=&vol=&pt=&iss=&ps=&pe=&tr=&tro=&cc=UNION&i=1&v=tagged&s=0&ss=0&st=0&i18n=ru&rlf=&psz=20&bs=20&ce=hJfuypee8JzzufeGmImYYIpZKRJeeOeeWGJIZRrRRrdmtdeee88NJJJJpeeefTJ3peKJJ3UWWPtzzzzzzzzzzzzzzzzzbzzvzzpy5zzjzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzztzzzzzzzbzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzvzzzzzzyeyTjkDnyHzTuueKZePz9decyzzLzzzL*.c8.NzrGJJvufeeeeeJheeyzjeeeeJh*peeeeKJJJJJJJJJJmjHvOJJJJJJJJJfeeeieeeeSJJJJJSJJJ3TeIJJJJ3..E.UEAcyhxD.eeeeeuzzzLJJJJ5.e8JJJheeeeeeeeeeeeyeeK3JJJJJJJJ*s7defeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeSJJJJJJJJZIJJzzz1..6LJJJJJJtJJZ4....EK*&debug=false 0748-6766, 1547-7207. — DOI:10.1509/jppm.26.2.284
  11. The small business's entrepreneurial orientation and knowledge-based resources // Entrepreneurial Small Businesses. — DOI:10.4337/9781845425692.00008
  12. half-oppose-wearable-tracking-devices // SAGE Business Researcher. — DOI:10.1177/237455680433.n2
  13. How to Organize Your Persuasive Presentation. — 2019. — DOI:10.4135/9781529702835
  • Бизнес / Е. Е. Румянцева // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
  • Воробьев, Е. Б. История развития бизнеса в России и за рубежом: методические указания / Е. Б. Воробьев; Яросл. гос. ун-т им. П. Г. Демидова. — Ярославль: ЯрГУ, 2012. — 52 с.
  NODES
Association 1
INTERN 2