Ботулизм
Ботули́зм (лат. botulus — колбаса) — ботулизм бактериялары токсины менән зарарланған ашамлыҡтан ағыуланыу; үтә етди ауырыу күренеше[1]; ботулизм бактериялары токсины менән зарарланған ашамлыҡтан ағыуланыу; үтә етди ауырыу күренеше; нервы системаһы ҡаҡшай; аккомодация парезы, күҙ йөрөтөү, йотоу, тын алыу мускулдары фалижы күҙәтелә[2], кеше һәм хайуандарҙың киҫкен аурыуы.
Ботулизм | |
| |
МКБ-10 | |
---|---|
МКБ-9 |
005.1 |
Ботулизм Викимилектә | |
Гастроэнтерит синдромы менән үҙенсәлекле көслө бактериаль инфекция, үҙәк һәм вегетатив нерв системаһын ныҡ зарарлауы (нерв күҙәнәктәренә экзотоксин тәъҫире менән бәйле). Ботулизм менән ауырыусы кеше тирә-йүндәгеләр өсөн ҡурҡыныс түгел.
Ауырыуҙы өйрәнеү тарихы һәм билдәләре
үҙгәртергә«Ботулизм» термины Голландия ғалимы Э. ван Эрменгем тарафынан 1896 йылда керетелә. Ботулизмды китереп сығарыусы — клостридиум ботулинум (серологик А, В, С, D, Е, F, G тибындагы Clostridium botulinum) тупраҡта тарала, химик һәм физик тәъҫиргә бирешмәй: 7 төрҙәге термолабиль токсин — ғәйәт көслө тәбиғи нейротроп ағыу сығанағы; 0,3 мкг дозаһы кешене үлтерә.
Тупраҡ, йылы ҡанлы хайуандар, балыҡтар эсәклеге инфекцияның тәбиғи туплану урыны һәм сығанағы ролен үтәй. Бында ауырыу ҡуҙғатыусылар туплана һәм тиҙәк менән тышҡы мөхиткә эләгә. Инкубация осоро 2 сәғәттән алып 10 көнгә тиклем дауам итә. Ботулизм бактерияһы токсины нервы, мускулдар системаһын зарарлай. Кешенең ауырып китеү билдәләре ашҡаҙан һәм эсәклектең лайлалы тышсаһы аша ҡанға үтеп кергән ағыуҙар тәъҫиренән башлана; нерв системаһының айырым өлештәре зарарлана; ағыу ашҡаҙан-эсәк ферменттары тәъҫирендә тарҡалмай. Төп симптомдары: эсәктәр эшмәкәрлеге боҙолоу (уҡшыу, эс ҡатыу һ. б.), бит, күҙ алмаһы, тамаҡ, йотҡолоҡ мускулдары праличы. Ауырыу килеп сығыуҙың төп сәбәбе — өй шартларында консервланған аҙыҡтар (йәшелсә, еләк-емеш, бәшмәктәр), санитария нормаларын һәм ҡағиҙәләрен боҙоп әҙерләнгән ҡаҙылыҡ, ҡаҡланған ит, балыҡ һ. б., шулай уҡ тупраҡ менән бысранған аҙыҡ ҡулланыу. Ботулизм менән йорт хайуандары ла ауырый.
Дауалау
үҙгәртергәДауалау өсөн лаборатор тикшереү (бактериологик анализ, биопроба алымы һ. б.) алымдарҙы ҡулланалар. Дауалау өсөн медикоментоз (ботулизмға ҡаршы сыворотка, йөрәк, эс йомшартыусы дарыуҙар), ашҡаҙанды йыуҙырыу ысулдары ҡулланалар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Русско-башкирский словарь медицинских терминов (В. З. Гумеров, 1981)
- ↑ Русско-башкирский толковый словарь медицинских терминов (М. Т. Азнабаев, 2007)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Татар энциклопедияһы 2013 йыл 7 декабрь архивланған. (тат.)
- Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 22 ғинуар архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Пяткин К. Д. Микробиология. М. 1980; Справочник-путеводитель практикующего врача. 2000 болезней от А до Я. — М., 1999.