Бөйөк Кир II

фарсы батшаһы

Бөйөк Кир II (Куруш) — фарсы батшаһы, б. э. т. 559 — б. э. т. 530 йылдарҙа хакимлыҡ итә, Әһәмәниҙәр династияһынан. Камбиз I-нең һәм, бәлки, Мидия батшаһы Астиагтың Мандана исемле ҡыҙының улы. Әһәмәниҙәр державаһына нигеҙ һалыусы.

Бөйөк Кир II
бор. фарсы 𐎤𐎢𐎽𐎢𐏁 — Kuruš (kurus);
ак. Ku(r)-raš/-ra-áš; Ҡалып:Lang-elx;
Ҡалып:Lang-arc-lat; бор. грек. Κῦρος; лат. Cyrus
Бөйөк Кир II
Флаг
Флаг
Әһәмәниҙәр державаһы батшаһы
б.э.т. 559 — б.э.т. 530
Алдан килеүсе: Камбис I
Дауамсы: Камбис II
 
Дине: зороастризм
Тыуған:
Үлгән:
Ерләнгән: Пасаргады
Нәҫел: Әһәмәниҙәр
Атаһы: Камбис I
Әсәһе: Мандана
Ҡатыны: Кассандана
Балалары: улдары: Камбис II, Бардия
ҡыҙҙары: Артистона, Атосса, Роксана

Кирҙың сығышы

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Кирҙың тормош юлы башлыса Геродот тарихынан таныш. Шулай уҡ мәғлүмәтте боронғо грек тарихсыһы, б.э.т. V быуатта фасы мәрмәрһарайында йәшәүсе Ктесийҙың яҙмаларынан һәм Иҫке Ғәһеттән (Ветхий Завет)тан алырға мөмкин. Сығанаҡтарҙың төп нөсхәләре бик һирәк. Кир Манифесынан башҡалары бер нисә шәхси вавилон документтарында ғына ҡалған. Шулар ваҡиғалар ағымын төҙөргә ярҙам итә.

Кирҙың бала сағы һәм йәшлек йылдары

үҙгәртергә
 
Әһәмәниҙәр державаһы барлыҡҡа килгән осорҙа Лидия, Египет, Мидия һәм Яңы Вавилон батшалығы

Кирҙың тыуыу датаһы теүәл билдәләнмәгән. б. э. т. 600 йылдан 590 йылдар арауығында тыуған тип иҫәпләнә. Уның бала сағы һәм үҫмер йылдары тик легендалар аша ғына таныш. Тик уларҙың һәр береһе башҡаларына ҡаршы килә. Грек тарихсыһы Ксенофонт б. э. т. V быуатта уҡ шулай тип яҙып ҡалдырған.

Геродоттың яҙмаларына ышанһаҡ, Кирҙың әсәһе мидия батшаһы Астиага (Иштувегу) ҡыҙы Мандана, күрәҙәселәр әйтеүе буйынса, ул донъя башлығы буласаҡ малай табырға тейеш була. Шуға күрә лә Астиаг был хәлде булдырмаҫ өсөн, уны мидия кешеһенә бирмәйенсә, бер фарсыға кейәүгә бирә. Шулай ҙа бәләләрҙән ҡасыу өсөн, ауырлы ҡыҙын ул үҙенә саҡыра. Ир бала тыуғас, уны юҡҡа сығарырға теләй. Ул был эште сановнигы Гарпагҡа үтәргә ҡуша. Ә Гаопаг уны үлтермәй, Астиагтың ҡолдарының береһенә, бер көтөүсегә бирә һәм баланы тау башына йыртҡыстар күп булған ергә ташларға ҡуша. Көтөүсе уны үҙенең өйөнә алып ҡайта, сөнки уның ҡатыны үле бала тыуҙырған булған. Атай-әсәй булараҡ, улар батша балаһын тәрбиәләргә, ә үлгән бала мәйетен тау башына алып менеп ташларға килешәләр. Батша балаһының һәйбәт кейемдәрен кейендереп, тауға ташлайҙар. Шунан һуң улар Гарпагҡа барыһы ла эшләнде тип еткерәләр. Гарпаг үҙенең ышаныслы кешеләрен тауға ебәрә һәм бала мәйетен ерләргә ҡуша. Ышаныслы кешеләре шулай эшләйҙәр. Гарпаг быға ышана. Шулай итеп Кирҙың бала сағы батша ҡолдары араһында үтә.[1]

Малайға ун йәш тулғанда, малайҙар менән һуғыш уйыны уйнаған саҡта батша булып һайлана. Тик быға мидияның бик билдәле кешеһенең улы риза булмай. Кир уны туҡмап яза бирә. Туҡмалған баланың атаһы Астиагҡа уның улын ҡол балалары туҡмай, тип ошаҡлай. Бала Астиагҡа хөкөм ҡарары алыр өсөн килтерелә. Астиаг майлайҙы күргәс, был балала үҙенең нәҫеленә оҡшаш яҡтарын таба. Баланың ата-әсәһен ҡурҡытып дөрөҫлөктө әйттерәләр. Гарпаг ҡаты хөкөмгә тарттырыла: уға төшкө ашҡа Кир менән йәштәш булған балаһының ите бирелә. Аҙаҡ Астиаг тағы ла күрәҙәселәргә мөрәжәғәт итә. Күрәҙәселәр алдан әйткән юрау булған инде. Уны балалар донъя батшаһы итеп һайлағандар, элекке юраусылар ошоно ҡабатлағандыр, тиҙәр. Астиаг быға ышана һәм баланы фарсы иленә, ата-әсәһенә кире ебәртә.[2]

Мидияға ҡаршы ихтилал

үҙгәртергә
 
Кир һарайы

Кир — фарсы ҡәбиләләре юлбашсыһы

үҙгәртергә

Геродот, Кирҙың хакимлығы 29 йыл тәшкил итә, тип раҫлай һәм беҙҙең эраға тиклемге 559 йылда (башҡа яҙыусылар шулай уҡ Кир тәхеткә 55-се олимпиаданың беренсе йылында, йәғни беҙҙең эраға тиклем 560—559 йылдарҙа ултырҙы, тип һанай) Кир ултыраҡ тормош алып барған фарсы ҡәбиләләренең башлығы булып китә. Был ҡәбиләләрҙә төп урынды Әһәмәниҙәр ырыуы вәкилдәре пасаргадтар тәшкил итә, уларҙан тыш союзға марафийҙар һәм маслийҙар инә. Улар бөтәһе лә мидий батшаһына буйһона. Ул саҡта Фарсы дәүләте үҙәге Пасаргады ҡалаһы тирәләй урынлаша. Кирҙың хакимлығының тәүге осоронда был ҡала бик әүҙем үҫешә һәм Фарсы дәүләтенең баш ҡалаһы була. Фарсы далаларында һәм ҡалаларында йәшәгән киртийҙар, мардтар, сагартийҙар һәм ҡайһы бер башҡа күсмә ҡәбиләләр, ә шулай уҡ ултыраҡ ҡәбиләләр (карманийҙар, панфиалейҙар һәм деруштар) һуңғараҡ, Мидия менән һуғыштан һуң, Кир тарафынан баҫып алыналар.

Мидияға ҡаршы ихтилал башы

үҙгәртергә

Беҙҙең эраға тиклемге 553 йылда Кир Мидия батшаһы Астиагка ҡаршы сыға. Геродот һәм Ктесий фарсыларҙың мидиялылар менән һуғышын ихтилал тип исемләйҙәр. Геродот фекеренсә, ике батшалыҡ араһындағы һуғыштың сәбәбе булып Гарпагтың Астиагҡа ҡаршы фетнәһе тора. Ул үҙ яғына Астиагтың ҡаты хакимлығына риза булмаған кешеләрҙе йәлеп итә, ә һуңынан Кирҙы ихтилал башларға күндерә.

Ризаһыҙлыҡтан һәм хыянаттан тыш, Мидияның ҡолатылыуы династия көрсөгөнә бәйле: Астиагтың вариҫы булмай. Ктесий батшаның кейәүе Спитамды вариҫ тип исемләй. Мидия өсөн ҡаты алыш бара. Ктесий Астиагтың еңеүҙәре тураһында бәйән итһә, Геродот, һәр хәлдә, уның батырлығын таный: Астиаг ҡарттарҙы ҡоралландырып, шәхсән үҙе уларҙы алышҡа әйҙәй.

Баш күтәреүселәрҙең еңеүе

үҙгәртергә

Грек һәм вавилон сығанаҡтары, Кирҙың Мидияға ҡаршы ихтилалы өс йыл дауам итә, тигән фекергә килә. 6 йылғы Набонид хроникаһы (б. э. т. 550 йыл) хәбәр итә:

«Ул (Астиаг) үҙенең ғәскәрен туплай һәм Аншан батшаһы Кирға, уны еңер өсөн, ҡаршы сыға. Астиагка ҡаршы уның ғәскәре баш күтәрә һәм уның үҙен әсирлеккә алып, Кирға тапшыра. Кир уның баш ҡалаһы Экабатанаға китә. Экабатана иленең көмөшөн, алтынын, башҡа төрлө хазиналарын улар талап бөтәләр, һәм Кир уларҙы Аншанға алып китә…»

— Отрывок из вавилонской хроники[3]

Шулай итеп, Астиагтың Кир менән һуғышы өс йыл дауам итеүе һәм фарсылар файҙаһына бары тик хыянат аша ғына тамамланыуы аңлашыла, өҫтәүенә, Астиаг һөжүм хәлендә була.

Кир — Мидия батшаһы

үҙгәртергә

Кир Мидияның баш ҡалаһы Экбатананы баҫып ала һәм, Мидия батшаларының рәсми титулын алып, үҙен Фарсияның һәм Мидияның батшаһы тип иғлан итә. Әсирлеккә алынған Астиагка Кир мөрхәмәтлек күрһәтә, һәм хатта. Ктесий фекеренсә, уны Баркания наместнигы итеп тәғәйенләй (бәлки, Гирканиялыр)һәм уның ҡыҙына өйләнә (әлеге версия буйынса Кир Астиаг ҡыҙының улы түгел, ә ире) Шул уҡ Ктесий һүҙҙәренән, Астиагтың фекерҙәштәренән бер Спитама — заколы вариҫ һәм Кирҙың конкуренты(1) — һәләк була, юғиһә түңкәрелеш династияның алмашыныуы ғына була.

Әһәминиҙәр дәүерендә лә мидиялар фарсылар менән бер рәттән һаналалар. Экбатана баш ҡала булып ҡала. Бында батша йәйге осоҙо үткәрә.Быларҙың барыһы ла Фарсияны тирә-яҡ халыҡтар күҙлегенән Мидияның дауамы тип ҡарауға килтерә. Кирҙың Астиаг менән туғанлыҡ ептәре бәйләүе хаҡында, Геродоттан башҡа, башҡа тарихсылар ҙа телгә ала (Юстин 1, Ксенофонт 1, Элиан 1). Мидиянан фарсылар күп йәһәттән Aссирия системаһына ҡайтып ҡалған идара итеү системаһын үҙләштерә.

Мидияны яулап алғандан һуң Кир алдағы ике йылда (беҙҙең эраға тиклем 550—548 йылдар) элекке Медиана дәүләте составына ингән илдәрҙе: Парфияны һәм, моғайын, Әрмәнстанды яулап ала. Гиркания, күрәһең, фарсыларға үҙ теләге менән бирелә(1) Шул уҡ йылдарҙа фарсылар Эламдың бөтә территорияһын баҫып ала. Мидия дәүләтенең киң территорияһын яулап алғанда Кирға урындағы халыҡтың ҡаршылығын еңергә тура килә.Бер сығанаҡ та быны раҫламаһа ла, уның тураһында, мәҫәлән, Ксенофонтта табырға мөмкин.(1)

Кир II Кесе Азияла

үҙгәртергә

Лидияны баҫып алыу

үҙгәртергә

Б. э. т. 547 йылда Киликия үҙ ирке менән Кир яғына күсә һәм уға хәрби ярҙам күрһәтә. Бының өсөн Кир уға бер ҡасан да сатраптар ебәрмәй, ә урындағы хакимдарҙы власта ҡалдыра, улар уға яһаҡ түләргә һәм кәрәк булһа, армия төҙөргә тейеш була.

Шулай итеп, Кир Яҡын Көнсығыштың Кесе Азияла гегемонияға дәғүә иткән иң ҡеүәтле дәүләттәренең береһе булған Лидия батшалығы сиктәренә яҡынлаша. Геродот фекеренсә, һуғышты башларға Лидия батшаһы Крез ниәт итә. Б. э. т. 547 йылда лидийҙар Каппадокияға баҫып инәләр, быға тиклем ул мидийҙар хакимлығы аҫтында булған һәм фарсыларҙың һуңғыһын еңгәндән һуң, улар йоғонтоһо аҫтына эәләгәләр. Кир шулай уҡ үҙенең армияһын шул халыҡтар вәкилдәренән тулыландырып, уның территорияһы аша үтә. Кир яғына сығыу өндәүе менән Иония һәм Эолис ҡалаларына илселәр ебәрелә. Әммә Кесе Азия гректары Кирға ҡушылырға ашыҡмай[4].

Птерия ҡалаһы янында ҡанлы алыш була, әммә ул һөҙөмтәһеҙ тамамлана, һәм ике яҡ та яңы алышҡа барырға ашыҡмайй. Крейс баш ҡалаһы Сардҡа сигенә һәм һуғышҡа ентеклерәк әҙерләнергә һәм үҙенең союздаштары Мысырҙан, Спартанан һәм Вавилондан һөҙөмтәлерәк ярҙам алырға тырышырға ҡарар итә. Әммә дәғүәсеһенең ҡылыҡтарын һәм ниәттәрен белеп ҡалған Кир Сардҡа табан ашыға. Сард халҡы өсөн был һөжүм бөтөнләй көтөлмәгән хәл була һәм һөжүм тураһында фарсылар ҡала диуарына килеп еткәс кенә белеп ҡала. Крёз үҙенең армияһын Кирға ҡаршы сығара. Кир булған дөйәләрҙе ғәскәр алдына ҡуйҙырта, дөйә өҫтөндә уҡсылар ултыра. Һуңынан ошо хәрби мәкерлекте күп кенә хәрби башлыҡтар ҡуллана. Лидия ғәскәрендәге аттар, таныш булмаған дөйә еҫенән һәм уларҙың үҙҙәрен күргәс, кире яҡҡа сабалар. Әммә лидия һыбайлылары аттарынантөшә һалып, йәйәүле килеш һуғыша башлайҙар, шулай ҙа Кир ғәскәре баҫымынан Сардҡа сигенәләр һәм акрополдә бикләнәләр. 14 көнлөк ҡамауҙан һуң фарсылар акрополде баҫып алалар, әсирлеккә төшкән Крез Киргә алып киләләр[5][6].

Грек авторҙарының фекере буйынса, Кир Крезды ярлыҡай=1269019585#086 Геродот. История. Книга I «Клио», § 86]</ref>[7][8]. Был ысынбарлыҡҡа тура килә, сөнки Кир башҡа әсирлеккә эләккән батшаларға ла мәрхәмәтлелек күрһәтә. Согласно Геродотҡа ярашлы, Сардты фарсыларр б.э.т. 547 йылдың октябре һәм декабре араһында яулап алына.

Крезды еңгәндән һуң яр буйындағы Иония һәм Эолида ҡалалары Кирға илселәр ебәрә. Улар фарсыларға буйһонорға ризалығын белдерәләр. Әммә Кир, үҙ ваҡытында уларҙы үҙенә ҡушылырға саҡырғанын һәм уларҙың баш тартҡанын иҫтәренә төшөрә, ә хәҙер Лидияның яҙмышы хәл ителгәс, ул үҙе уларға ниндәй шарттарҙа буйһонорға кәрәклеген күрһәтәсәк, тип белдерә. бының тураһында белгәс, Кесе Азия гректары ҡалаларын нығыта башлайҙар һәм, ярҙам һорап, Спартаға илселәрен ебәрәләр. Бер Милет кенә үҙ теләге менән фарсыларға буйһона һәм Кир уның менән элекке шарттарҙағы килешеүгә ҡул ҡуя[9][10].

 
Лидия ҡалаһы Кирҙың баҫып алыу ваҡытында

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Тураев Б. А.. История древнего Востока / Под редакцией Струве В. В. и Снегирёва И. Л. — 2-е стереот. изд. — Л.: Соцэкгиз, 1935. — Т. 2. — 15 250 экз.
  • Белявский В. А.. Вавилон легендарный и Вавилон исторический. — М.: Мысль, 1971. — 319 с. — 60 000 экз.
  • Дандамаев М. А. Мидия и Ахеменидская Персия // История древнего мира / Под редакцией И. М. Дьяконова, В. Д. Нероновой, И. С. Свенцицкой. — Изд. 3-е, испр. и доп. — М.: Главная редакция восточной литературы издательства «Наука», 1989. — Т. 2. Расцвет древних обществ. — 572 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016781-9.
  • Дандамаев М. А. Политическая история Ахеменидской державы. — М.: Главная редакция восточной литературы издательства «Наука», 1985. — 319 с. — 10 000 экз.
  • Древний Восток и античность. // Правители Мира. Хронологическо-генеалогические таблицы по всемирной истории в 4 тт. / Автор-составитель В. В. Эрлихман. — Т. 1.
  • О чём повествует Курош в своей хартии (недоступная ссылка с 14-05-2013 (1005 дней) — история)

Һылтанмалар

үҙгәртергә


  NODES