Валга (эст.Valga, нем.Walk, 1920 йылға тиклем рус.Валк, боронғо рус.  исеме — Влех[3][4]) — Эстонияның көньяҡтағы ҡалаһы, Валгамаа өйәҙенең административ үҙәге. Латвия ҡалаһы Валкаға терәлеп тора, уның менән, асылда, бер ҡала тәшкил итә.

Валга
Нигеҙләү датаһы 1286
Рәсем
Дәүләт  Эстония
Административ үҙәге Валгамаа[d] һәм Валга[d]
Административ-территориаль берәмек Валга[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Педели[d]
Халыҡ һаны 12 173 кеше (1 ғинуар 2024)[1]
Сиктәш Валка[d]
Алыштырған Валк[d]
Майҙан 16,65 км² (31 декабрь 2016)[2]
Почта индексы 68230
Урындағы телефон коды 8-10-372-76
Карта
 Валга Викимилектә

2009 йыл башына халҡы 12 998 кеше, 2012 йылдың башына — 12 539 кеше, 2017 йыл башына — 12 452 кеше тәшкил иткән.

Географияһы

үҙгәртергә

Валга — илдең иң көньяҡ ҡалаһы. Педель йылғаһы буйында урынлашҡан (Нарва йылғаһы бассейны). Ҡала майҙаны 16,5 км² тәшкил итә.

Ҡала шоссе һәм тимер юлдары сатында урынлашҡан. Ҡаланы Йыхви — Нарва, Уулу (Пярну), Выру, Рига йүнәлешенә шосселар киҫеп үтә. ТаллинТартуРига тимер юлдары Тапа аша Таллин—Нарва— Петербург магистрале менән тоташҡан. Валганы Псковҡа ҡарай Выру — Печора йүнәлешендәге юл киҫеп үтә. Ҡаланан Тартуға тиклем алыҫлыҡ шоссе буйлап 89 км, Пярнуға —144 км, Таллинға 245 км, Ригаға — 175 км, Псковҡа тиклем 170 км тәшкил итә.

 
Валга ратушаһы, вокзал һәм Яань сиркәүе

Ҡала тураһында беренсе тапҡыр телгә алыу (Валк исеме аҫтында) 1286 йылға ҡарай.

Рәсәй империяһы ваҡытында ҡала Лифлянд губернаһына инә һәм Валка өйәҙенең үҙәге була.

1920 йылдың 1 июлендә[5] ҡала ике өлөшкә — Саба һәм Валгаға бүленә. Ҡаланың ҙур, төньяҡ-көнсығыш өлөшө Эстонияға инә.

Ҡала өлөшөнөң Эстония файҙаһына инеүе Латвияның бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәштә эстон армияһының ярҙамы өсөн рәхмәт йөҙөнән бүленгән тигән версияһы бар. Мәҫәлән, 1919 йылдың 20 сентябрендә Көнбайыш Ирекле армия етәксеһе Бермондт-Авалов, үҙен «рус дәүләт власы вәкиле» итеп иғлан итә һәм Балтик буйындағы власты бөтә тулылығында үҙ өҫтөнә ала, шуның менән Латвия суверенитеты һәм Латвия власы органдарының барлығы факты менән иҫәпләшмәй. 7 октябрҙә Латвия биләмәһе аша үҙенең ғәскәрҙәрен большевиктар фронтына үткәреү буйынса рөхсәт булмағас, Бермонд-Авалов Латвияға ҡаршы һөжүм башлай. 9 октябрҙә уның ғәскәрҙәре Риганың көнбайыш биҫтәләрен биләй, ә Латвия хөкүмәте, Эстония хөкүмәтенән хәрби ярҙам һорап, Цесисҡа эвакуациялана. 10 октябрҙә Бермондт-Авалов һөжүмен дауам итеү урынына Латвияға ваҡытлыса ярашыу тәҡдим итә. Шул уҡ көндө Ригаға инглиз крейсерҙары эскадраһы, ә Эстониянан бронялы дүрт поезд килә. Интервенцияға ҡаршы берлектәге уңышлы операцияһынан һуң, Эстония ғәскәри сығымдарын ғына ҡаплап ҡалмай, премия сифатында Валка ҡалаһының күпселек өлөшөнә эйә була[6].

1950—1991 йылдарҙа Валга ҡалаһы Валгас районының, 1991 йылдан Валгамаа өйәҙенең үҙәге була.

2007 йылдың 21 декабренән Латвия һәм Эстонияның Шенген зонаһына ингәндән һуң, ҡала йәнә «берҙәм» була: сик буйы контроле булмай, һәр береһе үҙенең идаралыҡ органдарын һаҡлап ҡалһа ла ҡалала латвия-эстон күршелек программаһы эшләй.

Валга климаты диңгеҙ һыҙаттары менән уртаса континенталь. Валгала, ҡағиҙә булараҡ, оҙайлы йомшаҡ ҡыш, әммә ҡыҫҡа йылы йәй.

  • Уртаса йыллыҡ һауа температураһы — 5,9 °C
  • Уртаса ел тиҙлеге — 2,1 м/с
  • Уртаса һауа дымлылығы — 82 %
Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 8,5 10,9 17,2 27,4 30,7 32,1 33,8 34,3 29,5 21,4 12,9 9,6 34,3
Уртаса максимум, °C −2,3 −1,8 3,1 10,4 17,4 21,0 22,4 21,3 15,3 9,3 2,7 −0,9 9,8
Уртаса температура, °C −4,9 −5,1 −1 5,1 11,3 15,3 17,0 15,7 10,4 5,6 0,3 −3,4 5,5
Уртаса минимум, °C −7,8 −8,4 −4,6 0,4 5,3 9,7 11,6 10,8 6,4 2,6 −2 −6,1 1,5
Абсолют минимум, °C −38,5 −35,6 −26,8 −11,1 −5,6 −1,6 2,5 1,5 −6,5 −14 −20,9 −40,5 −40,5
Яуым-төшөм нормаһы, мм 52 37 38 35 51 79 77 82 66 67 61 58 704
Сығанаҡ: Эстонский гидрометеорологический институт (1971—2000)
Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 10,1 10,9 18,4 27,4 30,7 32,1 34,4 34,3 29,5 21,4 12,9 11,9 34,4
Уртаса максимум, °C −1,9 −1,7 3,4 11,3 17,8 20,8 23,3 21,8 15,9 9,7 2,9 −0,8 10,2
Уртаса температура, °C −4,4 −5 −0,8 5,7 11,7 15,2 17,6 16,1 10,9 6,0 0,5 −3,2 5,9
Уртаса минимум, °C −7,1 −8,3 −4,5 0,7 5,6 9,8 12,2 11,2 6,8 2,9 −1,7 −5,8 1,8
Абсолют минимум, °C −34,8 −35,6 −26,8 −11,1 −5,6 0,1 3,1 1,8 −5,5 −14,4 −21 −30,1 −35,6
Яуым-төшөм нормаһы, мм 56 40 42 33 53 83 68 85 59 72 57 56 708
Сығанаҡ: Эстонский гидрометеорологический институт (1981—2010)

Иҡтисады

үҙгәртергә

Ҡалала ағас эшкәртеү һәм еңел сәнәғәт предприятиелары, ит комбинаты, тегеү һәм аяҡ кейеме фабрикалары бар.

Мәҙәниәте, иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә

Музей бар. Ҡалала һәйкәл статусында паровоз Су 251-98 тора. Боронғо ҡомартҡылар һәм биналар араһында иғтибарға лайыҡтары:

  • Валганың Изге Иоанн сиркәүе (1787—1816 йылдарҙа архитектор Кристоф Хаберланд тарафынан төҙөлгән).
  • Ратушаның ағас бинаһы (1865 йылда төҙөлгән).
  • Изге Катрина сиркәүе (1477 йылда төҙөлгән).
  • Изге Рухтың рим-католик сиркәүе (1907 йылда төҙөлгән).
  • Азатлыҡ һуғышы монументы (1925 йылғы һәйкәл күсермәһе, 2013 йылда скульптор Соанс Яак тарафынан тергеҙелгән).
  • Стефан Баторий һәйкәле (1584 йылда Валгаға ҡала хоҡуҡтары биреүсе кеше булараҡ 2002 йылда һәйкәл ҡуйыла)

Ҡалала шулай уҡ экстремаль спорт залы, Азатлыҡ һуғышының Паюс алышы тарихына арналған тематик хәрби парк бар.

Йыл Халҡы
1881 4,200
1897 10,922
1922 9,500
1934 10,800
1939 10,419
Йыл Халҡы
1940 10,402
1959 13,300
1970 17,000
1979 18,500
1989 17,700
Йыл Халҡы
1990 13,390[7]
2000 14,352[7]
2006 13,364[7]
2009 12,998[7]
2012 12,539[7]

Туғандаш ҡалалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. https://andmed.stat.ee/en/stat/rahvastik__rahvastikunaitajad-ja-koosseis__rahvaarv-ja-rahvastiku-koosseis/RV0240
  2. Maakatastri statistikaLand Board.
  3. Влех // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  4. Бегунов, Ю. К. Россия героическая : рассказы русских летописей и воинские повести XIV—XVI веков : переводы с древнерусского. — М.: Молодая гвардия, 1988. — С. 166. — 173 с.
  5. 4
  6. Корнатовский Н. А. Борьба за Красный Петроград. — М.: АСТ, 2004. — 606 с. — (Военно-историческая библиотека). — 5 000 экз. — ISBN 5-17-022759-0.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4
    1 ғинуарына ҡарата

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  NODES
os 3