Волхов
Волхов — Рәсәйҙең төньяҡ-көнбайыш Европа өлөшөндә, Новгород һәм Ленинград өлкәһендәге ҙур йылға.
Волхов | |
Һыу башы | Илмән |
---|---|
Ҡайҙа ҡоя | Ладога |
Ҡушылдыҡ | Тигода[d], Пчёвжа[d], Малый Волховец[d], Ваволь[d], Велья[d], Влоя[d], Выбро[d], Выйка[d], Гзень[d], Глубочка[d], Деревянка[d], Дыменка[d], Елена[d], Жубка[d], Златынка[d], Кересть[d], Менекша[d], Оломна[d], Оскуя[d], Осьма[d], Питьба[d], Полисть[d], Прость[d], Прусыня[d], Ракомка[d], Робейка[d], Сиглинка[d], Соснинка[d], Стипенка[d], Чаженка[d], Чёрная[d] һәм Сиверсов канал[d] |
Йылғалағы һыу ятҡылығы | Ладога, Илмән һәм Волховское водохранилище[d] |
Һыу йыйыу бассейны | бассейн Невы[d] |
Һыу сығымы | 593 м³/с |
Бассейн майҙаны | 80 200 км² |
Донъя ҡитғаһы | Европа |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Новгород өлкәһе һәм Ленинград өлкәһе |
Оҙонлоҡ | 224 km |
Бассейн категорияһы | Категория:Бассейн Волхова[d] |
Волхов Викимилектә |
Географик мәғлүмәттәр
үҙгәртергәИлмән күленән ағып сыҡҡан берҙән-бер йылға. Волхов Илмән яны үҙәненән ағып сыға, Ладога күленә ҡоя. Йылға оҙонлоғо — 224 км[1]. Волхов йылғаһы бассейнының майҙаны — 80 200 км²[2], уларҙың 61 % Новгород өлкәһенә ҡарай, 21 % Псков өлкәһе, 10 % Тверь өлкәһе сиктәрендә ята һәм 8 % Ленинград өлкәһенә тура килә[3]. Уртаса йыллыҡ һыу сығымы — 593 м³/с (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса 586 м³/с). Боҙ менән ноябрь аҙағынан алып апрель башына тиклем ҡаплана. Суднолар йөрөй, Рәсәйҙең эске һыу юлдары исемлегендә тора
Рюриков Ҡаласығынан төньяҡтараҡ Илмән күленән 2 км алыҫлыҡта Волховтың төп үҙәненән Кесе Волховецтың уң тармағы айырыла, ул ҙур утрау барлыҡҡа килтереп Холопий ҡаласығы районында Волхов йылғаһына аға. Кесе Волховецтың хәҙерге башланғысы элегерәк Жилотуг сығанағы булған. Элек Кесе Волховец сығанағы бер аҙ көньяҡтараҡ, Сиверс каналы башланған нөктә менән йәнәш булған.
Төп ҡушылдыҡтары: уңдан — Вишера, Пчевжа, Оскуя; һулдан — Кересть, Тигода.
Йылғала Волхов ГЭС төҙөлгән (Ленинград өлкәһе).
Волховта (ағым буйлап): Бөйөк Новгород, Кречевица биҫтәһе, ҡала тибындағы Краснофарфорный ҡасабаһы, Кириши ҡалаһы Волхов ҡалаһы, Иҫке Ладога ауылы, Яңы Ладога ҡалаһы урынлашҡан.
Ҡушылдыҡтары
үҙгәртергә- һул 7 км : Златынок йылғаһы
- һул 15 км: Елена йылғаһы
- уң 36 к: Жубок (Жульбинка) йылғаһы
- уң 43 км: Сестра йылғаһы
- һул 45 км: Сиглинка йылғаһы
- һул 51 км: Чаженка йылғаһы
- уң 52 км: Прусыня (Прусаня, Прузань) йылғаһы
- һул 64 км: Влоя йылғаһы
- һул 80 км: Оломна йылғаһы
- уң 82 км: Черная йылғаһы
- уң 91 км: Велия йылғаһы
- һул 100 км: Тигода йылғаһы
- уң 102 км: Пчевжа йылғаһы
- һул 113 км: Любунька тармағы
- уң 118 км: Ваволь йылғаһы
- уң 118 км: Оскуя (Оскуй) йылғаһы
- һул 125 км: Кересть йылғаһы
- уң 134 км: Выйка йылғаһы
- һул 142 км: Полисть йылғаһы
- һул 143 км: Глубочка йылғаһы
- уң 147 км: Соснинка йылғаһы
- уң 148 км: Выбро (Званка) йылғаһы
- һул 150 км: Дыменка йылғаһы
- һуд 161 км: Оло Иглин сығанағы
- уң 168 км: Осьма йылғаһы
- уң 171 км: Ложитовский канауы ағымы
- уң 202 км: Робейка сығанағы
- уң 211 км:Сивесртар каналы
- һул 211 км: Питьба йылғаһы
- уң 214 км: Кесе Волховец ҡылымығы
1960 йылға тиклем Волховҡа Перындән көньяҡтараҡ Прость йылғаһы ҡоя
Тарихи мәғлүмәттәр
үҙгәртергәXVII быуат «Сказание о Словене и Русе и городе Словенске» китап легендаһында халыҡ этимологияһы йылғаның атамаһын Словендың өлкән улы — Волхв (Волхов) менән бәйләй[4].
И. Ю. Миккола йылғаның атамаһын фин. Olhava Olhava XVI быуат грамотаһындлағы швед. Ålhava һәм фин. Olhavanjoki һүҙҙәрен иҫәпкә алып сығара[5]
2000 йыл самаһы элек Волховта һыу кимәле абсолют бейеклектән10 метр түбән төшә. Буласаҡ Иҫке Ладога территорияһы һыу кимәле кәмегәс I мең йыллыҡ уртаһынан да ҡалмай ултырыу өсөн яраҡлы була[6].
Иҫке Ладоганың Ер ҡаласығы аҫтында ер һөрөү VI быуаттар тирәһендә башҡарыла. Тәүге Ладога халҡының игенселек менән шөғөлләнеүе бойҙай, арыш, арпа, тары һәм етен орлоҡтарының табылыу менән иҫбатлана. Ер ҡаласығында беренсе славян ауылы 700 йылдар самаһы йәки элегерәк барлыҡҡа килгән[7].
Волхов йылғаһының элекке тамағы урынында уң яры ҡалҡыулығында VIII—IX быуаттарҙа Любшан ҡаласығы булған[8], уның ҡаршыһында һул ярҙа варягтар Иҫке Ладога төҙөгән. Любшан ҡәлғәһенә урта Европа сығышлы үҙенсләлекле славяндар мәҙәниәтенең вәкилдәре тарафынан нигеҙ һалынған[9]. Волхов йылғаһының һул ярында Пчевский Ҡаласығы ауылы янында «Городище» ҡаласығы — Новгород словендарының бер йылъяҙмалы «ҡалаһы» урынлашҡан[10], Волхов ҡалаһы ситендә Новые Дубовики ҡаласығы булған. IX—X быуаттарға инде славян халҡы Волхов үрҙәрен ныҡ үҙләштерә. Бында ҡурған-сусаҡ ерләү йолаларынан тыш Перынь тәбиғи сиктәрендә уларҙың һын-ботлоҡтары урынлашҡан, шулай уҡ ике ҡаласығы: Рюриков ҡаласығы һәм Холопий ҡалаһы булған[11].
Волхов шулай уҡ «Враягтарҙан гректарға күсеү юлы» өлөшө булараҡ билдәле
Йылъяҙмала йыш ҡына Волховтың кирегә ағыуы тураһында күрһәтелә. Башлыса был 1176 йылда була
Был күренеш Илмендә һыу кимәле түбән булғанда Волхов ағымының ҡушылдыҡ һыуҙары баҫымы менән бәйле. Ул беҙҙең көндәрҙә лә шулай булыуы мөмкин — 2013 йылдың апрелендә йылға ағымы туҡтай[12]
Волхов аша кисеүҙәр
үҙгәртергәБөйөк Новгород:
- Бөйөк күпер[13][14] (тарихи) — юҡ
- 1477—1478 йылда Новгород ҡалаһы ҡамауҙа ваҡытында Ҡаласыҡта Иван III тсавкаһы урынлаша, кенәз архитектор Аристотель Фьоравантиға Ҡаласыҡтан Юрьев монастырына тиклем Волхов аша күпер һалырға бойора[15].
- Йәйәүлеләр күпере
- Александр Невский исемендәге күпер
- Колмово күпере
- Деревяницкий күпере
Новгородтан Чудовоға тиклем:
- Котовицы ауылында М10 юлы буйлап автомобиль күпере (Бөйөк Новгородтан урау),
- Ситно ауылында М11 юлы буйлап автомобиль күпере
- Селищи һәм Спасская Полисть ауылдары араһында Р53 юлы буйлап автомобиль күпере,
- Санкт-Петербург—Мәскәү (күпер Волхов күпере) тимер юлында ике юллы тимер юлы күпере.
Чудовонан Киришиға тиклем:
- Р36 юлы буйлап Краснофарфорный һәм Грузино ҡасабаһы араһында автомобиль күпере,
Кириши:
- Ике һыҙатлы биш тороҡло автомобиль күпере,
- Санкт-Петербург — Пестово — Мәскәү тимер юлы линияһында Волхов пристане һәм Кириши станцияһы араһында бер юллы тимер юлы күпере,
- Дүрт тороҡло күпер-торба үткәргес
Киришинан Волховҡа тиклем
- Куколь станцияһы янында тимер юл күпере
- Волхов ГЭС быуаһы,
- Волховстрой II һәм Волховстрой-1 станциялары араһында участкала тимер юлы күпере,
- Автомобиль күпере,
- Автомобиль күпере.
Волховтан түбән:
- Симанков һәм Плеханов араһында автомобиль күпере,
- М18 юлы буйлап автомобиль күпере
Экологияһы
үҙгәртергә2007 йылда Волхов һыуҙары бысранған булараҡ характерлана (УКИЗВ — 2,81), был 3-сө класс сифатына тап килә («а» разряды). 2006 йылда һыу шулай уҡ бысраҡ булараҡ характерлна (УКИЗВ — 2,93)[16].
Волхов йылғаһы Новгород өлкәһенең һәүәҫкәр балыҡсылыҡ үҙәге булып тора. Унда аҡкүҙ, эт балығы, күстерә, шырт балыҡ, ағасаҡ, табан балыҡ, ҡыҙылғанат, ҡорман, ҡарабалыҡ, шамбы, алабуға, сабаҡ, күкйөн, йәйен, һыла, күк балыҡ, суртан тереклек итә[17].
Галереяһы
үҙгәртергә-
Йәйәүлеләр күпере
-
Ҡышҡы Волхов
-
Колмово күперенән күренеш
-
Волхов ҡалаһында тимер юлы күперенән Волхов йылғаһы
-
Петергофта «Волхов" скульптураһы. Ҡарт ҡулында Новгород ҡалаһының гербы менән ҡалҡан
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Государственный водный реестр.Волхов.textual.ru. Минприроды России(29 марта 2009).Дата обращения 20 декабря 2018. Архивировано 29 марта 2009 года.
- ↑ «Волхов» — информация об объекте в Государственном водном реестре
- ↑ Схема комплексного использования и охраны объектов бассейна реки Волхов. Книга 1. Общая характеристика речного бассейна. Дата обращения: 23 октябрь 2014. Архивировано 28 октябрь 2014 года. 2014 йыл 28 октябрь архивланған.
- ↑ Текст «Сказания о Словене и Русе и городе Словенске» . Архивировано 28 сентябрь 2007 года. 2007 йыл 5 июнь архивланған.
- ↑ Фасмер М. Этимологический словарь русского языка. Т. I. С. 346.
- ↑ Шитов М. В., Бискэ Ю. С., Носов Е. Н., Плешивцева Э. С. Природная среда и человек нижнего Поволховья на финальной стадии ладожской трансгрессии // Вестник Санкт-Петербургского университета. Сер. 7. Вып. 3. 2004
- ↑ Кирпичников А. Н., Курбатов А. В. Новые данные о происхождении Ладожского поселения и о появлении славян в Поволховье // Stratum plus, №5. 2014
- ↑ Фомин В. Южнобалтийские славяне в истории Старой Руссы . Дата обращения: 11 ғинуар 2019.
- ↑ Лебедев Г. С. Археология Ладоги // Эпоха викингов в Северной Европе и на Руси. — СПб.: Евразия, 2005. — ISBN 5-8071-0179-0
- ↑ А. Н. Кирпичников, И. В. Дубов, Г. С. Лебедев. Русь и варяги (Русско-скандинавские отношения домонгольского времени) // Верхняя Русь . Дата обращения: 11 ғинуар 2019.
- ↑ Новгородская земля: Северное Приильменье и Поволховье (Е. Н. Носов) // Макаров Н. А. (отв.ред.) — Русь в IX—X веках- археол. панорама — 2012
- ↑ В Великом Новгороде в реке Волхов остановилось течение (видео) (недоступная ссылка). 53news.ru. Дата обращения 11 января 2019. Архивировано 17 мая 2013 года.
- ↑ Эксклюзив: В Великом Новгороде найден самый древний из известных мостов . Дата обращения: 11 ғинуар 2019.
- ↑ Подводные археологи нашли в Великом Новгороде один из древнейших на Руси мостов . Дата обращения: 11 ғинуар 2019.
- ↑ Городище, село Новгородской губернии // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ 2.1. Водные ресурсы рек и их качество 2.1.2.2. Трансграничное загрязнение поверхностных вод . Дата обращения: 10 август 2011. Архивировано 10 август 2011 года. 2013 йыл 29 октябрь архивланған.
- ↑ Рыбалка в реке Волхов . Дата обращения: 11 ғинуар 2019. Архивировано 22 февраль 2013 года.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Волхов // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Дичаров З. Л. Волхов: Историко-краеведческий очерк. — Л.: Лениздат, 1961. — 184 с. — (Города Ленинградской области). — 10 000 экз.
- Ильина Л. Л., Грахов А. Н. Волхов. — Л.: Гидрометеоиздат, 1980. — 120, [32] с. — (Реки и озёра нашей Родины). — 50 000 экз.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Волхов (река) // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- «Волхов» — информация об объекте в Государственном водном реестре