Горчак[1] (лат.  Rhodeus sericeus, (рус.  Обыкновенный горчак , рус. Горчаки) — ҙур булмаған, оҙонлоғо 10 см тирәһе сөсө һыуҙа йәшәй торған балыҡ; Европаның төньяғында һәм Себерҙә йәшәй торған йылға балығы[2].

Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 19671

Аҡрын ағымлы һәм ағымһыҙ йылғаларҙың туғайлы, һыу үҫемлектәре менән ҡапланған өлөштәрендә йәшәйҙәр. Кәүҙәһенең оҙонлоғо 10 см, ян-яҡтан ҡыҫылып, эре тәңкәләр менән ҡапланған. Һыртындағы йөҙгөсө 8-10 тармаҡлы нурҙан тора. Башлыса, һыу үҫемлектәре менән туҡлана. Йәшәүенең икенсе йылында енси яҡтан өлгөрөп етә, ыуылдырыҡ сәсеү яҙғы-йәйге айҙарға тура килә. Шул ваҡытҡа инә балыҡтарҙың ыуылдырыҡ һалғысы үҫә (һайһы саҡта кәүҙә оҙонлоғон да уҙып китә), уның ярҙамында ике ҡабырсаҡлы эре моллюскларҙың мантия ҡыуышлығына ыуылдырыҡ бөртөктәрен һала. Ыуылрырыҡ бөртектәренең 300 гә яҡыны үрсемле. Кәсепселек өсөн әһәмиәте юҡ, аквариумдарда тотола.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Решетников Ю. С., Котляр А. Н., Расс Т. С., Шатуновский М. И. Пятиязычный словарь названий животных. Рыбы. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. / под общей редакцией акад. В. Е. Соколова. — М.: Рус. яз., 1989. — С. 149. — 12 500 экз. — ISBN 5-200-00237-0.
  2. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т.Г.Баишев, 1952)
  • Акимушкин И. И. Птицы. Рыбы, земноводные и пресмыкающиеся. — Забота о детях в водах наших широт: Мысль, 1995. — С. 317—318. — (Мир животных). — ISBN 5-244-00803-X
  NODES