Бөйөк Дарий  I (бор. фарсы 𐎭𐎠𐎼𐎹𐎺𐎢𐏁, Dārayavahuš) — Әһәмәниҙәр дәүләте батшаһы, б. э. т. 522—486 йылдарҙа хакимлыҡ иткән.

Дарий I
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Әһәмәниҙәр дәүләте
Титул Шаһиншаһ, King of the Lands[d], Фирғәүен һәм Великий царь[d]
Тыуған көнө б. э. т. 550[2]
Вафат булған көнө б. э. т. 486[2]
Ерләнгән урыны Гробница Дария I[d]
Накше-Рустам[d]
Атаһы Гистасп[d][3][4]
Бер туғандары Артаферн I[d] һәм Артабан[d][5]
Хәләл ефете Атосса[d], Артистона[d], Пармис (жена Дария I)[d] һәм Федима[d]
Балалары Ксеркс I[d][6], Аброком[d], Арсам[d], Гобрий (сын Дария I)[d], Artobazanes[d], Ариабигн[d], Артазостра[d], Masistes[d], Ахемен[d] һәм Гиперант (сын Дария I)[d]
Нәҫеле Әһәмәниҙәр
Һөнәр төрө дәүләт эшмәкәре, полководец, монарх
Биләгән вазифаһы Шаһиншаһ һәм Фирғәүен
Хәрби звание баш командующий
Телгә алынған хеҙмәттәр Civilization V[d]
Эра Боронғо Мысыр, VI век до н. э.[d], V век до н. э.[d], Поздний период[d] һәм XXVII династия[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Darius I
 Дарий I Викимилектә

Дарий I дәүерендә Фарсы иле Мысырҙан Һиндостанға тиклем һуҙылған һәм 80-дән ашыу халыҡты үҙ эсенә алған. Уның батшалыҡ итеү дәүеренән параллель рәүештә элам һәм аккад телдәренә тәржемә ителгән боронғо фарсы телендәге бик күп мең шына яҙмалы хужалыҡ, юридик, административ, йәмәғәт тәртибе һәм Әһәмәниҙәрҙең мәҙәниәте тураһында мәғлүмәт биргән дини текстар һаҡланған. Дарий батшалыҡ иткән осор Әһәмәниҙәрҙең ҡеүәте киңәйгән осор булған, әммә уның ваҡытында уҡ дәүләттең көсһөҙлөгө лә асыҡланған.

Тәхеткә ултырыуы

үҙгәртергә

Дарий I, Әһәмәниҙәрҙең кесе тармағы вәкиле, Виштаспаның улы (бор.грек. — «Гистаспа»), Гаумата үлтерелгәндән һуң, заговорсылар уны батша итеп иғлан итә. Тәхеткә ултырыған сағында уға 28 йәш булған. Үҙенең батша власына хоҡуғын тулыһынса нығытыу маҡсатында, Дарий Кир II-нең ҡыҙы Атоссаға өйләнә[7].

Буйһонған илдәрҙәге ихтилал

үҙгәртергә

Эламиттар һәм вавилондар фетнәһе

үҙгәртергә

Дарий үҙенең идаралығын фарсы юғары ҡатламының Гаумата юҡҡа сығарған бөтә өҫтөнлөктәрен тергеҙеүҙән башлаған. Был фарсыларға буйһонған халыҡтарҙың ҡырҡа оппозицияһын тыуҙырған. Беренселәр булып эламиттар һәм вавилондар күтәрелә. Эламда ниндәйҙер Ассина үҙен Элам батшаһы итеп иғлан итә, уны бәйләп фарсы батшаһына алып киләләр һәм язаға тарттыралар.

Вавилондар Нидинту-Бел етәкселеге аҫтында баш күтәрә, ул үҙен Навуходоносор Набонид улы тип иғлан итә. Б. э. т. 522 йылдың 3 октябренә Нидинту-Бел Бабилияның Сиппар, Борсипп һәм башҡа ҡалаларында батша булып танылған. Вавилондар ихтилалы шундай киң ҡолас ала, уларға ҡаршы походты Дарий үҙе шәхсән етәкләй. Вавилондар ғәскәре, йылға аша кисеүҙәрҙе ҡаплап, Тигр йылғаһы янында оборона тота, әммә Дарий, үҙенең яугирҙарын дөйәләргә, аттарға һәм тын тултырылған тиреләргә ултыртып, Тигр йылғаһы аша сыға һәм көтөлмәгән һөжүм менән вавилондар армияһын таралырға мәжбүр итә (ассиядия айының 24-се көнө — б. э. т. 522 йылдың 13 декабре). 5 көндән (анамак айының 2-се көнө — 18 декабрь) Евфрат буйындағы Зазан ҡалаһы янында Дарийҙың баш күтәреүселәр менән икенсе алышы була. Вавилондар йәнә еңелеүгә тарый, уларҙың армияһының күпселек өлөшө йылғаға ҡыҫырыҡланып, һыуға ырғытыла. Нидинту-Бел ҡасып китә һәм Вавилон ҡалаһында йәшеренә. Дарий фетнәсе ҡаланы ала. Нидинту-Бел һәм ихтилалдың 48 етәксеһе язалана. (Нидинту-Бел ысынлап та Набонидтың улы булыуы ихтимал). Бехистун рельефы тип аталған сәнғәт әҫәрендә Нидинту-Бел оло йәштәге кеше итеп һүрәтләнә. Нидинту-Белды әсирлеккә алғандан һуң, Дарий уны халыҡҡа күрһәтмәй — бына шул ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Дарий I-нең үҙҙәрен боронғо династия вәкиле тип күрһәтеп маташҡан ялған исемдә йөрөүселәрҙе (самозванец) халыҡҡа сығарып күрһәтеү ғәҙәте булған .

Геродот вавилондар ихтилалы тураһында, уны һуңғараҡ ваҡытҡа ҡайтарып, яҙған, һәм яҙыуҙа хикәйәләнгән менән бер ҙә тап килмәҫтәй ваҡиғалар тураһында ентекләп һөйләй. Вавилондар иҫ киткес ҡаты бәғерлегә әйләнгән була. Улар, артыҡ тамаҡ тип, күпселеген ҡатын-ҡыҙҙарҙы үлтергән; Ҡамауҙағыларҙың мыҫҡыллауҙарын кисереп, Дарий I Вавилонды егерме ай буйына ҡамауҙа тота. Кирҙың өлгөһө лә (йылға ағымын бороу) ярҙам итмәй, һәм Вавилон Зопирҙың үҙ-үҙен фиҙа ҡылыуы арҡаһында ғына (ул үҙен имгәтә лә, вавилондарға, йәнәһе, зәғифләндергән дошманынан үс алырға ынтылғанын белдерә), һәм, вавилондар полководецы булып алғандан һуң, ҡаланы Дарийға тапшыра. Дарий ҡаланың нығытмаларын алып ырғыттыра, өс мең вавилонды язаға дусар итә, үҙҙәренең ҡатындарын үлтереп бөткәнлектән, ҡалғандарын сит ҡатындарға өйләнергә мәжбүр итә. Зопир тоғролоғо өсөн Бабилияның сатрабы[8][9][10][11] итеп тәғәйенләнә. Күренеүенсә, бында Бабилия сатрабы Зопирҙың ейәне, гректарға ҡасып килгән Зопирҙың, ғаилә риүәйәте сағыла. Әммә тап Геродот тасуирлаған оҙаҡҡа һуҙылған ҡамауға ярашлы хронологик ваҡыт сиктәре күренмәй.

Самозванец ҡалдырған яҙыуҙар булмаһа ла, ихтилал эҙҙәрен Эгиби банкир контораһы һәм уның улдарының бер нисә контракты аша белеп була. Улар «Навуходоносор, вавилон батшаһы» исеме һәм шаһиттар исеме — ул Эгиби улдарының Камбис, Лжебардий (Гаумата) һәм Дарий заманындағы контракттарға ҡул ҡуйыуына тиңләшә, шуға күрә бөйөк НавуходоносорII осорона тап килмәй. Навуходоносор  III "батшалыҡ итеүе"нең башланыуынан һанап сығарырға була: самозванец Нидинту-Бел 3 ай батшалыҡ иткән. Зазан янындағы алышҡа дүрт көн үтеүгә Вавилон Дарий ҡулында булған, һәм оҙайлы ҡамау хаҡында һүҙ булыуы мөмкин дә булмаған.

Маргиана һәм Элам ихтилалдары

үҙгәртергә

Дарий Вавилонияла яза биреү менән мәшғүл булғанда, уға ҡаршы Фарсы иле, Мидия, Маргиана, Парфия, Әрмәнстан, Саттагидия, Сагартия, Урта Азияның сак ҡәбиләләре, Мысыр һәм икенсе тапҡыр Элам ҡаршы сыҡҡан.

Маргианала ниндәйҙер Фрада үҙен батша итеп иғлан итә һәм Дарийға ҡаршы көрәште етәкләй. Баш күтәреүселәргә Дарийға тоғролоҡ һаҡлаған Бактрия сатрабы Дадаршиш ҡаршы сыға. Б. э. т. 522 йылдың 10 октябрендә маргианалылар еңелә. Шуның артынса уҡ карателдәр 55 200-ҙән ашыу кешене үлтергән һәм 7 меңгә яҡын маргианалыны әсирлеккә алған һәм һуңынан ҡоллоҡҡа һатҡан. Ошо һандарҙан уҡ Маргианалағы ихтилал дөйөм халыҡ хәрәкәте булғаны күренә.

Эламда ихтилалды Хумпаникаш исеме аҫтында үҙен Эламдың батшаһы тип иғлан иткән фарсы Мартия етәкләй. Дарий был фетнәне баҫтырыуға ғәскәр ебәрә, әммә эламиттар, язалауҙарҙан ҡурҡып, үҙҙәре Мартияны үлтерә.

Фарсия һәм Арахосия ихтилалы

үҙгәртергә
 
Әһәмәниҙәр дәүләте

Фарсы иленең үҙендә халыҡ араһында ҙур хуплау тапҡан, үҙен Бөйөк Кир II-нең улы Бардий исеме менән танытҡан Дарийҙың көнәркәше Вахьяздат сыға. Б. э. т. 522 йылдың декабренең икенсе яртыһында Фарсы илендәге ихтилал айырыуса киң ҡолас алғанын Вахьязатаның Фарсы иленән йөҙәрләгән километр алыҫлыҡта ятҡан Арахоста көрәшеүе күрһәтә.

Б.э.т. 522 йылдың 29 декабрендә Арахосияла Капишаканиш ҡәлғәһе янында бер яҡтан Вахьяздата ебәргән ғәскәр һәм икенсе яҡтан Дарийға тоғролоҡ һаҡлаған Арахосия сатрабы Вивана араһында һуғыш була. Был һуғышта бер яҡ та уңышҡа өлгәшмәй. Б. э. т. 521 йылдың 21 февралендә Гандутава өлкәһендә Вивана фетнәсел армияны ҡыйратҡан. Был алышта баш күтәреүселәр 4579 кешеһен юғалта һәм Аршада ҡәлғәһенә сигенә. Мартта Аршад ҡәлғәһен — Арахосияла баш күтәреүселәрҙең был һуңғы терәген Вивана ғәскәрҙәре баҫып ала, фетнәселәр армияһы етәкселәре язаға тарттырыла.

Б. э. т. 521 йылдың 25 майында Дарий полководецы Артавардия Фарсы илендә Раха ҡалаһы янында Вахаяздаттың төп армияһын ҡыйрата. Баш күтәреүселәр 4404 кешеһен юғалта. Вахьяздат ҡаса; яңы ғәскәр йыя, ләкин б. э. т. 521 йылдың 16 июлендә (6246 кеше үлтерелә һәм 4464 кеше әсирлеккә эләгә), йәнә еңелә. Вахьяздат әсирлеккә эләгә һәм үҙенең 52 ярҙамсыһы менән ҡаҙыҡҡа ултыртылып язалана[12][13].

Мидия, Парфия һәм Гиркания болалары

үҙгәртергә
 
Дарийҙың маг Гаумата (Алдыҡ Бардий) һәм башҡа боласы "батша"ларҙы еңеү тантанаһын күрһәткән Бехистун рельефы. Б. э. т. VI быуат аҙағы.
Фарсы батшаһы еңелгән Гауматаға аяғы менән баҫҡан, 9 бола башлығы уның рәхимлеген үтенә, батша артында — йән һаҡсыһы һәм «үлемһеҙҙәр отряды» яугиры.

Мидияла, Мидия батшаһы Киаксар нәҫеленән килеп сыҡҡанмын тип раҫлаған мидия кешеһе Фравартиш[hu] (греч. Фраорт II) Фравартиш (Грекия) үҙен батша тип иғлан иткән һәм ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Мидия территорияһын баҫып алған. Оҙаҡламай Фравартиштың фетнәһенә Парфия менән Гиркания ла ҡушылды.

Баш күтәреүсе мидийҙарға ҡаршы Дарий үҙенең полководецы Видарнаны ебәрә. Б. э. т. 521 йылдың 12 ғинуарында, хәҙерге Керманшах менән Кангавар араһындағы Марруш ҡалаһы янында Видарна баш күтәреүселәргә ҡаршы һуғышҡан. Һиҙелерлек һөҙөмтә булмай.

Б. э. т. 521 йылдың 8 мартында Дарийҙың атаһы, Парфия сатрабы Гистасп (фарсыса Виштасп) Вишпаузатиш ҡалаһы янындағы алышта Фравартиш фетнәһенә ҡушылған парфян һәм гиркан ғәскәрҙәен еңә — 6346 фетнәсе үлтерелә һәм 4336-һы әсирлеккә алына.

Б. э. т. 521 йылдың 7 майында Кундуруш ҡалаһы янындағы һуғышта Дарий фетнәселәрҙең ғәскәрен ҡыйрата. Мидийҙар яҡынса 34 500 кешеһе һәләк булған, 18 мең фетнәсе әсирлеккә эләккән. Фарвартиш һәм уның аҙ һанлы яҡындары Раги ҡалаһына ҡасҡан. Фравартишты алып килгәндән һуң, Дарий уның ауыҙын, ҡолағын, телен киҫә, күҙҙәрен соҡой. Шунан һуң Фравартиш Экбатанда ҡаҙыҡҡа ултыртыла, ә уның яҡын ярҙамсылары арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлана (б. э. т. 521 йылдың июне).

Шунан Дарий мидийҙар фетнәһен баҫтырырға Парфияға атаһы Гистаспҡа ярҙамға ғәскәр ебәргән. Гистасп б. э. т. 521 йылдың 12 июлендә Патиграбан ҡалаһы янындағы һуғышта парфян һәм гиркан фетнәселәрен ҡыйратҡан. 6570 фетнәсе үлтерелә һәм 4192 кеше әсирлеккә эләгә. Баш күтәреүселәр юлбашсыһы етәкселегендә 80 кеше (Бехистун ҡаяһындағы яҙыуҙа уның исеме бирелмәй) язалап үлтерелә[14][13].

Әрмәнстанда һәм Сагартияла хәрби хәрәкәттәр

үҙгәртергә

Әрмәнстандағы фетнәне баҫтырыр өсөн Дарий полководецтар Дадаршиш һәм Ваумис етәкселегенә ғәскәр ебәрә. Б. э. т. 522 йылдың декабрендә фетнәсел армия көньяҡҡа юл ала һәм Ассирия провинцияһына бәреп инә. Ваумис 31 декабрҙә Изара ерендә баш күтәреүселәргә ҡаршы сыға. Бехистун яҙыуында фетнәселәр тар-мар булды тиелһә лә, батша армияһы еңелгәнгә оҡшай, сөнки бынан һуң Ваумиса 5 ай дауамында әүҙем хәрби хәрәкәттәрҙән ситләшкән. Уға ярҙамға Дарий үҙенә тоғро әрмән Дадаршиш етәкселегендәге тағы бер армия ебәрергә мәжбүр булған. Б. э. т. 521 йылдың 21 майында Бөйөк Кир батша яулап алған илдәрҙән ҙур өлкәләр яһаған. Дадаршиш Зуза ауылы эргәһендә әрмәндәрҙе ҡыйратҡан. 27 майҙа йәнә Тигр ҡәлғәһе янындағы алышта, 21 июндә улар Виам ҡәлғәһе янында өсөнсө тапҡыр еңеү яулаған. Ваумиса баш күтәргән әрмәндәрҙе тулыһынса ҡыйратҡан. Шулай итеп, 7 ай барған көрәштән һуң һәм 5 һуғыш барышында Әрмәнстандағы ихтилал юҡ ителә. Был һуғышта 5097 кеше һәләк була һәм 2203 әрмән әсирлеккә алына.

Сагартияла Чиссатахма, үҙен Киаксар нәҫеленән, батша тип иғлан иткән. Был фетнәне баҫтырыуға Дарий үҙенең тоғро мидиялы Тахмаспаданы ебәргән. Чисатахма еңелә, әсирлеккә алына һәм Дарийға килтерелә. Дарий уны, танауын, ҡолағын киҫеп, күҙҙәрен соҡоп, йыртҡыстарса язалай. Һуңынан Чиссатахма Эрбилдә ҡаҙыҡҡа ултыртыла[15][16].

Вавилонлыларҙың яңы ихтилалы

үҙгәртергә

Дарий был фетнәләрҙе баҫтырыу менән мәшғүл булғанда, уға ҡаршы вавилонлылар ихтилалға күтәрелә. Ихтилалға үҙен Набонид Навуходоносор IV-нең улы итеп танытыусы әрмән Араха етәкселек итә. Б. э. т. 521 йылдың 16 авгусына ул бөтә илде яулап алған, уның Вавилон, Борсиппа, Сиппар, Урук идара иткәнен күрһәткән документтар раҫлай. Дарий полководец Интафернға был фетнәне баҫтырырға ҡуша. Б. э. т. 521 йылдың 27 ноябрендә баш күтәреүселәр ҡыйратыла, ә фетнә етәкселәрен Вавилонда ҡаҙыҡҡа ултырталар.

Ике тапҡыр фетнә күтәреүгә ҡарамаҫтан, Дарий, Вавилонды ярлыҡап, уны баш ҡала итеп ҡалдырған. Документтар «Илдәр батшаһы», Вавилон батшаһы Дарий исеме менән билдәләнгән. Рәсми яҙмалар, Бехистун теленең күсермәләре һәм башҡалар вавилон телендә ҡуйылған. Геродот хатта, Дарий Вавилондан Мврдуктың алтын статуяһын палладийҙы алып китергә ниәте булған, әммә «ҡыйыулығы етмәгән», ти; икенсе һүҙ менән әйткәндә, беҙгә билдәһеҙ сәбәп арҡаһында ғына ул Вавилонды батшалыҡ кеүек юҡ итергә көс таба алмай. Батша Мардук менән иҫәпләшмәгән: Вавилонда ҡуйылған Бехистун яҙыуының күсермәһендә ул бер Аһура Мазданы ғына атай[17][18].

Эламиттарҙың сираттағы ихтилалы һәм саҡтарға ҡаршы поход

үҙгәртергә
 
Ганджнамеда Дарий I-нең өс телдә (боронғо фарсы, элам һәм вавилон телдәрендә) яҙған яҙыуы, Хамадан янында, Иран

Б. э. т. 520 йылда өсөнсө тапҡыр эламиттар баш күтәргән, улар үҙҙәренең батшаһы тип Атамайтаны (элам. Аттахамити-Иншушинак) батша тип иғлан иткән. Фарсы полководецы Гаубарува (Гобрий) уларға ҡаршы сыҡҡан. Эламиттар еңелгән, ә Атамайта әсирлеккә эләгә, Дарийға килтерелә һәм язалап үлтерелә.

Б. э. т. 519 йылда Дарий Урта Азия далаларында йәшәгән сактарға ҡаршы ҙур поход йәйелдергән. Был поход ваҡытында Дарий Амударъя менән Һырдаръя йылғаларының түбәнге араһына, шулай уҡ апасиак ҡәбиләһе йәшәгән өлкәгә еткән, тип әйтергә була. Бехистун яҙмаһының аҙағында боронғо фарсы телендәге яҙыу ошо походты күҙ уңында тота, күрәһең. Әгәр яҙыуҙарҙың рельефҡа ҡарата нисек урынлаштырылыуына ҡарағанда, Сактарға ҡаршы поход менән аҙаҡҡы эпизод һуңыраҡ өҫтәлгән, яңы текст урынлашһын өсөн, уны өлөшләтә тәүге рельефҡа төшөрөргә тура килгән. Нәҡ ошонда яҙыу зыян күргән; бары түбәндәгеләрҙе генә уҡырға мөмкин: «…Мин Саҡ еренә ҡуҙғалдым… аша сыҡтым… үлтерҙем; икенсеһен әсирлеккә алдылар һәм бәйләп миңә килтерҙеләр; мин уны Скунх исемлене үлтерҙем… Икенсеһен, минең ихтыярымса, начальник итеп ҡуйҙым. Ил үҙемдеке булды». Дарий үҙенең ҡәбер яҙмаһында Накша-Рустамда «Сака Хумаварка» тигәнде, ә суэцк иероглиф тексында «осло бүрекле саҡтарҙы» һәм «ер ситендә йәшәгән саҡтарҙы» телгә ала. Әммә ҡайһы бер уңышҡа өлгәшеүенә ҡарамаҫтан, фарсылар Урта Азия саҡ ҡәбиләләрен тулыһынса үҙенә буйһондора алмаған[19][20].

Африкала хәрби хәрәкәттәр

үҙгәртергә
 
Дарий статуяһы. Башы юҡ. Батша фарсы мантияһында билбауына хәнйәр ҡуйған килеш һынландырылған. Кейеменең йөйҙәренә (уң ҡулы янында) боронғо фарсы, элам, вавилон телдәрендә һәм мысыр иероглифтары менән (һул ҡулы янында) ырып яҙылған яҙыу. Был яҙмаларҙа батшаның титулдары, уға буйһонған илдәр һанап үтелә һәм Дарий бойороғо менән һындың Мысырҙа эшләнгәнлеге күрһәтелә. Һуңғараҡ, Мысырҙа бола башланғандан һуң, Ксеркс һынды Сузыға оҙата. Һуңғараҡ француз һәм иран археологтары 1972 йылда уны шунда таба. Бейеклеге 2,3 м (башы юҡ). Иран милли музейы, Тәһран

Мысыр Бехистун яҙмаһында ихтилал солғап алған илдәр исемлегенә индерелгән, әммә текста фетнәне баҫтырыу факты телгә алынмай, тимәк, Мысырҙа ысынлап та ихтилал булыу-булмауы бәхәсле булып ҡала. Геродоттан билдәле булыуынса, сыуалыштар Камбисҡа буйһонған Аркесилай III-нө ҡанһыҙлығы өсөн ҡыуып ебәргән. Баркала үлтерелгәс, уның әсәһе Феретима Мысырҙың фарсы наместнигы Ариандҡа ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Һуңғыһы, ошо сәбәпкә таянып, ливия ҡәбиләләрен һәм грек Киренаикаһын буйһондорорға хыялланып, уға фарсы ғәскәрен һәм флотын ярҙамға ебәргән. Фарсы батшаһына әҙ генә ҡәбиләләр буйһонған Ливия аша үткәс, фарсылар Барканы ҡамай. Туғыҙ ай ҡамауға алынғандан һуң, Барка халҡы, фарсылар ҡаланы емермәйәсәк тигән шарт менән бирелгән, әммә уларҙы ҡол итеп Фарсыстан Парфияһына оҙатҡандар. Аркесилай III-нө үлтереүселәр Феретимаға бирелә, ул дошмандарын ҡала тирәләй ҡаҙыҡҡа ултыртырға, ҡатындарының түштәрен киҫеп, ҡала диуарына элеп ҡуйырға бойора. Шунан һуң фарсы ғәскәре Киренаны ла баҫып алырға маташҡан, ләкин уңышҡа өлгәшмәгән. Кире ҡайтҡанда артта тороп ҡалған фарсыларҙың күбеһе ливиялар һөжүме арҡаһында һәләк булған[21].

Был, моғайын, шул осорҙа Кушты (Нубия) баҫып алғандыр. Хатта алыҫ ҡына йәшәгән Карфаген да Дарийҙың власын таный. [Марк Юниан Юстин, Карфагенға фарсы илселәре килеүе, һәм бөйөк батшаның кешеләрҙе ҡорбанға килтермәҫкә, эттәр ашамаҫҡа һәм мәйеттәрҙе ергә ерләмәҫкә ҡушҡан, тип хәбәр итә. Карфагендар ризалашҡан, әммә гректарға ҡаршы союз тәҡдимен кире ҡаҡҡан[22]. Карфагендар фарсы власын ниндәй дәрәжәлә танығанын әйтеүе ҡыйын. Һәр хәлдә, Накш-Рөстәм исемлегендә, Африкалағы Куш, Пунт һәм максиялар (ливийҙар) эргәһендә, «Карка» бар, был Карфагенды аңлата.

Һуңыраҡ Дарий, Геродот буйынса, үҙен бойондороҡһоҙ тота башлаған һәм хатта үҙенең аҡсаһын һуға башлаған Ариандты язалап үлтергән.[23] Уның урынына Ферендат фарсы тәғәйенләнә. Полиен иһә, киреһенсә, мысырҙар Ариандтың ҡанһыҙлығына ҡаршы фетнә күтәрҙе, ти. Дарий, Ғәрәбстан сүллеге аша Мемфисҡа киткәс, Мысырҙа Апистың матәм көнөнә тура килгән. Ул яңы Аписты тапҡан өсөн 100 талант бүләк бирәм тигән һәм Мысыр кешеләрен үҙенә йәлеп иткән[24]. Диодор Сицилийский әйтеүенсә, мысырҙар Дарийҙы Камбис II-нең ҡылыҡтарын төҙәтергә тырышҡаны өсөн бик ҡәҙерләгән һәм уны үҙҙәренең ҡануниәтселәренең береһе тип һанаған[25][26]. Һәр хәлдә, батшалыҡтың артабанғы ваҡытында Дария Мысыр тыныс ҡала; уның батшалығының 35 йыл менән билдәләнгән демотик документтарында һаҡлана. Демотик хроникала әйтелгәнсә, мысырҙар «күңеле яҡшы» булған Дарийҙы тыңлаған.

Мысырҙа Дарий фирғәүен булараҡ һәм Сетут-Ра («Ра тоҡомо») исеме менән сығыш яһай. Уның Мысырҙа шәхсән булыуы билдәле, шулай уҡ уның исеменән Нил үҙәнендә лә, Бөйөк оазиста ла ҡорам ҡаралтылары эшләнеүе билдәле. Дарий батшалығында Хаммамат рудниктары ғибәҙәтхана ҡаралтылары өсөн ғәмәлдә файҙаланған; Мысыр аллалары йоғонтоһона бирелгән фарсы архитекторҙары улар менән эшләгән, шул тиклем күп Мысыр илаһтарына табынған, яҙмалар мысыр иероглифтары менән яҙылған. Дарий I исеме Мысыр ҡомартҡыларында йышыраҡ осрай.

Дарийҙың Вади-Тумилат аша канал үткәреүҙең бөйөк эше хаҡында яҙған яҙмаһынан күренеүенсә, Нилдан Ҡыҙыл диңгеҙгә тиклем фарсы батшаһы ысын фирғәүен булып сығыш яһай: уның һүрәте ҡанатлы ҡояш дискыһы аҫтында урынлаштырылған; Нилдың ике яртыһы илаһтары уның исеме менән тотош Мысырҙы бәйләй. Бында элек тә, һуңыраҡ та Мысыр тексында осрамаған илдәрҙең иероглиф һүрәттәре бар. Исемдәрҙең яртыһы һаҡланмаған, Накш-Рөстәм яҙмаһында телгә алынған Пунт менән Куш та шулар иҫәбендә булғанмы-юҡмы икәнлеген белмәйбеҙ. Яҙыуҙа Дарий ғорурлыҡ менән былай ти: «Мин — фарсы, һәм Фарсы иле Мысырҙы буйһондорһо» ти. Был һүҙҙәр формаль фраза түгел, ә Арианд тыуҙырған тулҡынланыуҙың баҫалҡыланыу осрағына ишаралыр, моғайын[27][28].

Мысырҙың буйһоноуы тураһында Сузала табылған Дарияйҙың үҙ һынына ла әйтелә. Фарсы тексында былай тиелә: «Киләсәктә был ташҡа хужа булған һәр кем Фарсы кешеһенең Мысыр хужаһы булып китеүен белһен өсөн, Дарий батша уны Мысырҙа тамамларға бойорған». Статуяла мысыр иероглифтары менән сатрапиялар атамалары һанап кителгән. Үҙенсәлекле статуя, күрәһең, Гелиополдәге Ра ҡорамынан сыҡҡан, һәм быға оҡшаш скульптуралар Мысырҙың башҡа ҡайһы бер ғибәҙәтханаларында ла ҡуйылған булған. Статуяның мысыр версияһымы йәки фарсы күсермәһе бармы, юҡмы икәнлеге тураһында фекерҙәр айырылды; әммә төп нөсхәне сираттағы ихтилалдан һуң тергеҙеү өсөн Мысырҙан Ксеркс ебәргәндер (статуяның башы юҡ) тип уйларға мөмкин[29].

Дарийҙың фетнәселәрҙе еңеү сәбәптәре

үҙгәртергә
 
Дарийҙың Персеполдәге һарайы

Шулай итеп, 150 меңгә яҡын баш күтәреүсе һәләк булған 20 һуғыш һөҙөмтәһендә, фарсы батшаһының власы Әһәмәниҙәр державаһының бөтә территорияһында тергеҙелә. Дарийҙың баш күтәргән халыҡтарҙы еңеүе улар араһында берҙәмлек юҡлығы менән аңлатыла.

Дарийға батша гвардия полктары (10 мең «үлемһеҙ»), уға тоғро ҡалған сатраптар армияһы һәм, ҡағиҙә булараҡ, улар һәр өлкәлә сит ил кешеләренән торған гарнизон ғәскәрҙәре ярҙам иткән. Был ғәскәрҙе Дарий, әлеге ваҡытта ниндәй фетнә иң ҡурҡыныс икәнен билдәләп, бик оҫта файҙаланған. Бер үк ваҡытта бөтә йүнәлештәрҙә лә язалау операциялары алып бара алмағас, Дарий бер ихтилалды баҫтырған, һуңынан шул уҡ армияны башҡа фетнәселәргә ҡаршы ташлаған[31].

Һиндостандың бер өлөшөн буйһондороуы

үҙгәртергә

Б. э. т. 517 йылда фарсылар Һиндостандың бик күп бәләкәй дәүләт берләшмәләренән торған төньяҡ-көнбайыш өлөшөн яулаған. "Бехистун яҙмаһы"нда Һиндостан Дарийға тоғролоҡ күрһәтергә тейешле илдәр араһында телгә алынмаған. Шуға ҡарамаҫтан, ил көнсығыш провинциялар араһында Арахосия һәм Гандхара араһында урынлашҡан "Дарийҙың персеполь яҙмаһы"нда (DPe) ул фарсы хакимлығы аҫтында тип телгә алына. Һиндостан шулай уҡ хәҙерге Суэцтан алыҫ түгел ерҙә, Мысырҙа Дарий тарафынан ҡуйылған билдәле гранит стелала Нилды Ҡыҙыл диңгеҙ менән тоташтырған канал («Суэцк яҙмаһы») төҙөү буйынса ғәйәт ҙур эштәрҙе мәңгеләштереү маҡсатында, шулай уҡ Сузала табылған батша статуяһында барлыҡҡа килә. Был биләмәне яулап алыр алдынан Дарийҙың бойороғо буйынса эшләнгән Һиндостанға карий диңгеҙсеһе Скилак экспедицияһы һәм унан Һиндостан океаны аша Ғәрәбстан диңгеҙенә барған экспедиция был райондарҙың ҡәбиләләре тураһында тейешле мәғлүмәт биргән. Һиндостан (Һинди) тип аталған яңы сатрапия Һинд йылғаһының урта һәм түбәнге ағымындағы үҙәнде биләгән[32][33][34].

Шуныһы ғәжәп: беҙҙә, хатта грек сығанаҡтарынан да, Әһәмәниҙәр империяһы тарихында Һиндостанды яулап алыу кеүек мөһим ваҡиға тураһында бер ниндәй мәғлүмәт юҡ тиерлек. Фарсы контроле Пенджаб менән Синд сиктәренән сыҡмаһа ла, был провинциянан килгән һалым иң юғарыһы булған: йыл һайын 360 талант саф алтын ҡомо[35][36].

Эгей диңгеҙе бассейнындағы яулап алыуҙар

үҙгәртергә

Бер үк ваҡытта Эгей диңгеҙе бассейнында ла яулауҙарын дауам иткән, унда Самос утрауы көслө хәрби флотлы бойондороҡһоҙ һуңғы дәүләт була. Самос Поликрат б. э. т. 522 йылда Лидияның Орет[en] батшаһына хыянат иткән өсөн үлтерелгән[37], ә утрау менән Поликрат сәркәтибе Меандрий идара иткән[38]. Б. э. т. 517 йыл тирәһендә Гауматты үлтереүҙә ҡатнашҡан 7 заговорсының береһе, Отана, етәкләгән фарсы армияһы, ҡапыл һөжүм иткәндән һуң, Самосты баҫып ала. Утрау ҡыйратыла һәм Фарсы державаһы составына индерелә, ә уның вассал хакимлыҡ итеүсеһе итеп Поликраттың ағаһы Силосон тәғәйенләнә, ул Дарийҙың күтәрелеүенә тиклем әле, бәләкәй генә хеҙмәт күрһәткәнлектән, уның менән таныш була[39]. Шул уҡ б. э. т. 517 йылда ул фарсы власын һәм Хиос утрауын таныған[40][41][42].

Дарий реформалары

үҙгәртергә

Административ бүленеш

үҙгәртергә
   
Дарий I-нең шына яҙыулы (боронғо фарсы, элам һәм вавилон телдәрендә) һәм мысыр иероглифтары менән яҙылған мысыр алебастр вазаһы. Вазалағы иероглифтар менән: «Үрге һәм Түбәнге Мысыр батшаһы, Ике ер Хакимы Дарий, мәңге йәшәһен. 36-сы йыл» тип яҙылған. Тәүрат илдәре Музейы, Иерусалим

Бынан һуң Дарий бер нисә реформа үткәрә. Ул дәүләтте сатрапия тип аталған административ-яһаҡ түләүсе округтарға бүлә[43].

Сатрапияларҙың сиктәре башлыса Әһәмәниҙәр державаһы составына ингән илдәрҙең боронғо дәүләт һәм этнографик сиктәре менән тап килгән. Округтар башында элекке кеүек сатраптар торған, әммә хәҙер идаралыҡҡа урындағы чиновниктар ҡуйылмаған, ә илдең бөтә етәксе позицияларын үҙ ҡулына алған фарстар тәғәйенләнгән. Кире II һәм Камбисе II етәкселек иткәндә, гражданлыҡ һәм хәрби функциялар сатраптар ҡулында берләштерелә. Хәҙер сатраптар граждандар наместниктарына әүерелә. Тыныс ваҡытта сатраптар ҡарамағында ҙур булмаған шәхси һаҡ ҡына була. Ә армияға килгәндә, уға сатраптарға буйһонмаған һәм туранан-тура батшаға буйһонған ғәскәр башлыҡтары етәкселек иткән.

Әммә Дарий үлгәндән һуң, хәрби һәм гражданлыҡ функциялары ҡәтғи үтәлмәгән. Сатраптар һәм хәрби етәкселәр үҙәк идара менән тығыҙ бәйле һәм батшаның һәм уның чиновниктарының, айырыуса йәшерен полицияның даими контроле аҫтында булған. Дәүләт өҫтөнән юғары контроль һәм бөтә чиновниктарҙы күҙәтеү бер үк ваҡытта батша гвардияһының яңы начальнигы булған хазарапатҡа ышанып тапшырыла

Һалым һалыу

үҙгәртергә

Дарий үҙгәртеп ҡороуҙары аграр мөнәсәбәттәр системаһында етди үҙгәрештәргә килтерҙе. Бойондороҡһоҙ халыҡтар ерҙәренең бер өлөшө тартып алынған. Был ерҙе Әһәмәниҙәр ҙур-ҙур поместьелар итеп батша ғаиләһе ағзаларына, фарсы аҡһөйәктәре вәкилдәренә, эре түрәләргә һ.б. бирәләр. Бындай ер биләмәләре дәүләт һалымдарын түләүҙән азат ителгән. Шуның менән бергә ерҙе файҙаланыуҙың түбәндәге системаһы киң ҡулланылған: батша үҙ яугирҙарын ергә ултырта, улар бүленгән ерҙе күмәкләп эшкәртә, хәрби йөкләмәләр үтәй, күпмелер аҡсалата һәм натураль һалым түләй.

Б. э. т. 518 йылдар тирәһендә Дарий яңы дөйөм дәүләт һалым системаһын урынлаштырған. Бөтә сатрапиялар ҙа эшкәртелеүсе ерҙең күләмен һәм уның уңдырышлылығы кимәлен иҫәпкә алып һәр өлкә өсөн ҡәтғи теркәлгән аҡса һалымын түләргә тейеш була. Шулай уҡ беренсе тапҡыр буйһондоролған өлкәләрҙәге ҡорамдарға ла һалым һалына. Фарсылар үҙҙәре, хакимлыҡ иткән халыҡ булараҡ, аҡсалата һалым түләмәгән, әммә тәбиғи һалымдарҙан азат ителмәгән, күрәһең. Башҡа халыҡтар, шул иҫәптән автономиялы дәүләттәрҙә йәшәүселәр (мәҫәлән, финикийҙар, киликийлылар һ.б.), йылына дөйөм алғанда яҡынса 7740 вавилон көмөш таланты (230 тоннанан ашыу) түләгән. Был сумманың күпселек өлөшө иҡтисади йәһәттән иң үҫешкән Кесе Азия, Вавилон, Финикия, Сүриә һәм Мысыр илдәре халыҡтарына тура килгән[44]. Үҙҙәренең көмөш рудниктарынан мәхрүм ителгән илдәр һалым индереү өсөн игенселек продукттарын һәм кәсептәрҙе һатыу юлы менән көмөш алырға тейеш була, был тауар-аҡса мөнәсәбәттәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә.

Тәңкә системаһы

үҙгәртергә
 
Дарик
 
Дарий сикле

Б. э. т. 517 йылдан һуң Дарий Әһәмәниҙәр державаһында бөтә империя өсөн берҙәм аҡса системаһының нигеҙен тәшкил иткән тәңкә берәмеген, атап әйткәндә, 8,4 г ауырлығындағы алтын дарикты индергән. Алтын тәңкәләр сүкеүгә фәҡәт фарсы батшаһы ғына хоҡуҡлы булған. 3 % ҡатнашмаға ғына эйә булған дарик бер нисә быуат дауамында сауҙа донъяһында төп алтын тәңкә урынын биләгән. Көмөш һәм унан бәләкәйерәк баҡыр тәңкәләрҙе фарсы сатраптары, шулай уҡ автономиялы ҡалалар һәм бойондороҡһоҙ батшалар һуҡҡан.

Юлдарҙы ҡарап тотоу

үҙгәртергә

Ғәйәт ҙур державаның төрлө өлөштәре араһында бәйләнеште еңеләйтеү өсөн таш менән нығытылған киң юлдар һалына. Иң мөһим, батша юлы, Суздан Ефесҡа алып барған. Был юлдарға бер-береһенән алыҫ булмаған араға атлы пикеттар ҡуйылған, иң яҡшы һыбайлылар, батша хаттарын һәм посылкаларын (эстафета системаһы) тапшырыу өсөн, бер урындан икенсеһенә сабып барған[45].

 
Канал тураһында һөйләгән Дарий I-ҙең Шалуфтағы ватылған стелаһының үрге яртыһы

Был юлы, күрәһең, оҙаҡҡа һуҙылмаһа ла, Дарийҙың Нил менән Ҡыҙыл диңгеҙ араһында фирғәүен каналын төҙөүе тағы ла ғәжәпләндергән. Шуға оҡшаш һыу юлы бында фирғәүен Мысыры осоронда булған, ә б. э. т. 600 йылда фирғәүен Нехо каналын нығыраҡ төҙөй башлаған.

Дарий тарафынан яңыртылған проект иһә донъя империяһы ресурстарына таянып эшләнгән. Иҫтәлекле стелаға ярашлы, батша уны Пасаргадаға барғанында уҡ ниәт иткән; һуңыраҡ (б. э. т. 510 йылдалыр, бәлки) ул Персеполгә архитекторҙар кәңәшмәһен саҡырған. Ҡыҙыл диңгеҙгә разведка караптары ебәргән, улар, Иҫке каналдағы (ул Нехо фирғәүене осоронда төҙөлөп бөтмәгәнгә күрә, шулай атала) һигеҙ итру (84 км самаһы) дауамында һыу юҡ, тип хәбәр итә. Геродотҡа ярашлы, Дарий каналды шундай киңлеккә һалған, унда ҡабырғалары менән йәнәш ике триер үтерлек булған, йәғни киңлеге 45 метр самаһы, һәм уны ҡорғанда ун ике миллион ярым кубометр ер ҡаҙылған, тип иҫәпләп сығарыуы ҡыйын түгел. Уның буйында һәр береһе өс метрҙан ашыу бейеклектәге, дүрт телдә — өс шына яҙыу һәм бер иероглифтар менән яҙылған кәмендә ун ике стела тора. Иң яҡшы мысыр изделиелары тейәлгән 24 суднонан торған флотилия бөйөк каналды асыу тантанаһына ебәрелә.

«Шул каналды Мысыр аша аҡҡан Пирав (Нила) йылғаһы һыуҙарынан алып Фарсы иленән башланған диңгеҙгә тиклем йырып сығырға ҡуштым. Мин ҡушҡанса, ул ҡаҙылды, караптар ҙа, минең ихтыярымса, Мысырҙан Фарсы иленә йөҙөп китте»

Бөйөк батша шулай тигән һәм ярамһаҡ һарай яны кешеһе: «Һеҙ ғали йәнәптәре ҡушҡан нәмә, тәбиғи тәртип, донъя тәртибе кеүек, Маат (Маат — „Хәҡиҡәт“)» тип яуаплаған. Канал Нил йылғаһындағы Бубастистан хәҙерге Исмәғилиәгә тиклем һуҙылған, һуңынан көньяҡ-көнсығышҡа боролоп, Суэц ҡултығына тиклем барып еткән. Шулай уҡ эсәр һыу ҡоҙоҡтары ҡаҙылған. Канал церемония маҡсаттары өсөн генә тәғәйенләнмәгән булған; был Мысырҙы уның киң бәйләнештәре менән державаға тәрән интеграциялау, ләкин был йәһәттән каналдың уңышы сикле булған, ә тиҙҙән уға ләм менән бөтөнләй ҡапланыу ихтималлығы янаған.[29]

Дарий каналы хаҡында антик авторҙар яҙып ҡалдырған[46][47][48].

Халыҡ-ара сауҙа һәм төҙөлөш үҫеше

үҙгәртергә

Дарийҙың реформалары, иҫке сауҙа юлдарын өлгөлө тәртиптә тотоу һәм яңыларын төҙөү, Нилдан Ҡыҙыл диңгеҙгә тиклем каналды тергеҙеү, аҡса һуғыу — былар барыһы ла бығаса булмаған масштабтарҙа халыҡ-ара сауҙаны үҫтереүгә булышлыҡ итә. Дарий осоронда күп төҙөлөштәр тормошҡа ашырыла (Мемфиста ҡорамдар, Сузала һарайҙар һ.б.). Дарий I Дарий Парса исемле яңы баш ҡала, Пасаргад, Экбатан һәм Суза менән бер рәттән дүртенсе резиденцияға әүерелгән гректарға Персеполь («Фарсы ҡалаһы») исеме менән билдәле булған яңы баш ҡала төҙөй.

Ҡара диңгеҙ буйы скифтарына ҡаршы поход

үҙгәртергә
 
Дарий I-нең Ҡара диңгеҙ буйы скифтарына ҡаршы походының самалап билдәләнгән маршруты

Дунайға табан хәрәкәт итеү

үҙгәртергә

Үҙ дәүләтендә тыныслыҡ һәм тәртип урынлаштырғас, Дарий еңеүгә илтеүсе ҙур һуғыш кәрәклеген төшөнгән, ул батшалыҡтың төрлө ҡәбиләләрен яҡынайтырға һәм шул уҡ ваҡытта был союздың ныҡлығын һынауға хеҙмәт итергә тейеш булған. Уның ҡәберендәге яҙыуҙа: «Фарсы яугирының һөңгөһө минең хакимлыҡ аҫтында батшалығымдан ары ятҡан сиктәргә үтеп инергә тейеш», — тип яҙылған. Диодор Сицилийский был батшаның сәйәси программаһын ошолай һүрәтләй:

«Дарий бөтә Азияны яулап алғандан һуң, Европаны яуларға теләгән. Уның сикһеҙ теләге фарсыларҙың көсөнә ышаныуына нигеҙләнгән; ул, әгәр батшалар һәм унан алдағы кешеләр иң көслө милләттәрҙе еңгән икән, ә быға тиклем булмаған ҡеүәтле ғәскәр эйәһе кешелек йәшәгән бар донъяны яулап алмаһа, иҫкә алырлыҡ лайыҡлы эш башҡармаһа, мәсхәрә бит», тип уйлаған".[49]

Б. э. т. 512 йылдар тирәһе[50] Дарий Ҡара диңгеҙ буйындағы скифтарға ҡаршы порход ҡылырға булған. Ктесий ҡалдырған мәғлүмәттән Дарий ебәргән экспедицияға тиклем үк, Каппадокия сатрабы Ариарамн, Ҡара диңгеҙ аша 30 карап (пентеконтор) менән Скиф биләмәһенә һөжүм иткән һәм скиф ирҙәрен, ҡатын-ҡыҙҙарын, шул иҫәптән Скиф батшаһының туғанын әсир булараҡ алып ҡайтҡан[51]. Ктесий ышанысҡа лайыҡ автор ҙа түгел. Икенсе яҡтан, был хәбәрҙә бирелгән мәғлүмәт дөрөҫкә бик оҡшаған; һуғыш алдынан разведка яһау була торған ғәмәл[52].

Дарий, Кесе Азияның грек ҡалалары караптарынан ҙур флот һәм ғәйәт ҙур армия йыйып, Ҡара диңгеҙ буйҙарына йүнәлгән. Оҫта грек инженеры Мандрокл судноларҙан Босфор боғаҙының иң тар урынында күпер төҙөткән. Ғәйәт ҙур фарсы армияһы унан Европа ярына сыға. Дарий ионлыларға, Дунай йылғаһының тамағына тиклем (боронғо грекса Истр) Ҡара диңгеҙгә йөҙөргә, ә һуңынан Дунайға килгәс, йылға аша күпер төҙөргә һәм үҙен шунда көтөргә ҡушҡан. Дарий үҙенең ғәскәре менән диңгеҙҙең көнбайыш яры буйлап ҡуҙғалған. Урындағы фракий халҡы, бер ниндәй ҡаршылыҡ күрһәтмәйенсә, фарсыларға буйһонған. Гет ҡәбиләһе яугирҙәре генә уларға ҡаршы торорға тырыша, әммә тар-мар ителә һәм Дарий ғәскәренә ҡушылырға мәжбүр була[53][54].

Геродот яҙғанса Дарийҙың Скифияға инеүе

үҙгәртергә

Дунай аша судноларҙан понтон күпер һалынды һәм уны үткәс, Дарийҙың күп һанлы армияһы[55] төньяҡҡа ҡарай юл алған. Күперҙе һаҡлау өсөн ионлыларҙан торған грек контингенты ҡалдырылған, уларға 60 көн буйына көтөргә, һуңынан күперҙе емерергә бойороҡ бирелгән. Скифтар ҙур дошман ғәскәре менән хәл иткес көрәштә ҡатнашырға баҙнат итмәгән һәм «көлгә ҡалдырылып яндырылған ер» тактикаһына тотонған. Улар, мал-тыуарҙы ҡыуып алып китеп, үләнде юҡ итеп, шишмәләрҙе күмеп, сигенгән. Өҫтәүенә скиф атлылары фарсы пехотаһының айырым отрядтарына даими рәүештә һөжүм иткән һәм уларҙы юҡ иткән.

Скифтар, япа-яңғыҙ яуын асыҡтан-асыҡ яуҙа Дарийҙың һөжүмен кире ҡаға алмаҫтарын белә сағылдыра алмауҙарын аңлап, күрше ҡәбиләләргә ярҙам һорап илселәрен ебәрә. Ҡәбилә-ара кәңәшмәлә Таврҙар, Тиктор, Агафирстар, нёврҙар, андрофагтар, меланхлендар, гелондар, будиновтар һәм савроматтар ҡатнашҡан. Гелон, будин һәм савромат батшалары килешеп, скифтарға ярҙам итергә вәғәҙәләгән. Агафирстар, нёврҙар, андрофагтар, шулай уҡ меланхлендар һәм таврҙар батшалары ярҙам итеүҙән баш тартҡан[56][57].

Скифтарҙы эҙәрлекләү

үҙгәртергә

Шул арала фарсылар скиф ғәскәренең бер өлөшөнә һөжүм итә һәм уны көнсығыш йүнәлешендә Танаис (Дон) йылғаһына ҡарай эҙәрлекләп бара. Скифтар Танаис йылғаһы аша сыға, ә һуңынан улар артынан фарсылар ҙа сығып, савромат ере аша будиндар өлкәһенә килеп еткәнсе, артабан эҙәрлекләүен дауам иткән. Фарсылар Скифия һәм Савромат ерҙәре аша барғанда, уңдырышһыҙ булғанлыҡтан, улар был ерҙәрҙе талай алмаған. Будин еренә үтеп ингәс, фарсылар унда ағас стена менән уратып алынған ҡалаға тап була. Будиндар ҡасып китә, фарсылар бушап ҡалған ҡаланы яндырған[58].

Шунан һуң да фарсылар сигенгән дошман артынан ҡыуа барған, һәм, был ил аша үткәс, сүллеккә барып еткән. Был бушлыҡ кеше ҡулы теймәгән урын булған, ул будиндар иленән төньяҡтараҡ урынлашҡан һәм ете көнгә һуҙылған юл оҙонлоғонда. Был сүлдән төньяҡтараҡ фиссагеттар йәшәгән. Сүллеккә барып еткәс, Дарий ғәскәре менән Оара йылғаһында туҡтаған. Шунан һуң батша бер-береһенән 60 стадия алыҫлыҡта һигеҙ ҙур нығытма төҙөргә бойорған. Дарий был ҡоролма менән шөғөлләнгән арала скифтар, уны төньяҡтан урап үтеп, Скифияға әйләнеп ҡайтҡан. Скифтар ҡапыл юғалғас, Дарий яртылаш тамамланмаған төҙөлөштө ҡалдырырға ҡушҡан һәм, скифтар башҡаса күренмәгәс, көнбайышҡа боролған. Артабан сигенгән скифтар үҙҙәренә ярҙам итеүҙән баш тартҡан ҡәбиләләрҙең еренә фарсыларҙы йәлеп итергә ҡарар иткән. Тәү сиратта — меланхлендар иленә. Фарсы һәм скифтарҙың һөжүме меланхлендарҙы ҡурҡытҡан, улар ҡурҡып төньяҡҡа ҡасҡан. Шунан скифтар дошманды андрофагтар өлкәһенә ылыҡтыра башлай. Быларҙы ла ҡурҡытҡас, нёврҙар еренә сигенергә тотона. Шунан һуң, нёврҙарға ла ҡурҡып, скифтар агафирстарға сигенгән. Агафирстар, күршеләренең скифтарҙан ҡурҡып ҡасҡандарын ишеткәс, үҙҙәренең еренә дошман килеп еткәнсе, уларҙың сигенә инеү тыйылыуын хәбәр итеүсене ебәрә. Агафирстар скифтарға, әгәр беҙҙең ергә баҫып инергә теләһәгеҙ, тәүҙә үлемесле алышта еңеп сығырға тура киләсәк, тигән. Шунан һуң агафирстар һөжүмде кире ҡағыр өсөн ғәскәре менән сигенә баҫҡан. Скифтар иһә агафирстар иленә бармаған, сөнки уларҙы үҙ еренә үткәрергә теләмәгән, киреһенсә, фарсыларҙы нёврҙар иленән үҙ еренә әйҙәгән[59][60].

Дарий армияһының сигенеүе

үҙгәртергә

Скифтарҙы уларҙың ерҙәре буйы эҙәрлекләүе Дарийҙың армияһын хәлһеҙләндергән. Шул саҡта фарсы батшаһы скифтарға илселәрен ебәргән. Илселәр Скиф башлығы — мөһабәт кәүҙәле ҡарт Иданфирсҡа мөрәжәғәт иткән:
- Ниңә беҙҙән ҡасаһығыҙ, скифтар? Үҙегеҙҙе көслөрәк тип иҫәпләһәгеҙ, беҙҙең менән һуғышҡа инегеҙ. Ә әгәр көсһөҙөрәк икәнһегеҙ, хакимыбыҙға «ер һәм һыу» килтереп, буйһоноғоҙ.
- Һеҙҙән ҡасмайбыҙ, фарсылар. Беҙ боронғо йола буйынса, далаларыбыҙ буйлап күсеп йөрөйбөҙ, — тип мыҫҡыллы йылмайған Иданфирс.
Етерлек аҙыҡ-түлек запасы һәм скифтар менән асыҡ яуға сығырға мөмкинлеге булмағанлыҡтан, Дарий сигенергә ҡарар иткән. Ауырыған һәм яраланған яугирҙарын, ылауҙың бер өлөшөн, усаҡтары янып торған станын оятһыҙ рәүештә ҡалдырып, скифтарға һиҙҙермәй ҡапыл сигенеп, фарсылар төнөн йәшерен генә кирегә йүнәлгән[61].

Сигенеү ҙә, баҫып ингән юлдан үткәнлектән, бер ни тиклем ғәскәрҙең ҡалған өлөшөн ҡотҡарырға ярҙам иткән. Скифтар, үҙҙәренең алданғанлығын белгәс, Дарийҙы эҙәрлекләй башлағанда, фарсыларҙың, яндырылған ерҙән ҡабат үтерен баштарына ла килтермәгәнлнктән, уларҙы башҡа урындарҙан эҙләгән. Скифтар ионлыларҙы һәм унда һаҡсы булараҡ ҡалдырылған башҡа гректарҙың Дарийға хыянат итергә һәм Дунайҙағы күперҙе емерергә өгөтләү маҡсатында, үҙ вәкилдәрен ебәрә. Грек ғәскәренең күп башлыҡтары скифтар кәңәшенә ҡолаҡ һалырға әҙер булған, әммә тиран Милет Гистий уларҙың Дарий ярҙамы менән генә үҙ ҡалалары менән идара итеүен һәм улар унһыҙ үҙҙәренең хакимлығын һаҡлап ҡалмаясаҡтарын иҫтәренә төшөргән. Улар күпергә зыян килтермәгән һәм күпер һаҡланып ҡалған. Күпмелер ваҡыттан һуң арыған һәм байтаҡ һирәгәйгән фарсы ғәскәре шул күперҙән Дунай аша имен-аман ғына Фракияға сыҡҡан.

Дарийҙың скиф походы һөҙөмтәһеҙ тамамланһа ла, Дарий Скиф биләмәһенең эсенә үтеп инә, был уға "диңгеҙ аръяғы скифтары"н үҙенең хакимлығы аҫтындағы халыҡтар исемлегенә индерергә нигеҙ бирә[62][63][64][65][66].

Фракияны буйһондороуы

үҙгәртергә
 
Данлыҡлы фарсы һыбайлыһы.
Муйынында — гривна, ҡулына беләҙек (дан билдәһе) кейгән, торҡаһы Дельфта табылған (Марафон һуғышы ғәнимәте) хазинаһындағы торҡаға оҡшаш, фарсылар яу кейемен, ғәҙәттә, күлдәк аҫтынан кейгәндәр.

Хәрби начальник Мегабаздың походтары

үҙгәртергә

Дарий Фракиянан, үҙенең полководецы Мегабазды (бор. фарс. Багабухша) Дарданел (Гелеспонт) һәм Фракия өлкәләрен яулауҙы тамамлау маҡсатында ҡалдырып, Иранға ҡайта. Мегабаз яулап алған тәүге ҡала Перинф була. Перинфты яулап алғас, Мегабаз, ғәскәр менән Фракия аша үткән һәм яр буйындағы бөтә ҡалаларҙы һәм халыҡтарҙы яулап алған. Шунан һуң пелон ҡәбиләләрен ҡыйратҡан һәм Азияға һөргән[67][68].

Фарсы армияһы Македония сигенә еткәс, Мегабаз Македон батшаһы Аминта I-сегә «ер һәм һыуҙы» (йәғни буйһоноуҙы) илселәр һәм киләсәккә тыныслыҡ тәьмин итеү өсөн аманат ебәреүҙе талап иткән. Аминта I тегене-быны вәғәҙәләгән дә илселәрҙе табынға саҡырған. Һыйланыу барышында фарсылар ярандары менән ҡапыл ҡыйратыла, әммә Геродот бының өсөн яуаплылыҡты Аминтаның улы, йәш батша улы Александрға йөкмәтә. Фарсылар, әлбиттә, юғалған кешеләрҙе ентекләп эҙләй башлаған. Әммә Александр был эште баҫырып ҡалдыра. Атап әйткәндә, ул илселәрҙе эҙләргә ебәрелгән фарсы башлығы Мегабаздың улы Бубарҙы, уға бик күп аҡса һәм һеңлеһе Гигеяны биреп, һатып алған.

Фарсы илселәрен үлтереү тураһындағы эпизод — ихтимал, һуңынан уйлап сығарылған патриотик легендалыр. Нисек кенә булмаһын, Александру I-гә фарсыларға буйһоноу билдәһе булараҡ мәшһүр фарсы хакимы һәрәменә һеңлеһен бирергә тура килеүе тарихи яҡтан дөрөҫ. Фарсыларға Пеония менән Македонияны яулау кәрәк була, сөнки был өлкәләр Грецияға баҫып инеү плацдарм булып хеҙмәт итергә тейеш булған. Македонияла һәм Фракияла фарсы гарнизондары ҡалдырыла һәм ике ил Скудра атамалы сатрапия барлыҡҡа килтергән[69][70][71][72].

Хәрби начальник Отананың походтары

үҙгәртергә

Шул уҡ ваҡытта Дарий үҙенең атай бер инә башҡа ағаһы Артафренды (боронғо фарсы теле «Хаҡ тәғәләнең мәрхәмәтенә эйә») Лидияның сатрабы итеп тәғәйенләй. Кесе Азияның төньяҡ өлөшөндә хәрби көстәр менән етәкселек итеү был вазифала Мегабазды алмаштырған Самос утрауын яулаусы фарсыОтана ҡулына тапшырылған. Уны Византийҙы һәм Халкедонды яуланы, Троадала Антандронды һәм Лампонияны биләне. Унан һуң лесбос караптарында Лемнос менән Имбросты яулай (ул ваҡытта был ике утрауҙа ла пеласгалар йәшәгән). Лемностар иһә ҡыйыу алыша, шулай ҙа оҙайлы ҡаршылыҡтан һуң еңелә. Баҫып алынған Лемнос утрауының хакимы итеп Меандрияның, Самостың һуңғы хакимының, бер туғаны Ликорет тәғәйенләнгән, ул да фарсыларға хеҙмәт итергә күскән. Шулай итеп, гректарҙы, тәү сиратта Афинаны Ҡара диңгеҙ ярынан икмәк һәм Фракиянан карап урманы менән тәьмин итеү мөмкинлегенән мәхрүм иткән фарсы власы Дарданелл-Геллеспонттың ике яғына ла урынлаштырылған булған. Эгей диңгеҙенең ҡалаһының төньяҡ ярының яуланған грек ҡалаларында йәшәүселәр буйһондоролған халыҡтар араһында «ҡалҡан йөрөтөүсе ионлылар» атамаһы менән фарсы яҙыуҙарында телгә алына[73][74].

Грек-фарсы һуғыштарының башы

үҙгәртергә

Ионий ихтилалы

үҙгәртергә

Дарий хакимлыҡ иткән осорҙа грек-фарсы һуғыштары башлана. Милет менән ваҡытлыса идара иткән Аристагор, тиран Гистиейҙың туғаны, фарсыларға ярау маҡсатында Эгей диңгеҙендәге Наксос утрауын яулап алырға тырышып, уңышһыҙ аҙымдары менән уларҙа ризаһыҙлыҡ тыуҙырған һәм Дарийға ҡаршы башланған ион ихтилалын етәкләгән. Ул б. э. т. 499 йылдың көҙөндә грек полистарында хакимлыҡ иткән тирандарҙы ҡолатыуҙан башланған. Уларҙың береһе Аристагорға эйәреп, үҙ теләктәре менән властан баш тарта, икенселәре ҡыуылған йәки язалап үлтерелгән. Баш күтәргән ҡалаларҙа бөтә ерҙә идара итеүҙең республика формаһы урынлаштырыла. Милетҡа шулай уҡ Кесе Азияның грек ҡалалары һәм яр буйындағы ҡайһы бер утрауҙар ҙа ҡушылған. Алдағы көрәштең ауыр булыуын аңлап, Милет Балҡан Грецияһына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә, уға 20 һәм 5 судно ебәргән Афина менән Эретрия ғына (һуңғыһы Эвбей утрауында урынлашҡан) яуап бирә.

Ярҙам килеп еткәс, баш күтәреүселәр һөжүм итеү буйынса әүҙем операция башлай, Сардҡа, фарсы сатрабы Артафрендың резиденцияһына барып етә һәм, цитаделдән тыш, ҡаланы ала. Һалдаттарҙың һаҡһыҙлығы арҡаһындамы, яман ниәт менәнме, янғын ҡаланы тулыһынса тиерлек юҡ итеүгә һәм урындағы халыҡ бик хөрмәт иткән Кибела ҡорамының юҡҡа сығыуына килтергән. Был хәл халыҡтың ризаһыҙлығын тыуҙырған. Шунан һуң гректар Сарданан сығып, яр буйына сығып киткән. Б. э. т. 498 йылдың йәйендә гректар Эфес ҡалаһы янындағы һуғышта еңелгән, шунан һуң улар, баш күтәреүселәрҙән тайпылып, Афинаға ҡайтҡан[75][76].

Ихтилал территорияһының киңәйеүе

үҙгәртергә

Афиналылар киткәс, ионлылар, флотын Геллеспонтҡа ебәреп, унда Византийҙы баҫып алған. Кария менән Ликияның күпселек өлөшө фетнәселәр яғына сыға. Тиҙҙән ихтилал Кипр утрауына ла күсә. Утрау халҡы элек-электән ҡатнаш булған, ул гректарҙан һәм финикийҙарҙан торған, улар араһында элек-электән көрәш барған. Гректар баш күтәреүселәргә ҡушылған, ә финикийҙар фарсы батшаһына тоғро ҡалған. Шулай итеп, ихтилал Геллеспонттан Кипрға тиклем райондарҙы солғап алған. Кипрҙағы тулҡынландырыуҙар фарсыларға айырыуса хәүеф менән янай ине, сөнки хәҙер хәрби флот һәм утрауҙың бай баҡыр рудниктары фетнәселәр ҡулында ине. Бынан тыш, Кипр хужа булған гректар Эгей диңгеҙенә финикий караптарының инеүен бикләй алған[77][78].

Кипрҙа хәрби хәрәкәттәр

үҙгәртергә

Баш күтәреүсе киприоттар фарсыларға тоғро Амафунт ҡалаһын ҡамай. Полководец Артибий етәкселегендәге фарсы ғәскәре караптарҙа Кипрға яҡынлаша. Шунда уҡ финикий флоты тартылған. Ул саҡта баш күтәргән киприоттарға ярҙамға ионлылар килгән. Кипр ҡалалары батшалары, ихтилал ваҡытында грек батшаһы Саламин Горгҡа ҡасҡан ҡустыһын — Онесилды берләштерелгән көстәр командиры итеп һайлаған. Диңгеҙ һуғышында ионлылар финикий флотын еңгән. Әммә ҡоро ерҙәге һуғышта, киприоттарҙың бер өлөшө дөйөм эшкә хыянат итеп, яу яланынан сығып китеүе арҡаһында, баш күтәреүселәр еңелә. Был ныҡышмалы алышта ике армияның полководецы фарсы Артибий менән киприот Онесил һәләк булған. Фарсылар Саламинда Горг власын тергеҙә һәм б. э. т. 497—496 йылдарҙа Кипрҙың биләп, был утрауҙы тынысландырыуға бер йыл сарыф итә[79][80].

Баш күтәреүселәрҙең тар-мар ителеүе

үҙгәртергә
   
Неаполдең Археология музейында «Дарий вазаһы». Б. э. т. 340 - 320 йй. Һулда - дөйөм күренеш; уңда - грек телендә (ΔΑΡΕΙΟΣ, өҫтә - уңда) исеме яҙылған Дарий һүрәте

Ҡоро ерҙә еңелеп, ионлылар Кипрҙан сигенгән, ә фарсылар бер-бер артлы Кесе Азия ҡалаларын буйһондора башлаған. Б. э. т. 496 йылда эретрийҙар ҙа, афиналыларҙан өлгө алып, баш күтәреүселәрҙе ташлап киткән. Б. э. т. 496 йылдың аҙағында Марсия йылғаһы буйындағы ныҡышмалы һуғышта фарсылар ихтилалға ҡушылған карийҙарҙы еңә. Был һуғышта 2000 фарсы һәм байтаҡҡа күберәк карийҙар һәләк булған. Сигенгән ваҡытта карийҙар ҡаршылыҡ күрһәтеүҙе дауам иткән, һәм хатта, боҫҡон ойоштороп, күп фарсы хәрби башлыҡтарын юҡ иткән[81].

Лидия сатрабы Артафрен һәм хәрби начальник Отана, көстәрен берләштереп, баш күтәреүселәрҙе планлы рәүештә тынысландыра башлаған. Шул саҡта рухи яҡтан һәләк булған Аристагор Милеттағы власты ҡала граждандарының береһенә тапшыра, ә үҙе Миркин өлкәһенә Фракияға юллана, унда ул тиҙҙән һәләк булған[82]. Гректар араһында баштан уҡ берҙәмлек булмаған. Барлыҡ ҡалалар һәм өлкәләр ҙә ихтилалға ҡушылмай, ә унда ҡатнашыусылар бер үк ваҡытта сығыш яһамағанлыҡтан, фарсыларға уларҙы өлөшләп ҡыйратыу мөмкинлеген биргән. Һөҙөмтәлә б. э. т. 494 йылдың яҙында Лада утрауы (хәҙер ул материктың бер өлөшөн тәшкил итә) эргәһендә хәл иткес диңгеҙ һуғышы булғандан һуң, Милет гаванына инеү юлын һаҡлап, самос һәм лесбос караптары ҡайтып киткән. Алыш фарсы флотының тулыһынса еңеүе менән тамамланған. Милеттың яҙмышы хәл ителә. Б. э. т. 494 йылдың көҙөндә ул алына һәм талана, Милет халҡының күпселеге үлтерелә, ә ҡалғандары Сузаға алып кителә, һуңынан Тирҙың Фарсы ҡултығына ҡойған еренә килтерелә[83].

Б. э. т. 493 йылдың яҙында финикий флоты, көслө емертеүҙәргә дусар итеп, Хиос һәм Лесбос утрауҙарын һәм Геллеспонттағы ҡалаларҙы баҫып ала[84].

Кесе Азияла ихтилал баҫтырылғас һәм унда ҡатнашҡан утрауҙарға ҡаршы язалау экспедицияларынан һуң, Фарсы иле Балҡан Грецияһына походҡа әҙерләнә башлай. Ҡоро ер ғәскәрҙәре һәм диңгеҙ көстәрен үҙ эсенә алған ҙур экспедиция башына Дарийҙың ҡыҙы Артазостраға өйләнгән кейәүе һәм ҡустыһы Мардонийҙы ҡуя. Уның ғәскәре составында фарсылар буйһонған өлкәләрҙән гректар ҙа була, фарсылар уларҙы төрлө ташламалар менән алдандырырға тырышҡан[85][86].

Мардонийҙың Грецияға баҫып инеүе

үҙгәртергә
 
Фарсы армияһы һуғышсылары.
Һулдан уңға: фарсы уҡсылары фалангаһының беренсе рәте халдей йәйәүлеләренән (пехота) торған; вавилон уҡсыһы; ассирия йәйәүле (пехота) һуғышсыһы. Һуғышсылар ат ҡылы тултырып һырылған куртка — ул заманға хас көнсығыш боронғо хәрби кейемендә (доспехи).

Б. э. т. 492 йылда Мардоний армияһы Геллеспонт аша сыҡҡан һәм көнбайышҡа ҡарай юл алған. Юлда аҙыҡ-түлек һәм фураж запастары һаҡланған терәк пункттар булдырылған. Бер нисә ҡалала фарсы гарнизондары ҡалған. Мардоний армияһына ҡайһы бер фракия ҡәбиләләре генә ҡаршылыҡ күрһәткән. Македония батшаһы Александр I фарсыларға дуҫтарса мөнәсәбәттә булған һәм уларға үтергә рөхсәт иткән. Әммә флот Халкидикиҙың көньяҡ ярын урап үткәндә (Афон мороно), көслө дауыл һөҙөмтәһендә 300 фарсы карабы бата һәм 20 мең кешенең ғүмере өҙөлә. Бынан тыш, төндә фарсы лагерына бригтарҙың фракция ҡәбиләһе һөжүм иткән, улар, күп фарсыларҙы һәм Мардонийның үҙен яралаған. Мардоний, ошондай ҙур зыян күргәс, Азияға ҡайтырға була. Македония батшаһы Александр Исраил дуҫтарса мөнәсәбәттә булған һәм уларға үтергә рөхсәт иткән. Әммә флот Халкидикиҙың көньяҡ ярын ҡыйратып бөткәндә (Афон ҡымыҙы), көслө дауыл һөҙөмтәһендә 300 фарсы кораблен һыу менән батыра һәм 20 мең кешенең ғүмерен өҙә. Бынан тыш, төндә фарсы лагерына бригтар фракия ҡәбиләһе һөжүм иткән, улар күп фарсыны юҡ иткән, Мардонийҙы яралаған. Ошондай ҙур зыян күргән Мардоний Азияға ҡайтырға була[87].

Унан һуң Грецияның төрлө өлкәләренә Дарийҙың илселәре «ер һәм һыу биреү», йәғни фарсыларҙың юғары хакимлығын таныу талабы менән килә. Күп утрауҙар, шул иҫәптән Афина менән дошманлашҡан Эгина ла, был талапҡа буйһонған. Шулай уҡ материк Грецияһының ҡайһы бер дәүләттәре лә шулай эшләгән[88]. Әммә Спарта менән Афинала Дарий илселәре язалап үлтерелә.[89]. Был үҙебеҙҙең бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәшергә әҙер булыуыбыҙҙы раҫлай. Афинала Фарсы көстәренең еңеүе хаҡында шулай уҡ Мильтиадтың, хаким Херсонес Фракийскийҙың, шулай уҡ б. э. т. 499—493 йй. ихтилалда еңелгәндән һуң ата-бабаларының тыуған яғы Афинаға ҡасҡандан һуң, унда тирандарса идара иткәне өсөн хөкөмгә тарттырылыуы һәм һуңынан аҡланыуы тураһында һөйләй[90][91].

Датис һәм Артаферн походы

үҙгәртергә

Эгей диңгеҙе утрауҙарын буйһондороу

үҙгәртергә

Б. э. т. 490 йылда Кир батша Грецияға, Афинаға һәм Эвбей утрауындағы Эретрияға, Дарий уларҙы ионлыларға ярҙам иткәндәре өсөн, язаларға теләп, яңы поход ойоштора. Әммә был юлы бөтә армия (15 меңгә яҡын кеше) 600 карапҡа тейәлгән. Аттар өсөн махсус суднолар төҙөлә. Флот командующийы итеп мидийлы Датис тәғәйенләнгән, ә ҡоро ерҙәге һуғыш хәрәкәттәренә Лидия сатрабының улы Артаферн етәкселек итергә тейеш булған. Б. э. т. 490 йылдың йәйендә йәйендә флотилия Кесе Азия ярҙарынан Эгей диңгеҙе утрауҙары аша Эвбейға юл тотҡан. Тәүҙә фарсылар Наксос ҡалаһын Б. э. т. 499 йылда ала алмаған шул уҡ исемдәге утрауҙа яулап алырға булған. Наксос халҡы, ҡамауҙы иҫләп, һөжүмде көтөп тормайынса, тауға йүгергән. Фарсылар ҡулдарына эләккән кешеләрҙе ҡоллоҡҡа алып, ғибәҙәтхананы һәм ҡаланы яндырған. Аполлондың айырыуса хөрмәтле ғибәҙәтханаһы урынлашҡан Делос утрауында кешеләргә тейелгеһеҙлек гарантияһы бирелгән; фарсылар грек изгеләренә хөрмәт күрһәтеүҙәрен төрлөсә һыҙыҡ өҫтөнә алған.

Эшлекле урындан сигенгәндә, фарсылар утрауҙарға килеп, унда ғәскәр туплаған һәм утрауҙа йәшәүселәрҙең балаларын аманатҡа алған. Шулай итеп, утрауҙан утрауға табан йөҙөп барғанда, улар Эвбей утрауының көньяғындағы Карист ҡалаһына килеп еткән. Каристийҙар фарсыларға аманат бирмәгән һәм күрше ҡалаларға, Эретрия менән Афинаға ҡаршы һуғышыуҙан баш тартҡан. Шунлыҡтан фарсылар, каристлылар буйһонмайынса, уларҙың ҡалаһын ҡамай һәм ерҙәрен бөлгөнлөккә төшөргән. Фарсы флотының үҙҙәренә ҡаршы йөҙөүен белгәс, Эретрия халҡы афиналыларға ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Афиналылар ярҙам итеүҙән баш тартманы һәм 4000 клерухын ярҙамға ебәргән, әммә тегеләре, ҡаланы һаҡлау файҙаһыҙ икәнен күреп, кире ҡайтҡан. Эретрийлылар ҡалаға бикләнә һәм оҙайлы ҡамауҙа ултырырға әҙерләнгән. Алты көнлөк ҡамауҙан һуң, фарсылар, ике күренекле кешеһенең хыянаты һөҙөмтәһендә, ҡаланы алған. Фарсылар ҡаланы тулыһынса талаған, ғибәҙәтханаларҙы яндырған, ә халыҡты ҡол иткән[92][93].

 
Грек-фарсы һуғыштары

Фарсы ғәскәренең Аттикаға төшөүе

үҙгәртергә

Эвбейҙан фарсы флоты Аттикаға, әммә Сарон ҡултығына түгел, ә төньяҡҡараҡ, Марафонға йүнәлгән. Марафон тигеҙлеге фарсы атлы ғәскәре өсөн уңайлы була. Бында, бәлки, элекке Афина тираны, фарсыларҙы оҙатып йөрөүсе оло йәштәге Гиппий төшөргә кәңәш иткәндер. Афиналылар шунда уҡ ҡаршы сыҡҡан һәм шул уҡ ваҡытта Спартаға ярҙам һорап сапҡын ебәргән. Ай тулғансы сығыш яһай алмау йолаһына һылтанып, спартандар сығыштарын кисектерә, Марафон һуғышынан һуң ғына Афинаға килә. Фарсы армияһы менән тәүге бәрелеште афиналыларҙың үҙҙәренә күтәрергә тура килгән, уларға Аттика менән сиктәш Беотияның Платея ҡалаһынан ҙур булмаған отряд (1 мең яугир) ҡушылған[94][95].

Марафон алышы

үҙгәртергә
 
Греческий гоплит
 
Марафон алышы.
 
Боевое построение персов.
Беренсе рәттә үрелгән ҙур ҡалҡандар менән һаҡланған һәм һөңгөләр менән ҡоралланған яугирҙар уҡсылар рәтен ҡапларға тейеш булған. Яугирҙарҙы ҡасыуҙан тыйып тороусы командирҙар һәм күҙәтеүселәр сафты тамамлаған. Дошман менән бәрелешкәнгә тиклем оборонала бындай теҙелеү яҡшы була, әммә улар һөжүм итә алмай.

10 Афина филы контингентына (10 мең яугир) стратегтар ҡуйылған. Юғары командующий архонт-полемарх Киллимах булған. Ләкин Марафон һуғышын ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә стратег вазифаһын башҡарған Мильтиад ҙур роль уйнай. Ул оҙаҡ ваҡыт фарсыларҙың хакимлығы аҫтында йәшәгән, уларҙың походтарында ҡатнашҡан, уларҙың хәрби ойошмаларын һәм тактикаһын яҡшы белгән.

Армиялар, яу башламаҫтан элек, бер-береһенә ҡара-ҡаршы торҙолар. Фарсы, моғайын, Афинала үҙҙәре яҡлыларҙың сигналын көткәндер, ә афиналылар вәғәҙә ителгән спартан нығытмаларын көткәндер. Алыш спартандар юлға сыҡҡан көндә була. Фарсы командованиеһы, Афинаға өҫтәмә көстәр килгәнсе хәл иткес һөжүм яһар өсөн, төндә атлы ғәскәренең байтаҡ өлөшөн судноларға тейәгән һәм уларҙы Афинаға ебәргән. Греция командованиеһына был турала билдәле була (разведчиктар һәм фарсы армияһынан ҡайтҡан грек-ионийсылар аша) ыл турала билдәле була һәм б. э. т. 490 йылдың 12 сентябрендә ул фарсылар өсөн уңышһыҙ ваҡытта алыш башлай.

Һөҙөмтәлә гректар өсөн айырыуса ҡурҡыныс фарсы атлылары һуғышта ҡатнашмай. Фарсыларҙың һан буйынса өҫтөнлөк итеүен иҫәпкә алып, Мильтиад грек армияһын шул рәүешле төҙөгән, хатта үҙәк иҫәбенә флангыларҙы ярайһы уҡ көсәйткән. Грек фалангаһы фарсы уҡсылары атҡан арауыҡты тиҙерәк үтеү һәм көс туплау маҡсатында һөжүмгә йүгереп ташланған. Фаланганың һөжүме ҡурҡыныс булған, фарсы ғәскәренең тәүге рәттәре йомшара барған. Әммә фарсылар бирешмәгән, һәм гректарҙы үҙәктәге көсһөҙ оборона булған урынға ҡыҫырыҡлай башлаған. Еңеү яулайбыҙ икән тип, еңел генә грек үҙәген йыртып, фарсылар грек лагеры төбөнә ташланған. Әммә флангаларҙа торған улар артынан йомолған гректар, сигенеү юлын киҫеп, уларҙы туҡмай башлаған. Яр буйына йүгергән ҡайһы бер фарсылар судноларына ултырған, башҡалары һаҙлыҡта һәләк булған. Афиналылар, 7 фарсы судноһын юҡ иткән. Фарсылар башҡа караптарҙы диңгеҙгә алып сыҡҡан[96][97][98][99].

Геродот мәғлүмәттәре буйынса, был һуғышта 192 афиналы һәм 6400 фарсы һәләк булған[100]. Һәләк булған афиндарҙың исемдәре иҫтәлекле стелала яҙылған, әммә Марафон эргәһендә һәләк булған платей яугирҙары һәм ҡолдар исемлегенә индерелмәгән. Һәләк булған фарсылар һанына килгәндә, улар, күрәһең, иҫәпләнгән, сөнки афиналылар үлтерелгән һәр яугир өсөн алиһә Артемидаға кәзә ҡорбан итергә вәғәҙә биргән. Был вәғәҙәләрен шунда уҡ үтәй алмау сәбәпле, йыл һайын 500 кәзә ҡорбан итергә хәл иткәндәр[101].

Фарсы флоты кире китә

үҙгәртергә

Караптарҙағы фарсыларҙың тулыһынса иҫән ҡалған өлөшө, Афинала үҙҙәре яҡлыларҙың ярҙамына һәм афина армияһының булмауына иҫәп тотоп, Суний мороно тирәләй, көньяҡҡа йүнәлә. Ләкин улар, һәләк булғандарҙы ерләгәндән һуң, ашығып Афинаға юлланған. Фарсы флоты гавань фалерына инһә лә, Афинаны тиҙ генә алырына ышанмағанлыҡтан, кире китә[102].

Дарий һәм ул буйһондорған халыҡтар

үҙгәртергә

Зирәк, ғәҙел хаким һәм көнсығыш деспоттарынан иң яҡшыһы булараҡ, Дарийҙы хатта дошмандары ла хөрмәт иткән. Марафон һуғышында ҡатнашҡан Эсхил үҙенең "Фарсылар"ында гректарға ҙур бәлә-ҡазалар килтергән был батшаны бик йылы һүҙҙәр менән һүрәтләгән[103]. Йәһүдтәр шулай уҡ уның тураһында яяяҡшы иҫтәлектәр һаҡлаған: батшалыҡ итеүенең 2-се йылында ул 2-се Иерусалим ғибәҙәтханаһын (Ездра китабына ярашлы) төҙөү эштәрен яңынан башларға рөхсәт иткән, ә 6-сы йылында ғибәҙәтхана изгеләндерелгән. Диодор Сицилийский буйынса, мысырҙар был батшаны үҙҙәренең ҡануниәтсе фирғәүендәре менән тиң хөрмәт иткән; хатта алыҫ ятҡан карфагенлылар ҙа уның хакимлығын таныған.

Ғүмеренең аҙағында Дарий күпмелер дәрәжәлә ауырлыҡтар кисергән; мәҫәлән, б. э. т. 486 йылда Мысыр баш күтәргән[104]. Ихтилалға ауыр һалым иҙеүе һәм Сузала, Персеполдә батша һарайҙарын төҙөү маҡсатында меңдәрсә мысыр һөнәрселәрен Иранға алып китеү сәбәпсе була.

Геродотҡа ярашлы, Дарий Мысырға һәм Афинаға походтарға шәхсән үҙе етәкселек итергә ниәтләгән, ләкин шул йыйыныуҙар ваҡытында уның улдары арпһында батша дәрәжәһе өсөн ҙур ыҙғыш башланған, сөнки фарсы йолаһы буйынса, Дарий поход алдынан үҙенең вариҫын билдәләргә тейеш булған. Тәхеткә ултырғанға тиклем уның тәүге ҡатынынан — Гобрий ҡыҙынан өс улы, ә тәхеткә ултырғандан һуң Кирҙың ҡыҙы Атоссанан тағы дүрт улы була. Тәүге ҡатынынан тыуған улдарынан иң өлкәне Артобазан булған, икенсе ҡатынынан тыуғандарынан — Ксеркс. Төрлө батшабикәләрҙең өлкән улдары булараҡ, тегеһе лә, быныһы ла хакимлыҡҡа ынтылған. Әйтәйек, Артобазан үҙен — ырыуҙа иң өлкәне, тип раҫлаған һәм бөтә халыҡтарҙа ла йола буйынса хакимлыҡ өлкән улға тапшырыла тигән. Ксеркс иһә әйткән һүҙҙәрен фарсыларҙы азат итеүсе Кир батшаның ҡыҙынан тыуғаны менән нигеҙләнгән. Етмәһә, Артобазан — Дарий батша булып киткәнгә тиклем, ә Ксеркс Дарий фарсыларҙың хакимы булып идара иткән саҡта тыуған[105][106][107].

Дарий б. э. т. 486 йылдың октябрь/ноябрендә 64 йәшендә, Мысырҙа Псамметих етәкселегендәге ихтилалды тынысландырырға өлгөрмәй, үлеп киткән. [108]. Күп һанлы рельефтар менән биҙәлгән Дарий ҡәберлеге Персеполь янындағы Наҡшы-Рөстәм ҡаяларында урынлашҡан. Ишектән инеүгә кәшәнәнең мөһабәт өңгөрҙәрендә (ниша) торған кәшәнәлә өс ҙур саркофаг урынлашҡан, уларҙың береһендә — Дарийҙың кәүҙәһе, ә ҡалған икәүһендә уның ғаилә ағзаларының кәүҙәләре ерләнгән. Ҡәберлеккә инеү урынында дүрт колонналы портик төҙөлгән. Портик өҫтөндә скульптура һындары күтәрелә. Дарий державаның утыҙ халыҡ вәкиле, уларға хас антропологик һәм этнографик үҙенсәлектәрҙе ентекләп эшләнгән һәм барлыҡ утыҙ кеше һынының да ниндәй этник төркөмгә ҡарауын күрһәтеүсе яҙма-ярлыҡтар эленгән, күтәргән тәхеттә ултыра, уны һарай яны кешеләре уратып алған.

Геродот буйынса, Дарийҙың идаралығы 36 йыл дауам иткән. Дарий вафат булғандан һуң, тәхет Ксерксҡа күскән, сөнки, Геродот яҙғанса, Дарий тере саҡта уҡ сикһеҙ ҡеүәткә эйә булған Атосса был тәңгәлдә хәл иткес роль уйнаған[109]. Ктесий пишет, что Дарий правил 31 год и умер в возрасте 72-х лет от болезни[110][111][112][113].

Ҡатындары һәм балалары

үҙгәртергә
Әһәмәниҙәр
 
Элгәреһе:
Гаумата
Әһәмәниҙәр империяһы
яҡынса б. э. т. 522 — 486 йй.
(36 йыл хаким булған)
 
Вариҫы:
Ксеркс I
Мысыр фирғәүене
б. э. т. 522 — 486 йылдар тирәһе

Сәнғәттә Дарий образы

үҙгәртергә

Ҡалып:Заготовка раздела

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Record #15560660, Record #305098677, Record #974159474212727661927, Record #383159474047527660835 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 J.M. Munn-Rankin Darius I // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  3. Любкер Ф. Darius (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. РубинскийСПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 372—373.
  4. Любкер Ф. Hystaspes (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. РубинскийСПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 651.
  5. Любкер Ф. Artabanus (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. РубинскийСПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 161—162.
  6. Union List of Artist Names (ингл.) — 2014.
  7. Марк Юниан Юстин. Эпитома сочинения Помпея Трога «История Филиппа». Книга I, 10
  8. Геродот. История. Книга III «Талия», § 150—160
  9. Полиэн. Стратагемы. Книга VII, 13
  10. Диодор Сицилийский. Историческая библиотека. Книга X (фрагменты), 19 (2—4)
  11. Марк Юниан Юстин. Эпитома сочинения Помпея Трога «История Филиппа». Книга I, 10 (15—22)
  12. Ҡалып:Книга:Дандамаев М. А.: Политическая история Ахеменидской державы
  13. 13,0 13,1 Ҡалып:Книга:Кембриджская история древнего мира
  14. Ҡалып:Книга:Дандамаев М. А.: Политическая история Ахеменидской державы
  15. Ҡалып:Книга:Дандамаев М. А.: Политическая история Ахеменидской державы
  16. Ҡалып:Книга:Кембриджская история древнего мира
  17. Ҡалып:Книга:Дандамаев М. А.: Политическая история Ахеменидской державы
  18. Ҡалып:Книга:Кембриджская история древнего мира
  19. Ҡалып:Книга:Дандамаев М. А.: Политическая история Ахеменидской державы
  20. Ҡалып:Книга:Кембриджская история древнего мира
  21. Геродот. История. Книга IV «Мельпомена», § 165—167, 200—204
  22. Марк Юниан Юстин. Эпитома сочинения Помпея Трога «История Филиппа». Книга XIX, 1 (10—13)
  23. Геродот. История. Книга IV «Мельпомена», § 166
  24. Полиэн. Стратагемы. Книга VII, 11:7
  25. Диодор Сицилийский. Историческая библиотека. Книга I, 95 (4—5)
  26. Диодор Сицилийский. Историческая библиотека. Книга I, 58 (4)
  27. Ҡалып:Книга:Дандамаев М. А.: Политическая история Ахеменидской державы
  28. Ҡалып:Книга:Кембриджская история древнего мира
  29. 29,0 29,1 Ҡалып:Книга:Кембриджская история древнего мира
  30. Ҡалып:Книга:Jürgen von Beckerath: Handbuch der ägyptischen Königsnamen
  31. Ҡалып:Книга:Дандамаев М. А.: Политическая история Ахеменидской державы
  32. Геродот. История. Книга IV «Мельпомена», § 44
  33. Ҡалып:Книга:Дандамаев М. А.: Политическая история Ахеменидской державы
  34. Ҡалып:Книга:Кембриджская история древнего мира
  35. Геродот. История. Книга III «Талия», § 94
  36. Ҡалып:Книга:Кембриджская история древнего мира
  37. Геродот. История. Книга III «Талия», § 125
  38. Геродот. История. Книга III «Талия», § 142
  39. Геродот. История. Книга III «Талия», § 141, 144, 149
  40. Ҡалып:Книга:Дандамаев М. А.: Политическая история Ахеменидской державы
  41. Афиней. Пир мудрецов. Книга XII, 22 (522B)
  42. Диодор Сицилийский. Историческая библиотека. Книга X, 16 (4)
  43. Геродот. История. Книга III «Талия», § 89
  44. Геродот. История. Книга III «Талия», § 90—97
  45. Геродот. История. Книга VIII «Урания», § 98
  46. Геродот. История. Книга II «Евтерпа», § 158
  47. Геродот. История. Книга IV «Мельпомена», § 39
  48. Диодор Сицилийский. Историческая библиотека. Книга I, 33 (9)
  49. Историческая библиотека. Книга X (фрагменты), 19 (5)
  50. 516, 514 г. до н. э.: есть разные обоснования сравнительно близких дат.
  51. Ктесий Книдский в изложении Фотия. Персика. Книги XII—XIII, (20)
  52. Ҡалып:Книга:Кембриджская история древнего мира
  53. Геродот. История. Книга IV «Мельпомена», § 87, 89, 93
  54. Ҡалып:Книга:Дандамаев М. А.: Политическая история Ахеменидской державы
  55. Диодор Сицилийский. Историческая библиотека. Книга II, 5 (5)
  56. Геродот. История. Книга IV «Мельпомена», § 97, 98, 102, 119, 120
  57. Ҡалып:Книга:Дандамаев М. А.: Политическая история Ахеменидской державы
  58. Геродот. История. Книга IV «Мельпомена», § 121—123
  59. Геродот. История. Книга IV «Мельпомена», § 123—125
  60. Ҡалып:Книга:Кембриджская история древнего мира
  61. Полиэн. Стратагемы. Книга VII, 11, 4
  62. Геродот. История. Книга IV «Мельпомена», § 126—142
  63. Марк Юниан Юстин. Эпитома сочинения Помпея Трога «История Филиппа». Книга II, 3 (2); 5 (8—11)
  64. Ктесий Книдский в изложении Фотия. Персика. Книги XII—XIII, (21) 2013 йыл 1 август архивланған.
  65. Ҡалып:Книга:Дандамаев М. А.: Политическая история Ахеменидской державы
  66. Ҡалып:Книга:Кембриджская история древнего мира
  67. Геродот. История. Книга IV «Мельпомена», § 143
  68. Геродот. История. Книга V «Терпсихора», § 1, 2, 14, 15
  69. Геродот. История. Книга V «Терпсихора», § 17—21
  70. Марк Юниан Юстин. Эпитома сочинения Помпея Трога «История Филиппа». Книга VII, 3
  71. Ҡалып:Книга:Дандамаев М. А.: Политическая история Ахеменидской державы
  72. Ҡалып:Книга:Кембриджская история древнего мира
  73. Геродот. История. Книга V «Терпсихора», § 26, 27
  74. Ҡалып:Книга:Дандамаев М. А.: Политическая история Ахеменидской державы
  75. Геродот. История. Книга V «Терпсихора», § 30—38, 49—51, 97—103
  76. Ҡалып:Книга:Дандамаев М. А.: Политическая история Ахеменидской державы
  77. Геродот. История. Книга V «Терпсихора», § 103—104
  78. Ҡалып:Книга:Дандамаев М. А.: Политическая история Ахеменидской державы
  79. Геродот. История. Книга V «Терпсихора», § 105—116
  80. Ҡалып:Книга:Дандамаев М. А.: Политическая история Ахеменидской державы
  81. Геродот. История. Книга V «Терпсихора», § 116—123
  82. Геродот. История. Книга V «Терпсихора», § 124—126
  83. Геродот. История. Книга VI «Эрато», § 1—20
  84. Геродот. История. Книга VI «Эрато», § 31—34
  85. 85,0 85,1 Геродот. История. Книга VI «Эрато», § 43
  86. Ҡалып:Книга:Дандамаев М. А.: Политическая история Ахеменидской державы
  87. Геродот. История. Книга VI «Эрато», § 44—45
  88. Геродот. История. Книга VI «Эрато», § 48—49
  89. Геродот. История. Книга VII «Полигимния», § 133
  90. Геродот. История. Книга VI «Эрато», § 104
  91. Ҡалып:Книга:Дандамаев М. А.: Политическая история Ахеменидской державы
  92. Геродот. История. Книга VI «Эрато», § 94—101
  93. Ҡалып:Книга:Дандамаев М. А.: Политическая история Ахеменидской державы
  94. Геродот. История. Книга VI «Эрато», § 102—108
  95. Ҡалып:Книга:Дандамаев М. А.: Политическая история Ахеменидской державы
  96. Геродот. История. Книга VI «Эрато», § 109—115
  97. Марк Юниан Юстин. Эпитома сочинения Помпея Трога «История Филиппа». Книга II, 9
  98. Ктесий Книдский в изложении Фотия. Персика. Книги XII—XIII, (22) 2013 йыл 1 август архивланған.
  99. Плутарх. Сравнительные жизнеописания. Аристид
  100. Геродот. История. Книга VI «Эрато», § 117
  101. Ҡалып:Книга:Дандамаев М. А.: Политическая история Ахеменидской державы
  102. Геродот. История. Книга VI «Эрато», § 116
  103. Эсхил. Персы
  104. Последний египетский документ времени правления Дария I относится к июню 486 г. до н. э.
  105. Геродот. История. Книга VII «Полигимния», § 1—3
  106. 106,0 106,1 Марк Юниан Юстин. Эпитома сочинения Помпея Трога «История Филиппа». Книга II, 10
  107. Хотя известно, что Ксеркс был назначен наследником престола уже в 498 году до н. э., то есть ещё до похода персов на Афины
  108. Leo Depuydt. Saite and Persian Egypt, 664 BC — 332 BC / en (Erik Hornung), Rolf Krauss and David A. Warburton. (= Handbook of Oriental studies. Section One. The Near and Middle East, Том 83). — Ancient Egyptian Chronology. — Leiden, Boston: Brill, 2006. — С. 282.
  109. Геродот. История. Книга VII «Полигимния», § 3
  110. Ктесий Книдский в изложении Фотия. Персика. Книги XII—XIII, (23) 2013 йыл 1 август архивланған.
  111. Диодор Сицилийский. Историческая библиотека. Книга XI, 2 (2)
  112. Иосиф Флавий. Иудейские древности. Книга XI, глава 3
  113. Ҡалып:Книга:Дандамаев М. А.: Политическая история Ахеменидской державы
  114. 114,0 114,1 114,2 114,3 Геродот. История. Книга VII «Полигимния», § 2
  115. Плутарх. Сравнительные жизнеописания. Фемистокл. 14
  116. 116,0 116,1 Геродот. История. Книга VII «Полигимния», § 97
  117. 117,0 117,1 117,2 117,3 Геродот. История. Книга III «Талия», § 88
  118. Геродот. История. Книга III «Талия», § 12
  119. Геродот. История. Книга VII «Полигимния», § 7
  120. Диодор Сицилийский. Историческая библиотека. Книга XI, 74
  121. Геродот. История. Книга VII «Полигимния», § 64
  122. Геродот. История. Книга VII «Полигимния», § 82
  123. Диодор Сицилийский. Историческая библиотека. Книга XI, 57
  124. Плутарх. Сравнительные жизнеописания. Аристид. 9
  125. Плутарх. Сравнительные жизнеописания. Фемистокл. 13
  126. Геродот. История. Книга VII «Полигимния», § 69
  127. Геродот. История. Книга VII «Полигимния», § 72
  128. Геродот. История. Книга VII «Полигимния», § 78
  129. 129,0 129,1 129,2 Геродот. История. Книга VII «Полигимния», § 224
  130. Геродот. История. Книга III «Талия», § 68
  131. Геродот. История. Книга VII «Полигимния», § 68

Ҡалып:Цари Мидии и Ахемениды Ҡалып:Шахиншахи Ирана

  NODES