Ибәдиҙәр (ғәр. الاباضية‎‎ — абадиттар;рус. Ибади́ты) — сөннилектән дә, шиғыйлыҡтан да айырылып торған ислам ағымы. Ибәдилекте йыш ҡына хәүәриждәр хәрәкәтендә уртаса фракция булараҡ билдәләйҙәр, тик ибәдиҙәр үҙҙәрен хәүәриж тип таныуҙан баш тарта.

Ибәдиҙәр
ғәр. الاباضية
Нигеҙләү датаһы VII быуат
Нигеҙләүсе Джабир ибн Зайд[d]
Дәүләт  Оман

Ибәдиҙәр VII быуатта Ираҡта барлыҡҡа килгән; Ғабдуллаһ ибн Ибәд исеме менән аталған. Әммә ибәди сығанаҡтарындағы мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, ибн Ибәд, үҙенең беренсе имамы һәм нигеҙ һалыусыһы Жәбир ибн Зәйет менән сағыштырғанда, ибәдиҙәр хәрәкәтен ойоштороуҙа һәм уға етәкселек итеүҙә икенсе дәрәжәләге роль уйнаған.

 
Мосолман донъяһы картаһында ибәди халҡы булған төбәктәр йәшел: сөнни райондар, ҡыҙыл: шиғый райондары, миләүшә: ибәдиҙәр

Таралыуы

үҙгәртергә

Ибәдиҙәр Хәлифәткә ҡаршы көрәш алып барған, имаматтар төҙөгән, шул иҫәптән Тахертала (Төньяҡ Африка, VIII — X быуат башы) Рөстәмиҙәр имаматы, шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытҡа Йемендә имамат булған. Шул ваҡытта Оманда ибәди дәүләт барлыҡҡа килгән, ул беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған.

Ибаәдиҙәр барлыҡ мосолмандарҙың 1%-ын ғына тәшкил итһә лә, улар мосолман донъяһының күп өлөшөндә йәшәй. Хәҙерге заманда ибәдиҙәр Оман халҡының күпселеген (яҡынса 75 %)тәшкил итә[1], Йәмән, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре (БҒӘ), Алжир (Мзаб), Тунис (Джерба), Ливияла (Нафуси һәм Зуара) йәмәғәттәре бар. Шулай уҡ күп кенә ибәдиҙәр Танзанияла Занзибар утрауында йәшәй. Унда 1964 йылғы революцияға тиклем Әлбүсәйет династияһы солтандары идара иткән, улар ҙа Оман тармағы кеүек, ибәдиҙәргә ҡарай.

Сөнниҙәр һәм шиғыйҙар менән айырма

үҙгәртергә

Ибәдилек исламда ҡәҙимге йүнәлештәренең береһе булып торһа ла, тикшеренеүселәр уны Европа уҡыусыларына киңерәк билдәле сөннилек, шиғыйлыҡ, мөтәзилилек һ.б. менән сағыштырып һүрәтләргә мәжбүр. Мәҫәлән, шиғыйлыҡта юғары власть Пәйғәмбәр йорто эсендәге имамдар, Али ибн Әбү Талип һәм уның ҡатыны, пәйғәмбәрҙең ҡыҙы Фатима нәҫеле буйынса тапшырылырға тейешле тип һаналһа, шул уҡ ваҡытта сөннилектә мосолман өммәтенең юғары хакимдары ҡорайыштарҙан булырға тейеш тип барһалар, ибәдиҙәр һәр мосолман өммәттең имамы була ала, тип һанай.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Статья с сайта cia.gov о Омане. Дата обращения: 16 апрель 2012. Архивировано из оригинала 24 декабрь 2018 года. 2019 йыл 4 ғинуар архивланған.
  NODES
Done 1