Йәйен
Йәйен | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Silurus glanis Linnaeus, 1758 | ||||||||||||||
Ареал | ||||||||||||||
тәбиғи ареал (сөсө һыуҙар) интродуцирован (сөсө һыу ятҡылыҡтары) тоҙло һыуареал | ||||||||||||||
|
Йәйен (лат. Silurus glanis, рус. сом обыкновенный[1]) — йәйендәр ғәиләһенә (Siluridae) ҡараған киң ялпаҡ ауыҙлы, оҙон мыйыҡлы, сөсө һыуҙа йәшәгән шыма тәнле, тәңкәһеҙ эре[2] йыртҡыс балыҡ; Башҡортостанда иң ҙур балыҡ.
Оҙонлоғо 5 м самаһы, ауырлығы 400 кг тирәһе (тарихи мәғлүмәттәр буйынса).
Хәҙерге ваҡытта 100 кг-дан артыҡ тартҡан вәкилдәре бик һирәк осрай. Әммә оҙонлоғо 2,5 м-ҙан ашыу һәм массаһы 150 кг тирәһе булған вәкилдәре рәсми рәүештә теркәлгән.
Ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәТышҡы күренеше менән ялҡау, әшәүәтһеҙ һәм әкрен ҡуҙғалыусан һымаҡ. Әммә асыҡһа, ғәжәп етеҙ эш итә.
Аналь йөҙгөсө оҙон, ишһеҙ йөҙгөстәре ҡылсыҡһыҙ.
Тәне һорғолт-йәшел төҫмөрләнешле көрән төҫөндә, ҡорһағы аҡ. Тереклек иткән еренә ҡарап төҫө ҡараға яҡын төҫтән алып асыҡ һары төҫкә тиклем үҙгәрә ала.Һирәкләп булһа ла араларында альбиностар ҙа осрай.
Ареалы
үҙгәртергәТөньяҡ Боҙло океан бассейнынан башҡа Европала һәм Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге йылғаларҙа, күлдәрҙә, Арал диңгеҙе бассейнында тереклек итә.
Үрсеүе
үҙгәртергәЯҙғыһын яр ситттәрендә һыу үҫемлектәре араһында ыуылдырыҡ сәсәләр. Инә балыҡ оя яһап шуның эсенә ыуылдырыҡ һала. Ыуылдырыҡтарҙы ата балыҡ һаҡлай. Енси етлегеү ғүмерҙәренең бишенсе йәшендә башлана.
Туҡланыуы
үҙгәртергәБалыҡ тик емтек менән генә туҡлана тигән яңылыш фекер бар. Асылда, был бөтөнләй дөрөҫ түгел. Үҫештәренең башында йәйен ваҡ ҡыҫала һымаҡтар, селбәрәләр, һыу бөжәктәре менән туҡлана. Үҫешә биргәс, тере балыҡ, моллюскылар, һыу ҡоштары һәм һыуҙа тереклек иткән башҡа хайуандар менән туҡлана.
Бик әүҙем төнгө йыртҡыс. Көндөҙ һыу аҫты соҡорҙарында һәм башҡа уйһыу урындарҙа ята.
Боҙ китер алдынан бәләкәй төркөмдәргә йыйылып (5 — 10 тирәһе), һыу аҫты соҡорҙарында йыйылалар. Ҡышҡыһын әүҙемлектәре булмай һәм бөтөнләй тиерлек туҡланмайҙар.
Кеше ашауы тураһында хәбәрҙәр
үҙгәртергәҘур йәйендәрҙең кешеләргә, айырыуса балаларға һөжүм итеү осраҡтары теркәлгән[3][4]. кеше ашаусы хайуандар рәтенә индерелгән[5].
XVI—XVIII быуаттарҙа Дунайҙа гигант балыҡтарҙы ҡулға төшөрөү осраҡтары бер нисә тапҡыр теркәлә, ашҡаҙанында кеше тәндәре йәки уларҙың өлөштәре табыла, әммә үлгәндәр тере саҡта балыҡ ҡорбаны булғанмы, әллә һуңғыһы уларҙың мәйеттәрен ашағанмы икәне аңлашылмай[6].
Гигант йәйендәр
үҙгәртергәВолгала ауырлығы яҡынса 50 килограмға еткән йәйендәрҙе осратырға мөмкин[7]. Иң ҙурҙарын (ауырлығы 100 килограмдан ашыу) ҡайһы берҙә Испания балыҡсылары Эбро йылғаһында эләктерә, унда XX быуат уртаһында климатлаштырыла һәм тиҙ күбәйә[2].
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Решетников Ю. С., Котляр А. Н., Расс Т. С., Шатуновский М. И. Пятиязычный словарь названий животных. Рыбы. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. / под общей редакцией акад. В. Е. Соколова. — М.: Рус. яз., 1989. — С. 158. — 12 500 экз. — ISBN 5-200-00237-0.
- ↑ 2,0 2,1 Список рекордных сомов 2009 йыл 27 сентябрь архивланған..
- ↑ Сабанеев Л. П. Сом // Жизнь и ловля пресноводных рыб.
- ↑ Гигантский сом напал на женщину: пострадавшей пришлось обратиться к врачам 2010 йыл 21 ноябрь архивланған., 15.08.2010, Новости 24, Контуев М.
- ↑ Сабанеев Л. П. Жизнь и ловля пресноводных рыб
- ↑ Гигантские сомы-людоеды 2018 йыл 18 октябрь архивланған. // Подводные обитатели.
- ↑ На Волге в районе Тольятти мужчина выловил 50-килограммового сома . Тольятти Онлайн. Дата обращения: 5 июль 2017. Архивировано 31 август 2017 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Позвоночные животные России: обыкновенный (европейский) сом 2020 йыл 13 июль архивланған.
- Все подробности о соме, образе жизни и ловли сома
- Сом, рецепты 2012 йыл 20 октябрь архивланған.
Был ихтиология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |