Йөҙөм — йөҙөм (виноград) төрөнөң культуралы һәм башҡа төрлө емештәре, бешкән саҡта татлы еләк көйө була. Шарап эшләү өсөн ҡиммәтле аҙыҡ һәм сеймал.

Бешкән аҡ йөҙөмдөң тәлгәше
 
Йөҙөм еләгенең төҙөлөшө

Йөҙөмдө үҫтереү 6 000 — 8 000 йыл элек Яҡын Көнсығышта башланып киткән[1]. Был культураның боронғолоғон иҫбатлаған иң тәүге археологик дәлилдәр Грузия территорияһында табылған һәм улар үҫкәндән һуң үткән ваҡыт 8 000 йыл тәшкил итә[2][3][4].

Фукидид фекеренсә, Урта диңгеҙ кешеләре, йөҙөм менән зәйтүнде эшкәртә башлағас, вәхшилек менән хушлаша. Боронғо Египет яҙмаларын уҡығас, ҡара йөҙөмдө ҙҫтереү тураһында ла мәғлмәт табыла. Йөҙөм үҫешенә ҙур йоғонтоно финикиялылар һәм боронғо гректар индерә. Беҙҙең эраға тиклем үк сыбыҡты ҡарау тураһындағы нәсихәттәрен Магон (ауыл хужалығы тураһында яҙыусы автор) һәм Марк Порций Катон Өлкән ҡалдырған. Боронғо Римдә Колумелла, оҙон сыбыҡтарҙы нығытыр өсөн, ағастар урынына махсус шпалер ҡуйырға кәңәш иткән.

Йөҙөмдө үҫтереү ысулдары Европаның төньяҡ төбәктәренә, шулай уҡ Антарктиданан башҡа бар ҡитғаларға тарала. Төньяҡ Америкала ҡырҙа үҫкән йөҙөм осрай, уның менән индеецтар туҡланған. Улар шарап эшләүгә яраҡһыҙ тип уйлау сәбәпле, Европа колонистары Америкаға тик Европа төрҙәрен индерә.

Файҙаһы, ҡулланыу

үҙгәртергә
Ҡыҙыл йәки йәшел Европа йөҙөмө

100 г аҙыҡтың туҡлыҡлыҡ ҡиммәте
Энергетик ҡиммәте 69 ккал 288 кДж
Аҡһымдар0,7 г
Майҙар0,2 г
Углеводтар18,1 г
дисахаридтар15,5 г 

Тиамин (B1)0,069 мг
Рибофлавин (B2)0,07 мг
Ниацин (B3)0,188 мг
Пантотен кислотаһы (B5)0,05 мг
Пиридоксин (B6)0,086 мг
Фолацин (B9)2 мкг
Аскорбин кислотаһы (С витамины)10,8 мг

Кальций10 мг
Тимер0,36 мг
Магний7 мг
Фосфор20 мг
Калий191 мг
Цинк0,07 мг

Марганец0,071 мг 
Сығанаҡ: USDA Nutrient Database

Йөҙөм емештәре яҡшы дауа кеүек тә, тәмле аҙыҡ-түлек булараҡ та һанала. Йөҙөм һуты — аҙ ҡанлылыҡ ауырыуҙары өсөн яҡшы дауа.

Йөҙөмдө төрҙәре буйынса етештереү күләме (үрсетеү һәм эшкәртеү) тураһында рәсми һандар юҡ. Әммә иң таралғаны тип Аҡ кишмиш (Томпсон сидлис) һанала, ул десертлы йөҙөм төрө, орлоҡтары ваҡ, 3 600 км2 ерҙе биләй. Азия һәм Яҡын Көнсығыш, Греция, Болгария, АҠШ, Австралия, Көньяҡ Африка Республикаһы, Чили һәм Ҡытайҙа үҫтерелә. Икенсе урында Айрен төрө тора. Шулай билдәле төрҙәр араһында: Каберне Совиньон, Совиньон Блан, Каберне Фран, Мерло, Гренаш, Темпранильо, Рислинг һәм Шардоне[5].

Йөҙөмдө сеә көйө йәки киптереп ашайҙар. Унан шарап, компот, һуттар, маринад һәм башҡалар етештерәләр. Биҙәү өсөн дә маҡсатында ла файҙаланалар.

Йөҙөм һутында бик күп глюкоза, фруктоза, калий катиондары, органик кислоталар, микроэлементтар бар. Аҙыҡ байтаҡ ҡына калориялы була (70 — 150 ккал/100 г).

Йөҙөм һутын әсетеп, аҡ, ал, ҡыҙыл шарап, бренди, шулай уҡ коньяк спиртын эшләйҙәр.

Эшкәртелмәгән йөҙөм (100g туҡлыҡлыҡ ҡиммәте)

Һыу : 80,54 g Органик булмаған матдәләр : 0,48 g : 0,9 g Энергетик байлығы : 69 kcal
Аҡһымдар: 0,72 g Липидтар: 0,16 g Углеводтар: 18,10 g Шәкәре : 15,48 g
Микроэлементтар
Кальций : 10 mg Тимер : 0,36 mg Магний : 7 mg Фосфор : 20 mg
Калий : 191 mg Баҡыр : 0,127 mg Натрий : 2 mg : 0,07 mg
Витаминдар
C : 10,8 mg B1 : 0,069 mg B2 : 0,070 mg B3 : 0,188 mg
B5 : 0,050 mg B6 : 0,086 mg B9 : 0 µg B12 : 0,00 µg
A : 65 UI ретинол : 0 µg E : 0,19 µg K : 14,6 µg
Май кислоталары
Туйындырылған : 0,054 g Монотуйындырылмаған : 0,007 g Политуйындырылмаған : 0,048 g холестерол : 0 mg

Кире күрһәткестәр

үҙгәртергә

Йөҙәм еләген ашағанда, түбәндәгене иҫтә тоторға кәрәк: уны һимереү, эсәк ауырыуы (айырыуса киҫкенләшеү ваҡытында), шәкәр диабеты, Үпкә эренләгәндә, гипертониялы һәм шешенеүле йөрәк ауырыуҙары, эс киткән ваҡытта ҡулланырға ярамай.

Йөҙөмдө һөт, ҡыяр, ҡауын, майлы аҙыҡ, минераль һыуҙар, балыҡ, һыра менән бергә ашау ашҡаҙан эшмәкәрлеген боҙа. Шулай уҡ кариеслы тешкә эләгеп, йөҙөм ауырыуҙы көсәйтәтеште тиҙерәк боҙа. Теште һаҡлар өсөн, был осраҡта ауыҙҙы сода иҙмәһе менән сайҡатыр кәрәк.

Ҡулланыу

үҙгәртергә

Виноград һуты

үҙгәртергә
 
Стаканда — виноград һуты

Виноградты ҡыҫып, унан һут алалар. Етештереү күләменән сығып, уны ҡул менән, мискәләрҙә — аяҡ менән йәки махсус ҡыҫҡыс (пресс) менән ҡыҫалар. Алынған һутта күп миҡдарҙа шәкәр һәм консерванттар бөтөнләй булмағанға тиҙ әсей һәм боҙола башлай. Боронғо гректар виноград һутынан шарап етештергәндәр, шарап боҙолмаһын өсөн амфора (көршәк) һауыттарҙа һаҡлаған. Боронғо гректар шарапты һыу менән шыйыҡлап эскәндәр.

 
Ҡара йөҙөм (коринка).

Йөҙөм (от төрк. Üzüm — виноград) — киптерелгән виноград еләге, мәҫәлән кишмиш (ғәрәпсәнән тәржемә иткәндә: «Киш-миш» — киптерелгән виноград). Ризыҡ булараҡ йөҙөм Яҡын Көнсығыш, Урта Көнсығыш һәм Урта диңгеҙ буйы илдәрендә киң ҡулланыла.

Эшкәртеү

үҙгәртергә
 
Виноград ҡыуағы

Йөҙөмдө тигеҙ ерҙә, механик эш алып барырлыҡ ерҙә үҫтерәләр, ер өҫтөнөң ауышы 10° күп булырға тейеш түгел. Ерҙең 60 см тәрәнлектә һөрөп сығалар, файҙалы матдәләр индереү яҡшы буласаҡ (1 гектарға 40-60 т тиреҫ менән 1 т суперфосфат). Йөҙөмдө ултыртырға 2-3 аҙна ҡалғас, тырматып алалар. Йөҙөм үҫентеләре араһында 1-3 метр ара ҡалдырып, 15-30 см тәрәнлеккә ултыртып сығалар. Йылы төбәктәрҙе йөҙөмдө ҡыш һәм көҙ ҙә ултыртыу мөмкин. Ҡырау төшөү мөмкинлеге янаһа, ҡыуаҡтар өҫтөнә тупраҡ һалып сығалар, ә аралыҡты һөрәләр. Ҡыуаҡтар үҫһен өсөн, үренделәрҙең өҫкө 1-2 см һындыралар[6].

Ашламалар

2-3 йылға бер тапҡыр 20—30 т/га тиреҫ өҫтәлә, йыл һайын яҙ көнө аммоний сульфатын йәк натрий селитраһын (3—4 ц/га), көҙ — суперфосфат (4—5 ц/га), йәки преципитат (2—3 ц/га), йәки томасшлак (5—6 ц/га), калий гидросульфаты (1,5—2 ц/га)[6] ҡушалар.


Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. This, Patrice; Lacombe, Thierry and Thomash, Mark R. (2006). «Historical Origins and Genetic Diversity of Wine Grapes». Trends in Genetics 22 (9): 511–519. DOI:10.1016/j.tig.2006.07.008. PMID 16872714.
  2. McGovern, P. E. Georgia as Homeland of Winemaking and Viticulture // National Treadures of Georgia. — P. 58-59. 2013 йыл 30 май архивланған.
  3. McGovern, Patrick E. Ancient Wine: The Search for the Origins of Viniculture. — Princeton University Press, 2003.
  4. Keys, David (2003-12-28) Now that’s what you call a real vintage: professor unearths 8,000-year-old wine. archaeology.ws.
  5. The most widely planted grape in the world 2013 йыл 10 май архивланған.. .
  6. 6,0 6,1 Виноград // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  NODES
Done 1