Кентавр
Кента́вр (боронғо грек телендә Κένταυρος) — боронғо грек мифологияһында кеше башлы һәм кәүҙәле ат (яртылаш ат -яртылаш кеше)[1], тауҙарҙа һәм урман ҡыуыштарында йәшәй. Кентаврҙар шарап аллаһы Дионисты оҙатып йөрөй, ҡыҙыу холоҡло һәм тотанаҡһыҙ булыуҙар.
Кентавр | |
бор. грек. Κένταυρος | |
| |
Мифология | |
---|---|
Тип |
ҡатнаш йән эйәһе |
Кентавр Викимилектә | |
Кентаврҙар тәүҙә тау йылғаларының һәм көслө ағымдарҙың кәүҙәләнеше булған, тип фараз ителә. Героик мифтарҙың ҡайһы берҙәрендә кентаврҙар геройҙың тәрбиәсеһе, икенселәрендә уларға дошман булып тора. Грек мифтарына ярашлы, улар Фессалиялағы Пилион тауҙарында, Элидалағы Фолой урмандарында һәм көньяҡ Лакониялағы Малеан ярымутрауында йәшәгән. Һуңынан кентаврҙар хаҡындағы мифтар Рим мәҙәниәтендә лә һүрәтләнә, һуңғараҡ уларҙың һүрәттәре урта быуат Европа бестиарийҙарына (урта быуаттарҙағы зоология мәҡәләләре йыйынтығы (һүрәттәр менән) барып эләгә. Әлеге ваҡытта кентаврҙар фэнтезиларҙың бик популяр персонаждары булып тора.
Терминдың килеп сығышы
үҙгәртергә«Кентавр» һүҙе (боронғо грек κένταυρος, сentauros), йәки латинлаштырылған варианты «центавр» (лат. centaurus), традицион рәүештә ике грек тамырынан торған һүҙьяһалышҡа (κεντέω — «ҡаҙаҡлау, ҡырҡыу» һәм ταυρος — "үгеҙ ") барып тоташа, уны «үгеҙҙәр үлтереүсе»[2] йәки «үгеҙ ҡыуыусы» йәки хатта «ковбой»[3] тип тә аңларға мөмкин.
Кентаврҙар образы, фаразланыуынса, цивилизациялы, әммә әле һыбай йөрөй белмәгән халыҡтарҙың фантазияһы емеше булараҡ барлыҡҡа килгән. Был халыҡтар тәүге тапҡыр төньяҡ күсмә ҡәбиләләре: скиф, кассит йәки тавр һыбайлылары менән осраша. Бының менән кентаврҙарҙың ҡырыҫ холҡо ла, үгеҙҙәр менән бәйләнеше менән дә аңлатыла, сөнки күскенселәр иҡтисадының нигеҙен малсылыҡ тәшкил иткән..
Антик ваҡытты эфгемерик (эвгемеризм) аңлатмаға ярашлы, был Туча ауылы егеттәре була, улар һыбай йөрөргә өйрәнгән һәм ҡырағай үгеҙҙәрҙе ҡырып бөтөрә[4]; йәки Пелефроний ҡалаһы кешеләре була, унда аттарҙы ҡулға өйрәтеү ысулы табыла[5].
Икенсе ҡарашҡа ярашлы, кентаврҙар образы грек-арий тел берҙәмлеге тарҡалған осорға барып тоташа, ә һүҙ үҙе, боронғо һинд телендәге гандхарва кеүек үк, ниндәйҙер субстрат телдән тәү грек теленә үҙләштерелгән. Был версия ҡабул ителһә, һыбайлылар тураһында фараздар нигеҙһеҙгә әйләнә, һәм был һүҙҙең ҡабул ителгән этимологияһы артабанғы халыҡ уйҙырмаһы тип танырға кәрәк. Ғөмүмән, хатта семантик яҡтан, кентаврҙар һәм гандхарвтарҙың образдары бик оҡшаш[6].
Угаритта ҡаҙыныуҙар ваҡытында микен керамикаһының башҡа өлгөләре араһында өлөшләтә һаҡланып ҡалған ике терракотик статуэтка кентавр тип таныла. Был миф бронза быуатында барлыҡҡа килгән тип әйтергә мөмкинлек бирә[7]. Лефкандиҙағы «геройҙың ҡәберендә» биҙәлгән терракотлы кентавр статуэткаһы табыла. Нью-Йорктың Метрополитен-музейында геометрик стиль осороноң билдәле бронза статуэткаһы бар. Унда яугир кентавр менән йөҙгә-йөҙ һүрәтләнгән.
Боронғо грек мифологияһында
үҙгәртергәКентаврҙар Иксион һәм Нефела вариҫтары тип һаналған. Икенсе вариантта кентаврҙарҙы Пелионда нимфалар тәрбиәләгән һәм, ир ҡорона еткәс, бейәләр менән бәйләнешкә инәләр, шул арҡала ярым кеше-ярым аттар (кентаврҙар) тыуа[8]. Ҡайһы бер боронғо грек авторҙары, кентаврҙарҙы уларҙы затлы итеп күрһәтеү өсөн, уларҙың генеалогияһын аңлата. Мәҫәлән, Хирон Кронос һәм бейә Филираның улы, Фол Силендың улы тип һаналған. Ҡайһы берҙә кентаврҙарҙы Посейдондың тоҡомо тип иҫәпләйҙәр.
Ғәҙәттә кентаврҙар хайуан тәбиғәте өҫтөнлөк иткән ҡырағай һәм тотанаҡһыҙ йән эйәләре булып күрһәтелә, әммә аҡыллы кентаврҙар ҙа билдәле, беренсе сиратта Фол һәм Хирон, улар Гераклдың һәм ҡайһы бер башҡа геройҙарҙар дуҫы һәм уҡытыусыһы. Фараздар буйынса, Геракл бөтә Эллада буйлап таратҡанға тиклем, улар Фессалия тауҙарында йәшәгән. Уларҙың күпселеген Геракл юҡ итә[9]. Унан ҡотолоусылары, сиреналарҙы тыңлап, ашамай башлай һәм аслыҡтан үлә[10][11]. Бер хикәйә буйынса, Посейдон уларҙы Элефсин ҡалаһындағы тауҙа йәшерә.
Диодор Сицилийский иҫәпләүенсә, Кентавр менән Лапиф та Аполлондың улдары булған.
Тышҡы ҡиәфәте һәм сифаты
үҙгәртергәЙыш ҡына кентавр ат итеп һүрәтләнә, уның муйыны урынына кеше кәүҙәһе урынлаштырыла.
Ғәҙәттә, уларҙың алғы аяҡтары кешенеке булған, был уларҙың цивилизациялы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алған, ә кәүҙәһенең артҡы өлөшө ат булып ҡалған. Хирон һәр саҡ тиерлек кейемле, кеше ҡолаҡлы булған. Фол, киреһенсә, ғәҙәттә яланғас һәм тик ат ҡолаҡтары менән[12].
Ҡатын-ҡыҙ енесле кентаврҙар һынлы сәнғәттә һәм мифтарҙа һирәк осрай, башлыса эпизодик персонаждар ролен башҡара, һәм йыш ҡына уларҙы нимфалар менән бутайҙар. Шул уҡ ваҡытта уларҙың барлығын иҫкә алған авторҙарҙың күбеһе уларҙы физик һәм рухи яҡтан күркәм заттар тип тасуирлай[13]. Иң билдәле кентаврида — Килларҙың (Циллар) ҡатыны Гилонома. Пирифой туйына килгән берҙән-бер кентавр-ҡатын-ҡыҙы, унда ирен юғалта, һуңынан ҡайғынан үҙ-үҙенә ҡул һала.
Шулай уҡ Гомерҙың Одиссеяһында кентавр балалары һүрәтләнә. Кентавр балаларың нимә менән туҡланыуы һүрәтләнмәгән.
Башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәтендә
үҙгәртергәГопатшах — иран мифологияһында кеше кәүҙәле үгеҙ[14].
Этимологик яҡтан кентаврҙар менән ведтарҙың гандхарвалары туранан-тура бәйле булыуы мөмкин.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Definition of centaur by Merriam-Webster . merriam-webster.com. Merriam-Webster.com Dictionary. Дата обращения: 6 июнь 2021. Архивировано 6 июнь 2021 года.
- ↑ Theoi
- ↑ Constellationsofwords.com
- ↑ Палефат
- ↑ Первый Ватиканский мифограф
- ↑ Напольских
- ↑ Shear, 2002
- ↑ Диодор Сицилийский, 2000
- ↑ Еврипид, с. 364—373
- ↑ Ликофрон. Александра 671 и комм.
- ↑ Гефестион, 2000, с. 58
- ↑ www.unusualanimals.info
- ↑ Мир фантастики
- ↑ myths.kulichki.ru
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Мифы народов мира . — В 2 тт.. — Москва, 1991—1992. — Т. 1. — С. 638—639.
- Любкер Ф. Реальный словарь классических древностей . — В 3 тт.. — Москва, 2001. — Т. 1. — С. 313.
- Псевдо-Аполлодор. 5, 4 и далее // Мифологическая библиотека II .
- Палефат. О невероятном 1; Гераклит-аллегорист. О невероятном 5 коротко .
- 61 // Первый Ватиканский мифограф II .
- Shear, Ione Mylonas Mycenaean Centaurs at Ugarit (инг.) // The Journal of Hellenic Studies : journal. — 2002. — Т. 122. — С. 147. — ISSN 00754269. — DOI:10.2307/3246210
- Диодор Сицилийский. 70, 1 // Историческая библиотека IV . — 2000.
- Еврипид. Геракл .
- Птолемей Гефестион. Комментарий Д. О. Торшилова в кн. Гигин. Мифы . — Санкт-Петербург, 2000.
- Овидий. X 223 // Метаморфозы .
- Нонн. V // Деяния Диониса .
- Нонн. XIV // Деяния Диониса .
- Нонн. XXXII // Деяния Диониса .
- Аристотель. 1 // Поэтика .
- Афиней. Кн. 1-8 // Примечания к Пир мудрецов / примечания А. А. Григорьев, Б. М. Никольский. — Москва, 2003.
Һылтанмалар
үҙгәртергәкентавр Викиһүҙлектә | |
Кентавр Викимилектә |
- Кентавр «Уйлап сығарылған йән эйәләре энциклопедияһы» сайтында
- Энциклопедия античной мифологии: Кентавры . greekroman.ru. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған.
- Кентавры в онлайн энциклопедии Theoi (ингл.). theoi.com.
- Слово Centaur на Constellationsofwords.com (ингл.). Constellationsofwords.com.
- Легендарные и исторические лики Азии летопись первая: Томирис . history.faseuzb.
- Пророк Ибрагим . Дата обращения: 26 июнь 2009. Архивировано из оригинала 26 май 2006 года. 2006 йыл 26 май архивланған.
- Напольских В. В. Кентавр ~ гандхарва ~ дракон ~ медведь: к эволюции одного мифологического образа в Северной Евразии .
- Statuette of a man and centaur . Метрополитен-музей. Дата обращения: 10 декабрь 2015.
- Необычные животные — Кентавр . Дата обращения: 10 октябрь 2010. Архивировано из оригинала 25 ғинуар 2011 года. 2011 йыл 25 ғинуар архивланған.
- Бестиарий. Кентавры . Мир фантастики.
- Лошадиная верность. Любовь кентавра и кентавриды .
- Bestiary: Кентавр .
- Кентавр : Символы : Культурный центр «Новый Акрополь» .
- Гопатшах .