Кошице (словак. Košice [ˈkɔʃɪt͡sɛ], рус. Кошицы, мадьярса Kassa, Кашша, нем. Kaschau, Кашау) — Словакияла ҡала. Кошице крайының һәм Кошице-Околье районының административ үҙәге. Үҙидаралыҡлы 22 районға бүленгән. Словак һүҙенән тура тәржемә иткәндә Коша ауылы тигәнде аңлата[15]

Кошице
словак. Košice
БайраҡГерб
Нигеҙләү датаһы 1230[1]
Логотип
Рәсем
Рәсми атамаһы Košice[2]
Этнохороним Košičan[3], Košičanka[3] һәм kassai
Донъя ҡитғаһы Европа
Дәүләт  Словакия
Административ үҙәге Кошицкий край[d] һәм Кошице-Околье[d]
Административ-территориаль берәмек Кошицкий край[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d], UTC+2:00[d] һәм Үҙәк Европа ваҡыты[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Горнад[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Košická kotlina[d][1]
Хөкүмәт башлығы Jaroslav Polaček[d], Рихард Раши[d], František Knapík[d], Zdenko Trebuľa[d], Рудольф Шустер[d], Рудольф Бауэр[d] һәм Ján Kopnický[d]
Халыҡ һаны 229 040 кеше (1 ғинуар 2021)[4][5]
Административ рәүештә бүленә Кошице I[d], Кошице II[d], Кошице III[d] һәм Кошице IV[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 214 метр[1][6]
Туғандаш ҡала Орадя[d], Ниш[d], Мишкольц[d], Бурса, Пловдив[7], Будапешт, Катовице, Кросно, Острава, Раахе[d], Жешув[d], Санкт-Петербург[8][9], Ужгород, Верона[d][10], Высоке Татры[d], Вупперталь[d][11], Мобил[d], Буэнос-Айрес, Лион[d], Аксарай[d], Котбус, Пафос[d] һәм Кривой Рог[d]
Милке Локомотив (стадион, Кошице)[d], Angels Arena[d], Košice football arena[d], City Greenery Administration in Košice[d], Mestské lesy Košice[d] һәм Bytový podnik mesta Košice[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Майҙан 242,33 км²
Почта индексы 040 00
Электрон почта kontakt@kosice.sk[12]
Рәсми сайт kosice.sk
Урынлашыу картаһы
Коллаж
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1230
Ежегодное количество свадеб 934[13][14]
Урындағы телефон коды 055
Номер тамғаһы коды KE
Категория для почётных граждан субъекта Q10175694?
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Кошице[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Košice[d]
Карта
 Кошице Викимилектә

Халҡы — 240,6 мең кеше (2011 йыл) тәшкил итә, ҙурлығы буйынса илдең икенсе ҡалаһы. Кошице агломерацияһы сиктәрендә 350 меңдән ашыу кеше йәшәй. Словакияның көнсығышында, Горнад йылға үҙәнендә Чьерна Гора тауы итәгендә ята.

Ҙур фәнни-мәғариф үҙәк. Словакияның Конституция суды урыны. Ҙур ҡорос ҡойоу заводы бар. Транспорт үҙәге, халыҡ-ара аэропорт бар.

XII быуаттан король резиденцияһы булараҡ билдәле. XIV быуатта Европала беренсе булып үҙ гербын ала, Словакияла әһәмиәте буйынса икенсе ҡала. XVII быуатта Үрге Венгрия үҙәгендә була.

 
Кашша — Үрге Венгрияның баш ҡалаһы, 1617 йыл

Беренсе тапҡыр Кошице 1230 йылда телгә алына. XIV быуаттан башлап Кошице әһәмиәте буйынса Словакияның икенсе ҡалаһы була, ул саҡта ул Венгрия Короллегенә инә. XV быуатта Кошицены ваҡытлыса Ян Йискра баҫып ала. XVII-XVIII быуаттарҙа Кошице венгрҙарҙың ҡаршы Габсбургтарға ҡаршы ихтилалы үҙәге була, һәм ихтилал етәксеһе Ференц Ракоциның баш ҡалаһы була. 1657 йылда бында университетҡа нигеҙ һалына. XVII быуаттан Кошице Венгрия составында Абауй өлкәһенең административ үҙәге була

1882—1920 йылдарҙа Кошице Венгрия Короллегендә Абауй-Торна комитатының административ үҙәге. 1919 йылда Кошицела Словакия Совет Республикаһы иғлан ителә, ул оҙаҡ йәшәмәй. 19381944 йылдарҙа Беренсе Вена арбитражы ҡарары нигеҙендә ҡала Венгрия тарафынан оккупациялана һәм Кашша тип атала.

1941 йылдың 26 июнендә Кошице утҡа тотола, уның барышында ҡалаға 27 тоннаға яҡын бомба ташлана. Һөҙөмтәлә 30 кеше һәләк була һәм 285 кеше яралана. Утҡа тотоу совет авиацияһы тарафынан башҡарылыуы тураһында иҫбатлауҙар булмаһа ла (бомба ташлаған самолеттарҙа совет һауа көстәренең таныуыс билдәләре булмаған), утҡа тотоу факты Венгрия өсөн СССР-ға ҡарата һуғыш иғлан итеүгә формаль сәбәп була[16].

Транспорт

үҙгәртергә
 
Станция вокзалы Кошице

Кошице — көнсығыш Словакияла эре сик транспорт үҙәге, Венгрия сигенән 20 км, Украинанан 80 км, Польшанан 90 км алыҫлыҡта ята

Ҡала Прешов ҡалаһы менән D1 автомагистрале менән бәйле. Кошиценан көнсығышҡа ҡарай D1 юлы менән урау магистраль үтә.

Ҡалала автобус, трамвай һәм троллейбустан торған йәмәғәт транспорты (1993 йыл) менән Dopravný podnik mesta Košice («Кошице ҡалаһының транспорт компанияһы») идара итә. 40-тан ашыу автобус маршруты, 15 трамвай һәм 2 троллейбус һыҙығы эшләй.

Автовокзалдан Словакияның башҡа ҡалаларына һәм сит илдәргә маршруттар йөрөй. Кошице тимер юлы станцияһы 1860 йылдан эшләй. Украин ҡалаһы Ужгород менән ҡала киң колеялы Ужгород — Кошице тармағы менән бәйле. Чехословакиянан һаҡланып ҡалған берҙән-бер балалар тимер юлы эшләй. Ҡаланың тарихи үҙәгенән көньяҡҡа табан 6 км алыҫлыҡта халыҡ-ара «Кошице-Барца» аэропорты урынлашҡан, унан Братислава, Прага, Вена, Лондон һәм Донкастерға даими рейстар башҡарыла.

Кошице климаты уртаса континенталь, уртаса дымлы, һалҡынса ҡыш һәм йылы йәй менән.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 11 15 23 25 28 31 33 32 30 24 17 12 33
Уртаса максимум, °C 0 2 8 13 18 21 23 23 19 13 5 0 12
Уртаса температура, °C −2 0 4 9 14 17 18 18 15 9 2 −1 8
Уртаса минимум, °C −5 −3 0 5 9 12 13 13 10 5 0 −3 5
Абсолют минимум, °C −24 −22 −16 −3 −2 0 6 5 −2 −7 −12 −20 −24
Яуым-төшөм нормаһы, мм 20 30 30 30 60 80 80 70 50 30 40 30 610
Сығанаҡ: Weatherbase.com
Халыҡ һаны



1820-2011 йыл, мең кеше

2011 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Кошицела 240 688 кеше йәшәгән[17].

Шул иҫәптән словактар 74 %, венгрҙар 3 %, сиғандар 2 процент, 19 процент халҡы үҙенең милли сығышын атамаған. 45 % үҙҙәрен Рим-католик сиркәүенә, 6 % грек-католик, 2 % Инжил сиркәүенә, 2 % кальвинизм, 1 % православие диненә ҡарай. 17 % үҙен бер ниндәй дингә индермәй.

1918 йылда Чехословакия барлыҡҡа килгәнгә тиклем Кошице венгр ҡалаһы була. 1910 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса (венгрия бюрократияһы тарафынан факттарҙы боҙоп күрһәтеүҙә ғәйепләйҙәр.[18]) 75,4 % венгрҙар, 14,8 % словактар, 7,2 % немец һәм 1,8 % поляктар тәшкил итә[19]. XVI быуат уртаһына тиклем Кошице ҡалаһы немец ҡалаһы була[20]. Икенсе донъя һуғышы тамамланыу менән Венгрия менән словак-венгр халҡын алмашыу һөҙөмтәһендә Кошице башлыса словак ҡалаһы булып ҡала.

Кошице ҡалаһы 355 мең кеше менән Кошице агломерацияһын булдыра, шулай уҡ 555,8 мең кешеһе менән Кошице-Прешов агломерацияһына инә[21]. Европа статистикаһының урбанизация зонаһы сиктәрендә 2007—2009 йылдарҙа 347 630 кеше йәшәгән[22].

 
Стадионында Кошицкий

Ҡаланың спорт тормошонда төп ваҡиға булып традицион Кошице марафоны тора. Йыл һайын үтә торған был ярыш октябрь айының беренсе йәкшәмбеһендә үтә һәм бер нисә мең ҡатнашыусыны йыя[23]. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында трассала Кения йүгереүсеһе Хеллен Муго 2012 йылда рекорд ҡуя[24].

Кошице ҡалаһында шул уҡ исемле футбол клубы бар, ул 1997/1998 УЕФА чемпиондары лигаһының төркөм турнирында ҡатнаша

Шулай уҡ Кошице хоккей клубы бар, ул алты тапҡыр Словакия чемпионы була.

1997 йылда ярымарафон буйынса донъя чемпионаты үтә

2011 йылда Кошице Братислава менән берлектә шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионатын ҡабул итә. Стил Аренала чемпионаттың 56 матчынан 24 уйын үтә. Һигеҙ йылдан һуң ҡала баш ҡала менән бергә йәнә хоккей буйынса чемпионатты ҡабул итә.

2012 йылдың 7 июленән алып 14 июлгә тиклем юниорҙар араһында спорт орентиры буйынса донъя чемпионаты уҙа[25]. Иҫке ҡала үҙәгендә спринт, ә тирә-яғында карст рельефы формалары араһында башҡа дисциплиналар буйынса ярыштары үтә.

Архитектура

үҙгәртергә
 
Яков Һарайы

Кошице ҡалаһында күп һанлы архитектура ҡомартҡылары бар:

  • Изге Елизавета готика соборы
  • Кальвинистар сиркәүе
  • Урсулинкалар сиркәүе
  • Доминиканлылар монастыры
  • Францисканлылар монастыры
  • Лютеран кирхаһы
  • Сиркәү грекокатолический
  • Иезуит ҡорамы
  • Синагога
  • Изге Михаил сиркәүе (Кошице)

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Кошицкий золотой клад

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Vlastivedný slovník obcí na Slovensku (словак.) / под ред. M. KropilákBratislava: VEDA, vydavateľstvo Slovenskej akadémie vied, 1978. — Т. 2. — 20000 экз.
  2. (unspecified title)ISBN 80-85174-57-X
  3. 3,0 3,1 https://slovnik.juls.savba.sk/?w=Košičan&s=exact&c=T7ee&cs=&d=kssj4&d=psp&d=sssj&d=orter&d=scs&d=sss&d=peciar&d=hssjV&d=bernolak&d=noundb&d=orient&d=locutio&d=obce&d=priezviska&d=un&d=pskcs&d=psken#
  4. Перепись населения Словакии в 2021 годуБратислава: Statistical Office of the Slovak Republic.
  5. Počet obyvateľov Košíc za desať rokov klesol o päť percent (словак.) — 2022.
  6. https://it-ch.topographic-map.com/map-6c6xtf/Ko%C5%A1ice/?zoom=19&center=48.72637%2C21.25043&popup=48.7265%2C21.25075
  7. https://www.plovdiv.bg/en/about-plovdiv/побратимени-градове/
  8. https://kvs.gov.spb.ru/en/agreements/
  9. https://www.tasr.sk/tasr-clanok/TASR:2022031700000104
  10. http://www.comune.verona.it/nqcontent.cfm?a_id=5485
  11. https://www.wuppertal.de/tourismus-freizeit/stadtportrait/partnerstaedte/102010100000010321.php
  12. https://www.kosice.sk/kontakt
  13. https://opendata.kosice.sk/pages/sobase-a-rozvody
  14. https://app.powerbi.com/view?r=eyJrIjoiMzgzMTEyMDgtMmJmYS00YjE0LTk5YTMtOGNmMDVjNjllOTU2IiwidCI6ImM2ZTZiN2M4LWIzOWMtNGJkOC1hMjE5LTRjZDk0NTdlMGM4ZiIsImMiOjl9&pageName=ReportSection
  15. Е. М. Поспелов. Географические названия мира: Топонимический словарь / Р. А. Агеева. — М.: Русские словари, 1998. — С. 220. — 450 с. — 3000 экз. — ISBN 5-89216-029-7.
  16. Dreisziger, N.F. (1972). «New Twist to an Old Riddle: The Bombing of Kassa (Košice), June 26, 1941». The Journal of Modern History (The University of Chicago Press) 2 (44).
  17. Vývoj obyvateľstva Košického kraja v roku 2011. // portal.statistics.sk. Дата обращения: 2013-9-27. 2012 йыл 13 ноябрь архивланған.
  18. Teich, Mikuláš; Dušan Kováč, Martin D. Brown. Slovakia in history. — Cambridge University Press, 2011. — С. 272.
  19. Talma Kiadó. Atlas and Gazetteer of Historic Hungary 1914. — 2003.
  20. Károly Kocsis, Eszter Kocsisné Hodosi. Ethnic Geography of the Hungarian Minorities in the Carpathian Basin. — Simon Publications LLC, 1998. — С. 46-47.
  21. Zhrnutie. // kronikaslovenskejrepubliky.sk. Дата обращения: 2013-9-27. 2013 йыл 2 октябрь архивланған.
  22. Population and living conditions in Urban Audit cities, larger urban zone (LUZ). Евростат. Дата обращения: 2013-7-2. Архивировано 14 октябрь 2012 года.
  23. Международный марафон в Кошице (Словакия). Дата обращения: 13 октябрь 2009. Архивировано 27 ғинуар 2012 года. 2012 йыл 27 ғинуар архивланған.
  24. Официальный сайт марафона. Дата обращения: 16 декабрь 2012. Архивировано 13 июль 2011 года. 2011 йыл 13 июль архивланған.
  25. Официальный сайт соревнований. Дата обращения: 12 август 2011. Архивировано 14 май 2013 года. 2013 йыл 14 май архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  NODES
Done 1
eth 1
orte 1
Story 2