Кутаиси (груз. ქუთაისი, боронғо исемдәре: აია, ქუთაია, ქოითაია, ქოთიაიონი, ქვათათისი — Айа, Кутайа, Койтайа, Котиаион, Кутатисиум, Рәсәй Империяһы составында Кутаис) — көнбайыш Грузиялағы ҡала. 2012 йылдан — Грузияның парламент баш ҡалаһы[4].

Ҡала
Кутаиси
груз. ქუთაისი
Кутаиси ҡалаһы
Флаг[d] Герб
Флаг Герб
Ил

Грузия

Крайы

Имерети

Муниципалитет

Кутаиси

Координаталар

42°15′ с. ш. 42°42′ в. д.HGЯO

Мэр

Шота Мургулия

Элекке исеме

Кутатис, Кутаиа, Аиа 1936 йылға тиклем — Кутаис[1]
Ҡалып:Неавторитетный источник[2]

Ҡала с

ҡала

Майҙаны

70.0 км²

Бейеклеге

200 м

Климат тибы

ҡоро, уртаса континенталь

Халҡы

147 900[3] кеше (2015)

Милли состав

грузиндар— 99,00 %;
урыҫтар — 0,36 %

Конфессиональ составы

православиеға ҡарағандар

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Телефон коды

+995 431

Почта индексы

4600

Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

kutaisi.gov.ge
 (груз.) (инг.)

Кутаиси (Грузия)
Кутаиси
Кутаиси
Кутаисиҙағы урам

Риони йылғаһының ике ярында, диңгеҙҙән 125—300 метр бейеклектә урынлашҡан. Ҡаланан 22 км алыҫлыҡта Копитнари аэропорты урынлашҡан. Тбилисиға тиклем тимер юлы, шулай уҡ автомагистраль буйынса 220 км тәшкил итә, Потиғаса — 100, Батумиғаса 150 км.

Атамаһы грузин ქვა — таш һүҙенән килеп сыҡҡан, сөнки боронғо ваҡытта Риони йылғаһының бары тик төньяҡ — ташлы өлөшөндә генә халыҡ йәшәгән.

Кутаисиҙы май һәм розалар ҡалаһы — სავარდო და სამაისო — тип йөрөтәләр.

2 майҙа, хәҙер йөҙ йылдан ашыу инде кутаисоба, Ҡала көнө, билдәләнелә.

Археологик ҡаҙылмалар күрһәтеүенсә, Кутаисиға беҙҙең эраға тиклем 6-5-се быуаттарҙа нигеҙ һалына[5]. Уның документаль тарихы беҙҙең эраның III быуатынан башлана, ул Аполлоний Родосскийҙың «Аргонавтика»һында һүрәтләнә «2-се китап, 398—402»[6]:

Тап Кутаисиға, баш ҡалаһы Колхида батшалығына Царства аргонавтар Айет батшаға Алтын тире артынан юллана ла инде.

Византия тарихсыһы Прокопий Кесарийский (VI) «Готтар менән көрәш» китабында (4-се китап, 14-се бүлек), Кутаисиҙы түбәндәгесә һүрәтләй:

Текстан күренеүенсә, ул ваҡыттарҙа (VI быуат), ҡайһы берәүҙәр Фазис (Риони) йылғаһын Европа һәм Азияның тәбиғи сиге тип иҫәпләй. Шуныһы ҡыҙыҡ, латин теле буйынса Riunion (Риунион) — осрашыу. Күрәһең, шуғалыр Фазис — грек атамаһы, ә Риони (грузинләштерелгән) — латиндан. Боронғо замандарҙа, бик күп антик тарихсылар һәм яҙыусылар мәғлүмәте буйынса, Кутаиси Колхида батшалығының баш ҡалаһы була, йәғни колхтарһың — боронғо грузиндарҙың. VIII быуаттан XIII быуатҡа тиклем — Абхаз батшалығыныҡы. 1760 йылдарҙа төрөктәр баҫып ала, 1770 йылда рус ғәскәрҙәре тарафынан азат ителә. Имерети батшалығының баш ҡалаһы була.

1810 йылда Рәсәй империяһына ҡушыла, 1811 йылдан 1840 йылға тиклем Имеретин өлкәһе үҙәге була. 1846—1917 йылдарҙа — Кутаиси губернаһы үҙәге.

Совет власы йылдарында — әһәмиәте буйынса Грузияның икенсе сәнәғәт үҙәге. Бында Кутаиси автомобиль, трактор, литопон, электромеханическа һ. б. заводтар төҙөлә.

  • Кутаисиҙың махсус конструктор бюроһы 1960—1990 йылдарҙа СССР-ҙың Прибоҙар министрлығы исемлегендә дымлылыҡты һәм йәбешеүсәнлекте һ. б. үлсәү буйынса баш ойошма булып тора.

2008—2012 йылдарҙа Кутаисиҙа Грузия Парламенты һәм Грузия Хөкүмәте биналары төҙөлә, ә 2012 йылда ул Грузияның парламент баш ҡалаһы тип иғлан ителә[4].

2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата ҡала һәм муниципалитет халҡы һаны 147 900 кеше тәшкил итә, 1 ғинуар, 2014 йыл — 197 000 кеше[7], 1 ғинуар, 2005 йыл — 184 500 кеше[3], 2002 йыл — 186 000 кеше[7], ғинуар 1989 йыл— 234 870 кеше[8].

2014 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса милли состав[9]
  • грузиндар — 146 153 кеше (99,00 %),
  • урыҫтар — 533 кеше (0,36 %),
  • әрмәндәр — 127 кешегә (0,09 %),
  • украиндар — 151 кеше (0,10 %),
  • осетиндар — 51 кеше (0,03 %),
  • әзербайжандар − 54 кеше (0,04 %),
  • гректар — 66 кеше (0,04 %),
  • башҡалар — 551 кеше (0,37 %)
    • барлығы 147 635 кеше
 
Юлдаштан күренеш

Климаты дымлы, субтропик. Йыллыҡ уртаса температура +14,5 °C. 1881—1960 й. мәғлүмәттәре буйынса, иң һыуыҡ ай — ғинуар, уның уртаса температураһы — +5,2 °C. Иң йылы ай — август (+23,6 °C). Йәйгеһен, уртаса алғанда, 10-12 көн температура +35 °C һәм унан юғарыраҡ була. Иң эҫе йәй 2014 йылдың 18 авгусында теркәлгән: +42,2 °C. Иң түбән температура 1950 йылдың 14 ғинуарында күҙәтелгән: −17 °C, . Бер йылда кутаисиҙа һәм уның эргәһендәге территорияла яҡынса атмосфера яуым-төшөмө 1530 мм була. Яҙғы-көҙгө осорҙа көслө елдәр ҙә һирәк күренеш түгел. 1979 йылғы ғәрәсәттә елдең тиҙлеге секундына 49 метрға етә.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 23,7 24,1 30,1 35,1 37,4 39,2 41,5 42,2 40,0 35,0 28,5 24,6 42,2
Уртаса максимум, °C 9,3 10,2 14,6 19,2 25,8 28,2 29,6 31,4 27,6 21,3 14,3 9,1 23,6
Уртаса температура, °C 5,2 5,8 8,3 13,1 19,4 22,5 23,2 24,6 22,1 15,5 8,6 4,2 14,5
Уртаса минимум, °C 1,2 1,8 4,2 8,8 13,7 17,4 18,7 19,3 16,2 11,3 5,4 2,6 11,1
Абсолют минимум, °C −17 −11,2 −9,2 −2,7 2,5 5,6 11,4 9,7 1,9 −3,4 −5,2 −14,2 −17
 
Укимериони ҡәлғәһе

Транспорты

үҙгәртергә

Әлеге ваҡытта төп транспорт булып маршрут таксиҙары тора. Шулай уҡ ҡала автобусы йөрөй (Steyr SL11 HUA280, Neoplan N407, Gräf & Stift, Neoplan N4007NF һ.б. автобустар файҙаланыла). Кутаисиҙы Көнбайыш һәм Көнсығыш Грузия менән ике тимер юл вокзалы бәйләй. Ҡала эргәһендә Копитнари Халыҡ-ара аэропорты бар. Ул реконструкциянан һуң 2012 йыл һуңында асыла[10]. 2009 йылға тиклем бында троллейбустар ҙа йөрөй.

Мәҙәниәте

үҙгәртергә

Ҡалала XIX быуат аҙағынан алып драма театры эшләй, шулай уҡ опера театры бар.

Бында Грузияның Дәүләт тарих, хәрби дан һәм спорт музейҙары урынлашҡан.

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә
 
Баграт ҡорамы
 
Мәрйәм-ана исемендәге католик Соборы

ЮНЕСКО-ның Бөтә Донъя мираҫына ингән 4 һәйкәл, 2-һе Кутаисиҙа урынлашҡан: Баграт Соборы һәм Гелат монастыре.

  • Баграт ҡорамы менән боронғо ҡала комплексы
  • Гелат монастырь комплексы
  • Моцамет монастырь комплексы
  • Гегут комплексы (емереклектәр) —X—XI быуат батшаларының йәйге резиденцияһы
  • Сатаплия

2012 Грузия парламентының яңы бинаһы төҙөлөшө таммалана. Ул бында Грузиянан күсенә. Яңы һайланған парламенттың беренсе ултырышы 2012 йылдың 21 октябрендә үтә.

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә
  • Валянский Михаил Яковлевич (19151987), Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, Советтар Союзы Геройы.
  • Дзоценидзе Георгий Самсонович (19101976) — грузин ғалимы, геолог, Грузия ССР-ы Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы (1955), СССР Фәндәр академияһы академигы (1968).
  • Мжаванадзе Василий Павлович (19021988) — совет партия эшмәкәре, Грузия компартияһыны Үҙәк комитетының беренсе секретары (1953—72 йй.). Социалистик Хеҙмәт Геройы(1962).
  • Михайлов Виктор Васильевич (19011990) — совет ғалимы, СССР Төҙөлөш һәм архитектура академияһы академигы (1956). Сталин премиялары лауреаты (1949, 1950).
  • Молодов Сергей Георгиевич — Рәсәй Федерацияһы Геройы.
  • Отраковский Александр Иванович — Рәсәй Федерацияһы Геройы.
  • Гобеджишвили Давид Николаевич (1963) — 130 килограмға тиклемге ауырлыҡта ирекле стилдәге грузин, совет көрәшсеһе, Олимпия чемпионы (1988), Донъя (1985, 1990) һәм Европа (1985)чемпионы. Һәүәҫкәр көрәшселәрҙең Халыҡ-ара федерацияһының дан залына индерелгән. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1985).

Туғандаш ҡалалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Абхазия: документы свидетельствуют. 1937-1953 -. — Сухум: Алашара, 1992. — С. 488 - Not found !!!.
  2. Географические названия Республики Грузия
  3. 3,0 3,1 Численность населения муниципалитетов и краёв Грузии на начало года в 2000—2016 гг. Национальная статистическая служба Грузии. Дата обращения: 29 апрель 2016. 2016 йыл 25 июнь архивланған. (инг.) Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «оценка» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  4. 4,0 4,1 Парламент Грузии вернут в Тбилиси?(недоступная ссылка)
  5. Gela Gamkrelidze.
  6. Аргонавтика — Родосский Аполлоний :: Режим чтения
  7. 7,0 7,1 Statistical Yearbook Of Georgia, 2014 2016 йыл 16 апрель архивланған. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «Yearbook_2014» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  8. Всесоюзная перепись населения 1989 г.
  9. http://pop-stat.mashke.org/georgia-ethnic-loc2014.htm georgia-ethnic 2014
  10. Саакашвили: Через год между Грузией и Европой будет установлен безвизовый режим
  11. http://dniproinvitesyou.dp.ua/wp-content/uploads/2013/06/кутаїсі-угода.pdf 2014 йыл 26 февраль архивланған.

Топографик карталар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  NODES