Күфә яҙмаһы (ғәр. الخط كوفيәл-хат күфи — күфи яҙыуы; рус. Күфическое письмо) — VIII быуат аҙағында Ираҡта ике ҡала — Бәсра менән Әл-Күфәгә нигеҙ һалынғандан һуң барлыҡҡа килгән ғәрәп яҙмаһының иң боронғо төрҙәренең береһе. Күфә яҙыуы бөтә ғәрәп каллиграфияһын артабан үҫтереүҙә ҙур роль уйнай.

Күфә яҙмаһы
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Әл-Күфә
 Күфә яҙмаһы Викимилектә
 
Ҡөрьән Йорто музейында һаҡланған VII быуат Ҡөрьәненең иртә күфә ҡулъяҙмаһы

Яҡынса XI быуатҡа тиклем күфә стиле Ҡөрьәнде күсереп яҙыу өсөн ҡулланылған төп стиль була[1]. Быға асыҡ миҫал булып Зәңгәр Ҡөрьән тора. X быуаттан күфә яҙыуын яйлап еңелерәк һәм тиҙерәк нәсх тиҙъяҙмаһы ҡыҫырыҡлап сығара. Күфә яҙыуҙарын архитектура биҙәлештәрендә күрергә мөмкин. Әкренләп декоратив яҙыуҙар мәғлүмәти мәғәнәһен юғалта, һәм XIX быуаттан уларҙы эпиграфик орнамент тип атай башлайҙар[2].

Күфи яҙыу стиле бик аныҡ, үҙенсәлекле геометрик пропорцияларҙан тора. Күфи яҙыуы горизонталь өҫлөктәрҙә яҙыуҙар өсөн ҡулланыла. Ул металл, ебәк, быяла, керамика, ағас һ. б. материалдарҙы биҙәү өсөн универсаль ысул булып тора[3]

Модификациялары

үҙгәртергә

Күфи яҙыуының үҫеше уның күп модификацияларының барлыҡҡа килеүенә килтерә, шуларҙың иң сағыуҙары түбәндәгеләр:

  • Күфия әл-мүхәммәл;
  • Күфия әл-мозафар ;
  • Күфия әл-һәндәси[3]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Куфеск — европа сәнғәтендә күфи яҙыуын имитациялау

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Arabic scripts. British Museum. Дата обращения: 13 март 2013. Архивировано 17 май 2013 года.
  2. Власов В.Г. Куфи // Новый энциклопедический словарь изобразительного искусства: В 10 т. — СПб.: Азбука-классика, 2006. — Т. IV. — 751 с: ил. + вкл с.
  3. 3,0 3,1 Куфическое письмо. islamnaneve.com. Дата обращения: 30 апрель 2013. Архивировано из оригинала 26 июнь 2015 года. 2015 йыл 26 июнь архивланған.
  • Власов В.Г. Күфи // Новый энциклопедический словарь изобразительного искусства: В 10 т. — СПб.: Азбука-классика, 2006-2009.
  NODES
Done 1