Ланкастер[5] (ингл. Lancaster, лат. Lancastria) — Ланкашир англия графлығының баш ҡалаһы. Льюн йылғаһының Ирланд диңгеҙенә ҡойған ерҙән 11 км алыҫлығындағы эстуарийында урынлашҡан. 2004 йылда ҡаланың халҡы 46 мең кеше самаһы тәшкил итә.

Ланкастер
ингл. Lancaster
Герб
Рәсем
Рәсми атамаһы Lancaster
Этнохороним Lancastrian
Рәсми тел инглизсә
Дәүләт  Бөйөк Британия
Административ үҙәге Сити-оф-Ланкастер[d] һәм Ланкашир[d]
Административ-территориаль берәмек Сити-оф-Ланкастер[d]
Сәғәт бүлкәте UTC±0:00[d]
Историческое графство Ланкашир[d]
Халыҡ һаны 52 234 кеше (2011)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 9 метр[2]
Туғандаш ҡала Перпиньян[d], Люблин[3][4], Виана-ду-Каштелу[d], Алмере, Ольборг, Рендсбург, Перпиньянская средиземноморская метрополия[d], Ольборг (коммуна) һәм Векшё[d]
Сиктәш Квернмор[d]
Почта индексы LA1
Урындағы телефон коды 01524
Географический код Великобритании SD475615
Карта
 Ланкастер Викимилектә

Ланкастер беренсе тапҡыр 1086 йылда яҙылған Ҡурҡыныс суд китабында телгә алына. Атамаһы тураһында фекер йөрөтөп, ҡаланың элекке ташландыҡ рим лагеры урынында торған тиергә була (лат. castrum).

 
Ланкастер һарайына аяҡтары бығауланған енәйәтселәрҙе килтереү (XIX быуат)

Хәҙерге Ланкаширҙың төньяғын нормандар тарафынан баҫып алынғандан һуң, Вильгельм Рыжий 1092 йылда Роджер Пуатевинецҡа, граф Шрусбериҙең бер улына, биләмә итеп тапшыра. Норман феодалы үҙ биләмәһе үҙәге итеп Ланкастерҙы һайлай һәм Ланкастер һарайы менән Ланкастер приоратына нигеҙ һала. Генрих VIII ваҡытында ул мәхәллә сиркәүе була. 1431 йылда монахинялар Лондон аҫтындағы Сайонға күсерелә.

1193 йылда Ланкастерға ҡала статусы бирелә һәм уның хужаһы булып Ланкастерҙар йорто тора. 1322 һәм 1389 йылда Ланкастерҙағы замок бер нисә тапҡыр Шотландия баҫҡынсыларынан зыян күрә. Инглиз революцияһы йылдарында замок өс тапҡыр роялистар ҡамауында тора. Стюарттар тергеҙелгәндән һуң, замок 1916 йылға тиклем төрмә сифатында ҡулланыла, унда башҡалар араһында беренсе квакер Джордж Фокс та төрмәлә тотола.

XVIII быуат Ланкастер ҡалаһы үҙенең иң шәп, сәскә атыу осорон кисерә, ул порт булараҡ өсмөйөшлө сауҙала ҡатнаша. Быуат аҙағында йылға мәте менән ҡаплана һәм унда ауыр йөк ташыусы караптар инә алмай. 1964 йылда Ланкастер университеты асыла. 1998 йыл университеттың Дж. Рескин исемендәге китапханаһы эшләй башлай.

Иҫтәлекле урындар

үҙгәртергә
  • Джонлы киң Ланкастер замогы (яҡынса XII быуат) һәм XV быуатта төҙөлгән монументаль ҡапҡа
  • Приораттан һаҡланып ҡалған Дева Мария сиркәүе (XV быуат).
  • Католиктарҙың Изге Петр соборы (1859, яңы готика).
  • Элекке (1781-83 йылдарҙағы) ратуша бинаһында 1923 йылдан алып ҡала музейы тора.
  • Уильямсон паркы Эштон (1907-07) мемориалы менән бергә, ул барон Эштон тарафынан мәрхүм булған ҡатыны иҫтәлегенә төҙөлгән һәм «Төньяҡ Тадж-Махал» тип аталған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  NODES