Лара Фабиан[4] (франц. Lara Fabian, тыуған саҡтағы исеме — Лара Софи Кэти Крокарт (нидерл. Lara Sophie Katy Crokaert), [K 1] 9 ғинуар 1970 йыл) — канада-бельгия-француз телле йырсы, сығышы буйынса фламанд-итальян, йырҙар авторы һәм композитор. Француз, инглиз, итальян, испан, рус һәм башҡа телдәрҙә йырҙар башҡара. "1988 йылғы Евровидение"ла Люксембургтан сығыш яһай.

Лара Фабиан
франц. Lara Fabian
Төп мәғлүмәт
Исеме

к.-флам. Lara Sophie Katy Crokaert

Тулы исеме

Лара Софи Кэти Крокарт

Тыуған

9 ғинуар 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[1][2][3] (54 йәш)

Тыуған урыны

Эттербек, Бельгия

Һөнәрҙәре

йырсы , автор песен, композитор, актриса

Әүҙем йылдары

1986 — наст. время

Жанрҙар

поп, фолк, поп-рок

Лейблы

Polydor,
Sony Music,
Universal Music Group

larafabian.ca
 Аудио, фото, видео Викимилектә

Бала сағы һәм тәүге уңышы

үҙгәртергә

Лара Фабиан 1970 йылдың 9 ғинуарында Брюссель ҡалаһы биҫтәһе Эттербекта тыуа. Уның әсәһе Мария Луиза (Серио) Сицилиянан, ә атаһы Пьер Крокарт — Бельгиянан. Тәүге биш йылды Лара Сицилияла йәшәй, һәм тик 1975 йылда ғына уның ата-әсәһе Бельгияла төпләнә. Атаһы уның йырлау һәләтен күргәндә, Лараға 5 йәш була. 8 йәшендә ата-әсәһе уға пианино һатып ала, унда ул үҙенең тәүге көйҙәрен ижад итә. Шул уҡ ваҡытта Фабиан Брюссель консерваторияһында уҡый башлай[5].

Лара карьераһын 14 йәшендә башлай. Уның атаһы гитарасы була һәм ҡыҙы менән бергә музыкаль клубтарҙа сығыш яһай. Параллель рәүештә Лара консерваторияла музыка дәрестәрен дауам итә. Ул конкурстарҙа ҡатнаша. Мәҫәлән, 1986 йылда «Трамплин» («Tremplin de la chanson») конкурсында еңеү яулай. Төп бүләк пластинка яҙҙырыу була. 1987 йылда Лара үҙенең беренсе «ҡырҡ бишенсе» «L’Aziza est en pleurs» йырын, уны ул хөрмәт йөҙөнән Даниэль Балавуанға бағышлай:

«Балавуан — ул өлгө алыу өсөн үрнәк. Компромисһыҙ, башҡаларҙың фекеренә ҡарамаған һәм намыҫ хаҡында тик үҙ фекеренә нигеҙләнгән, ысын ир заты. Бөтөн бер быуын һоҡланған кеше».

«Laziza est en pleurs» 2023 йылда ысын раритет булып китә. 2003 йылда уның бер данаһы 3000 евроға һатыла.

Лараның халыҡ-ара карьераһы 1988 йылда — Люксембургтан Евровидение-88 конкурсында сығыш яһағанда — башлана, унда ул Croire («Ышанырға») йыры менән дүртенсе урынды ала. «Croire» Европала 600 мең дана һатыла һәм немец («Glaub») һәм инглиз («Trust») телдәренә тәржемә ителә.

Европала беренсе уңышынан һуң Лара "Je sais"тигән икенсе пластинкаһын яҙҙыра.

Карьераһында һынылышлы мәл −1990 йылдың 28 майы, тап ошо көндә Лара Брюсселдә Рик Эллисон (Rick Allison) менән таныша. Бер нисә айҙан улар Квебекта бәхетен һынап ҡарарға ҡарар итә һәм икенсе континентҡа күсеп китәләр.

Шул уҡ ваҡытта Лараның атаһы Пьер Крокер (Pierre Crockaert) уның беренсе альбомын финанслай, альбом 1991 йылдың авгусында сыға. «Le jour ou tu partiras» һәм «Qui pense a lamour» синглдары шунда уҡ һатылып бөтә. Һәр концертта уны йылы ҡабул итәләр һәм 1991 йылда ул «Felix» (эквиваленты Victoires de la Musique) премияһына тәҡдим ителә

1994 йылда Канадала «Carpe Diem» исемле альбомы донъя күрә һәм ике аҙна үтеүгә алтын дәрәжәһен яулай. Шул уҡ ваҡытта Лара Канаданың егерме биш ҡалаһында "Sentiments acoustiques"исемле спектаклен тәҡдим итә. Һуңыраҡ шул уҡ альбомдан" Si tu maimes " йырын Лара үҙе башҡара, тик португал телендә һәм был йыр «Клон» сериалының саундтрегына әйләнә.

1995 йылда ADISQ awards (канада тауыш яҙҙырыу ассоциацияһы) тантанаһында Лара Фабиан «Йылдың иң яҡшы башҡарыусыһы» һәм «Иң яҡшы спектакль» наградаларына лайыҡ була. Был ваҡытта Лара Фабиан хәйриә акцияларында әүҙем ҡатнаша башлай.

1995 йылдың 1 июлендә, Канада Милли байрамында, Лара Фабиан Канада гражданлығына эйә була.

«Pure» Һәм Европаны яулау

үҙгәртергә

Уның өсөнсө альбомы — «Pure» — 1996 йылдың сентябрендә Канадала сыға һәм ике аҙнанан да кәмерәк ваҡыт эсендә платина кимәлен яулай. Ни өсөн һуңғы альбомын «Pure» тип атауы тураһындағы һорауға Лара былай тип яуаплай: «Был һүҙ минең үҙемде бөтә асыҡлыҡ менән белдереү манерамды бик яҡшы һүрәтләй. Һыу кеүек, һауа кеүек… таҙа, был минең ижадымдан айырылғыһыҙ» . Был альбом өсөн 1997 йылда Лара «Йыл альбомы» номинацияһында Felix-ты ала. 1997 йылда Европа континентына ҡабаттан ҡайта. Лара «Emilie Jolie» конкурсында ҡатнаша, унда ул Филипп Шатель (Philippe Chatel) яҙған «La Petite fleur triste» йырын йырлай.

«Pure» альбомы Францияла 1997 йылдың 19 июнендә сыға. Уңыш үҙеноҙаҡ көттөрмәй, һәм 18 сентябрҙә Лара үҙенең беренсе Европа алтын дискына лайыҡ була. 1997 йылдың йәйенән ул бөтә телевизион тапшырыуҙарҙа һәм иң ҙур француз журналдары тышлыҡтарында күренә. Шул уҡ йылда Лара Фабиан Sony Music менән инглиз альбомдарын яҙҙырыу буйынса контракт төҙөй.

1998 йылдың 3 ноябренән ҙур турне башлана, уның дауамында Франция, Монако һәм Швейцарияла концерттар планлаштырыла. Был триумф була. 1999 йылдың февралендә Лара икеләтә Live сығара. 24 сәғәттән был альбом француз хит-парадтарының иң юғары нөктәһенә күтәрелә һәм хатта «Notre-Dame de Paris» мюзиклын артта ҡалдыра. Шул ваҡытта уҡ ул Victoires de la musique премияһына «Йыл йырсыһы» номинацияһына тәҡдим ителә. 1999 йылдың 5 майында Монакола World Music Awards бүләктәрен тапшырыу тантанаһында Лара Фабиан «Бенилюкс илдәренән иң яҡшы йырсы» номинацияһында еңә.

Беренсе инглиз телле альбом

үҙгәртергә

1999 йылдың 30 ноябрендә йырсы үҙенең беренсе инглиз телле альбомын сығара. Был альбом өҫтөндә эшләгәндә, ул иң билдәле композиторҙар менән хеҙмәттәшлек итә, улар — Барбара Стрейзанд, Мэрайя Кэри, Мадонна һәм Шер. Шул уҡ ваҡытта Лара бер нисә йыр испан телендә яҙҙыра. Роман телдәренәүҙенең симпатияларын аңлатып, ул был телдәрҙең ритмы уның характерына тап килә тип әйтә. Ғөмүмән, Лара 4 телдә — итальян, француз, испан һәм инглиз телдәрендә һөйләшә. Лара 1999 йылды 31 декабрҙә TF1 каналында ҡатнашып тамамлай, унда ул бер нисә йыр башҡара, атап әйткәндә, Патрик Фьори менән дуэтта «L’hymne a l’amour» башҡара.

2000 йыл дауамында Лара үҙенең альбомын АҠШ-тарекламалау менән шөғөлләнә. 2001 йылдың 29 ғинуарында Лара Infoires спектаклен яҙҙырыуҙа ҡатнаша. 2 майҙа Монте-Карлола 2001 йылғы World Music Awards тантанаһы үтә, унда Лара Фабиан Бенилюкс илдәрендә һатыуҙары өсөн приз ала.

2001 йылдың йәйендә Лара американ фильмдары өсөн ике йыр яҙҙырыуҙа ҡатнаша. Шуларҙың береһе — дуэт Джош Гробан менән дуэт — «For Аlways», ул Стивен Спилбергтың «Яһалма аҡыл» фильмының төп темаһы булып тора. Икенсһе — «Һуңғы фантазия: Рухтар эстә» анимация фильмы .

2001 йылдың 28 майында «Nue» альбомы Монреалдә рәсми рәүештә сыға. Альбом Европала сығыуы айҡанлы 5 сентябрҙә Лара өс француз ҡалаһында — Марселдә (сәғәт 12-нән 13-кә тиклем), Лионда (16 сәғәттән 17-гә тиклем) һәм Парижда (21 сәғәттән 22 сәғәткә тиклем) Virgin Megastore-ҙә осрашыуҙар ойоштора. 2001 йылдың 28 сентябрендә Монреалдә Molson сәхнәһендә Лара башҡа күп кенә артистар менән хәйриә концертында ҡатнаша, уның аҡсаһы АҠШ-тағы 11 сентябрҙәге теракт ҡорбандарының ихтыяждарына китә.

2002 йылдың аҙағында Лара Фабиан сәхнәлә «En toute intimité» акустик спектаклдә сығыш яһай,әлеге спектакль 2003 йылдың 14 октябрендә CD һәм DVD дискыларныда сыға. Был спектакль менән Лара Франция, Швейцария һәм Бельгия ҡалаларын гиҙә. 2004 йылдың 27 һәм 28 февралендә Лара Wilfrid-Pelletier залында Монреаль симфоник оркестры менән сығыш яһай. 2004 йылдың 27 һәм 28 апрелендә Лара Мәскәүҙә, Мәскәү халыҡ-ара музыка йорто сәхнәһендә, сығыш яһай. 2004 йылда Лара Фабиан «De-lovely» исемле музыкаль фильмда дебют яһай, әлеге фильм композитор Коул Портерҙың (Cole Porter) драматик тормошо тураһында.

2004 йылдың 1 июнендә яңы инглиз телле «A Wonderful Life» альбомы сыға. 2004 йылдың 18-20 ноябрендә Лара Autour de la guitare спектаклендә ҡатнаша, һәм һуңғы кистә ул Ж. Ф. Лаланн (Jean-Felix Lalanne) ижад иткән «Jai mal a ca» йырын йырлай.

2005 йылдың 25 февралендә Лара Фабиандың «9» исемле яңы альбомы сыға, уның Беренсе синглы — Ж.-Ф. Лаланн тарафынан яҙылған La Lettre.

2005 йылдың сентябренән 2006 йылдың июненә тиклем Лара Франция буйлап гастролдәрҙә була. Уның «Un Regard 9» шоуы уңышҡа өлгәшә. Тиҙҙән шоу яҙмалары менән CD һәм концерттың видеоверсияһы менән DVD дискылары сығарыла.

2007 йылдың июнендә Лара үҙенең рәсми сайтында көйәрмәндәргә мөрәжәғәтнамәһендә йөклө булыуы тураһында хәбәр итә. «Был мин һеҙгә хәбәр итә алған иң матур яңылыҡ», — тип яҙа ул. Ысынлап та, йырсы интервьюларында, әгәр әсәй була алмаһа, үҙен тулыһынса бәхетле тоймаясағын күп тапҡырҙар әйтә. Әммә, йөклө булыуына ҡарамаҫтан, Лара ҡыҙы тыуғанға тиклем төрлө концерттарҙа һәм телешоуҙарҙа ҡатнаша.

2007 йылдың 20 ноябрендә бәпес донъяға килә, уға Лараның әсәһе хөрмәтенә Луиза хөрмәтенә Лу исеме бирелә. Ҡыҙҙың атаһы — билдәле француз режиссеры Жерар Пулличино.

Артабанғы бер нисә ай Лара ғаилә мәшәҡәттәре менән мәшғүл була. Әммә 2008 йылдың яҙында ул бөтә донъя буйлап бер нисә ҙур концерт бирергә әҙер булып сыға. Лара Фабиандың Мини-турнеһы Грецияла башлана, унда ул Мариос Франгулис (танылған грек йырсыһы) менән сығыш яһай, артабан сығыштары Рәсәйҙә дауам итә. Рәсәйгә Лара һәр яҙ һайын килә, һәм һуңғы тапҡыр Украинаға килә, унда йырсы беренсе тапҡыр килә.

«Бөтә ҡатын-ҡыҙҙар миндә»

үҙгәртергә

2008 йылдың йәйендә Лара яңы альбом әҙерләй башлай. Ул уны үҙенең тормошона һәм ижадына йоғонто яһаған ҡатын-ҡыҙҙарға бағышларға ҡарар итә. Сығарыу датаһы октябргә билдәләнә, әммә әлеге дата бер нисә тапҡыр күсерелә. Һөҙөмтәлә,күптән көтөлгән «TLFM» («Toutes les femmes en moi» йәки «Бөтә ҡатын-ҡыҙҙар миндә») донъя 2009 йылдың майында ғына күрә. Ҡояшлы һәм яҡты поограмма йәй алдынан меломандарҙың күңеленә хуш килә.

Һуңыраҡ — 2009 йылдың октябрендә «Every Woman in Me» исемле альбомы сыға, уның өсөн Лара үҙенең яратҡан инглиз телле йырсыларының йырҙарын башҡара. Был альбомды ул бары тик фортепианооҙатыуында ғына яҙҙыра.

2010 йылдың көҙөндә «Toutes les femmes en moi» дискыКанадала сыға. Дискҡа «Nuit magique» йырының версияһы инә, уны Лара канада йырсыһы Coral Egan менән бергә башҡара.

Альбомдарҙың донъя күреүе көнбайыш һәм көнсығыш Европа ҡалалары буйлап гастролдәр менән оҙатыла. Шул иҫәптән Лара Мәскәү, Санкт-Петербург, Киев Һәм Одессала концерттар менән сығыш яһай.

Мәскәүҙә сығыш яһаған саҡта йырсы яңы альбом ғына түгел, ә яңы дуэт та тәҡдим итә. Лара менән бергә сәхнәлә билдәле рус композиторы Игорь Крутой сығыш яһай. Улар ике йыр башҡара: Lou (Лара уны ҡыҙына бағышлай) һәм Demain nexiste pas (тәржемәһе — «Иртәгә юҡ»).

«TLFM font leur show» шоуһы һуңыраҡ DVD-да сығарыла.

«Мадемуазель Живаго»

үҙгәртергә

Лара Мәскәү тамашасыһына үҙенең яңы тандемын тәҡдим иткәндән һуң Рәсәй композиторы Игорь Крутой менән хеҙмәттәшлеге үҫешә башлай һәм тотош альбомға әйләнә, музыкаһын — Игорь Крутой, ә һүҙҙәрен традицион рәүештә Лара үҙе яҙа. Унда дүрт телдә — инглиз, француз, итальян һәм испан телдәрендә — йырҙар инә. Бынан тыш, Лара тәүге тапҡыр йырҙы рус телендә яҙҙыра — Алла Пугачева репертуарынан «Любовь, похожая на сон» йырын башҡара. Альбом Пастернактың «Доктор Живаго» романы героиня хөрмәтенә «Мадемуазель Живаго» тип атала, Лара үҙенең исеме менән уға бурыслы.

Альбом сыҡҡандан һуң Лара Фабиан һәм Игорь Крутой ҙур булмаған турнеға сыға һәм Киевта, Минскиҙа, Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта шул уҡ исемле программа менән сығыш яһай.

Альбомға өҫтәмә булараҡ, бер музыкаль фильмға берләштерелгән клиптар серияһы төшөрөлә. Фильмдың премьераһы 2013 йылдың апрелендә була[6].

2010 йылдың көҙөндә Лара Фабиандың «Best of» исемле дискы сыға. Диск йырсының иң яҡшы композицияларын һәм ике яңы йырҙы үҙ эсенә ала: On saimerait tout bas һәм Ensemble (Рэй Чарльз менән виртуаль дуэт).

2013 йылдың 15 апрелендә Лара Фабиан "Le Secret(Секрет) исеме аҫтында яңы альбом сығара, ул ике дисктан һәм 17 йырҙан тора, шул иҫәптән Mirage һәм Le secret йырҙары, уларҙы элек Лара Фабиан акустик концерттарында башҡара. 2013 йылдың февраль аҙағында яңы альбомынан беренсе синглы — Deux ils, deux elles (Улар икәү, улар ике), ә 4 апрелдә был йырҙың клибы сыға, уны төшөрөүҙә йырсының фанаттары ҡатнаша. Шулай уҡ альбом сыҡҡан көндә Лара ҙур булмаған концерт-презентация үткәрә , унда «Секрет» альбомынан йырҙар башҡарыла. Альбомға тауыш йыйыу өсөн донъя турнеһы 2013 йылдың сентябрендә башланырға тейеш була һәм төрлө мәғлүмәттәр буйынса, Бельгияла, Францияла, Швейцарияла, АҠШ-та 60-тан 80-гә тиклем концертты үҙ эсенә алырға тейеш була (мәҫәлән, билдәле нью-йорк Карнеги-холлында) Һәм Рәсәйҙә (Мәскәү, Кремль; Калининград), Белоруссияла (Минск ҡалаһы) Һәм Латвия (Рига). 2014 йылдың ғинуарында Лара медицина сәбәптәре буйынса (ишетеү һәләте менән проблемалар башлана) тур туҡтатыла тип хәбәр итә.

2015 — Сан-Ремо фестивале

үҙгәртергә

Лара 2015 йылда 65-се Сан-Ремо итальян йыры фестивалендә ҡатнаша, унда ул «Voice» (Тауыш) йырын башҡара[7][8].

Тәнҡитселәр Лара Фабиандың тауышын «фәрештәләр» тауышы тип нарыҡлайҙар һәм уны лирик сопрано диапазонына индерәләр. Йырсы эстрада регистрының юғары ноталарын оҫта ҡуллана.

Шәхси тормошо

үҙгәртергә
  • Ысын ире — Жерар Пулличино (2012 йылға тиклем)), режиссер һәм продюсер, композитор.
    • ҡыҙы Лу Пулличино (2007 йылдың 20 ноябрендә тыуған). Лара ҡыҙына әсәһе хөрмәтенә исем бирә.
  • Ире Габриэль Ди Джорджио (2013 йылдан), иллюзионист.

Дискографияһы

үҙгәртергә
  • Toutes les femmes en moi (2009)
  • Every Woman in Me (2009)
  • Мадемуазель Живаго (2010)
  • Le secret (2013)
  • Ma vie dans la tienne (2015)
  • Camouflage (2017)
  • Papillon (2019)
  • Lockdown Sessions (2020)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Комментарии

  1. Фабиан — это модифицированное написание имени дяди Фабиано
  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #134600789 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  3. Lara Fabian // Discogs (ингл.) — 2000.
  4. Более точным вариантом транскрипции, согласно правилам, является Фабья́н.
  5. Lara Fabian biography (ингл.). Billboard. Дата обращения: 16 ноябрь 2016. Архивировано из оригинала 3 май 2017 года.
  6. В январе 2015 на РТР — проект «Лара Фабиан. Мадемуазель Живаго»
  7. I nomi e i titoli delle canzoni dei 20 Campioni in gara. Дата обращения: 17 декабрь 2014. Архивировано 20 декабрь 2014 года.
  8. Risultati votazioni Campioni. Дата обращения: 17 февраль 2015. Архивировано 15 февраль 2015 года.


Һылтанмалар

үҙгәртергә
  NODES
chat 1
Intern 1