Лувр
Лувр музейы (франц. Musée du Louvre, йышыраҡ Лувр тип кенә йөрөтөлә) — донъяла иң ҙур музейҙарҙың береһе һәм донъяның иң популяр художестволы музейы. Париждың үҙәгендә, Сена йылғаһының уң ярында, баш ҡаланың 1-се округында, Риволи урамында урынлашҡан.
2018 Луврға килеүселәр һаны 10 миллиондан арта, был рекорд булып тора. Музейҙың бинаһы — боронғо король һарайы (Palais du Louvre). Людовик XIV-нең атлы статуяһы Париждың тарихи үҙәге нөктәһенә тап килә. Лувр — Францияның Капетингтар дәүеренән башлап художество һәм тарихи реликвияларҙы туплаған бик элгәрге музейҙарҙың береһе. Луврҙа уны универсаль тип һанатырлыҡ нәмәләр тупланған.
Тарихы
үҙгәртергәКороль һарайы
үҙгәртергәЛувр Луврҙың Ҙур башняһы ҡәлғә-замогы нигеҙендә барлыҡҡа килгән, ҡәлғәне 1190 йылда король Филипп-Август төҙөткән. Замок ҡаланы викингтар осорондағы барымталарҙан һаҡларға тейеш булған. 1317 йылда, Тамплиерҙарҙың мөлкәтен Мальта орденына тапшырғас, король ҡаҙнаһы Луврға күсерелә. Карл V замокты король резиденцияһына әүерелдерә.
Иҫкергән Ҙур башня 1528 йылда Франциск I фарманы менән емертелә һәм 1546 йылда ҡәлғәне зиннәтле король резиденцияһына әйләндереү башлана. Был эштәр Пьер Леско тарафынан башҡарылып, Генрих II һәм Карл IX идара иткән осорҙарҙа ла дауам итә. Бинаға ике яңы ҡанат өҫтәлә. 1594 йылда Генрих IV Луврҙы Екатерина Медичи төҙөткән Тюильри һарайы менән ҡушырға була. Һарайҙың квадрат ихатаһын архитекторҙар тәүҙә Лемерсье, шунан Луи Лево Людовик XIII һәм Людовик XIV идараһы осоронда эшләй, һарай дүрт тапҡырға ҙурыраҡ булып китә. Һарайҙы биҙәү менән рәссамдар Пуссен, Романелли һәм Лебрен шөғөлләнә. 1667—1670 йылдарҙа архитектор Клод Перро һарайҙың Лувр майҙанына сыҡҡан көнсығыш фасадында Лувр Колоннадаһын ҡора.
1682 йылда эштәр ҡапыл туҡтатыла, сөнки Людовик XIV яңы король резиденцияһы итеп Версалде һайлай. XVIII быуаттан Луврҙы музейға әйләндереү тураһындағы тәҡдимдәр ишетелә башлай. Проектҡа Людовик XV заманында нигеҙ һалына һәм эш Француз Революцияһы ваҡытында туҡтатыла.
Революциянан һуң Луврҙағы эштәрҙе Наполеон I дауам иттертә. Уның архитекторҙары Персье һәм Фонтен Риволи урамы буйлап төньяҡ ҡанатты ҡора башлай. Был ҡанат 1852 йылда Наполеон III осоронда төҙөлөп бөтә, шулай итеп, Лувр төҙөлөшө тамамлана. 1871 йылда Париж Коммунаһын ҡамағанда Тюильриҙағы янғындан һәм уны емертеүҙән һуң, Лувр хәҙерге күренеште ала. 1989 йылда Наполеон ихатасығы уртаһына быяла пирамида ҡуйыла (архитектор Юй Мин Бэй).
Музей
үҙгәртергә1878 йылда Луврҙа музей асыу ҡарары ҡабул ителә, уның беренсе һаҡлаусыһы итеп Юбер Робер тәғәйенләнә, ул тиҙ арала буласаҡ экспозицияны әҙерләргә тотона[25].
Музей ишектәре тәүләп 1793 йылдың 10 авгусында, революциянан һуң, асыла. Беренсе империя осоронда Наполеон музейы тип йөрөтөлә.
Коллекцияларын төҙөү
үҙгәртергәТәүҙә Лувр фондтары король коллекцияларынан тора, улар иҫәбенә Франциск I (итальян полотнолары) һәм Людовик XIV коллекциялары инә. Музейҙы ойоштороу мәленә король коллекцияһында 2500 полотно була.
Француз скульптураһы музейынан бик күп скульптуралар тапшырыла. Революция ваҡытында конфискацияланған мөлкәт иҫәбенә лә музей фонды бик ныҡ байый.
Наполеон һуғыштары осоронда, музейҙың беренсе директоры барон Денон яҙыуынса, Лувр коллекцияһы хәрби трофейҙар менән тулыландырыла, шул уҡ осорҙа музейға Мысырҙан һәм Яҡын Көнсығыштан археологик табылдыҡтар килтерелә. XIX һәм XX быуаттарҙа музей күп экспонаттарҙы һатып йә бүләккә ала. Һуңғылары иҫәбендә — Эдмунд Ротшильдтың коллекцияһы, ул уны музейға васыят итеп ҡалдыра.
Экспонаттар Луврға төрлө юлдар менән эләгә. Луврҙың иң танылған полотнолары — Леонардо да Винчиҙың «Джоконда»һы һәм Рафаэлдең "Гүзәл баҡсасы ҡыҙ"ы — заманында Франциск I-неке була, уларҙы король Леонардоның вафатынан һуң 1519 йылда үҙенә алған була. Күп полотнолар Луврға Наполеон армияһының трофейы сифатында эләгә, мәҫәлән, 1798 йылда Венецияны талағанда. Мурильоның "Кескәй фәҡир"ен 1782 йылда Людовик XVI һатып алған. Вермерҙың «Селтәрсе»һе һәм Дюрерҙың "Шайтан таяғы менән автопортрет"ы музей тарафынан ярашлы 1870 һәм 1922 йылдарҙа һатып алына.
Музейҙың иң билдәле скульптуралары — 1820 йылда табылған һәм Франция илсеһе тарафынан Төркиә хөкүмәтенән һатып алынған Венера Милосская; 1863 йылда Самотраки утрауында Францияның Адрианополдәге вице-консулы Шарль Шампуазо тапҡан Ника Самофракийская.
Луврҙың юлдаш музейҙары
үҙгәртергәЛанс
үҙгәртергәФранция хөкүмәте 2004 йылда Нор — Па-де-Кале төньяҡ төбәгендәге Ланс ҡаласығында ташландыҡ күмер разрезы урынында Луврҙың юлдашын төҙөү тураһында ҡарар сығара. Париж Луврына халыҡтың үтә күп килеүе, шулай уҡ Францияның төньяғында иҡтисадты үҫтереү ҡарарҙың сәбәпсеһе була. Яңы музей комплексының проектын эшләүгә 2005 йылда япон архитектура бюроһы SANAA һайлана. 2012 йылдың 12 декабрендә яңы музей асыла.
Абу-Даби
үҙгәртергәЛувр Абу-Даби — Луврҙың Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә Абу-Дабиҙа урынлашҡан филиалы. Музейға төрлө француз музейҙары (Лувр, Помпиду Үҙәге, Орсэ музейы, Версаль һарайы) экспонаттары тапшырылған.
2012 йылда Лувр Абу-Даби фотоһүрәттәр туплай башлай һәм үҙ фондын булдыра.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://www.history.com/this-day-in-history/louvre-museum-opens
- ↑ https://www.louvre.fr/
- ↑ https://www.louvre.fr/en
- ↑ https://www.irishtimes.com/culture/art-and-design/napoleon-s-stolen-masterpieces-the-plunder-that-formed-the-louvre-1.4589616
- ↑ Décret du 5 avril 2013 portant nomination du président de l'Etablissement public du musée du Louvre - M. MARTINEZ (Jean-Luc) — 2013.
- ↑ 6,0 6,1 archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 Louvre // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ Национальная библиотека Франции — 1537.
- ↑ Rapport d’activité 2013 (фр.)
- ↑ Art's most popular (ингл.): Exhibition and museum visitor figures 2021 // The Art Newspaper — 2022. — ISSN 0960-6556
- ↑ 11,0 11,1 https://www.louvre.fr/en/hours-admission-directions/admission#tabs
- ↑ https://www.louvre.fr/horaires-tarifs-acces/tarifs#tabs
- ↑ 13,0 13,1 13,2 13,3 http://www.louvre.fr/horaires-et-tarifs/tarifs#tabs
- ↑ 14,0 14,1 https://www.louvre.fr/en/visit
- ↑ 15,0 15,1 https://www.louvre.fr/visiter/services-sur-place
- ↑ http://www.louvre.fr/sites/default/files/medias/medias_fichiers/fichiers/pdf/louvre-mode-d039emploi-destination-des.pdf
- ↑ https://www.louvre.fr/en/visit/map-entrances-directions
- ↑ Contacts | Musée du Louvre | Paris — 2016.
- ↑ https://www.louvre.fr/en/visit/museum-rules#:~:text=Photography,or%20videos%20of%20certain%20works.
- ↑ 20,0 20,1 20,2 20,3 https://www.louvre.fr/visiter/reglement-de-visite
- ↑ https://www.radiofrance.fr/franceinter/nepas-pourquoi-y-a-t-il-tant-d-interdictions-loufoques-ou-zelees-dans-les-musees-6199860
- ↑ https://www.alamyimages.fr/10-octobre-1964-des-talons-aiguilles-interdits-de-louvre-visiteurs-femmes-portant-des-chaussures-avec-talon-de-stylet-de-ne-plus-etre-admis-a-l-interieur-du-musee-du-louvre-de-a-jour-photo-montre-le-changement-visiteurs-en-sandales-avant-d-entrer-dans-le-musee-image69413139.html
- ↑ https://www.ina.fr/ina-eclaire-actu/video/i15154752/interview-d-une-femme-portant-des-talons-aiguilles
- ↑ Интерфейс программирования приложения YouTube
- ↑ Nicole Willk-Brocard une histoire d'amour Hubert Robert et la Grande Galerie // Grande Galerie. Le Journal du Louvre. — 2008. — № 4. — С. 70—71.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Лувр // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт Лувра (фр.)
- Virtual reality gallery with fullscreen panoramas of the Louvre (инг.)
- The Louvre in 360° 2020 йыл 26 ноябрь архивланған. (фр.)
- Louvre; world’s most — attended museum (инг.)