Мила́н (итал. Milano, лат. Mediolanum — тигеҙлек үҙәгендә) — төньяҡ Италияла төп ҡала. Глобаль ҡалаларға инә.

Ҡала
Милан
итал. Milano
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Италия

Статус

административ үҙәк

Область

Ломбардия

Метрополитенский город

Милан

Коммуна

Милан

Координаталар

45°28′00″ с. ш. 09°10′00″ в. д.HGЯO

Мэр

Джузеппе Сала

Майҙаны

181,67 [1] км²

Бейеклеге

120 м

Климат тибы

дымлы субтропик

Рәсми теле

итальян

Халҡы

1 378 689[2] (31-12-2018) кеше

Тығыҙлығы

7588,97 кеше/км²

Милли состав

итальяндар, ломбардтар

Конфессиональ составы

католиктар

Сәғәт бүлкәте

UTC+1, йәйге UTC+2

Телефон коды

+39 2

Почта индексы

20100

Һанлы танытмалар
ISTAT

015146

Рәсми сайт

comune.milano.it
 (итал.) (инг.) (ҡыт.) (фр.) (исп.)

Ҡала көнө

7 декабрь

Милан (Италия)
Милан
Милан

Италияның иң ҙур өлкәһе, Ломбардия өлкәһенең һәм провинцияға тиңләштерелгән шул уҡ исемле территориаль берәмектең административ үҙәге.

Италияның ҙурлығы буйынса икенсе ҡалаһы һәм илдең иң эре ҡала агломерацияһы үҙәге.

Илдең финанс-иҡтисади баш ҡалаһы һәм бөтә донъя мода баш ҡалаларының береһе тигән репутацияға эйә.

Миландың агломерацияһы йәки Оло Милан 1 982 км² майҙанды биләй һәм унда 5 миллиондан ашыу халыҡ йәшәй [3].

Төп ҡаланың майҙаны 181,76 км² тәшкил итә, унда 1 342 385 кеше йәшәй (2015). 9 ҡала районына йәки зонаһына бүленә.

Миланға яҡынса б. э. т. 600 йылда инсубрҙар ҡәбиләһе нигеҙ һалған, тип фараз ителә[4]. Б.э.т. яҡынса 222 йылда римдар уны яулап ала һәм уға Медиолан (лат. Mediolanium или Mediolanum) тигән исем бирә.

Беҙҙең эраның IV быуатында, епископ Амвросий һәм император Феодосий I дәүерендә, ҡала Көнбайыш Рим империяһының үҙәге исеме өсөн Рим һәм Равенна менән ярыша. Һуңынан остготтар һәм һундар тарафынан бөлгөнлөккә төшөрөлә. Иҫке ҡала стеналары лангобардтар ваҡытында емертелә. Власть тотошлай Милан архиепископы ҡулына күсә.

Матди яҡтан етеш тормош кимәле үҫкән һайын, сиркәү хакимлығы менән килешергә теләмәгән сауҙа патрициатының әһәмиәте күтәрелә бара. 1045 йылда үҙ аллы дәүләт (коммуна) тип иғлан ителә. Ломбардияла башлыҡ итеү өсөн Павия, Кремона, Комо һәм Лоди кеүек коммуналарға ҡаршы аяуһыҙ көрәш башлана. 1111 йылда Лоди еңелә, 16 йылдан һуң миландар Комоны тар-мар итә.

Италияның төньяғында үҙ армияһы менән һөжүм иткән император Фридрих Барбароссала ҡала халҡының саманан тыш көсәйеүе борсолоу тыуҙыра. Милан 1162 йылда еңелә. Туғыҙ айлыҡ ҡамауҙан һуң ҡаланы император ғәскәрҙәре баҫып ала һәм туҙҙыра. Халҡы ауылдар буйлап тарала, ә нығытмалары һүтелә. 1167 йылда Милан Ломбардия ҡалалар лигаһы көсө менән тергеҙелә. Коммуналарҙың уртаҡ тырышлығы менән император Леньяно эргәһендә еңелә (1176).

 
Испания Миланының планы (1573)

1183 йылда Констанция тыныслыҡ килешеүе буйынса ҡала артында иҡтисади өҫтөнлөктәр таныла, улар уға Европаның бай ҡалаларының береһенә әүерелергә мөмкинлек бирә. Был дәүерҙә Торриани халыҡ партияһының Висконти нәҫеле етәкселегендә ҡала аристократияһы менән ҡаршы тороуы билдәләнә. Торриани үҙҙәрен гвельф, ә Висконти яҡлылар гибеллин тип атай башлаған. 1277 йылда архиепископ Оттоне Висконти дошмандарын тулыһынса еңгән. Идара итеүҙең республика формаһы монархия формаһына алмаштырыла.

Висконти заты Милан менән 1450 йылға тиклем идара итеүен дауам итә, һуңынан уны Сфорц династияһы алмаштыра. Был йылдарҙа ҡала донъяла тәүге капитализм усаҡтарының береһенә әүерелә. Ебәк иләүҙе үҫтереү һәм чума пандемияһының Ломбардияны уҙып китеүе урындағы иҡтисадҡа өҫтәмә этәргес бирә. Сфорц һарайында Леонардо да Винчи һәм Донато Браманте кеүек оҫталар эшләгән. Сигендә Милан герцогияһы Валуа династияһы менән Испания Габсбургтары араһындағы ыҙғыш алмаһына әйләнә. Был йылдарҙа Милан француздар идаралығында була[5].

 
Миланға күренеш. XIX век

Француз революция һуғыштары ваҡытында Милан 1796 йылда Франция республикаһының Италия армияһы тарафынан баҫып алына. Ул 1802 йылда Италия, ә 1805 йылда Италия короллеге булып киткән Цизальпиния Республикаһының баш ҡалаһы тип иғлан ителде.

Наполеон һуғыштарынан һуң Милан Австрия власы аҫтына кире ҡайта, әммә Италияны берләштереү өсөн көрәштең төп үҙәктәренең береһе булып ҡала. 1859 йылда, Италияның бойондороҡһоҙлоҡ өсөн һуғышынан һуң, ҡала бөтә Ломбардия менән бергә Австрия идараһын ҡолата һәм 1861 йылда Италия короллегенә үҙгәртелгән Сардиния короллегенә инә. Башта уны берләшкән дәүләттең баш ҡалаһы итеү планлаштырыла, ләкин ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында был пландар ҡайтанан ҡарала.

Италияның мөһим индустриаль үҙәге булараҡ, Икенсе донъя һуғышы ваҡытында бомбаға тотола. Милан Муссолининың Италия Социаль Республикаһының марионет дәүләтенең бер өлөшө һәм Италияла урынлаштырылған немец армияһының мөһим команда үҙәге була.

1945 йылдың 25 апрелендә, Италияла һуғыш бөткәс, ҡала ныҡ емерелгән, ә Прекотто һәм Терро биҫтәләре тулыһынса юҡҡа сыҡҡан була. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ул тергеҙелә һәм яңынан илдең мөһим финанс һәм индустриаль үҙәгенә әйләнә. Емерек биналар ҡалдыҡтарынан Монте Стелла тауы түшәлгән, унда майҙаны 370 мең квадрат метр тәшкил иткән парк барлыҡҡа килә. Бөтә ерҙә лә хәрби ярлылыҡ булыуға ҡарамаҫтан, ҡала әүҙем тергеҙелә. Бөгөн Милан, Турин һәм Генуя ҡеүәтле индустриаль өсмөйөш һәм Италияның төп иҡтисади полюсын барлыҡҡа килтерә.

Илдең көньяғында уртаса диңгеҙ климатынан айырмалы рәүештә, Төньяҡ Италияның ҡайһы бер эске тигеҙлектәре өсөн хас булған ҡайһы бер континенталь билдәләре булған, йылы йәйле һәм һалҡын ҡышлы дымлы субтропик климат хас.

Ҡала үҙәгендә ғинуарҙа -3-тән +4-кә, июлдә 19-нан 30 градусҡа тиклем уртаса температура тирбәлә. Ҡар яуыуы ҡышҡы осорҙа ғәҙәти күренеш булып тора, шулай ҙа һуңғы 15 - 20 йылда улар һирәгәйҙе. Дымлылыҡ йыл дауамында ярайһы уҡ юғары, яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ кимәле 1000 миллиметр самаһы.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 23,1 24,8 28,3 31,9 35,0 37,2 38,3 38,2 35,1 30,0 22,4 18,9 38,3
Уртаса максимум, °C 6,4 9,0 14,1 17,3 22,0 25,8 28,6 27,9 23,6 17,3 10,6 7,0 17,5
Уртаса температура, °C 1,1 2,9 7,7 11,4 16,4 20,3 23,0 22,2 17,9 12,5 6,3 2,0 12,0
Уртаса минимум, °C −3,1 −2,7 1,4 5,3 10,4 14,3 16,8 16,7 12,7 7,8 2,1 −2,5 6,6
Абсолют минимум, °C −17,3 −17,8 −11,1 −4,9 1,2 1,2 7,5 7,8 −0,7 −2,9 −9,1 −14,3 −17,8
Яуым-төшөм нормаһы, мм 64 63 82 82 97 65 68 93 69 100 101 60 944
Сығанаҡ: «Погода и Климат»
Һауаның сағыштырмаса дымлылығы, %[6]
Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
86 78 71 75 72 71 71 72 74 81 85 86 77
Ҡояшлы көндәр һаны [6]
Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
1,9 3,4 4,9 5,9 6,8 8,1 9,2 8,1 6,2 4,2 2,2 1,9 62,8

Экономика

үҙгәртергә

Миланда Италия фонд биржаһы, бик күп финанс һәм сауҙа компаниялары урынлашҡан, ә ҡала тирәһендә сәнәғәт предприятиелары урынлашҡан. Еңел сәнәғәт предприятиелары һәм мода йорттары (Giorgio Armani, Gianni Versace, Dolce & Gabbana, Prada һәм башҡа маркалар) донъя кимәлендә танылыу яулаған. Милан мода аҙналығы февраль һәм сентябрь айҙарында үтә. Ҡалала Италияла иң популяр Corriere della Sera гәзите сыға.

Тап ошонда Италияла тәүге бейек йорт - Башня Пирелли төҙөлгән. Быуат башында Порт-Нуова кварталында бейек офис биналары һалына. «Фиера ди Милано» сауҙа-күргәҙмә комплексы - илдә иң ҙуры; бында аш-һыу өсөн Европала иң ҙур Macef тауарҙары күргәҙмәһе үтә. Төньяҡ-көнбайыш Перо менән Ро биҫтәләрендә күргәҙмә майҙандары 2005 йылдың майында асылды.

Транспорт

үҙгәртергә

Аэропорттар

үҙгәртергә
 
Мальпенса (аэропорт)
  • Миландан төньяҡтараҡ, Вареста ҙур халыҡ-ара Мальпенса (MXP) аэропорты эшләй. Ул ҡала үҙәге менән тимер юл тармағы менән тоташҡан. Уның буйынса Кадорна һәм Милан Чентрале станцияларынан «Мальпенс-Экспресс» йөрөй.
  • Ҡала эсендә Европа һәм республика бәйләнеше өсөн ҡулланылған Линате (LIN) аэропорты урынлашҡан.
  • Бергамолағы Караваджо исемендәге аэропорт (Орио-аль-Серио, BGY) Европа эсендә аҙ бюджетлы ташыу, чартерҙар һәм йөк ташыу өсөн файҙаланыла.

Дөйөм алғанда, өс аэропорт Миланды Европалағы ҙур авиаташыуҙар үҙәге итә, уның әйләнеше йылына 30 миллиондан ашыу пассажир тәшкил итә.

Туғандаш ҡалалар

үҙгәртергә

[7]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Comuni nella città metr. di Milano per superficie.
  2. Bilancio demografico anno 2018 e popolazione residente al 31 dicembre (dati provvisori) Regione:Lombardia. 2019 йыл 3 июль архивланған.
  3. Demographia World Urban Areas, 8th Annual Edition: Version 2, July 2012
  4. Тит Ливий. История Рима от основания города. — М.: Наука, 1989. — Т. I. — С. 263. (V, 34, 9)
  5. Водовозов В. В. Милан // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  6. 6,0 6,1 MeteoAM (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка)
  7. 7,00 7,01 7,02 7,03 7,04 7,05 7,06 7,07 7,08 7,09 7,10 7,11 7,12 Gemellaggi. Milano. Дата обращения: 27 октябрь 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  NODES
mac 1
os 4