Мәһди (ғәр. مهدي‎; рус. Махди) исламда: Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең заман ахыры алдынан килсәк һуңғы вариҫы. Ҡөрьәндә имам Мәһди телгә алынмай, әммә уның идеяһы Мөхәммәт Пәйғәмбәр хәҙистәрендә бик киң аңлатыла. Имам Мәһди шәхесе мөжәддит булараҡ үҙ аллы образ итеп ҡарала[1] .

Ән-Нәбәүи мәсетендә ислам каллиграфияһы менән яҙылған Мәһди исеме
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Һижрәттең тәүге быуаттарына Мәһди исламдың тәүге сафлығын тергеҙеү өсөн көтөлгән хаким образында ҡабул ителә. Был ролгә «хәлифәлеккә ҡаршы» Ғабдуллаһ бин Зөбәйер дәғүә итә. Мессиан идеялары шиғыйлыҡта киң таралыу ала, унда Мәһдиҙең килеүенә ышаныу «йәшерен» имам — Мөхәммәт әл-Мәһдиҙең кире ҡайтыуына ышаныу менән ҡушыла[1].

Мессиан идеялары ислам социаль һәм дини хәрәкәттәренә илһам бирә. Мәһди идеяһы менән Фатимиҙар династияһына нигеҙ һалыусы Ғөбәйҙулла әл-Мәһди, (909—1171, 262 йыл); Әлмөхәдтәр династияһына нигеҙ һалыусы Мөхәммәт Ибн Түмәрт һәм Көнсығыш Суданда мәхдиҙәр ихтилалы лидеры Мөхәммәт Әхмәт файҙалана[1].

Мәһди Ғайса пәйғәмбәр кеүек күктән төшмәйәсәк, ә уның менән бергә ерҙә Аллаһ батшалығын урынлаштырасаҡ. Ул Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең вариҫы буласаҡ һәм үҙенең эшмәкәрлеген Дәжжәл килеү менән бер үк ваҡытта башлаясаҡ. Ғайса менән бергә ул Дәжжәлгә ҡаршы көрәшәсәк һәм уны еңәсәк. Мәһди менән Ғайса иҙеүҙе һәм ғәҙелһеҙлекте бөтөрәсәк, ғәҙел һәм дөрөҫ тәртип урынлаштырасаҡ[2].

Мәһди үҙ заманының ябай кешеһе, замандашы буласаҡ[2]. Шиғыйҙар, Мәһди тере һәм тиҙҙән ерҙә ғәҙеллекте тергеҙәсәк, тип ышана. Шиғыйлыҡтан айырмалы рәүештә, сөнни Мәһди, И. Гольдциер билдәләмәһе буйынса, «билдәһеҙ шәхес, киләсәк идеалының мифологик биҙәге»[1].

Ҡайһы бер дин белгестәре Мәһдиҙе « Мөжәддит» менән тиңләштерәләр[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Прозоров С. М. ал-Махди // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 163. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Али-заде, А. А. Махди // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • «Мукаддима ибн аль-Салах», Сахих аль-Бухари, Дар аль-Мааариф, с. 160—169.
  • Джафар аль-Садик, Аль-Гайба (Заклинание): рассказы о пророчествах аль-Махди Имамом Джафаром аль-Садиком, издательством «Михраб».
  • Бакр аль-Маджлиси, Мухаммад (2003 год), Китаб аль-Гайбат, Qom: Ansariyan Publications.
  • Doi, ARI, «Yoruba Mahdī», журнал «Религия в Африке», 4 (2): 119—136, doi: 10.1163/157006671x00070, JSTOR 1594738.
  • Мартин, Ричард К., изд. (2004 год), «Махди», Энциклопедия ислама и мусульманский мир.
  • Момен, Моджан (1985 год), введение в ислам шиитов, Нью-Хейвен, Коннектикут: Йельский университет, ISBN 0-300-03531-4.
  • Шаухат Али, тысячелетние и мессианские тенденции в исламской мысли (Lahore: Publishers United, 1993 год).
  • Timothy Furnish, Holiest Wars: Исламский Махдис, Джихад и Усама бен Ладен (Вестпорт: Преэгер, 2005 год) ISBN 0-275-98383-8.
  • Абдулазиз Абдулхусейн Сателина, Исламский мессианство: Идея Махди в twelver Shi’ism (Олбани: Государственный университет Нью-Йоркской прессы, 1981 год) ISBN 0-87395-458-0.
  • Сяйх Хисям Каббани, «Подход Армагеддона» (Исламский Высший Совет Америки, 2002 год) ISBN 1-930409-20-6.
  • «Махди», Британская энциклопедия, 2008 год.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  NODES