Наньчан (ҡыт. ябайл. 南昌, пиньин: Nánchāng) — Ҡытай Халыҡ Республикаһының ҡала округы, Цзянси провинцияһының административ үҙәге.

Наньчан
Рәсем
Рәсми атамаһы 南昌市
Дәүләт  Ҡытай
Административ үҙәге Цзянси
Административ-территориаль берәмек Цзянси
Сәғәт бүлкәте UTC+8:00[d]
Закондар сығарыу органы Q106071327?[1]
Халыҡ һаны 5 042 566 кеше (2010)[2],
4 331 668 кеше (2000)[3],
6 255 007 кеше (2020)[4]
Административ рәүештә бүленә Дунху[d], Сиху[d], Цинъюньпу[d], Циншаньху[d], Наньчан[d], Синьцзянь[d], Аньи[d], Цзиньсянь[d] һәм Хунгутань[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 37 метр
Туғандаш ҡала Скопье[5], Кильмес[d], Альбасете[d], Копьяпо, Валкеакоски, Сорокаба[d], Такамацу[d], Унгень[d], Ньюкасл[d][6], Толука-де-Лердо[d][7][8] һәм Кутаиси[9]
Майҙан 7194,61 км²
Почта индексы 330000
Рәсми сайт nc.gov.cn
Һештег Nanchang
Урынлашыу картаһы
Коллаж
Урындағы телефон коды 791
Номер тамғаһы коды 赣A һәм 赣M
Карта
 Наньчан Викимилектә

Гань йылғаһындағы Янцзы йылғаһынан 60 километр алыҫлыҡта, Поянху күле эргәһендә урынлашҡан.

Халҡы — 5 миллиондан ашыу.

Ҡала беҙҙең эраға тиклем 201 йылда Гань (ҡыт. ябайл. , пиньин: Gàn, палл.: Гань) атамаһы менән барлыҡҡа килгән.

589 йылда Хунчжоу тип үҙгәртелә (洪州).

653 йылда Тэнван павильоны (ҡыт. ябайл. 滕王阁, пиньин: Téngwáng Gé, палл.: тэнван-гэ) төҙөлә, был хаҡта 675 йылда билдәле шағир Ван Бо (王勃) — (647—675) үҙенең «Тэнван-гэ сю» шиғырҙарында яҙа. Павильон һәм күп тапҡырҙар емерелә һәм ҡабаттан төҙөлә.

1927 — коммунистарҙың Гоминьданға ҡаршы Наньчан ихтилалы (南昌起义).

1939 — Наньчан операцияһы.

Административ-территориаль бүленеше

үҙгәртергә

Наньчан ҡала округы 5 районға, 4 өйәҙгә бүленә:

  • Ваньли районы (湾里区)
  • Дунху районы (东湖区)
  • Сиху район (西湖区)
  • Циншаньху районы (青山湖区)
  • Циньюньпу районы (青云谱区)
  • Аньи өйәҙе (安义县)
  • Наньчан өйәҙе (南昌县)
  • Синьцзянь өйәҙе (新建县)
  • Цзиньсянь өйәҙе (进贤县)

Транспорты

үҙгәртергә
  • Наньчан-Чанбэй аэропорты (南昌昌北国际机场)
  • Пекин-Цзюлунск тимер юлы (京九铁路)
  • Шанхай-Кунминск тимер юлы (沪昆铁路)
  • Наньчан метрополитены (2015 йылда асылған)

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә

Ҡала боронғо Тэнван павильоны һәм күләме буйынса Пекиндағы Тяньаньмэнь майҙаны менән сағыштырырға мөмкин булған ҙур Баи майҙаны аша билдәле. Шулай уҡ 2006 йылдан ҡалала бейеклеге буйынса донъяла өсөнсө урында торған 160 метрлыҡ «Наньчан йондоҙо» күҙәтеү ҡулсаһы эшләй.

Наньчана климаты
Күрһәткес Ғин. Фев. Март Апр. Май Июнь Июль Авг. Сен. Окт. Нояб. Дек. Йыл
Уртаса максимум, °C 8,9 9,8 14,8 21,0 26,1 29,3 33,8 33,6 28,9 23,6 17,5 11,7 21,5
Уртаса температура, °C 5,1 6,3 10,9 17,0 22,2 25,6 29,5 29,2 24,7 19,3 13,2 7,5 17,5
Уртаса минимум, °C 2,4 3,8 8,1 14,0 19,2 22,7 26,0 25,8 21,7 16,1 10,1 4,3 14,5
Яуым-төшөм нормаһы, мм 56 101 150 224 253 282 122 103 75 57 54 40 1517
Сығанаҡ: World Climate

Туғандаш ҡалалары һәм улар менән бәйләнештәре

үҙгәртергә

Наньчан түбәндәге ҡалалар менән туғандаш:

2020 йылдың октябрендә Наньчан бушлай Өфөгә 20 мең медицина битлеге ебәрҙе[10].

Фотогалерея

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  NODES