Неодим
Неодим (лат. Neodymum, Nd) — Менделеевтың периодик таблицаһының 6-сы осор химик элементы. Тәртип номеры — 60.
Химик элемент, һирәк осрай торған ер металы, көмөшһыу-аҡ төҫтә, алтынһыу төҫмөрө бар. Лантаноидтар төркөмөнә ҡарай. Һауала еңел окислана. Самолет һәм ракета етештереү сәнәғәтендә алюмин һәм магний менән рәттән иретмә компоненты булараҡ ҡулланыла[7].
Символы
үҙгәртергәНеодим элементының символы — Nd (Неодим тип уҡыла).
Тарихы
үҙгәртергәНеодим 1895 йылда Карл Ауэр фон Вельсбах тарафынан асыла.
Ул дидимды — һирәк осрай торған ике ер металының ҡатнашмаһын — неодимға һәм празеодимға бүлә. Дидим шуға тиклем айырым химик элемент булып һаналған һәм ҡатнашмаларының химик үҙенсәлектәренең сиктән тыш яҡынлығы арҡаһында бүлеү бик ауыр бирелгән. Неодимды таҙа килеш, празеодим ҡатнашмаларынан айырып алыу 1925 йылда ғына мөмкин була.
Исеменең килеп сығышы
үҙгәртергәАтамаһы «неодим» (лат. Neodymium) грек. πράσιος — «аҡһыл-йәшел» һәм δίδυμος — «игеҙәк» тигәнде аңлата. Бындай атама менән ул ҡатнашмаларҙа төҫтәр биреү үҙенсәлегенә һәм элементтың асылыу тарихына бурыслы[7].
Тәбиғәттә
үҙгәртергәЕр ҡабығында неодим йөкмәткеһе (төрлө мәғлүмәттәр буйынса) — 25-37 г/т, океан һыуҙарында — 9,2·10−6 мг/л[8].
Ятҡылыҡтары
үҙгәртергәНеодим лантаноидтар составына инә, уның ятҡылыҡтары Рәсәй, АҠШ, Ҡаҙағстан, Украина, Австралия, Бразилия, Һиндостан, Скандинавия, Ҡытайҙа урынлашҡан. Һуңғыһы төп етештереүсеһе һәм шулай уҡ неодим экспортёры булып тора.
Һирәк ер элементтарының сеймал базаһы донъя йөҙөндә яҡынса 100 миллион тонна тәшкил итә, шуларҙың 52 миллион тоннаһы Ҡытай өлөшөнә тура килә. Ҡытай һирәк ер элементтары донъя күләменең 92-94%-ын сығара.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Meija J., Coplen T. B., Berglund M., Bièvre P. D., Gröning M., Holden N. E., Irrgeher J., Loss R. D., Walczyk T., Prohaska T. Atomic weights of the elements 2005 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied Chemistry — IUPAC, 2016. — Vol. 88, Iss. 3. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925 — doi:10.1515/PAC-2015-0305
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Эмсли Д. Nature's Building Blocks: An A-Z Guide of the Elements (New Edition) — Издательство Оксфордского университета, 2011.
- ↑ Wieser M. E., Coplen T. B., Wieser M. Atomic weights of the elements 2009 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied Chemistry — IUPAC, 2010. — Vol. 83, Iss. 2. — P. 359–396. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925 — doi:10.1351/PAC-REP-10-09-14
- ↑ 4,0 4,1 NEODYMIUM (ингл.)
- ↑ периодическая система химических элементов — 1869.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 (unspecified title) — ISBN 0-8493-0485-7
- ↑ 7,0 7,1 Неодим // Большой Энциклопедический словарь. 2000.
- ↑ J.P. Riley and Skirrow G. Chemical Oceanography V. I, 1965
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Неодим на Webelements
- Неодим в Популярной библиотеке химических элементов 2007 йыл 14 март архивланған.
- [www.xumuk.ru/encyklopedia/2/2833.html Неодим — статья из химической энциклопедии]