Ницца (франц.Nice [nis], окс.Niça, итал. Nizza, лат.Nicaea, бор. грек. Νίκαια) — Урта диңгеҙ буйындағы ҡала, Францияның көньяҡ-көнсығышында Прованс — Альп — Зәңгәрһыу яр төбәге порты һәм коммунаһы, Диңгеҙ буйы Альптарының, Ницца округының һәм туғыҙ кантондың (Ницца-1 — Ницца-9) административ үҙәге[23]. 352 меңдән ашыу кеше йәшәй (2007 йыл). Эре транспорт үҙәге. Зәңгәрһыу Ярҙа төп (Француз Ривьераһы) курорт урындарының береһе.

Ницца
франц. Nice
окс. Niça
БайраҡГерб
Рәсем
Рәсми атамаһы Nice[1]
Участвовал в выборах Европаның мәҙәни баш ҡалалары[d]
Этнохороним nizzardi
Рәсми тел Француз теле
Дәүләт  Франция[2]
Административ үҙәге Приморские Альпы[d], Ницца-14[d], Ницца[d], Ницца-9[d][3], Ницца-6[d][3], Ницца-5[d][3], Ницца-2[d][3], Ницца-13[d], Ницца-10[d], Ницца-11[d], Ницца-1[d][3], Ницца-12[d], Ницца-3[d][3], Ницца-4[d][3], Ницца-7[d][3], Ницца-8[d][3], Графство Ницца[d] һәм Division of Nizza[d]
Административ-территориаль берәмек Приморские Альпы[d]
Сәғәт бүлкәте Үҙәк Европа ваҡыты[d], UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Статистическая область Nice metropolitan area[d] һәм Q3551094?
Ассоциацияләшкән сайлау округы Ницца-1[d], Ницца-2[d], Ницца-3[d], Ницца-4[d], Ницца-5[d], Ницца-6[d], Ницца-7[d], Ницца-8[d] һәм Ницца-9[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Вар[d], Paillon[d], Magnan[d] һәм Урта диңгеҙ
Хөкүмәт башлығы вазифаһы мэр Ниццы[d]
Хөкүмәт башлығы Кристиан Эстрози[d][4]
Ойошма ағзаһы Организация городов всемирного наследия[d][5]
Халыҡ һаны 348 085 кеше (1 ғинуар 2021)[6]
Ир-егеттәр 158 853[7]
Ҡатын-ҡыҙҙар 181 164[7]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 0 метр[8], 520 метр[8] һәм 15 метр[9]
Туғандаш ҡала Сорренто[d], Картахена[d], Либревиль, Сен-Дени[d], Нетания[d][10], Нюрнберг[d][11], Папеэте[d], Венеция, Манила, Гданьск[12], Ханчжоу[d], Кейптаун, Кунео[d], Рио-де-Жанейро, Нумеа[d], Аликанте[d], Санта-Крус-де-Тенерифе[d], Салоники, Эдинбург[13][14], Ялта[d], Ла-Маддалена[d], Сегед[d][15][16], Камакура[d], Ереван, Санкт-Петербург[17], Брисбен[d] һәм Ночи[d]
Милке Альянц Ривьера[d], Стад дю Рей[d] һәм Stade Charles-Ehrmann[d]
Сиктәш Аспремон[d], Кантарон[d], Коломар[d], Эз, Фаликон[d], Гатьер[d], Ла-Год[d], Сент-Андре-де-ла-Рош[d], Сен-Жанне[d], Сен-Лоран-дю-Вар[d], Турет-Леван[d], Ла-Трините[d] һәм Вильфранш-сюр-Мер[d]
Оборудован видеонаблюдение[d][18]
Майҙан 71,92 км²[19]
Почта индексы 06000[20], 06200[20], 06100[20] һәм 06300[20]
Рәсми сайт nice.fr[21]
Һештег ilovenice һәм nice06
Урынлашыу картаһы
Коллаж
Һәйкәлдәр исемлеге Q3252155?
Изге ҡурсалаусы Репарата[d]
Портал открытых данных Nice Open Data[d]
Тема иҡтисады economy of Nice[d]
Ежегодное количество свадеб 1329, 1273, 1280 һәм 1296[22]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 110 653
Ссылка на страницу обратной связи nice.fr/fr/contact[21]
Урындағы телефон коды 493
Номер тамғаһы коды 6
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Ницце[d]
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы Category:Films shot in Nice[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Nice[d]
Карта
 Ницца Викимилектә

 
Ницца Рим империяһы ваҡытында.
 
Ницца Рим Империяһы ваҡытында Лигурия өлкәһендә.
 
1494 йылда Италияның короллектәре һәм республикалары

Ниццаға б.э. тиклем IV быуат уртаһында гректар тарафынан нигеҙ һалына һәм лигурҙар өҫтөнән еңеүҙе билдәләп, еңеү алиһәһе Ники хөрмәтенә Никейя тип атала. Лигур диңгеҙе яры буйында лангобардтар баҫып алғанға тиклем иң мөһим сауҙа ҡалаларының береһе була.

VII быуатта Ницца Лигурия яры буйҙарындағы ҡалаларҙы берләштергән Генуя лигаһына ҡушыла. 729 йылда лига сарациндарҙың һөжүмен кире ҡаға, әммә 859 һәм 880 йылдарҙа улар Ниццаны тар-мар итә һәм яндыра, X быуаттың күп өлөшө дауамында ҡала һәм сиктәш биләмәләре уларҙың хакимлығы аҫтында ҡала.

Урта быуаттарҙа Ницца бер нисә тапҡыр афәттәргә һәм һуғыштарға дусар була. Франция королдәре уны яулап алырға тырыша әммә ҡала азатлығын уңышлы яҡлап килә.

XIII һәм XIV быуаттарҙа Ниццаны бер нисә тапҡыр Прованс хакимдары баҫып ала, ә 1388 йылда ҡала Савой графлығы яҡлауы аҫтында була. Шул ваҡыттан алып Ницца Савой герцоглығы составына 1860 йылға тиклем инә. Унан һуң Сардиния Короллеге Ниццаны Турин килешеүе буйынса Францияға тапшыра. Уға тиклем савой хакимлығы ике тапҡыр туҡтап тора — 1691 йылдан 1713 йылға тиклем, Ниццаны Франция короле Людовик XIV яулай, һәм 1792 йылдан 1814 йылға тиклем, ҡаланы Наполеон баҫып ала.

Ҡала нығытылған була һәм хәҙер ул бербер пираттарына ҡаршы тора алырлыҡ хәлдә була. Һәйбәт юлдар һалына. Франциск I һәм Карл V араһындағы һуғыштарҙа емереклектәр Провансҡа баҫып ингән армия менән бәйле була; ҡалала бер нисә йыл буйына аслыҡ һәм ҡырғын ҡоторона. 1538 йылда был монархтар рим папаһы Павел III ҡатнашлығында 10 йылға солох килешеүе төҙөй, әммә 1543 йылда Ницца тағы ла Франциск I һәм Хәйр-әд-Дин Барбаросса етәкселегендәге пираттарҙың берләшкән көстәренең һөжүменә дусар була, ҡала көслө ут аҫтына эләгә, халыҡ был һөжүмде кире ҡаҡһа ла, ахыр сиктә еңелә, Барбаросса ҡаланы таларға мөмкинлек бирә һәм 2500 кешене әсирлеккә ала.

 
Республика һәм Италия короллектәре. 1796 йыл
 
Ницца һәм Савойя итальян өлкәләренә 1860 йылда баҫып инеү һәм француз аннексияһы.

Ҡала тарихына кер йыуыусы Катрин Сегюран инә. 1543 йылдың 15 авгусында Ниццаны берберҙар ҡамаған ваҡытта Катрин кер йыуыу валигы менән дошман һалдатын үлтерә һәм байраҡты тартып ала. Ә инде Катрин уларға итәген күтәреп үҙенең нәфрәтен белдереүгә, аптыранып ҡалған пираттар шаҡ ҡата.

1550 һәм 1580 йылдарҙа ҡалала чума эпидемияһы ҡоторона. 1860 йылда Наполеон III хакимлыҡ итеүе ваҡытында Ницца Франция составына инә. Наполеон һуғыштарынан һуң Ницца шифахана булараҡ популярлыҡ яулай, йомшаҡ климат, йылы ҡыш сит ил кешеләрен йәлеп итә.

1942 йылдың ноябрендә "Антон" операцияһын үткәреү мәлендә ҡала итальян ғәскәрҙәре тарафынан оккупациялана һәм Францияның киңәйтелгән итальян оккупация зонаһына инә. 1943 йылдың сентябрендә Италияның капитуляцияһынан һуң Ницца герман ғәскәрҙәре тарафынан оккупациялана. 1942 йылдың авгусында ҡаланы француз коллаборационистары оккупациялағанға тиклем Дранси концлагерына ҡаланың 560 йәһүд кешеһе ҡыуыла.

XX быуаттың икенсе яртыһында Ницца мэр Жан Медесен (19281944, 19471966) һәм уның улы Жак (1966 — 1990) хакимлығы аҫтында тыныс йәшәй. Берҙән-бер ғәҙәттән тыш ваҡиға — 1979 йылдың 16 октябрендәге цунами 9 кеше ғүмерен өҙә[24].

Ницца күп тапҡыр халыҡ-ара сәйәси форумдарҙың үткәреү урыны була. 2000 йылдың декабрь айында ЕС саммиты асыла, унда Евросоюз сиктәрен көнсығышҡа ҡарай киңәйтеү килешелә[25]. 2008 йылдың ноябрендә Ниццала ЕС-Рәсәй саммиты үтә. Унда президенттар Николя Саркози менән Дмитрий Медведев тарафынан грузин-осетин бәрелеше арҡаһында өҙөлгән Рәсәй менән ЕС араһындағы база килешеүҙәрен төҙөү буйынса һөйләшеүҙәр яңыртыла[26].

2016 йылдың 14 июлендә Ниццала Милли байрам ваҡытында теракт була. Фейерверктан һуң, йөк фургоны водителе автомобиль хәрәкәте өсөн ябылған Инглиз яры урынында халыҡ төркөмөнә аңлы рәүештә инеп китә, 86 кеше үлә, яҡынса 430 кеше яралана. Полиция тарафынан водитель атып үлтерелә. Был теракт өсөн яуаплылыҡты Ислам дәүләтенең террорсылар йәмғиәте ала[27].

Физик-географик ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә
 
Ниццаның космостан күренеше
 
Порт

Географик урыны

үҙгәртергә

Ницца континенталь Францияның көньяҡ-көнсығышында,Франция һәм Италия сигенән 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Парижға тиклем алыҫлыҡ — 960 км, Марсель ҡалаһына — 230 км, Генуяға — 200 км. Ҡала Ангел ҡултығы яры буйында ята, ҡала янында Вар йылғаһы тамағы урынлашҡан. Төньяҡтан Ницца бейек булмаған бер нисә ҡалҡыулыҡтар менән уратып алынған. Ницца француз Ривьераһының иң эре ҡалаларының береһе булып тора.

Коммунаның майҙаны — 71,92 км², халыҡ һаны — 347 060 кеше[28][29] (2006) тотороҡлолоҡ тенденцияһы менән: 343 629 кеше[30] (2012), халыҡ тығыҙлығы — 4777,9 кеше/км².

Ниццаның климаты урта диңгеҙ тибына ҡарай. Ҡалала йыл буйына күпселек уртаса температура өҫтөнлөк итә. Шуның менән бергә башҡа ҡалалар менән сағыштырғанда, яуым-төшөм сағыштырмаса ҙур түгел. Улар сентябрь айынан мартҡа тиклем була. Яҙын елле һауа торошо күҙәтелә.

Йәй эҫе, ҡоро һәм ҡояшлы. Әммә, башҡаларҙан айырмалы рәүештә шул уҡ урта диңгеҙ климаты менән, йәйен Ниццала бик һирәк булһа ла ямғырҙар була. Температура +20 °C һирәк түбән төшә һәм йыш ҡына +30 °c. сиген үтә. Уртаса йыллыҡ һауа температураһы +35 °C тәшкил итә. Температураның абсолют максимумы 2006 йылдың 1 авгусында +37,7 °C һәм абсолют минимум -7,2 °C тәшкил иткән.

Көҙ йылы һәм ҡояшлы сентябрь менән башлана. Октябрь айында һауа температураһы +20 °C түбән төшә, ямғырҙар яуа башлай. Ноябрҙә яҡынса һауа температураһы +17 °C.

Ҡыш өсөн сағыштырмаса йылы көндәр (+11...+17 °C) һәм һалҡын төндәр хас (+4...+9 °C). Йылы һәм ҡоро һауа торошонан ямғырлы һәм дымлы һауа торошона тиклем үҙгәрә. Ҡайһы саҡта ҡырауҙар була. Ҡар бик һирәк яуа.

Ниццала яҙ һуң килә. Март һәм апрель айҙарында һауа торошо ямғырлы һәм дымлы тора, тик май уртаһында ғына йәй һәм ҡоро һауа торошо башлана.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C 12,9 13,4 14,9 16,5 20,1 23,6 26,6 27,2 24,3 20,6 16,3 13,8 19,2
Уртаса температура, °C 9,1 9,7 11,3 13,1 16,8 20,2 23,2 23,6 20,2 16,9 12,6 10,0 15,7
Уртаса минимум, °C 5,3 5,9 7,6 9,7 13,5 16,7 19,7 20,0 17,0 13,2 8,8 6,2 12
Яуым-төшөм нормаһы, мм 85,1 59,7 60,9 69,2 49,4 38,3 15,4 23,9 75,6 143,9 94,3 87,6 803,3
Сығанаҡ: данные Meteo France на сайте World Meteorological Organization[31]

Каждый год бывает около 300 дней без осадков[31].

2011 йылда 344 халыҡ 064 кеше тәшкил итә[32], ә 2012 йылда — 343 629 кеше[30].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
196219681975198219901999200620112012
292958322442344481337085342439342738347060344064343629

Халыҡ һаны динамикаһы[28][33]:

Иҡтисады

үҙгәртергә

Халҡы, нигеҙҙә, хеҙмәтләндереү өлкәһен биләй: аҙыҡ-түлек, туҡыма, тегеү, парфюмерия, мебель, электр техникаһы сәнәғәте предприятиелары һәм сәнәғәттең башҡа тармаҡтары, шулай уҡ сувенирҙар эшләү. Ҡала биҫтәһендә — сәскәселек һәм емешселек.

2010 йылда 213 709 эшкә яраҡлы йәштәге кешенән (15 йыл 64-кә тиклем) 149 180 иҡтисади яҡтан әүҙем, 64 529 — әүҙем булмаған (әүҙемлек күрһәткестәре 69,8 %, 1999 йылда — 66,3 %). 149 180 әүҙем эшкә яраҡлы кешеләрҙән 129 541 кеше эшләгән (65 874 ир-ат һәм 63 667ҡатын-ҡыҙ), 19 639 кеше эшһеҙ (9507 ир-ат һәм 10 132 ҡатын-ҡыҙ). 64 529 эшкә яраҡлы әүҙем булмаған граждандар араһында 26 172 уҡыусы йәки студент, 15 593 — хаҡлы ялда, ә 22 764 — башҡа сәбәптәр арҡаһында әүҙем булмаған[34][35].

2010 йыл дауамында коммунала һалым түләүсе 175 501 йорт хужалығы иҫәпләнгән, унда 343 160,0 кеше йәшәгән. Шул уҡ ваҡытта килем медианаһы һалым түләүсе бер кешегә 17 873 евро тәшкил иткән[36].

Транспорты

үҙгәртергә
 
Ницца урамында трамвай

«Ницца Зәңгәрһыу Яр» (франц. Aéroport Nice Côte d'Azur) аэропорты пассажирҙар ағымы буйынса Францияла өсөнсө урында тора. Уның менән йыл һайын 10 миллиондан ашыу кеше файҙалана[37]. Вертолет линияһы Ницца аэропортын Монако гелиопорты менән тоташтыра.

Тимер юлдар Ниццаны яр буйының башҡа ҡалалары менән, шулай уҡ Монако кенәзлеге менән тоташтыра.

Ҡалал бер трамвай линияһы һәм күп һанлы автобус линиялары эшләй[38].

Фәне һәм мәғарифы

үҙгәртергә

Ҡалала Зәңгәрһыу Ярының өлөшө булған обсерватория урынлашҡан. Был обсерваторияла 1891 йылдың 5 мартында француз астрономы Огюст Шарлуа тарафынан Ника астероиды (307) асылған һәм боронғо нрек мифологияһының еңеү алиһәһе, шулай уҡ унда асылған ҡала хөрмәтенә аталған[39].

1965 йылда Ницца — София Антиполис университетына нигеҙ һалыу ҡалала әүҙем ғилми-тикшеренеү үҫешенә килтерә. Университетта төрлө ғилми ойошмаларға ҡараған (CNRS, INSERM, INRA (фр.)) йәки CEA) алтмыш ике ғилми-тикшеренеү бүлеге, йөҙ ҙә ун алты ғилми төркөм һәм утыҙ биш лаборатория бар.

Архитектураһы

үҙгәртергә

Ҡаланың диңгеҙ буйында XIXXX быуат башының матур электр биналары төҙөлгән. XVIIXVIII быуаттың соборы, сиркәүҙәр һәм һарайҙар итальян барокко стилендә.

Чәчәк парады

үҙгәртергә

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә
 
Иҫке ҡала күренеше
 
Иҫке ҡала күренеше һәм Изге Репарат соборы
 
Инглиз яр буйы һәм Negresco ҡунаҡханаһы

Ҡалала күп һанлы музейҙар урынлашҡан. Ҙур билдәлелек менән түбәндәгеләре файҙалана:

  • Археология музейы;
  • Тәбиғи тарих музейы;
  • Һынлы сәнғәт музейы (франц. Des Le Beaux Musée-Arts) Фрагонар, Моне, Сислей һәм Дегтың картиналары, шулай уҡ башҡа рәссам һәм скульпторҙарҙың эштәре тупланған.
  • Флот музейы;
  • Марк Шагал Библия мөрәжәғәтнәмәһенең Милли музейы (франц.Marc Message National Musée Biblique Chagall). 1972 йылда асылған. Музейҙың күргәҙмәһе үҙәгендә Иҫке Ғәһед тәьҫораттары аҫтында яҙылған рәссам-авангардсы Марк Захарович Шагалдың ун ете ҙур картинаһы тора.
  • Массен музейы (Masséna Musée). Музей D ' Or Carré районында (Алтын Квадрат) — Ницца үҙәгенең матур һәм ҡиммәтле кварталдында урынлашҡан. Музей 2008 йылдың мартында реконструкциянан һуң асыла. Хәҙер унда XI—XIX быуаттың мең ярым тирәһе ижад емештәре тәҡдим ителә: скульптура, картина, һауыт-һаба, ҡорал — барыһы ла, шул уҡ ваҡыттағы тормоштоң һәм мәҙәниәттең иң мөһим яҡтарын күрергә мөмкинлек бирә.
  • Ласкарис музейы;
  • Матисс музейы (франц. Musée Matisse). Ҡаланың үҙәк өлөшөндә ята. Музей XVII быуатта төҙөлгән Генуя йортонда урынлашҡа. Күргәҙмәлә рәссам ижадының төрлө осорондағы картиналары, скульптуралаыр һәм гравюралары күрһәтелә.

Ҡалала бер нисә муниципаль галерея урынлашҡан.

  • А. Жаковскийҙың ябай сәнғәт музейы.
  • Ниццала сиркәүҙәр һәм соборҙар күп: Notre Basilique-Dame (Богородица Базиликаһы),Cathédrale orthodoxe russe Saint-Nicolas (Изге Николай православие Соборы), Cathédrale Sainte-Réparate (изге Репарат соборы), Chapelle Sainte-Croix (Изге Тәре часовняһы).

Башҡалар

үҙгәртергә
  • Инглиз ярындағы «Негреско» ҡунаҡханаһы 2003 йылда Францияның тарихи әһәмиәтендәге архитектура объекттары исемлегенә индерелгән.

Панорамаһы

үҙгәртергә
Ниццаның күренеше, 2011 йыл. Порт һәм Мон Борон районына күренеш.

Билдәле кешеләре

үҙгәртергә
 
Шато зыяратында Александр Герцен ҡәбере
  • 1807 йылдың 4 июлендә Ниццала Джузеппе Гарибальди тыуған.
  • 1838 йылда Роберт Цезарь Чайлдерс—британ шәрҡиәтсеһе тыуған
  • 1840 йылда Ниццала бөйөк скрипкасы-виртуоз — Никколо Паганини вафат булған
  • 1858—59 һәм 1864—65 йылдарҙа Ниццала ҡышҡы миҙгелде атаҡлы рус шағиры кенәз Петр Андреевич Вяземский үткәрә. Ул ҡунаҡханала йәшәй. Шағир ҡалала урыҫ китапханаһын ойоштора һәм ҡалаға арнап «Ницца»,«Вечер в Ницце», «Дорогою из Ниццы в Канны», «Вечером на берегу моря», «Прощание с Ниццею» шиғырҙарын яҙа.
  • 1865 йылдың 12 апрелендә Ниццала рус тәхеетенең вариҫы — бөйөк кенәз Николай Александрович (Александр II улы) вафат була. Ҡалала уның иҫтәлегенә 1868 йылда сиркәү төҙөлгән һәм бульвар аталған, ә 1903—12 йылда собор төҙөлгән.
  • 1868 йылдың февралендә Ниццала Бавария короле Людвиг I вафат була.
  • Ҡалала А. П. Чехов ял иткән
  • Ниццала Александр Герцендың ҡәбере урынлашҡан.
  • 1927 йылда Ниццала билдәле француз актеры Морис Роне тыуған.
  • 1927 йылдың сентябрь айында Ниццала билдәле бейеүсе, Сергей Есениндың ҡатыны, Айседора Дункан вафат булған. Муйынына ураған газ шарфы ел ыңғайына машинаһының тәгәрмәсенә уралып китеп үңәсе һығылып үлә.
  • 1928 йылда Варшаванан Ниццаға үҙенең әсәһе менән 14 йәшлек Кацев Роман күсеп килә – артабан билдәле яҙыусы Гари Ромен, ике тапҡыр Гонкуров премияһы лауреаты (1956 йылда Гари Ромен һәм 1975 йылда Эмиль Ажар исеме аҫтында), хәрби һәм дипломат, Почетлы легион ордены кавалеры.
  • 1929 йылда Ниццала Жак Тожа тыуған һәм 1996 йылда ерләнгән — билдәле артист һәм Комеди Франсез театрының генераль директоры, уның хөрмәтенә тыуған ҡалаһында Гарибальди майҙаны һәм Милли театр араһында урынлашҡан майҙан аталған
  • 1939 йылдың 1 ғинуарында Ниццала билдәле француз актрисаһы Мерсье Мишель тыуған.
  • 1960 йылдың 29 июлендә Ниццала Дидье ван Ковеларт тыуған (франц. Didier Cauwelaert Van) — француз яҙыусыһы, тәнҡитсе, сценарий авторы, бик күп әҙәби премиялар лауреаты, шул иҫәптән Гонкуров премияһы лауреаты.
  • 2015 йылдың 17 июлендә Ниццала Формула - 1 пилоты Жюль Бьянки госпиталдә вафат була. Уға 25 йәш була. Бьянки 21 йыл эсендә донъя чемпионатының Гран-при барышында авария һөҙөмтәһендә вафат булған беренсе пилот була.

Рус Ниццаһы

үҙгәртергә
 
Вильфранш бухиаһына күренеш
 

XIX быуат уртаһынан Ницца рус аристократияһы араһында популяр ҡунаҡхана булып китә. 1852 йылдың 26 октябре иртәһендә императрица Александра Федоровна Вильфранш бухтаһына килә. Рус императрицаһының был урынды һайлауы Зәңгәрһыу Ярҙың данлы туристик киләсәге өсөн мөһим була.

Вильфранш бухтаһында ер һатып алына, император йорто өсөн йорттар төҙөлә. Тиҙҙән Ниццала 400 самаһы урыҫ ғаиләһе иҫәпләнә, улар ҡалала торлаҡ һәм ер хужалары була. 1912 йылда ҡалала Изге Николай соборының төҙөлөшө тамамлана, ул Рәсәйҙән ситтә иң матур православие соборы була. Собор шулай уҡ Николай II аҡсаһына ла төҙөлә.

1913 йылда Ниццала рус колонияһында 3300 самаһы кеше иҫәпләнә, ә 1930 йылда унда революция ваҡытында Рәсәйҙе ташлап киткән 5312 кеше йәшәй Икенсе донъя һуғышы ваҡытында уларҙың күбеһе АҠШ-ҡа күсеп китә.

  • Урыҫ зыяраты Кокад (Ницца)
  • Святитель һәм Чудотворец Николай һәм ыҙа сигеүсе батшабикә Александра сиркәүе.
  • Император Александр II улы тәхет вариҫы Николай Александровичҡа һәйкәл[40]. Никольский соборы баҡсаһында 2012 йылдың 19 декабрендә асыла. Скульпторы А.Н. Бурганов.

Туғандаш ҡалалар

үҙгәртергә

Иң әүҙем бәйләнештәр

Башҡа туғандаш ҡалалар

Дуҫлыҡ тураһында пакттар

Ницца әҙәбиәттә һәм сәнғәттә

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. https://www.insee.fr/fr/information/3363419
  2. archINFORM (нем.) — 1994.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 3,7 3,8 https://www.insee.fr/fr/information/2560698 — 2017.
  4. Répertoire national des élus du 2 décembre 2020 — 2020.
  5. https://web.archive.org/web/20240528143447/https://www.ovpm.org/members/cities/
  6. Populations légales 2021Национальный институт статистики и экономических исследований Франции, 2023.
  7. 7,0 7,1 Национальный институт статистики и экономических исследований Франции — 1946.
  8. 8,0 8,1 база данных о французских коммунахНациональный географический институт Франции, 2015.
  9. https://it-ch.topographic-map.com/map-c4vw3q/Nizza/?zoom=19&center=43.69591%2C7.27152&popup=43.69608%2C7.27151
  10. https://v2.netanya.muni.il/Eng/?CategoryID=1779&ArticleID=1464
  11. https://www.nuernberg.de/internet/international/nizza_partnerschaft.html
  12. https://www.gdansk.pl/urzad-miejski/biuro-prezydenta/nicea-francja,a,1656
  13. https://www.edinburghlive.co.uk/news/edinburgh-news/edinburghs-ten-sisters-remarkable-cities-18177349
  14. https://democracy.edinburgh.gov.uk/documents/s34650/Item%207.8%20-%20Edinburgh%20International%20Framework.pdf
  15. https://www.szegedvaros.hu/aranyoldalak/nizza-franciaorszag/
  16. http://szegedtourism.hu/hu/nizza-franciaorszag/
  17. https://kvs.gov.spb.ru/en/agreements/
  18. https://www.lagazettedescommunes.com/660599/le-palmares-des-50-plus-grandes-villes-videosurveillees/
  19. база данных о французских коммунахНациональный географический институт Франции.
  20. 20,0 20,1 20,2 20,3 Base officielle des codes postauxLa Poste, 2018.
  21. 21,0 21,1 https://lannuaire.service-public.fr/provence-alpes-cote-d-azur/alpes-maritimes/mairie-06088-01
  22. https://www.france24.com/fr/20120601-france-nice-mariages-charte-interdiction-manifestations-bruyantes-youyou-estrosi-tactique-electorale-legislatives
  23. Décret n° 2014-227 du 24 février 2014 portant délimitation des cantons dans le département des Alpes-Maritimes (фр.). Директива от 24 февраля 2014. legifrance.gouv.fr. Дата обращения: 26 август 2015.
  24. Soren Seelow. Attentat de Nice : un an après, toujours aucun lien établi entre le terroriste et l’EI  (фр.), Le Monde (14 juillet 2017). 27 август 2017 тикшерелгән.
  25. 28,0 28,1 Population selon le sexe et l'âge...2006 (фр.). Распределение населения по полу и возрасту (2006). INSEE. Дата обращения: 26 август 2015. Архивировано 4 сентябрь 2012 года.
  26. Численность населения в 2006 году (фр.). INSEE. Дата обращения: 26 август 2015.
  27. 30,0 30,1 Численность населения в 2012 году (фр.). INSEE. Дата обращения: 26 август 2015.
  28. 31,0 31,1 Weather Information for Nice (ингл.). — информация World Meteorological Organization. Архивировано 25 август 2011 года.
  29. Численность населения в 2011 году (фр.). INSEE. Дата обращения: 26 август 2015.
  30. Население коммуны Ницца (фр.). cassini.ehess. Дата обращения: 26 август 2015.
  31. Base chiffres clés: emploi — population active 2010 (фр.). INSEE. Дата обращения: 26 август 2015. (последние данные приведены за 1999 год, временная занятость учтена частично)
  32. Base chiffres clés: emploi - population active 2010 (фр.). INSEE. Дата обращения: 26 август 2015. (последние данные приведены за 1999 год, временная занятость учтена частично)
  33. Revenus fiscaux des ménages en 2010 (фр.). Облагаемые налогом доходы домашних хозяйств (2010). INSEE. Дата обращения: 26 август 2015. Примечание: дети и внуки, которые проживали в двух местах учтены как 0,5 человека. Глава домашнего хозяйства — один налогоплательщик (НП), другие взрослые члены семьи — по 0,5 НП, дети до 14 лет — по 0,3 НП.
  34. Les Statistiques de l'Aeroport Nice Cote d'Azur (фр.). — статистика на официальном сайте аэропорта. Архивировано из оригинала 23 февраль 2001 года. 2001 йыл 23 февраль архивланған.
  35. Ҡалып:Книга:Словарь имён малых планет
  36. Открытие памятника цесаревичу Николаю в Ницце. stmichelcannes.fr. Дата обращения: 12 август 2014. Архивировано 12 август 2014 года.
  37. Был объект Ҡырым ярымутрауы территорияһында урынлашҡан. Ярымутрауҙың ҙур өлөшө был территорияны контролдә тотоусы Рәсәй Федерацияһы һәм Украина араһында территориаль ризаһыҙлыҡ объекты булып тора. Рәсәй Федерацияһының административ-территориаль ҡоролошона ярашлы ярымутрауҙа Рәсәй Федерацияһы субъекттарыҠырым Республикаһы Һәм Севастополь федераль әһәмиәтендәге ҡала урынлашҡан. Украинаның административ-территориаль ҡоролошона ярашлы ярымутрауында Ҡырым Автономиялы Республикаһы һәм айырым статуслы Севастополь ҡалаһы урынлашҡан.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].
  NODES
INTERN 3