Нух (Ной)

Изге Яҙма китаптары персонажы

Нух (йәһ. נֹחַ‎, Но́ах, Библияла (Башл. 5:29) «тынысландырыусы» тип аңлатыла; бор. грек. Νῶε, ғәр. نوح‎نوح‎, Нух) — туфанға тиклемге осорҙоң һуңғы, унынсы, Иҫке Ғәһед аҡаһаҡалы, Әҙәмдең тура вариҫы; Ламехтың улы, Меҫушелахтың (урыҫ. Мафусал, Мафусаил) ейәне, Шемдың (урыҫ. Сим), Хамдың һәм Йәфәҫтең (урыҫ. Иафет) атаһы (Башл. 5:28—32, 1Йылъяҙм.1:4).

Нух
йәһ. נֹחַ
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған урыны Месопотамия
Атаһы Ламех[d][1]
Әсәһе Бэт-Енох[d]
Хәләл ефете Наама[d]
Балалары Шем[d][2], Хам[d][2] һәм Яфет[2]
Һөнәр төрө фермер, ата-әсә, пәйғәмбәр
Праздник святого 18 ноябрь һәм 11 декабрь
Нигеҙендә эшләнгән Atra-Hasis[d][3]
Телгә алынған хеҙмәттәр Книга пророка Иезекииля[d], 1-е послание Петра[d], 2-е послание Петра[d], Послание к Евреям[d], Книга пророка Исаии[d], Евангелие от Луки[d], Евангелие от Матфея[d], Книга Премудрости Иисуса, сына Сирахова[d], Книга Товита[d], Ҡөрьән, Genesis 5[d], Genesis 6[d] һәм Genesis 10[d]
 Нух Викимилектә

Библияға ярашлы, Нух үҙ заманы өсөн ифрат тәҡүә кеше була, шуның өсөн Алла уны бөтә донъяны баҫҡан туфандан ҡотҡара һәм кешелекте дауам итеүсе итә. Ошо маҡсатта Алла уға көймә төҙөргә һәм унда ғаиләһенең ағзаларын, шулай уҡ һәр төрлө тереклектән берәр парҙы алып инергә ҡуша. Туфан ҡайтҡас, көймә Арарат тауына килеп туҡтай (Башл. 8:4), шунда Нух Аллаға ҡорбандар сала, Алла, уға һәм бөтә тоҡомона фатиха биреп, уның менән килешеү төҙөй.

Ислам динендә Нух пәйғәмбәр тип таныла.

Изге Яҙмаларҙа

үҙгәртергә

Биш китапта

үҙгәртергә

Туфан ҡалҡҡанға тиклем

үҙгәртергә

Башланмыш китабында һөйләнелеүенсә, тәҡүәлеге өсөн Нух ғаиләһе менән туфандан һуң кешелекте дауам итеү вазифаһына һайлана. Туфан язаһын Алла кешелектең әхлаҡһыҙлығы өсөн ебәрә. Ул Нухҡа ерҙә бөтә тереклекте һыу менән юҡ итергә йыйыныуы хаҡында хәбәр итә һәм көймәне нисек төҙөргә кәрәклеге тураһында күрһәтмәләр бирә.

Туфан ҡалҡыу

үҙгәртергә
 
«Туфан», Фрэнсис Дэнби, 1840, Тейт галереяһы

Әҙерлек тамам булғас, Алла Нухҡа көймә эсенә хайуандарҙың һәм ҡоштарҙың һәр төрөнән берәр пар, ә ашарға яраҡлы «таҙаһын» (йәғни ҡорбан килтерергә мөмкин булғандарын) етешәр пар алып инергә ҡуша. Көймәгә Нух менән бергә уның ҡатыны һәм өс улы менән өс килене лә ултыра.

Икенсе айҙың 17-се көнөндә төпһөҙ упҡындар асылып, ер йөҙөн томалап ямғыр ҡоя башлай. Ташҡын 40 көн һәм 40 төн дауам итә, шунан һыу көймәне күтәреп, йөҙҙөрөп алып китә. Һыу кимәле шул тиклем бейек була, хатта көймә иң бейек тау баштарынан да өҫтәрәк булып сыға. Ерҙәге бөтә тереклек туфан даръяһында һәләк була, тик Нух менән уның юлдаштары ғына иҫән ҡала. 150 көндән һуң ғына һыу кәмей башлай, етенсе айҙың 17-се көнөндә Арарат тауының башында көймә туҡтап ҡала (диңгеҙ кимәленән 5000 метр бейеклектә). Башҡа тауҙарҙың түбәләре туғыҙынсы айҙың беренсе көнөндә генә күренә, шунан һуң Нух тағы 40 көн үткәнен көтә лә ҡоҙғондо сығарып ебәрә. Әммә ҡоҙғон ҡоро ер тапмайынса кире ҡайта. Ҡоро ер сыҡҡансыға тиклем Нух көн дә ҡоҙғондо осороп ҡарай.

Шунан һуң Нух күгәрсенде осора (ете көн һайын). Беренсе тапҡырында күгәрсен буш ҡайта, икенсеһендә суҡышына зәйтүн ботағы ҡыҫтырып ҡайта, өсөнсөһөндә бөтөнләй ҡайтмай. Был «ерҙә һыуҙың кипкәнен» аңлата. Ниһайәт, тирә-яҡ тамам ҡороғас, Нух ергә төшә.

 
«Нухтың ҡорбан килтегән урыны пейзажы», И. А. Кох, яҡынса 1803. Дәүләт галереяһы, Майндағы Франкфурт

Алла менән килешеү

үҙгәртергә

Башланмыш китабында артабан Нухтың Арарат тауы эргәһендә ҡотолоуы өсөн рәхмәт йөҙөнән ҡорбан килтереүе тураһында хикәйәләнә. Библияла ошо урында беренсе тапҡыр хайуандарҙы тотош яндырып ҡорбан килтереү осрай. Алла ергә элекке тәртипте ҡайтарырға һәм башҡа бер ваҡытта ла кешеләрҙең ғәйебе өсөн ерҙе буш ҡалдырырлыҡ яза бирмәҫкә вәғәҙә итә. Шунан Алла Нухҡа һәм уның балаларына (йәғни туфандан һуңғы бөтә кешелеккә), ерҙәге бөтә тереклеккә фатиха бирә һәм кешелеккә әхлаҡ ҡанундарын еткерә. Шунан Алланың кеше менән килешеүе билдәһе булып күктә йәйғор балҡый.

Туфандан һуң

үҙгәртергә
 
«Иҫерек Нух», Сикст капеллаһында Микеланджело фрескаһы, 1508—1512

Көймәнән сыҡҡас, Нух ер эшкәртә, йөҙөм баҡсаһы үҫтерә, шарап ҡойорға өйрәнеп ала. Бер заман иҫерек Нух шәрә килеш сатырында ята. Шул саҡ улы Хам (моғайын, эргәһендә Ҡәнғән улы ла булғандыр) сатырға инә лә атаһын күрә һәм туғандарына һөйләргә ашыға. Шем менән Йәфәҫ иһә кейем-һалым алып иңбаштарына һалалар ҙа, сатырға арттары менән генә инеп, аталарының өҫтөнә һалып сығалар. Мыҫҡыллағаны өсөн Нух Хам улын ҡәһәрләй һәм Шем менән Йәфәҫтең ҡоло тип иғлан итә. Ә был ике улына фатихаһын бирә. Туфандан һуң Нух тағы 350 йыл йәшәй һәм 950 йәшендә вафат була (Башл. 9-29).

Нухтың балалары һәм тоҡомо
үҙгәртергә

Башланмыш китабының 10-сы бүлегендә Нухтың тоҡомдары тураһында яҙылған. Нух донъялағы бөтә халыҡтарҙың тәүатаһы була, донъя халыҡтары иһә өс төп төркөмгә бүленә:

  • Шемдан (урыҫ. Сим) таралған халыҡтар (семиттар, был әлеге мәлгә иҫкергән термин һанала, ҡарағыҙ: Афразия телдәре);
  • Хамдан таралған халыҡтар (хамиттар, иҫкергән термин);
  • Йәфәҫтән таралған халыҡтар (һинд-европа халыҡтарының ҡайһы бер төркөмдәренә яҡын).
 
«Нух ғаиләһе менән көймәлә», XV быуат башындағы француз манускриптындағы миниатюра

Яңы Ғәһедтә

үҙгәртергә
 
«Нух менән зәйтүн ботағы килтергән күгәрсен». Иртә христиан катакомбаларындағы фреска, II—IV быуаттар

Илсе Пётр Нухты хәҡиҡәт вәғәзсеһе тип иҫәпләй һәм уның туфандан көймәгә ултырып ҡотолоуында сумырыу йолаһы аша рухи ҡотолоу мөмкинлегенә ишара күрә. Илсе Павел шулай уҡ Нухты иманлылыҡ өлгөһө итеп миҫалға килтерә.

Ҡөрьәндә

үҙгәртергә

Библияла Нух Ной тип алынһа, Ҡөрьәндә Нух тип йөрөтөлә һәм ислам динендә Аллаһтың биш ҙур пәйғәмбәренең иң беренсеһе һәм емертеүсе тип аталған пәйғәмбәрҙәрҙең дә беренсеһе булып тора[4]. Нух Аллаһ тарафынан мәжүси ырыуҙаштары эргәһенә берҙән-бер Аллаһты таныһындар һәм мәжүсилектән баш тартһында өсөн өгөтләргә ебәрелә. Әммә ырыуҙаштары Нухты ҡыуып ебәрә (Ҡөрьән, 71:23) һәм ул ялбарып: «Раббым! Ер өҫтөндә бер кафырҙы ла ҡалдырма!» — ти (71:26). Нухтың доғаһына яуап итеп, Аллаһ ергә туфан ҡалҡыта (54:11). Нух Аллаһҡа ышаныусылар һәм төрлө йәнлектәр менән бергә таҡта көймәлә ҡотола.

Башҡа мәҙәниәттәр менән ихтимал булған бәйләнеш

үҙгәртергә

Тикшеренеүселәр фекеренсә, туфан тураһындағы легенда персонажы сифатында Нухтың месопотам мәҙәниәтендәге Зиусудра һәм Утнапиштим хикәйәттәрендә үк элгәрҙәре булған.

Мосолман традицияһындағы риүәйәттәр

үҙгәртергә
 
«Нух көймәһе», ислам миниатюраһы

Аллаһтың пәйғәмбәре Нух менән уның көймәһе тураһында һуңыраҡ осорҙарҙа барлыҡҡа килгән легендаларҙа был тарих башҡасараҡ һөйләнелә. Мәҫәлән, әл Жүзи тауы (Ҡөрьән тәфсирселәре араһында берәүҙәре был тауҙы Месопотамияла ти, икенселәре уны Арарат ти) иҫке ғәрәп сығанаҡтарындағыса Ғәрәбстандағы Нәдждә[5] түгел, ә «Әрмәнстанды Курдистандан айырған Кирдала» тип раҫлана[6][7]. Тәфсирҙәрҙә туфан тураһында бик күп хикәйәләр бар, көймәгә йәбешеп иҫән ҡалған бәһлеүән Удж тураһында ла һөйләнелә. Тәфсирҙәр арҡаһында Нух менән бергә ҡотолған улдарының да исемдәре билдәле була: Арк, Сам, Хам һәм Иафит. Нухтың ҡатыны тәфсирҙәрҙә Нухты аҡылдан яҙған тип иҫәпләгән гонаһлы ҡатын итеп күрһәтелә[4].

Риүәйәттәргә ярашлы, көймәгә Нухтың ҡатыны менән Йам исемле улынан башҡа бөтә ғаиләһе ултыра. Йам, тау башында ҡотолоп ҡалмаҡ булып, атаһы менән барыуҙан баш тарта һәм һәләк була. Туфан бөткәс, Нух Аллаһтан улын кире ҡайтарыуҙы һорай, әммә Аллаһ уның теләген үтәмәй, сөнки Аллаһҡа ышанмаған улы Нухтың ғаиләһенә инергә тейеш булмай.

Иудаизмда

үҙгәртергә

Йәһүд риүәйәте буйынса[8], Нух көймәне 120 йыл төҙөгән. Аллаһы Тәғәлә уны бер һүҙе менән йә көймә төҙөлөшөн тиҙләтерлек мөғжизәһе менән дә ҡотҡара алыр ине. Ундай сара күрелмәүҙең сере Раббының кешеләргә гонаһтарына тәүбә итергә һәм тәртиптәрен төҙәтергә мөмкинлек биреүе менән аңлатыла. Нухтың замандаштары уның эшен күрә-күҙәтә йөрөгән. Ни эшләүе тураһында һорағандарға Нух Аллаһтың кешелекте юҡҡа сығарырға ҡарар ҡылыуы, әгәр кешеләр холоҡ-фиғелен төҙәтмәһә, 120йылдан туфан һыуы менән юҡ ителәсәге тураһында аңлатҡан. Әммә бөтәһе лә Нухтан көлгән, һөйләгәненә бер әһәмиәт тә бирмәгән.[9]

Нух тоҡомдарының ете ҡануны

үҙгәртергә
 
Билдәһеҙ рәссам. Ной улдары араһында донъяны бүлә. Монастырь картинаһы. XVIII быуат. С. Григорьянц коллекцияһы
Иудаизмға[10] ярашлы, Нух тоҡомдарының ете ҡануны Аллаһтың Әҙәм менән Нух аша бөтә кешелеккә биргән бойороҡтарының иң кәрәкле минимумы булып тора.
  1. Мәжүси илаһтарға табынмаҫҡа — бер Аллаға ышаныу
  2. Аллаһты хурламаҫҡа — Алланы хөрмәтләү
  3. Үлтермәҫкә — кеше ғүмеренә ихтирам
  4. Зина ҡылмаҫҡа — ғаиләгә хөрмәт
  5. Урламаҫҡа — яҡыныңдың мөлкәтен хөрмәт итергә
  6. Тере хайуандан ҡырҡып алынғанды ашамаҫҡа  — тере йән эйәләренә хөрмәт
  7. Ғәҙел хөкөм булдырырға

Сәнғәттә һәм әҙәбиәттә

үҙгәртергә

Һынлы сәнғәттә

үҙгәртергә
 
«Туфан ҡалҡыу». Сикст капеллаһындағы фреска, Микеланджело

Көнбайыш Европа һынлы сәнғәтендә Нух образы түбәндәге икона сюжеттарында ҡулланыла:

  • Нухтың тыуыуы (һирәк осраусан сюжет)
  • Туфан алдынан тәҡүә тормош (һирәк осраусан сюжет)
  • Көймә төҙөү һәм унда хайуандарҙы индереү
  • Туфан һәм кешелекте юҡ итеү. Туфандан һуңғы иртә
  • Нух күгәрсен осора. Көймәнән төшөү
  • Ҡорбан килтереү (йәйғорло)
  • Нухтың иҫереүе
  • Нух Хамды (һәм Хамдың улы Ҡәнғәнде) ҡәһәрләй
  • Нухтың үлеме (һирәк осраусан сюжет)
  • Нухтың тоҡомо (һирәк осраусан сюжет).
 
«Нух Хамды ҡәһәрләй»,
И. С. Ксенофонтов

Нухтың киң билдәле һүрәттәре булып уның тормошонан Микеланджело төшөргән Сикст капеллаһы һүрәттәре циклындағы фрескалар иҫәпләнә. Микеланджело өс ҙур фреска төшөрә: «Туфан», «Нухтың ҡорбан килтереүе» һәм «Нухтың иҫереүе»[11]. Микеланджелоға тиклем Нух темаһына итальян сәнғәтендә — Уччелло менән Беноццо Гоццоли, үҙенең станцаларында Рафаэль, ә скульптурала Лоренцо Гиберти и Андреа Пизано мөрәжәғәт итә.

Православие сәнғәтендә Нухтың һыны башҡа тәүаталар менән бергә һүрәтләнә һәм ҡулындағы көймә моделенән танылып тора. Новгородтың Илья урамындағы Спас сиркәүендә Феофан Грек төшөргән фреска бар (XIV быуат). Шулай уҡ Дионисийҙың фрескаһы һаҡланған.

Әҙәбиәттә

үҙгәртергә
  • Йост ван ден Вондел. «Ной, или гибель первого мира», трагедия
  • [12]
  • Педро Кальдерон де ла Барка. Auto sacramental (дини драма) «Вавилонская башня».
  • Андре Обэ, «Ной», пьеса.
  • Gelett Burgess. «The Maxims of Noah»
  • А. А. Милн. «Перед потопом», хикәйә[13]
  • Хуго Лёчер. «Ной».
  • Джулиан Барнс. «История мира в 10 ½ главах» романындағы бер нисә бүлек.
  • Джеральд Даррелл. «Новый Ной», «Перегруженный ковчег», «Ковчег на острове».
  • А. Платонов. «Ноев ковчег (Каиново отродье)», пьеса (1950)

Кинематограф

үҙгәртергә
  • «Ной» / Noah (2014; АҠШ) режиссёры Даррен Аронофски, Нух ролендә Дакота Гойо (бала сағында), Рассел Кроу (өлкәнәйгәс).

Ной — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)

Төшөмәләр һәм сығанаҡтар

үҙгәртергә
  1. 28-29 // Genesis, בְּרֵאשִׁית, Första Moseboken (билдәһеҙ)
  2. 2,0 2,1 2,2 32 // Genesis, בְּרֵאשִׁית, Första Moseboken (билдәһеҙ)
  3. https://www.thetorah.com/article/the-mesopotamian-origin-of-the-biblical-flood-story
  4. 4,0 4,1 Гордон Ньюби. Краткая Энциклопедия Ислама = ингл. A CONCISE ENCYCLOPEDIA OF ISLAM, 2002. — М.: ФАИР-ПРЕСС, 2007. — С. 218. — ISBN 978-5-8183-1080-0 (рус.), 1-85168-295-3 (англ.), УДК 28, ББК 86.38 (4Вел) H92.
  5. Horovitz J. Koranische Untersuchungen, S. 107—108.
  6. Коран. Перевод и комментарии И. Ю. Крачковского, с. 544.
  7. Л. И. Климович. Книга о Коране
  8. Мидраш Танхума, разд. Берешит 37
  9. Талмуд, Санхедрин 108б
  10. Талмуд, Санхедрин 56а; Тосефта, Авода Зара 8:4; ср. Маймонид, «Мишне Тора», разд. Законы царей 9:1
  11. Цикл Ноя в Сикстинской капелле Микеланджело
  12. Йост Ван Ден Вондел. «Ной, или гибель первого мира»
  13. Алан Милн. Перед потопом

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  NODES