Ойоҡ (рус. Чулок) — аяҡтың аҫҡы өлөшө өсөн кейем төрө. Ғәҙәттә улар текстилдән эшләнә. Элек-электән ирҙәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡулланған. Хәҙерге заман модаһында — баҙарҙа ирҙәр моделдәре булһа ла, башлыса ҡатын-ҡыҙҙар кейеме предметы[1].

Ойоҡ
Рәсем
 Ойоҡ Викимилектә
Үтә күренмәле ойоҡ

Этимологияһы

үҙгәртергә

Төрки сығышлы һүҙ, урта cыу. tš́ǝ̂lga, tš́ulgа — «чулга»; татар. čolgåu — «чолгау»; ҡыпсаҡ. čulgau, ҡаҙ. šulgau «урауғыс, онуча»; алт. čulgu «йүргәк»; → бор.-урыҫ. чулъкъ (Иван Грозный мөлкәтен теркәү,1582-1583; Хож. Познякова, 1558, 12, Хож. Котов); артабан — рус. чулок, чулка́; укр. чуло́к; болг. чу́лка. Урта быуаттарҙағы төрки халыҡтарҙа башта йомшаҡ баҫылған кейеҙ итек тигәнде аңлата. Башҡортса әйтелештә был монаят — сылғау.

 
Филипп IV көмөш баҫылған көрән төҫтәге кейем кейгән. Диего Веласкес, 1631

1589 йылда ҡатыны ойоҡ бәйләп аҡса эшләгән Лий исемле эшһеҙ инглиз кешеһе тәүге бәйләү станогы эшләй. Станокта яһалған ойоҡтар ул заманда ебәк һәм бәрхәт ойоҡтарға конкуренция тыуҙыра башлай.

Людовик XIV осоронда аҡһыл-күк һәм ҡыҙыл ойоҡтар популярлыҡ яулай. Маркиза Де Помпадур эйәрсендәрендә модала селтәр ойоҡ булған, уларҙың хаҡы уртаса статистик дворяндың йыллыҡ килеменә яҡынлашҡан. XVI быуатта Испанияла ҡулдан бәйләнгән йоҡа ҡиммәтле ойоҡ модаға инә. Англия короле Генрих VIII-гә бер мәл Испаниянан шундай бер пар ойоҡто бүләк итеп ебәрәләр[2]. Бынан тыш Венецияла хатта «Ойоҡ Йәмғиәте» (итал. Compagnie della Calza) төҙөгәндәр, унда XV—XVI быуаттар Венеция Республикаһының мәҙәни тормошта мөһим урын биләгән кешеләре ҡатнашҡан. Был йәмғиәттәр вәкилдәре ҡупшы биҙәлгән кейемдәре, шулай уҡ төрлө төҫтәге ойоҡтары менән айырылып торған. Компаньондарҙың ойоҡтары буйлы ла, шаҡмаҡлы булған, улар йыш ҡына нағыш йәки хатта аҫыл таштар менән биҙәлгән[3].

 
Ойоҡ кейгән ҡыҙ, АҠШ, 1922
 
Ойоҡ фабрикаһы. Мальма 1954 йыл

Күп быуаттар буйына ҡатын-ҡыҙҙың оҙон күлдәктәре аяҡтарын йәшереп тотҡандан һуң, Беренсе донъя һуғышынан һуң мода уларҙы аса һәм бик тиҙҙән фетишҡа әйләндерә. Аҡ, ҡара һәм буйлы менән бер рәттән тән төҫөндәге ебәк ойоҡтар ҙа барлыҡҡа килгән. Яһалма ебәк үҙе 1890 йылда уҡ етештерелә башлаһа ла, унан 1910 йылда ғына ойоҡ сығарыуға тотоналар. Баҙарҙа иһә кизе-мамыҡ, фильдекос һәм ебәк ойоҡтан тыш, вискоза ойоҡ та тәҡдим ителә. Бындай ойоҡ тәбиғи ебәктән эшләнгән ойоҡтарҙың иң арзан моделенән кәмендә ике тапҡырға арзаныраҡ тора, ә хаҡы 9 долларға еткән ҡиммәтерәк дизайнер ойоҡтары тураһында әйтеп тораһы ла юҡ.

XХ быуат башында төҫлө ойоҡ ҙур ихтыяж менән файҙалана. Сигелгән, һүрәттәре булған ойоҡтар килеп сыға.

1939 йылда химия компанияһы DuPont нейлон сығара башлау АҠШ-та бындай ойоҡҡа ҙур ихтыяж тыуҙыра — беренсе көндә үк 4 миллион пар һатыла. Нейлон ойоҡтар уларҙың кизе-мамыҡ һәм ебәк аналогтары менән сағыштырғанда арзан, ныҡлы һәм үтә күренмәле була. АҠШ Икенсе донъя һуғышына ҡушылғас, DuPont компанияһы нейлон ойоҡ етештереүҙе туҡтата һәм парашюттар, самолеттар, бауҙар, кабелдәр етештереү өсөн заводтарын ҡайтанан йыһазландыра[4]. Һуғыш аҙағында DuPont компанияның ойоҡ етештереүгә кире ҡайтасағын иғлан итә, әммә ихтыяжды шунда уҡ ҡәнәғәтләндерә алмай. Был DuPont етештереүҙе арттыра алғанға тиклем америка магазиндарында «нейлон болалары» тип аталған тәртипһеҙлектәргә килтерә[4].

 
Хәҙерге заман ҡатын-ҡыҙының ойоғо өсөн билбау

1950-се йылдарҙа DuPont ҡатын-ҡыҙҙар өсөн нейлон ойоҡ етештереүҙе йәйелдерә. Беренсе йылда 64 миллион пар ойоҡ һатылған. 1959 йылда DuPont фирмаһы һығылмалы спандекс сүсе сығара, ул лайкра сауҙа маркаһы аҫтында билдәлелек ала[2].

Аяҡтан төшөп бармаһын өсөн, ойоҡто махсус бәй, билбау менән тотторғандар. Был мода Подвязка орденының исемендә үҙ сағылышын таба, әйткәндәй. Хәҙерге заман ҡатын-ҡыҙ ойоҡтарының өҫкө йөҙөнән һығылмалы резина үткәрелә.

Шул уҡ ваҡытта ойоҡ махсус һәм һаҡлағыс кейемдең төрлө варианттарында ҡулланыла (химик, биологик һаҡлау костюмдары һ. б.).

Ҡатын-ҡыҙ кейеменең үҙенсәлекле предметы булараҡ, ойоҡ енси фетишизмдың киң таралған объекты булып китә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Ойоҡ өсөн билбау
  • Күк ойоҡ
  • Колготкалар
  • Ирҙәр колготкалары
  • Пеппи Оҙон ойоҡ

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Андреева Р. П. Чулки // Энциклопедия моды. — СПб.: Издательство «Литера», 1997. — С. 386. — ISBN 5-86617-030-2.
  • Беловинский Л. В. Чулки // Иллюстрированный энциклопедический историко-бытовой словарь русского народа. XVIII — начало XIX в. / под ред. Н. Ерёминой. — М.: Эксмо, 2007. — С. 756. — 784 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-699-24458-4.
  • Буровик К. А. Чулки // Красная книга вещей: Словарь. — М.: Экономика, 1996. — С. 62—63. — 215 с. — ISBN 5-282-01639-7.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  NODES